Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Икәүләшеп сығып китәләр.



Икәүләшеп сығып китәләр.

2-се күренеш.

Киң ялан. Алыҫтан байрамға йыйылған кешеләр тауышы ишетелә. Ирҙәр тауышы: “ Әсәһе, самауырҙы яңыртырға кәрәк, ана, балалар сәй эсмәне…” Ҡатындар тауышы: “ Хәкимйән, улым, шишмәнән һыу ғына килтереп самауырға һалсы?...” “Балалар, сеүегеҙ, байрамда талашыу килешмәй” , “ Гөлбикә ҡыҙым, барығыҙ Зөләйха менән барып сәйгә мәтрүш, еләк япрағы килтерегеҙ”.

Хәким Асман исемле атын байрамға килтергән. Уртаға өйөлөшөп торған малайҙар гәпләшә.

Шәриф менән Сәлим Хәкимдән менгегә тай һорайҙар.

 

ШӘРИФ. Бер тапҡыр ғына… ҡыумайым, Хәким ағай, әкрен генә… йылға буйлатып ҡына.

ХӘКИМ. Сапмағас, нимәгә һинә Асман? Ул бит ярыш  аты.

СӘЛИМ. Миңә, миңә… һин теге юлы уҡ вәғәҙә иттең. Һиңә иртәгә бер киҫәк шәкәр алып сығырмын.

ХӘКИМ. Шәкәр, тиһеңме? Ҙурмы?

СӘЛИМ.(Баш бармағының башын күрһәтеп) Ҙур! Бына ошондай. Миңә теге юлы атайыма килгән Иван биргәйне. Һаҡлап һалып ҡуйғайным.

ХӘКИМ. Ярай. Тәүҙә шәкәренде күрһәтерһең, аҙаҡ бирермен.

ШӘРИФ. Ә миңә, миңәсе?

ХӘКИМ. Йә, шымығыҙ. Бөгөн берегеҙгә лә бирмәйем. Үҙем генә менәм.

ШӘРИФ.(Ситкә ҡарап). Эй, малайҙар, ҡарағыҙ, ҡарағыҙ! Салауат та һыбай килгән.

ХӘКИМ. Ҡайҙа?

ШӘРИФ. Ана! Шишмә яғына ыңғайланы.

ХӘКИМ. Күрәм, күрәм, һуҡырмындыр шул.

СӘЛИМ. Шәриф, әйҙә унан һорап ҡарайыҡ!

ХӘКИМ. Һы, уның алашаһы менән ҡайҙа сапмаҡ булаһығыҙ?

СӘЛИМ. Бер ҙә алаша түгел. Һабантуйҙағы сабышта тояғын имгәтмәһә һинең Асманыңды үтер ине.

ШӘРИФ. Шулай, шулай. Атаһы старшина була тороп алама тай менеп килмәҫ. Киттек, Сәлим!

СӘЛИМ. Туҡта. Атын һуғарып сыҡһын да. Ҡарап торайыҡ.

ХӘКИМ.(Һыҙғырып ебәрә). Зөбәйер, кил әле бында!

 

3-сө күренеш.

Ҡулына бер ус мәтрүшкә тотҡан Зөбәйер килеп инә.

ЗӨБӘЙЕР. Нимә?

ХӘКИМ. Бар Аллағыуатты саҡыр!

ЗӨБӘЙЕР.Нимәгә? Мин сәйгә мәтрүш йыям бит.

ХӘКИМ. Саҡыр тигәс, саҡыр. Тиҙ бул!

ЗӨБӘЙЕР. Ярай, Хәким ағай!

Зөбәйер китә.

Бер аҙҙан Аллағыуат менән бергә килеп инәләр. Зөбәйерҙең ҡулында мәтрүшкә.

АЛЛАҒЫУАТ. Саҡырҙыңмы?

ХӘКИМ. (Егеттәрҙең уртаһына баҫып). Шунан, кемегеҙ Асманды менергә теләй?

 

Шәриф менән Сәлим бер-береһенә ҡарашып ала. Бер ни ҙә өндәшмәйҙәр.

АЛЛАҒЫУАТ. Бирҙе ти, бирмәй ни. Һин шуға ышанаһыңмы, Зөбәйер?

ХӘКИМ. Ысын, ысын. Бөгөн бирәм. Тик бер шартым бар.

АЛЛАҒЫУАТ. Йә һуң әйтеп ҡара.

ШӘРИФ. Ышанма, Аллағыуат.

ЗӨБӘЙЕР. (Аллағыуаттың еңенән тартып). Һора, һора, нимә тиер икән?

ХӘКИМ. Кем дә кем хәҙер, бына ошонда …(барыһы ла, һыр бирмәһәләр ҙә, иғтибар менән тынлайҙар). Ҡыҫҡаһы, көрәшәбеҙ! Кем еңеүсе була, Асман шуныҡы! (Барыһының да иғтибары арта).

СӘЛИМ. Алдаштырмаҡ була. Үҙенең көслө икәнен белә.

ШӘРИФ. Кем һинең кеүек гел дә Һабантуйҙарҙа көрәшеп йөрөгән?

АЛЛАҒЫУАТ. Йәштәр араһында быйыл да еңеп сыҡтың да инде? Барыбыҙҙы ла еңеп, беҙҙе һемәйтергә уйланыңмы?

ХӘКИМ. Зөбәйер, бар, йәһәт кенә таҫтамал килтер! Ҡурҡмағыҙ, был юлы мин көрәшмәйем.

СӘЛИМ. Әй, Зөбәйер, туҡта! Икмәк һынығы ла килтер!

ЗӨБӘЙЕР. Нимәгә? Ашарғамы?

СӘЛИМ. Килтер тигәс, килтер, нимә төпсөнәһең? Ташла шул үләндәреңде!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.