Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Лилиә Һаҡмар



Лилиә Һаҡмар

(Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова)

+79374912061

kaipova-liliya@mail.ru

Балапан – бөркөт балаһы

Драма

(2 бүлектә)

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн

Башҡорт халҡының милли батыры

Салауат Юлаевҡа бағышлана.

ҠАТНАШАЛАР:

Салауат 

Аллағыуат 

Хәким (Хәкимйән)

Зөбәйер

Шәриф

Сәлим

Гөлбикә

Зөләйха        эпизодта

Зиннәт

Егеттәр – 12-13 йәшлек, ҡыҙҙар – 10-11 йәштә.

Ваҡиғалар башҡорт ерендә бара. Тарихи дөрөҫлөктө сағылдырыу мөһим түгел, үҫмер йәшендәге егет-ҡыҙҙарҙың күңел торошо, уй-хыялдарының нисек эш-хәрәкәттәренә тәъҫир итеүен, шәхес үҫеүен күрһәтеү мөһим.

Беренсе бүлек

ПРОЛОГ урынына. Салауат, Аллағыуат һәм Зөбәйер ҡаянан бөркөт балаһы төшөрәләр. Зөбәйер менән Салауат өҫтә. Ҡая башынан төшкән арҡан күренә. Аллағыуат аҫта тора. Бөркөт балалары тауышы ишетелә.

САЛАУАТ. (Тауышы ғына). Зөбәйер, арҡанды һулғараҡ ал! Аллағыуат тота алманы бит!

АЛЛАҒЫУАТ. (Өҫкә ҡарап). Тоттом! Тоттом! Инде төшһәң дә ярай!

САЛАУАТ. (Тауышы). Һин әҙерме, Зөбәйер?

ЗӨБӘЙЕР. (Тауышы). Әҙер! Төшөр, тип әйтеү менән арҡанды бушатырмын!

САЛАУАТ. (Тауышы). Тәүҙә ныҡ тот! Ырғаҡты ҡара! Ысҡынып китмәһен!

АЛЛАҒЫУАТ. Йә ярай, әйҙә, Салауат, хоҙайға тапшырҙыҡ! Төш!

САЛАУАТ. (Тауышы). Бисмиллаһир – рахманир – рахим! Төшәм! Яйлап ҡына ебәр арҡанды!

Өҫтән, биленә арҡан бәйләнгән Салауат буй арҡанға йәбешеп аҫҡа төшә. Биленә муҡса бәйләнгән. Унда бөркөт балаһы һалынған. Бер аҙ төшкәс, ул туҡтап ҡала.

ЗӨБӘЙЕР. (Тауышы).  Хәҙер! Арҡан аяғыма уралды. Хәҙер ысҡындырам!

АЛЛАҒЫУАТ. Йәһәтерәк булығыҙ! Бөркөт килеп сыҡмаһын тағын!

ЗӨБӘЙЕР. (Тауышы). Сыҡмаҫ, алыҫҡа осто ул. Үҙем күрҙем!

САЛАУАТ. Йә инде шәберәк төшөр!

АЛЛАҒЫУАТ. Ҡабаланып, бөркөт балаһын ҡаяға бәрҙереп ҡуйма, Салауат!

ЗӨБӘЙЕР. (Тауышы).  Аллағыуат, ҡараштырып тор! Инә бөркөт һиҙгер була ул. Ҡапыл килеп сыҡмаһын!

САЛАУАТ. Бер ҡошто күрәм. Бик шәп оса. Беҙгә табан килә буғай. Зөбәйер, арҡанды ысҡындыр!

АЛЛАҒЫУАТ. Зөбәйер, арҡанды ебәр ҙә үҙең ҡас!

САЛАУАТ. Аллағыуат, тот бөркөт балаһын! ( Моҡсайҙы аҫҡа ырғыта. Аллағыуат тотоп ала). Кит унан! Һикерәм!

ЗӨБӘЙЕР. (тауышы.) Бөркөт! Әсәй! Ҡотҡарығыҙ! А-а-а...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.