|
|||
РУХЫМ ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА.»РУХЫМ ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА...»
Мостай Кәрим 1943 йылда фронттан «Башҡорт халҡына яуап хаты» яҙҙы. «Ағиҙел» журналы редакцияһы ҡушыуы буйынса Ринат Камал Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы айҡанлы халыҡ шағирына ошо әҫәрҙең тыуыу тарихын һөйләүен һорап мөрәжәғәт итте.
– Төп сәбәбе шул: 1943 йылдың йәйендә башҡорт халҡының башҡорт һуғышсыларына мөрәжәғәте булды. Минең ҡулыма нисек килеп эләкте? Миңә уны ҡатыным Рауза ебәрҙе, буғай. Бер нисә айҙан һуң ғына. Газетала баҫылғайны ул. Мөрәжәғәт мине ныҡ тулҡынландырҙы. Мин дә бит башҡорт яугире, башҡорт халҡының бер вәкиле. Мөрәжәғәт проза менән яҙылғайны. Унда йөрәккә барып етерлек һүҙҙәр... Ғөмүмән, аңды тетрәтерлек хат ине ул. Фронтта башҡорт шағирҙары күп, улар яҙманылар микән, тип уйланым башта. Был бик тә тәбиғи хәл: халыҡтың миңә, яугиргә, мөрәжәғәте кеүек ҡабул иттем. – Һеҙгә бер кем дә өндәшмәнеме? – Юҡ. Был бик күңел талабы ине. Рух талабы. – Мөрәжәғәт сәсмә телдә яҙылған, ә һеҙ шиғыр менән яуап бирәһегеҙ... Яҡын осорҙағы әҙәбиәтебеҙ тарихында шағирҙарҙың башҡорт халҡына бер нисә мөрәжәғәте билдәле. Мәҫәлән, Мифтахетдин Аҡмулланың «Башторттарым, уҡыу кәрәк» шиғыры, Шәйехзада Бабичтың «Башҡорт халҡына көйлө хитаб»ы, Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат»ы... – Миңә Шәйхзада Бабичтың көйлө хитабы мәғлүм түгел ине. Ул дәүерҙә Бабич тыйылғайны... Минеңсә, был йола борондан килгән. Ул форма халыҡта, халыҡ әҙәбиәтендә, сәсәндәр ижадында борондан уҡ йәшәгән. Сәсәндәр, шағир-йыраусылар хәтәр көндәр тыуғанда, халыҡ яҙмышын хәл итер мәлдәрҙә халыҡҡа туранан-тура мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Был бик тә тәбиғи хәл. Уны күңел ҡушыуы, көн, заман талабы ла тип атап булыр ине. Мин дә һуғышҡа саҡлы уҡ халыҡ ижадын өйрәндем, үҙем дә ауылдан-ауылға йөрөп фольклор йыйҙым. 1937 йылдың йәйендә Иҙел буйы ауылдарын байҡаным. Һуғыш алдынан ғына «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайыры баҫылды. Ошо әҫәрҙең дә тәьҫире булғандыр. Аңда булмаһа, күңелдә булғандыр. Һуғыш ваҡытында башҡорт фольклоры рухында байтаҡ әҫәрҙәр яҙҙым. Мәҫәлән, «Үлмәҫбай». Әкиәт, поэма. Унда ла халыҡ ижады тәьҫире... Былар әҙәби жанр сиктәрендә генә бикләнеп ҡалған әйберҙәр түгел, ә теге йәки был ваҡиғаға мөнәсәбәт тә, уны художестволы сағылдырыуға ынтылыш та. Урыҫтың «подспудный» тигәне бар. Һуғыш мәлендә әллә ҡайҙан килгән, ҡанда, күңелдә йәшәгән һиҙемләүҙәр ҙә булғандыр, тип уйлайым, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында беҙ үҙебеҙҙең бөтә тамырҙарыбыҙҙы ла, йолаларыбыҙҙы ла һаҡланыҡ. – «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырын алып ҡараһаҡ, бында ла халыҡ ижады тәьҫирен күрәбеҙ. Атай биргән ҡылыс, ат эйәрләү... Былар ҙа – фольклор образдары, символдары... – Тәү ҡарамаҡҡа «Үлмәҫбай»ҙа, мәҫәлән, тойғо реаллеге, тормош реаллеге юҡ кеүек. Унда ысын ваҡиғалар юҡ, унда – тотошлай әкиәт... Ләкин уҡыусы уҡый, сюжет ебе артынан эйәрә. Әкиәт тә, минеңсә, тормош дөрөҫлөгөн сағылдырыуға йүнәлтелгән. Бәлки, нәҡ һуғыш осоронда һуғышты һүрәтләү өсөн нәҡ ошондай форма талап ителгәндер. «Үлмәҫбай»ҙы яҙғанда Александр Твардовскийҙың «Василий Теркин»ын белмәй инем. Һуңынан аптыраным: икебеҙҙең тойомлау, тасуирлау тап килгән. Һуғыш батырлыҡ ҡына түгел, әкиәт тә, хыял да тыуҙыра. Тоғролоҡ, батырлыҡ, тапҡырлыҡ тураһында хыял. Шаталаҡлыҡҡа дәғүә итеү... Һуғышта һәр фронттың үҙенең йыр, бейеү ансамбле бар ине. Яуҙа һәр һалдат ҡәҙерле, әммә командование йыр-бейеүҙе онотманы, һалдат күңелен уйланы. Күңел күтәренкелеге – үҙе дәһшәтле ҡорал. Һуғыштан, ут, ҡан эсенән сығып, һалдат донъяһын онотоп концерт ҡарай... Береһе лә ана үләм, бына үләм тип йөрөмәй, ә хыял, өмөт менән йәшәй. Ул концерт мәлендә онотола, көлә, кинәнә. Бәлки, ул бер сәғәттән һәләк булыр, уны уйламай, шаталаҡ, көлөп ултыра. – «Үлмәҫбай» ҙа нәҡ фронтта яҙылған... – Мин уны полевой госпиталдә яҙҙым. 1942 йылдың авгусында. Плавск ҡалаһында (Тула өлкәһе). Урман эсендә. Ут эсенән сыҡҡас, әкиәт яҙып ятамын. Ҡыҙыҡ. Тиҙ, еңел яҙылды. – Ә «Башҡорт халҡына яуап хаты» нисек яҙылды? – Бик тиҙ тоҡандым. Бына ябай ғына хатҡа яуап яҙыуҙы һуҙа башла, ул яҙылмай ҡала. Башҡорт яугирҙәренә мөрәжәғәтте Ниғмәтиҙәр яҙған. Мин, III Украина фронты «Совет һуғышчысы» газетаһы хәбәрсеһе, алғы һыҙыҡтан ҡайттым. Дауыллы ҡараңғы октябрь төндәре. Мин уны 2 – 3 төндә яҙҙым. Ул ҡулъяҙма бына алдыбыҙҙа ята... Яҙыусылар союзының ул саҡтағы етәксеһе Сәйфи Ҡудашҡа ебәргәнмен булһа кәрәк. Хат Рәшит Ниғмәти ҡулына юлыға. Ҡулъяҙманы Рәшит Ниғмәти редакторлаған. Бына уның ҡулы, төҙәтмәләре. Бик һаҡ эшләгән, ҡайһы бер урындарын һыҙған, шунан, тағы кире төҙәтеп, минеңсә ҡалдырған ерҙәре лә бар. – Ҡулъяҙманың һуңғы битендә иҫкәрмә: «ВКП өлкә комитеты менән һөйләшеп, был хатты «Ҡ. Б.» («Ҡыҙыл Башҡортостан» – Р. К.) газетаһында баҫтырырға һәм Әҙәби Альманахҡа бирергә». Аҫта Рәшит Ниғмәти имзаһы тора. – Рәшит Ниғмәтиҙән һорашырға тура килмәне. Ни өсөн ошолай яҙған? Хәҙер ошо турала уйлайым. Эш шундалыр. Был ғәҙәттәге шиғыр ғына түгел, ә дөйөм республика халҡы хатына яуап. Моғайын, Рәшит Ниғмәти айырым шағирҙың яуап биреүенә ВКП(б) өлкә комитетынан фатиха алырға уйлағандыр. Бөтә халыҡтың мөрәжәғәтенә бер шағирҙың яуабы урынлы микән, тип уйлағандыр. Бәлки, был яуапты тиҙерәк баҫтырып сығарыу өсөн эшләнгән эштер. – 1943 йыл. Һуғышта һынылыш һиҙелһә лә, тылда... – Беҙ тылдағы халыҡтың ауыр тормошон белә инек. Ул, һуңғыһын ауыҙынан өҙөп, фронтҡа оҙата. Күп посылка алдыҡ. Беҙҙең дә ундағыларҙың күңелен тынысландырғы килде. Был хатты алғас, әсә улының көр күңел менән йөрөүен белһен, кәләштәр йыуаныс тапһын. Фронттағы һалдат тылдағыларға мөрәжәғәт итә... Шуныһы фәһемле: беҙ тылдан зарлы хат алманыҡ, тылдағылар ҙа фронтҡа зарлы хат яҙманы. Ике яҡ та алдашты. Был изге алдашыу ине. Бер-беребеҙҙең күңел көрлөгөн һаҡланыҡ. Реалист булабыҙ тип, насар хәбәр яҙып ятһаҡ... Насар хәбәр һалдатҡа файҙаға түгел. Һуғыш йылдарында беҙҙең ауылда септическая ангина ҡоторған, күптәрҙең ғүмерен ҡыйған, ә фронтҡа был турала яҙмай ҙа ҡуялар. Тыл атҡарманы бәләһен фронтҡа, фронт ауҙарманы – тылға... Әгәр ҙә хат һайын зар ишетһәм, мин нисек, ни өсөн һуғышайым. – Нисек еңәйем... – Төндәрен яҙҙым. Иҫләйем, яман ел ине. Ел-дауыл ҡотора. Украин хатаһы. Фронт газеталары ғәҙәттә хуторҙарҙа урынлаша торғайны. Бәләкәй генә өй ине. Өй хужаһы ҡыҙын Германияға ҡыуғандар. Ошоға саҡлы мин «Ҡол ҡыҙ йыры» шиғырын яҙғайным. Ул нәҡ шул ҡыҙ яҙмышы хаҡында кеүек килде лә сыҡты. Һуҡыр лампа аҫтында...
|
|||
|