Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се күренеш.. Матур йәйге  ялан. Сәхнә артынан бер ҡатын тауышы ишетелә.“ Ҡыҙҙар, бик алыҫҡа китмәгеҙ! Аҙашырһығыҙ. Оҙаҡламай ҡайтырбы&#



Ут һүнә.

 

1-се күренеш.

Матур йәйге  ялан. Сәхнә артынан бер ҡатын тауышы ишетелә.“ Ҡыҙҙар, бик алыҫҡа китмәгеҙ! Аҙашырһығыҙ. Оҙаҡламай ҡайтырбыҙ!” Ҡыҙҙар яуап бирә: “Ярай.”, ” Анау аҡлан ситен генә ҡарайбыҙ ҙа…” Ҡулына талдан үрелгән тырыз тотоп, ергә текләп еләкле урынды эҙләй-эҙләй Гөлбикә сыға.

ГӨЛБИКӘ. Зөләйха, кил бында! (Йәһәт кенә эйелеп, еләк сүпләй башлай.)

ЗӨЛӘЙХА. (Тауышы). Хәҙер. Алдымдағын йыяйым да…унда күпме ни?

ГӨЛБИКӘ. Эйе.

ЗӨЛӘЙХА сыға. ГӨЛБИКӘ янына килеп сүгәләй. Еләк йыялар.

ГӨЛБИКӘ. Иртәгә Һабантуй яланына Сәғәт байрамына сығаһыңмы?

ЗӨЛӘЙХА. (Еләккә әүрәп уны ишетмәй) һу-у-у, бында күп икән…

ГӨЛБИКӘ. Әйттем бит. Сыҡмайһыңмы?

ЗӨЛӘЙХА. Ҡайҙа?

ГӨЛБИКӘ. Иртәгә, яланғасы?

ЗӨЛӘЙХА. Ә-ә-ә, байрамғамы?

ГӨЛБИКӘ. Эйе. Еңгәйем миңә яңы күлдәк тегеп ҡалды. Иртәгә кейерһен ти.

Күрше ауылыдағы Марусәнән алған тауарын. (Авторҙан: “тауар”- “туҡыма” мәғәнәһендә).

ЗӨЛӘЙХА. Былтыр минең әсәйем дә шул Марусәнән матур тауар алып ҡайтҡайны. Һабантуйға күлдәк тегеп кейҙе. Икенсе юлы миңә лә алып ҡайтырмын тине.

ГӨЛБИКӘ. Улар тауарҙы Мәскәүҙең үҙенән килтерәләр икән. Әсәйем әйтте.

ЗӨЛӘЙХА. Ҡара әле, ниндәй ҙур еләк.

ГӨЛБИКӘ. Сыҡмайһыңмы ни?

ЗӨЛӘЙХА. Иртәгәме?

ГӨЛБИКӘ.Теләйһеңме, мин һиңә үҙемден бер матур күлдәгемде биреп торам.

ЗӨЛӘЙХА. Әлләсе.

ГӨЛБИКӘ. Уны мин әле бер байрамға ла кейгәнем юҡ. Ысын!

ЗӨЛӘЙХА. Уңайһыҙ бит.

ГӨЛБИКӘ.Сығабыҙ, сығабыҙ! Иртәнсәк үҙем килермен һеҙгә. Тау урамы малайҙары ла сыға.

ЗӨЛӘЙХА. Кемдәр?

ГӨЛБИКӘ. (Серле генә) Ә һинең кемдәрҙе күргең килә?

ЗӨЛӘЙХА. Эй ошо Гөлбикәне! Алдына алғанды ҡуймай.

ГӨЛБИКӘ. Зөбәйер ағайымдан ишетем. Хәким Асманды ла алып сыға,ти.

ЗӨЛӘЙХА. Кем ул Асман?

ГӨЛБИКӘ. (Көлә) Ул кеше түгел дә. Теге Һабантуйҙа беренселекте алған айғырсы? Вәт шәп юрта тиҙәр.

ЗӨЛӘЙХА.Шунан, Асманды алып сыҡһа ни була. Сәғәт байрамында ат сабыштырмайҙар бит.

ГӨЛБИКӘ.Тағы ла Салауат, Сәлим дә сығалар тине ағайым.

ЗӨЛӘЙХА. Салауаттарға кисә знакумдары килгәйне. Атаһы Юлай старшина менән ҡайҙалыр киттеләр.

ГӨЛБИКӘ. Китһә ни. Иртәгә ҡайтырҙар әле…

 

Тауыш ишетелә: “Гөлбикәү, Зөләйха, әйҙәгеҙ, әйҙә! Ҡайтыу яғына ынғайлағыҙ!”

ЗӨЛӘЙХА. Ана, ҡайталар. Әйҙә, киттек!

ГӨЛБИКӘ. Кискә килермен. Күлдәкте күрһәтермен. Матур ул…

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.