Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Гөлсирә Ғайсарова



Гөлсирә Ғайсарова

(1957)

 

Гөлсирә Мирзай ҡыҙы Ғайсарова 1957 йылдың 4 июлендә Үзбәкстандың Бохара өлкәһе Ҡаған ҡалаһында тыуа. Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбенән һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡый. «Башҡортостан» газетаһында, алты йыл Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй. Һуңынан «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш» журналдарында тир түгә.

Гөлсирә Ғайсарова – прозаик, хикәйә оҫтаһы. Уның «Өмөтөңдө һүндермә», «Йөҙ ҙә бер минең тормошом», «Күңел утрауы», «Күңел төйәге» ише повестары баҫылды. Ул шулай уҡ «Һәҙиә» исемле роман яҙҙы. Унда егерменсе быуаттың 20 – 30 йылдарындағы башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре һүрәтләнә. Уның тағы ла «Ожмах тыны», «Йәшә, егет!», «Ҡасан күк ергә ҡоланы» повестары билдәле. «Минең һөйөклө Амстердамым», «Рух юлы буйлап сәйәхәт итеүсе өс күңел» эссеһы бар.

Гөлсирә Ғайсарова тәржемә менән дә шөғөлләнә, Библияны башҡортсаға ауҙарыусылар рәтендә тора.

 

ТАЛАНТ БИЛДӘҺЕ

 

Гөлсирә Ғайсарова – Ғиззәтуллина менән бергә уҡыныҡ, бергә «Шоңҡар» түңәрәгенә йөрөнөк. Әле лә иҫтә: «Шоңҡар»ҙа Гөлсирәнең хикәйәһен тикшерҙек. Романтик әйбер. 70-се йылдарҙа!.. Телһеҙ ҡыҙҙың хыялый мөхәббәте, бурандамы, ҡойма ямғырҙамы аҙашыуы... Мин, был романтизм алымы менән яҙылған хикәйә, тинем, Гөлсирәнең әхирәттәре ҡаршы сыҡты. Ул заманда романтизм йә импрессионизм ысулы менән яҙыу хилаф эш һанала ине шул. Хатта тәнҡитле реализмды файҙаланырға ярамай – соцреализм алымынан тайпылма!

Аҙаҡ Гөлсирә күп хикәйәләр баҫтырҙы (башлыса ул хикәйәсе), тик нишләптер уның күп әйберҙәре миңә оҡшап етмәне, дөрөҫөрәге, таң ҡалдырманы. Ә теге романтик хикәйәһе күңелемә бик тә хуш килгәйне, авторға бик тә ҙур өмөттәр бағлатҡайны.

Гөлсирә хикәйәләрендәге ир менән бисәнең «ялҡытҡыс» мөнәсәбәттәрендәге соҡсоноуҙар, баналь тип әйтәйемме, мөнәсәбәттәр, картиналар миңә «етлегеп етмәгәнлек» билдәһе һымағыраҡ тойолдо. Йәки шул «төҫһөҙ, ялҡытҡыс» тормош күренештәре художестволыҡҡа дәғүә итмәй йәки әле сәнғәт күренеше булып етмәгән кеүек ине... Һәм «Күңел йорто» повесы! Нисә йылдан һуң мин, нисә йәшемә етеп, һабаҡташымды ҡабат астым, саҡ, минеңсә, ул үҙен асты, тапты! Ниһайәт донъяға Гөлсирә Ғиззәтуллина атлы үҙенсәлекле художник тыуҙы! Ул да прозалағы шағирә (йәки уның да прозаһы ысын шиғриәт йәки сәнғәт емеше), ул да халҡыбыҙҙың бай тел шишмәһенән беҙгә һут «һемертә», әйтергә кәрәк, бүтәндәргә ҡарағанда көслөрәк, нығыраҡ, тиәйемме, халҡыбыҙҙың әхлағын, эстетикаһын, фәлсәфәһен һеңдерә... Ғөмүмән, ысын художниктарға хас булғанса, Гөлсирә шағирә лә, психолог та, йәнә фәлсәфәсе лә ул. Ҡатын-ҡыҙ башы менән фәйләсүф! Ғөмүмән, фәйләсүф булмай ижадсы ла булып булмайҙыр, ә Гөлсирәлә фәйләсүфлек бигерәк тә күҙгә бәрелеп тора. Алығыҙ шул уҡ «Күңел йорто» повесын... Ундағы Буранбайға афған ҡомлоғонда дәрүиштең өгөт-нәсихәт туҡыуы: «Үткәндәргә илткән күперҙәрең ҡалһа, тотош емер. Булған һәм уҙып киткәндәрҙән азат бул. Кешегә иң мөһиме: хәҙер һәм бында» ... «Сағыштырма. Кешенең бар бәләләре ана шул сағыштырыуҙан башлана: минең динем – иң дөрөҫө, минең халҡым – иң бөйөгө... Йәғни мин һинән өҫтөнөрәк...» «Бары тик көсһөҙҙәр, ихтыярһыҙҙар, тик ҡурҡаҡтар ғына әҙәм көтөүе ихтыяры менән йәшәй. Ә һин асылыңда ҡал...» «Ағымға ҡаршы йөҙмә – бер ваҡытта ла етә, еңә алмаҫһың. Йылға менән бергә һал кеүек аҡ, осраған бар ләзәтте таты, һәр матурлыҡҡа күҙҙәрең һөйөнһөн: ағастар һәм йондоҙҙар, тыуып килгән таңдың ыуыҙ ғына алһыулығы, сәскәләр һәм йылға... хатта бәләкәй генә йылға ла океанғаса барып етә: ағымға ҡушылһаң, мәғәнәһеҙ көрәшкә үҙеңдең көсөңдө сарыф итмәҫһең».

Ысын трактат, уҡыусы ләззәт кисерә. Ысынлап та, Гөлсирә фәйләсүф. Бының шулай икәнен беҙ элек тә, бергә уҡығанда ла, үҙ-ара әңгәмәләшеүҙән дә белә инек, хәҙер ижадсы шуны ижадында файҙалана алды. Икенсе яҡтан, шау трактат нәфис әҙәбиәттең асылына ҡаршы ла килә бит, уҡыусыны ялҡыта. Бында әҙиптән фәлсәфәүи ҡатламды урынын белеп, самалап әҫәр туҡымаһына тәбиғи һеңдереү маһирлығы ла талап ителә. Ә Гөлсирә бөгөн ошо һәләткә эйә! Ҡасандыр уйһыҙ йөрөгән яндырай тәбиғәтле Буранбай бөгөн, афған яуын үткәс, фәйләсүфкә әйләнгән, яй, сабыр... Ҡасандыр көрәшкә талпынып торған зат бөгөн уй уйлай йәки уй ағасы олонона йәбешеп, башын баҫып ултыра... Гөлсирә тәрән кисерештәргә ҡойоноп тасуирлаусы психолог, ул яндырай Буранбайҙың фәйләсүфкә әйләнеү тарихын бәйән итә.

Әҙиптәр кеше психологияһын асыу өсөн төрлө алымдар ҡуллана, персонаждарҙы төрлө хәл-ваҡиғалар ҡойонона ташлай. Гөлсирәләр быуыны афған яуын үтте, шуға был тема әҙибә ижадында ҙур урын биләй. Йәнә, Гөлсирә традицион, классик проза вәкиле генә түгел, ул «Шоңҡар» түңәрәгенә йөрөгәндә атағанымса, романтизм, символизм, хатта декадент әҙәбиәте вәкиле. Мәҫәлән, уның хикәйәһендә афған яугирының йәне – төп герой. Йәки әҫәр туҡымаһында тере кеше һәм уның йәне хәрәкәт итә (хикәйә ике планда, ике ваҡыт арауығында, хатта параллель бара). Таңсулпан Ғарипова ише, Гөлсирә лә символдарға иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта унан айырмалы рәүештә, мистиканы, теге донъя хәл-әхүәлдәрен һүрәтләүҙән дә айбанмай. «Баһадир» хикәйәһендә ысынбарлыҡ менән әкиәт ҡатыша, уҡыусы шаңҡып ҡала, бисәнең көрәшсе булыуына ышанмай.

«Күңел йорто» әҫәренә әйләнеп ҡайтһаҡ, был әйбер – әҙибәнең күңел тибрәнеүе, илаһи бер йыры, ыҙалы уйланыу емеше ул. Фәлсәфәүи, психологик, шул уҡ ваҡытта шиғрәнә повесть, бөгөнгө башҡорт прозаһына матур, танһыҡ бер өлөш! Киләсәктә уның иштәре лә тыуыр, сөнки прозаиктың ғәҙәттә бер йәки ике генә шәп әйбере булып бөтмәй. Ижадсы нисек бар – шулай яҙа, йәки алтылағы – алтмышта. Ижадсының бар әҫәрҙәренә лә башлыса йә талант, йә талантһыҙлыҡ билдәһе геңә һуғылған була.

 

 

Мостай Кәрим: «КҮҢЕЛ ТАЛАБЫ,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.