Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





еҙ Башҡортостанды «илем», «минең Ватаным» тип атайһығыҙ, «Тыуған илем» тип әйтәһегеҙ.



– Һеҙ Башҡортостанды «илем», «минең Ватаным» тип атайһығыҙ, «Тыуған илем» тип әйтәһегеҙ.

Эй Тыуған ил, ап-аяҙ күкле Ватан!

Көндәр уҙа, кис килә, һарғая таң.

Ҡарайһың да ҡояш күмелгән яҡҡа,

Һин көтәһең беҙҙе тыуған тупраҡҡа.

– Күңел төбөмдә йәшәгәндер инде шул төшөнсә. Халыҡта бар бит ул – кеше ауылын да «илем» тип атай.

Беҙ – улдары яуҙа һыналған заттың –

Яҡты һынын күрәбеҙ Салауаттың,

Башҡортостан! Күҙәт еңеү юлдарын,

Шул юл менән һиңә ҡайтыр улдарың.

Элек Башҡортостанды, ғөмүмән, «ил» тип атау юҡ ине. СССР-ҙы «илебеҙ», «Ватаныбыҙ» тип йөрөттөк, мәктәптә лә шулай өйрәттеләр. Мин Башҡортостанды «ил», «минең Ватаным» тип атайым һәм быны бик тә урынлы, тәбиғи тип һанайым.

– Мостай ағай, һуғыш йылдары поэзияғыҙҙа көндәлек ваҡиғаларға арналған шиғырҙарығыҙ йыш осрай.

– Ул йылдарҙа, Ринат, төрлө ҡалаларҙы алыу айҡанлы яугирҙәргә мөрәжәғәт итеү йолаһы бар ине. Мәҫәлән, «Киев» шиғыры. Ул Киевты азат иткәс тыуған. «Дан» шиғырым 1943 йылда һалдат Даны ордены булдырылғас газета заказы буйынса яҙылды. Миҫалға тағы атлыларға арналған шиғырҙарымды алайыҡ. Һуғыш осоронда аҡбуҙ ат образы зиһенемде биләне. Ниңә? Мин Башҡорт атлылар дивизияһына эләгергә хыялландым, ләкин булманы. Фронтта бер ике генә көн атта йөрөп ҡалдым, мотострелковый часта хеҙмәт иттем. Бәлки, шул ынтылыш, бойомға ашмаған хыял ижадта сағылғандыр.

– Мостай ағай, «Башҡорт халҡына яуап хаты»н яҙғанда һеҙгә 24 йәш кенә тулған. Минеңсә, ошо йәштә ул хатты яҙыу өсөн ниндәйҙер хоҡуҡ та, хатта тәүәкәллек тә кәрәк булғандыр. Һеҙ, ул саҡта олпат башҡорт шағирҙары фронтта етерлек ине, тиһегеҙ, ә был эшкә һеҙ (ул саҡта исемһеҙ, орденһыҙ шағир) тотонғанһығыҙ...

– Миң талантты тәүәкәллектән, хатта шаталаҡлыҡтан айырмайым, йәки уны ҡурҡаҡлыҡ, бахырлыҡ менән йәнәш ҡуя алмайым.

– Ысын ижадсы ҡыйыу кеше, хатта дыуамал, авантюрист та... Минеңсә, ошо хатты яҙыр алдынан һеҙ үҙегеҙ ҙә оло яуаплылыҡ тойоу менән бергә өҫтөгөҙгә ғәләмәт йөк, бурыс та алғанһығыҙ. Йәки бөгөн (1943 йылда) ошондай хатты яҙырға хоҡуҡты киләсәктәге ижадығыҙ менән аҡлаясағығыҙҙы тойғанһығыҙ. Йәки был хоҡуҡ һеҙгә аванс менән бирелгән кеүегерәк тә була инде...

– Был фекерең менән, Ринат, ризамын. Был хатты яҙыу күңелем талабы, рухым ҡушыуы булһа ла, яуаплылыҡ та тойҙом, хоҡуҡтарым хаҡында ла уйландым, аңлы ла эш иттем инде. Шағир хыялый тигәс тә, ул аңһыҙ зат түгел дә...

...Минеңсә, был эшкә тотонор өсөн йөрәк тә, дыуамаллыҡ та, үҙеңдең потенциаль мөмкинлектәреңде, кимәлеңде тойоу ҙа кәрәк. Бары үҙенең дәрәжәһен, көс-кәрен һиҙемләгән ижадсы ғына был эшкә тотона, ул ғына ошондай оло хоҡуҡҡа – халҡына яуап хаты яҙыу хоҡуғына – эйә.

 

 

ЙӨКМӘТКЕ

 

Мостай Кәрим заманы һәм персонаждары (Ҡәҙим Аралбай)

Мостай Кәрим

Тауҙар һәм кешеләр

Ғәлимов Сәләм

Ялҡынлы шағир

Сәғит Агиш

Романдарҙан былай хикәйәләр

Мөхәммәт Хәйҙәров

Кеше үҙе лә – өҙөлмәҫ моң

Муса Ғәли

Йыһан менән серҙәш ул

Миҙхәт Ғәйнуллин

Игелеклек

Нәжиб Асанбаев

Асанбаев иле

Суфиян Поварисов

Яҡты күңел

Шакир Янбаев,

Янбаев яланы

Ғайса Хөсәйенов

Ҡаһарманлыҡ

Әхиәр Хәким

Дипломат

Мөкәрәмә Садыҡова

Мул һыулы йылға

Марат Кәрим

Юмор оҫтаһы

Ғәзим Шафиҡов

Халҡын таны шәхестә...

Рәшит Солтангәрәев

Солтангәрәй донъяһы

Рафаэль Сафин

Халҡы ҡарашы... моңонда

Булат Рафиҡов

Беҙҙең заман Бәпәнәйе

Роберт Байымов

Һағышлы донъя – моңһоу роман

Тимер Йосопов

Шиғриәтебеҙҙең йөк аты

Ирек Кинйәбулатов

Заман ауазы

Рауил Бикбаев

Тамғалар

Марат Аҙнабаев

Өфө виртуозы

Заһир Вәлитов

Ижадсы шәхесе

Сафуан Әлибай

Урмансы

Ҡәҙим Аралбай

Далаларҙа тыуған моңдар

Тимерғәле Килмөхәмәтов

Күңел ҡылдарын сиртеүсе оҫта

Хәсән Назар

Шиғриәтебеҙ уҙаманы

Әсхәл Әхмәт-Хужа

Яу ораны шиғриәте

Динис Бүләков

Үҙемә бер донъя астым

Аҫылғужа

Ғүмерҙән оҙон көн

Мәрйәм Бураҡаева

Тәүге мөхәббәт

Тәлғәт Сәғитов

Беҙҙең өлкә кешеһе

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

Әҙибәнең оло хеҙмәте

Риф Тойғон

Шағир ижады, ижадсы шәхесе

Зарема Әхмәтйәнова

Автор – төп герой

Әхтәм Абушахманов

Бер яланғас йөрәк

Роберт Миңнуллин

Йәйғор күперҙәрен ҡороусы

Таңсулпан Ғарипова

Юл башлаусы

Сабир Шәрипов

Урманыңда һинең танһыҡ

Факиһа Туғыҙбаева

Башҡорттарға башҡортлоғон аңлатыусы

Камил Йыһаншин

Тайга йырсыһы

Тамара Ғәниева

Шағирә планетаһы

Миңлеғәли Нәҙерғолов

Һөйкөмлө һөйәк

Риф Әхмәҙиев

Лирик та, философ та

Рәлиф Кинйәбаев

Ҡотлайым! Һин, ысынлап та, драматург

Гөсирә Ғайсарова

Талант билдәһе

Мостай Кәрим: «Күңел талабы, рухым ҡушыуы буйынса...»

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.