|
|||
Рәлиф Кинйәбаев. отлайым! Һин, ысынлап та, драматург!Рәлиф Кинйәбаев (1957)
Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев 1957 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Шунан һуң Стәрлетамаҡ зонаһы буйынса газета хәбәрсеһе була. 1999 йылдан 2011 йылғаса «Башҡортостан» газетаһы баш мөхәррире, 2011 йылдан 2016 йылғаса «Һәнәк» журналы, аҙаҡ 2016 йылдан 2020 йылғаса «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире вазифаларын атҡара. Тәүҙә ул проза өлкәһендә эшләй, хикәйәләре «Йәш көстәр» альманахында, беренсе китабы 1988 йылда «Һыу юлында һылыу ҡыҙ» исеме менән баҫыла. Һуңғы йылдарҙа Рәлиф Кинйәбаев драматургия өлкәһенә ауыша, уның тиҫтәнән ашыу пьесаһы билгеле. Улар араһында «Атайымды табығыҙ», «Торатау бөгөн дә шунда», «Айғырыңды үтескә бир!..», «Гүргә инер сер ине…», «Эх, Байтимер дуҫ!», « Әбейүшкә@эт тущка.ру » бар. Драматургтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр Рәсәйҙең күп өлкә театрҙарында уңышлы сәхнәләштерелә.
Ҡотлайым! Һин, ысынлап та, драматург!
Әле был донъяла уның да йәшәп ятыуын ҡасан, ҡайҙа, нисек белдем, күрҙем, ишеттем икән тип уйлап ултырам. Моғайын, был уның «Һыу юлында һылыу ҡыҙ» исемле хикәйәләр китабын уҡығас булғандыр. 1988 йыл, февраль айы. Тышлығында Стәрлебаш районынан, үҙе 1957 йылғы тип яҙылған. Әһә, минән өс йәшкә кесе... Шулай ҙа прозаик. Быларҙы ни өсөн ул хәтлем төпсөрләп тикшерәм, сөнки үҙем дә прозаик, үҙемде лә уның тиҫтерҙәре рәтенә ҡуйырға маташам; ә ысында ул... Самалайым: киләсәктә бергә йәшәйәсәк, бер тирәләрәк өйрөләсәкбеҙ бит. Баҡтиһәң, ул – утыҙ йәшлек егет – «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләп йөрөй (редакцияла түгел, ә Ишембай зонаһы буйынса хәбәрсе), атаһы Мөстәҡим ағай – фронтовик, иртә үлгән, Рәлифтең шул хаҡта гәзиттә һыҙланыулы, яуҙаштар менән һоҡланыулы яҙмаһы ла күренгәйне. Әһә, был патриот рухлы кеше, әһә, был егет Рәшит Солтангәрәев, Флорит Бүләковтар менән аралаша. Бер ун йылдан «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып китә. Әһә, чиновник, номенклатура кешеһе! Былай төпсөрләп тикшереүем, уны күҙ яҙҙырмай күҙәтеүем сәбәбе тураһында әйткәйнем; бәлки, был көнләшеүем, тиҫтерҙән фәһем алыуым ғәләмәте лә булғандыр. Сөнки беҙҙең яҙышыусы ағай-эне һәр саҡ иғтибарлы, бер-береһен күреп, күсереүсән ул. Шунан ижадты бәйге менән сағыштырыуҙар ҙа күп: йәнәһе, был тиңдәш нишләй, ниндәй әҫәрҙәр яҙа, ҡайһы тирәгәрәк үрләйәсәк... Һәр өлкәләге кеүек, ижадта ла етәкселек, кемдең ҡайһы урынды биләүе үтә лә мөһим ул; ә был элекке обком урынындағы президент аппаратына бара, Ҡоролтайҙа депутаттар менән ҡатыша, хатта күп район етәкселәре менән һин дә мин. Әйткәндәй, ҡолғалай оҙон буйлы, сибәр (яҙыусылар йортонда, йыйындарҙа осраштыҡ, хатта таныштыҡ та). Һең, түрәлеккә шундай буйсан, күрмәлекле егеттәрҙе күтәрәләр инде ул, ә беҙ, кәже генә булғас, йәнәһе, беҙҙе күрмәйҙәр, әҙәмгә һанамайҙар. Ул – түрә шул, чиновниктар араһында! Шулай ҙа танам: ижадсылар араһында ла буйсандар бар бит. Талантлылар, мәҫәлән, Рәмил Ҡолдәүләт. Оҙон, алға көмөрәйеберәк баҫа, был да... Әһә, тәпәшәктәр ғорур була, йәнәһе, шуға улар һынын тура тоторға мәжбүр. Бәй, был тиңдәш бер заман, прозаны ташлап, драматургияға күсә. Йәнәһе, ул хикәйә жанрын аңлай башлаған, повесть та яҙған бит... Күңеле ҡайтып, театр юлына төшкән... Чиновник, бик тә ҡоро гәзит кешеһе нисек пьеса яҙа икән? Шулай ҙа 2003 йылда Талҡаҫта йәш драматургтар семинарында осрашабыҙ... Былай ипле, аҡыллы хәбәрҙәр һөйләй, әһә, баш мөхәррир булғас, килештерә инде; һәйбәт әңгәмәсе лә икән, артистар, драматургтар, хатта режиссерҙар менән һин дә мин. Бөтәһе лә уны белә, бөтәһе менән дә ул – дуҫ... Аңлашыла, баш мөхәррир менән тегеләр ҡатыша, сөнки тегеләрҙең быға көнө төшә, бөтәһе лә түрәгә ярарға тырыша! Шул ыңғайҙа был «драматург»тың пьесалары еңел генә сәхнәгә менә! Гәзитсе булғас, ваҡыт ҡыҫалыр, шуға проза менән бәлсенеп тормай, драмаға тотондо – драматургияла улай оҙаҡ итеп, ыштан туҙҙырып ултырмайҙар, пьеса әтмәләп ташланың, ҡалғаны – режиссер эше: ул телефондағы һөйләшеүҙән дә спектакль яһай, имеш. Юҡ, ышанмайым егеттең шәп әҫәр яҙыуына, юҡ, уның йүнле-башлы пьеса ҡойоуына тамсы ла өмөтөм юҡ. Башҡорт драматургияһында Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Рафаэль Сафин, Назар Нәжми, Ғабдулла Әхмәтшин, Флорит Бүләков, Наил Ғәйетбай, Таңсулпан Ғарипова бар барлыҡҡа, ә был чиновник, гәзитсе ҙур түрә... Уның бит йүнле-башлы бер пьеса китабы ла юҡ (эйе, гәзит йоҡалыҡ һыңар хикәйәләр йыйынтығы бар барлығын), спектаклдәре ҡуйыла, тиҙәр – баш мөхәррир менән режиссер дуҫлығы емеше, әүеш-тәүеш итеүе ғилләһе... Бындай уй-тойғолар 2007 йылға саҡлы дауам итте. Нәҡ 2007 йылда ҡәләмдәшебеҙ Рәйес Түләк Өфөнөң 8-се ятағында йәшәп ята. Был «Башҡортостан» гәзитенә эшкә төштө. – Рәлиф Кинйәбаев миңә айырым режим менән эшләргә рөхсәт итте: көндөҙ – йоҡлайым, төнөн – яҙышам; редакцияға иртүк мәҡәлә генә илтәм дә, түрә күҙенә күренеп тә йөрөмәйем, хөрриәт. Өҫтәүенә, кәрәҙле телефон тоттороп ҡуйҙылар. Вәт, әй, хәбәрсе редакцияла ултырмай, был – шағир, түрәһе – Рәлиф Кинйәбаев, әле мин күҙәтеп йөрөгән теге баш мөхәррир, чиновник. Ҡоро гәзит кешеһе, шул прозаны ташлап, драматург аталып йөрөгән әҙәм! Шунан һуң 2012 йылда Яҙыусылар союзында идараның яңы рәйесен һайлау йыйылышы уҙҙы, иҫемдә. Шунда рәйес урынына дәғүәсе итеп әлеге Рәлиф Кинйәбаевты ла күрһәткәйнеләр. Хәтеремдә, шунда Таңсулпан Ғарипова ла сығыш яһаны: – Ундай етәксене ишеткән дә, күргән дә юҡ: хәбәрсеһен иреккә ебәреп ҡуйған; үҙе үк кәрәҙле телефон табып биргән, ирек һөйөүсе шағирҙы өпәкәйләп-сөпәкәйләп тора. Уға, шағирға, эш хаҡы түләй, уны төрлөсә ҡурсаларға, ижадына уңай шарттар булдырырға тырыша... Бына нисек икән! Хәстәрлекле, ихлас кеше; аҙаҡ уны «Ағиҙел» журналына баш мөхәррир итеп тә ҡоҙалаясаҡтар... Шунда үҙем дә уның игелектәрен күрермен... Уға саҡлы, «Башҡортостан»дан киткәс, «Һәнәк» журналына баш мөхәррир итеп ҡуйырҙар (вәт әй, «тәхет»тән «тәхет»кә күсә, гел йылы, юғары урындарға...). Тағы, тим, шундай ҡоро кешене, көлкө, төртмә теллеләр журналына алып барып терәйҙәр – ғөмүмән, уның башҡорт сатира-юморына ни ҡатышы бар?). «Ағиҙел» журналына килгәс, ниһайәт, авторҙарҙы ла кеше итеп күрә башланылар, элеккеләр ише берәүҙе «аҡтар»ға, икенселәрҙе «ҡыҙылдар»ға – үҙебеҙҙеке түгелдәргә бүлеү бөттө; был: «Килегеҙ, ҡәләмдәштәр, әйҙә, бергә хеҙмәттәшлек итәйек!» – тигән. Дөрөҫ, ҡәләмдәштәре уны үҙҙәренең ойошмаһы башлығы итмәне, йәнә теге шик яралды: уның ошо көнгәсә бер китабы ла юҡ, ә «Ағиҙел» журналын етәкләй... Бары 2017 йылда ғына үҙнәшер ысулы менән Рәлиф Кинйәбаевтың «Пьесалар»ы (беренсе китап) баҫылды, шунан – «Пьесалар» (икенсе китап). Тәүләп беренсе китапты уҡып сығам. Унда «Гүргә инер сер ине» пьесаһы бар. Уҡыусы, гүйә, ҡойо төбөнә төшә лә төшә, башта бер сер асыла: Фәнил уңарса Фәнистең улы түгел, имеш, шуға Фәнис – «атай өйө» уға тәтемәйәсәк; артабан – яңы сер: Фәнилде әсәһе Нурия, моғайын, улын йөрөп тапҡандыр?.. Юҡ икән, кәрһеҙ Фәнис хатта үҙ бисәһе менән йоҡларға ҡаҙаҡ иптәшен дә өгөтләп ҡарай; юҡ икән шул – Нурия ризалашмай. Уңарса Фәнис менән Нурия Фәнилде балалар йортонан уллыҡҡа алған булып сыға. Һуңғы сер асылып та өлгөрмәй... Фәнил Фәнистең бер туған апалары Дилбәр менән Зөлфиәнең «законлы» талаптарын – өйҙө, ғаиләнең уртаҡ мөлкәтен, «кире ҡайтара». Шулай ҙа «беренсе китап» күңелгә әллә ни оҡшап та бөтмәне, унда Рәлифтең бик тә аҡыллы, уйландырғыс йомро уй йомолған «Ижад усағында йылынам...» тигән инеше булһа ла, драматургмын тигән драматургтың арҙаҡлы прозаиктарыбыҙ Талха Ғиниәтуллин менән Рәшит Солтангәрәевтың «Мина яланында» һәм «Татар менән башҡорт» хикәйәләре буйынса инсценировка-пьесаһы бирелһә лә. «Икенсе китап»та «Әбей урлау» пьесаһы алда тора, заманса комедия. Бына шул әҫәр инде башты әйләндерҙе: дөрөҫөрәге, башымды баштүбән итеп ҡуйҙы, был – ысын ижад гәүһәре. Ул теле (һүҙ уйнатыу оҫталығы – ирекмән, әрмән, әрекмән), ул композицияһының килешле-йәтеш ҡоролошо (драматургик оҫталыҡ), ул артистарҙың репликаларында нәҡ драмалағыса гел ҡапма-ҡаршы әйтеп (төрттөрөп тә, гел кирегә һуғып) һөйләшеүе, ул характерҙар ҡаршылығы (шул тел арҡаһында), ул төртмә һүҙҙәр атышыу, гел киреғайыш булып тороуҙары, гел сәкәшеүе (нәҡ шул ваҡытта ғына образ-булмыш асыла). Бына ысын әҫәр, сәхнә әҫәре, тамашасы иғтибарын ҡулдан ысҡындырмаҫ сәхнә тамашаһы. Ысын юмор, халыҡ кинәнеп көлөр картина-күренештәр! Бәй, Рәлиф Кинйәбаев, ысындан да, ҡойоп ҡуйған драматург икән дәбаһа, ысын комедиограф! Уның драмаларына ҡарағанда комедиялары уңышлыраҡ сыға. Башҡорт дәүләт академия театрында был заманса комедия « Әбейүшкә@эт тущка.ру » атамаһы менән бара, тамашасы йығылып ятып көлә. Бынан кире театрға, уның спектаклдәренә, билләһи, барырға кәрәк икән дә ул! Бына ни өсөн Рәлиф Кийнәбаевты сатирик һәм юмористик «Һәнәк» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләгәндәр?! Шул кеше, былай ҡарағанда, яй, ҡоро, өндәшмәҫ бәндә, ә асылда – юморист, көлдөргөс зат таһа! Ә беҙ беҙҙә Марсель Сәлим генә юморист, ул берәү генә тип һандырайбыҙ. Ысын, драматургия бик-бик һирәк оҫталар шөғөлө, улар беҙҙә тикмәгә генә ҡуш ус бармаҡтары менән генә һанарлыҡ түгел: Наил Ғәйетбай, Сөләймән Латипов, Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин, Сәрүәр Сурина, Зөһрә Фәйзуллина, Әминә Яхина, Тамара Ғәниева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Таңсулпан Ғарипова һәм дә Рәлиф Кинйәбаев! Драматургия, ысынлап та, әҙәбиәттең тажы, уның иң ауыр, иң ҡатмарлы төрө, тим. Ысындан да, бында бик-бик һыналған, бик-бик сыҙам, бик тә оһолло бәндәләр генә «эшләй» тип инанам. Драматург булырға һәр кемдең, шул иҫәптән, беҙҙең дә ҡулдан килмәй икән дә. ...Уҡыусы-тамашасы булараҡ, нишләптер әҫәр йәнгә эстетик ләззәт бирергә, кинәнес-ҡыуаныс өҫтәргә тейештер тип һанайым. Мин, ниһайәт, һинең спектаклеңдән ләззәт алдым, сәхнәлә ысын (ғибрәтле һәм көлкөлө, фәһемле) тормошто күрҙем, тим, замандаш, Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев: һин, ысынлап та, түрә генә түгел, драматург та икәнһең, көлкөлө, көләсик кеше. Оҙаҡ йәшә, һаман да шулай ихлас, ҡәләмдәштәреңә ярҙамсыл үә хәстәрлекле етәксе бул (быны Рәйес Түләк ише, һинең йылы ҡулдарың шифаһын тойған бән фәҡирең булараҡ та әйтәм), һаман да шулай дан ижадсы бул, «Әбей урлау» («Әбейүшкә@эт тущка.ру» спектакле), «Һинән – ат, минән – мандат!» («Айғырыңды үтескә бир!» спектакле), «Ҡотлайбыҙ, һин атай булдың!», «Сәңгелдәк, сәңгелдәк» («Ендәрем, өйҙәштәрем» спектакле) һымаҡ пьесаларың тыуып торһон, сәхнәбеҙ түрен гел биҙәһен, тим.
|
|||
|