Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Йүгереп сығып китә.



Йүгереп сығып китә.

7-се күренеш.

ХӘКИМ. (Соҡорға ҡарап). Сәлим, белештегеҙме? Иртәгә һыртҡы урам ҡыҙҙары сығамы еләккә?

СӘЛИМ. Белештем. Сыға.

ХӘКИМ. Гөлбикә сыҡһа ярар ине?

СӘЛИМ. Нимәгә ул һиңә?

ХӘКИМ. Былай... ә ниңә бөтә ҡыҙҙар ҙа Салауат та Салауат тип ауыҙ һыуын ҡороталар. Ул ғына көслө, батыр, изге күңелле , имеш.

СӘЛИМ. Берәй этлек уйлайһыңмы әллә?

ХӘКИМ. Иртәгәме? Иртәгә ҡыҙҙар минең дә батыр икәнемде күрерҙәр.

СӘЛИМ. Нисек?

Хәкимйән соҡор өҫтөндәге ағастарҙы ала башлай.

ХӘКИМ. Һы... Еләктә уларҙы урмандан сығып, малайҙар баҫтыра башлай. Ә мин ул малайҙарҙың кәрәген бирәсәкмен.

СӘЛИМ. Ул малайҙар кемдәр инде?

ХӘКИМ. Һы...Ниңә, бына береһе – һин, икенсеһе – Шәриф, өсөнсөһө... табырмын!

СӘЛИМ. Ә бәлки иртәгә сыҡмаҫбыҙ?

ХӘКИМ. Ниңә, әллә күҙ атып йөрөгән берәй ҡыҙың сығамы? Әһә, теге юлы йылға буйында һыуға төшкән ҡыҙҙарҙың күлдәктәрен йәшергәндә Гөлбикәнекенә теймәгеҙ, тип яр һалғайның. Әллә һин дә...

Сәлим соҡорҙан балсыҡ киҫәге алып Хәкимгә ташлай.

Уның аяғы алдына килеп ята.

ХӘКИМ. Ә-ә, һинең дә батыр булғың киләме? (Ҡапыл). Туҡта, туҡта... Һине соҡорҙан сығарһам, эште боҙоп ҡуйыуың бар!

СӘЛИМ. Мин үҙем сығам, белдеңме?

ХӘКИМ. Сыҡтың, сыҡмай ҙа ни? Һин түгел ана айыу ағайың да сыға алмағанды.

Бая алған ботаҡтарҙы кире һала башлай.

СӘЛИМ. Әй, һин нимә? Сығар! (Ҡысҡыра) Сығарығыҙ! Мин соҡорға ҡоланым! (Ялбарыулы тауыш менән). Хәким, теләйһеңме, иртәгә мин яланға бөтөнләй сыҡмайым. Уйыңды бер кемгә лә әйтмәйем.

ХӘКИМ.Булмай тигәс булмай! Хуш! Ана хәҙер Шәриф килә, сығарыр әле. (Сығып китә)

СӘЛИМ. (Ялбарыулы). Хәким! Шәриф! Эй, сығарығыҙ!

 

8-се күренеш.

Бер аҙҙан Шәриф килеп инә. Ҡулында арҡан.

ШӘРИФ. Сәлим!

СӘЛИМ. Әү, Шәриф! Хәкимде күрмәнеңме?

ШӘРИФ. Ю-юҡ! Ә ...ул бында...Шым! Кемдер килә шикелле.(Ҡыуаҡ артына йәшенә).

 

Ботаҡ һынған тауыш ишетелә.

Шәриф, ҡурҡып, ҡыуаҡ артына йәшенә.

Сәхнәгә Аллағыуат инә. Ерҙән сысҡан ояһын эҙләп йөрөй.

АЛЛАҒЫУАТ. Салауат, кил, бында сысҡан оялары күп!

Салауат инә.Ҡулында биҙрә.

САЛАУАТ.Эйе. Ана, юлдары күренеп ята. Бар, һыу килтер!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.