Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Хәким менән Салауат көрәшә.



Хәким менән Салауат көрәшә.

Зөбәйер менән Аллағыуат Салауатты яҡлашып сыр-сыу киләләр.

Шәриф Хәкимде яҡлай. Сәлим бик ҡыҫылмай. Ситтәрәк тора. 

Салауат еңә. Хәкимдең күңеле кителә.

ХӘКИМ. (Һыр бирмәҫкә тырышып) Минең бөгөн көрәшә торған көнөм түгел ине.

СӘЛИМ. Йә, хәҙер кемгә Асман? Салауат еңде бит!

ХӘКИМ. Юҡ, Салауат менән былай ғына. Әйҙә, Сәлим!

ШӘРИФ. Хәким ағай, мин дә барайыммы?

ХӘКИМ. Әйҙә һуң!

ЗӨБӘЙЕР. Салауат, әйҙә бергәләп һинең тайыңда сабайыҡ!

АЛЛАҒЫУАТ. Мин дә.

САЛАУАТ. Әйҙә, Хәким, һин дә кил!

ХӘКИМ. Оҙон һаҙ буйына килмәгеҙ, үҙебеҙ сабабыҙ, белдеңме?

САЛАУАТ. Сабырға ғына ялан табырбыҙ.

Барыһы ла сыға.

Ут һүнә.

5-се күренеш.

Сәлим менән Шәриф урман юлынан үҙҙәре йыйыла торған йәшерен ҡыуышҡа китеп баралар. Ҡыуышта уларҙы Хәким көтөргә тейеш.

ШӘРИФ. Кисә атайым Ташморон битләүендә Айыу күргәндәр, тине.

СӘЛИМ. Ысынмы? Беҙ тап ошо битләүҙән киләбеҙ бит. Ҡыуышҡа юлды ҡыҫҡартам тип туранан тартҡайным.

ШӘРИФ. Әйҙә тегенәнерәк барайыҡ.(Ялан яҡҡа ынғайлай).

СӘЛИМ. Беҙгә былай китергә бит. (Бер ҡыуаҡ артына китә. Сәлимдең башы ҡапыл аҫҡа төшөп юҡ була. Ул Айыу ауларға ҡоролған тәрән соҡорға “ҡолай”) А-а-а...

ШӘРИФ. (Ҡыуаҡ ситенә йүгереп килеп) Сәлим, һин ҡайҙа? Нимә булды?

СӘЛИМ. (Алыҫтан) Ҡоланым! Соҡорға!

ШӘРИФ. (Сәлимде күрмәй) Ҡайҙа?

СӘЛИМ. Был яҡҡа килмә! Һин дә ҡолайһың. Соҡор өҫтөнә һалынған ағастарҙы ал!

ШӘРИФ. Хәҙер! (Бер-ике ботаҡты тартып алып ташлай. Ятып “соҡорҙо” ҡарай.) Сәлим!Сәлим!

СӘЛИМ. Күрҙеңме? Мин һине күрәм!

ШӘРИФ. Күрҙем! Уй, ҡалай тәрән! Имгәнмәнеңме?

СӘЛИМ. Юҡ!

ШӘРИФ. Әйттем бит айыу күргәндәр тип. Соҡор ҙа ҡаҙып ҡуйған һунарсылар. Һин көтөп тор. Хәҙер! (Бер ағас килтереп соҡорға төшөрә) Менә алаһыңмы?

СӘЛИМ. Юҡ. Һин... арҡан кәрәк. Бар Хәкимде саҡыр! Ҡыуыш яҡын бит. Көтөрмөн!

ШӘРИФ. Хәҙер! (Сығып йүгерә).

 

6-сы күренеш.

Уң яҡтағы ҡыуаҡтан ҡыҙыу атлап Хәким менән Шәриф инә.

ХӘКИМ.Ҡайҙа?

ШӘРИФ. Ошо тирәлә...(ҡарана) Сәлим!

СӘЛИМ. Әү! Мин бында!

Хәким менән Шәриф соҡор янына киләләр.

 ХӘКИМ. Дә-ә-ә. Тәрән икән шул.

СӘЛИМ. Хәким, арҡан кәрәк?

ХӘКИМ. Бар, Шәриф, ауылға. Үҙегеҙҙә булмаһа беҙҙең ат һарайынан буй арҡанды ал да һыпырт!

ШӘРИФ. Ярай!

ХӘКИМ. Берәйһе күреп ҡалмаһын. Шым йөрө!

ШӘРИФ. Шымсы икәнемде оноттоңмо ни?



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.