Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Зөбәйер йүгереп сығып китә.



Зөбәйер йүгереп сығып китә.

Хәким ялан уртаһындағы үләнде тапап, көрәш майҙаны әҙерләй. Аллағыуат, Шәриф, Сәлим дә көрәшкә әҙерләнә. Салбар бауҙарын тарттыра бирәләр, аяҡтарындағы ҡаталарын сисәләр, күлдәктәренең иҙеүен ысҡындыралар.

ШӘРИФ. Сәлим, көрәшкәндә мин күлдәгемде сисмәйем. Таҫтамал билде һыҙыра.

СӘЛИМ. Сисһәң яйлыраҡ була ул.

АЛЛАҒЫУАТ. Эй, ул Хәкимдең әйткәненә ышанһаң?

ШӘРИФ. Хәким ағай алдамай ул. Их, ошо Сәлим кеүек көслө булһаң ине.

АЛЛАҒЫУАТ. Һинең атайың да көрәшсе лә инде, Шәриф.

ШӘРИФ. Булһа ни…

 

Ҡулына таҫтамал, бер киҫәк икмәк тотҡан Зөбәйер күренә.

Мәтрүшкәләре юҡ. Йүгереп килеп таҫтамалды Хәкимгә тоттора. Аллағыуатҡа килә.

ЗӨБӘЙЕР. Бына! Һораның бит!

АЛЛАҒЫУАТ. (Икмәкте алып өҫкә күтәрә лә). Эй, малайҙар, ҡарағыҙ! Хәким тәүҙә ошо икмәкте тотоп ант итһен.

СӘЛИМ. Дөрөҫ!

ХӘКИМ. Бына ҡарағыҙ! (Икмәкте тотоп ант итә) Кем дә кем көрәштә еңә, шуға Асманды менергә бирәм. Икмәк өҫтө! Ант!

 

4-се күренеш.

Малайҙар уртаға йыйылып көрәшә башлайҙар.

Сыр-сыу киләләр, бер-береһенә өйрәтәләр.

Шул саҡ сәхнәгә Салауат килеп сыға.Тәүҙә, уйынға әүрәп, уны күрмәйҙәр.

Хәким уны күреп ҡала.

ХӘКИМ. Салауат, ҡайҙа толпарың?

САЛАУАТ. Утлауҙа. Ә нимәгә һиңә минең атым?

СӘЛИМ. Һаумы, Салауат!

 

Башҡа малайҙар ҙа көрәшеүҙән туҡтай.

Барыһы ла Салауатҡа ҡарай.

ХӘКИМ. Нимәгә килдең?

САЛАУАТ. Аллағыуатты күрәйем тигәйнем, һеҙ бында… нимәгә һуғышаһығыҙ?

СӘЛИМ. Һуғышмайбыҙ, көрәшәбеҙ генә.

АЛЛАҒЫУАТ. Еңеүсегә Хәким Асманды бирә.

ШӘРИФ. Әйҙә, Зөбәйер, бөтмәнек бит.

 

Улар тағы көрәшә башлай. Бер яҡта Салауат, икенсе яҡта Хәким тора.

Улар иғтибар менән көрәшеүселәрҙе күҙәтәләр. Кемеһенәлер өйрәтеп ебәрәләр.

Сәлим еңеп сыға. Хәким дә ҡыҙығып китә.

ХӘКИМ. Ендең, Сәлим, Асман һинеке!

СӘЛИМ. Әйҙә икәү көрәшеп ҡарайыҡ? Былай ғына.

ХӘКИМ. Әйҙә!

Көрәшәләр. Хәким енә. Малайҙар Салауатты өгөтләйҙәр.

ШӘРИФ. Салауат, әйҙә һин дә Хәким ағай менән көс һынашып ҡара?

САЛАУАТ. Шулай тиһеңме?

АЛЛАҒЫУАТ. Әйҙә, Салауат, теге юлы Һабантуйҙа көрәшә алманың бит. Моғайын еңер инең үҙен.

ХӘКИМ. Ниңә, әллә Салауатты еңә алмаҫ тиһегеҙме?

ШӘРИФ. Әлбиттә еңәсәкһең!

ЗӨБӘЙЕР. Салауат көрәшһә, теге Һабантуй тәкәһе Хәкимгә эләкмәҫ тә ине.

САЛАУАТ. Әҙерһеңме, Хәким?

ХӘКИМ. Әйҙә!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.