Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Динис Бүләков. ЕМӘ БЕР ДОНЪЯ АСТЫМ



Динис Бүләков

(1944 – 1995)

 

Динис Мөҙәрис улы Бүләков 1944 йылдың 18 майында Башҡортостандың Мәләүез районы Арыҫлан ауылында тыуа. Воскресенский урта мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда механизатор була. Һуңынан Бәләбәйҙә ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумында уҡый.

1964 – 1965 йылдарҙа Бәләбәй районы газетаһында хеҙмәткәр, өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. «Совет Башҡортостаны» газетаһында һәм «Ағиҙел» журналында эшләй. Ситтән тороп М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай, «Пионер» журналының баш мөхәррире була. Һуңынан ул Башҡортостан радиоһы һәм телевидение тапшырыуҙары комитеты рәйесе, 1988 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана. Унда ғүмере һуңынаса эшләй.

Динис Бүләков башлыса әҙәбиәттә хикәйәләр оҫтаһы, тәүге китабы – «Ауылымдың аҡ өйҙәре» тип атала. Ул балалар өсөн бик күп мауыҡтырғыс повестар, ололар өсөн киң билдәле «Килмешәк», «Ғүмер бер генә», «Туҙҙырылған тамуҡ» романдарын яҙҙы. Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты.

 

 

ҮҘЕМӘ БЕР ДОНЪЯ АСТЫМ

 

– Эх, ҡайҙан таптың был сюжетты? – тип һөрәнләнем, повесты уҡып сыҡҡас та. Бүлмәлә яңғыҙым инем, бәхетем. Әллә һөйөнөстән, әллә көнләшеүҙән күңелем тулышты. Ахырыһы, икеһе лә булғандыр. Шәп сюжетҡа юлығыу – ижадсының бәхете, әҫәрҙең ярты уңышы тиергә була. Гоголь дә Пушкин дуҫына: «Сюжет бирегеҙ миңә, көлкөлөһөн... ҡулым ҡысытып тора», – тигән... Динис Бүләков та ошондай бәхеткә осраған. Повесть сюжеты ыҡсым, мауыҡтырғыс итеп ҡоролған. Ул уҡыусыны шундуҡ һурып ала ла аҙағынаса «ысҡындырмай». Ваҡиғалар етеҙ үҫешә, геройҙарҙың булмыштарын асырға, тормоштарын күҙ алдына баҫтырырға хеҙмәт итә. Ғөмүмән, әҫәр үҙе шундай йыйнаҡ, күләме менән бик бәләкәй. Автор уны хатта бүлектәргә лә бүлеп тормай. Мин бер мәшһүр француз яҙыусыһы романына иғтибар иткәйнем – тотош әҫәрен бүлектәргә бүлеп аҙапланмаған. Быны ниндәйҙер кимәлдә оҫталыҡ сағылышы ла тип билдәләргә мөмкин.

Әҙиптең күп әҫәрҙәрендәге кеүек, «Асыҡ ишек»тә лә үҙәктә – мөхәббәт, ғаилә мәсьәләләре, әхлаҡи проблемалар. Әүәлге ижад емештәре хаҡында «ул урата-сурата, ваҡиғаларҙы бармаҡ осонан һурып сығара» тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә ине. Был юлы повесть уймаҡ ише, ҡойоп ҡуйылған; йыр шикелле ағыла, бер тында уҡып сығыла. Мөхәббәт тураһында ысын бер моң һуҙымы ғына...

Әҫәр менән танышҡас, күңелдә ниндәйҙер кинәнес, йылы тойғо ҡалды. Тағы: бәхетһеҙ геройҙы йәлләү. Күп сәнғәт гәүһәрҙәрендә һеҙҙең шуны иҫкәргәнегеҙ булғандыр. Китапты уҡығас, күңелдә һағыш-моң, геройҙы ҡыҙғаныу тойғоһо уяна. «Дженни Гердхард», «Бовари ханым», «Тормошто һөйөү», «Полинька Сакс», «Туй», «Ярлыҡау», «Мадам Батерфляй», «Ауылым юлы», «Аҡ сәскәләр», «Күңелсәк», «Гөлбостан яланы» әҫәрҙәрен алайыҡ. Уларҙың барыһында ла йәнде әрнеү көтә, күңелде һағыш сорнай. Күрәһең, сәнғәттең асылы, маҡсаты шулдыр – кешеләр күңелендә йәлләү, ҡушылып кисереү уятыу. Геройҙар яҙмышын тойоп, уҡыусы ла уйлана, хисләнә, һағыш ярҙамында йәне таҙарына... Һуңынан геройҙы йәлләү тойғоһо тыуһа, был әйбер ысын сәнғәттер. Ысын сәнғәт, бәлки, шулдыр...

Төп герой – Фирая – бәхетһеҙ яҙмышлы ҡатын. Ғаилә бәхетенә ирешә алмай, тормошта үҙ ишен тапмай. Дөрөҫөрәге, тапҡас, юғалта... Ахырыһы, беҙҙең тормош ошондай үкенестәрҙән, яҙмыштарҙы селпәрәмә килтерер осраҡлыҡтарҙан ғибәрәттер. Фирая менән Исмәғилдең ысыҡтай саф мөхәббәте – хаслыҡ ҡорбаны. Ул (мөхәббәт), ысынлап та, бер ысыҡ тамсыһы, гәлсәр һауыт ҡына бит: ысыҡ бөртөгө ҡойолһа, юғала, гәлсәр, ҡулдан ысҡынһа, ватыла. Һуңынан ярсыҡтарын йыйып ҡара!.. Кешеләр бер-береһенә бәғерһеҙ, яҙмыш бәндәләргә аяуһыҙ.

Фирая образы, ғөмүмән, тәрән бирелгән. Әүәл дә мин авторҙың психолог булыуын тоя инем, был әҫәре, образы менән ул тамам инандырҙы. Мин үҙем өсөн психологты, яңы әҙәби донъяны астым... Шулай беҙ үҙебеҙ өсөн яңы әҙәби исемдәр, уларҙың хыялы, фантазияһы донъяларын асабыҙ. Был һәр уҡыусы өсөн үҙе бер асышҡа торошло!

«Асыҡ ишек» повесындағы геройҙарҙы, персонаждарҙы үҙ-ара сағыштырыу ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, унда ике ҡатын-ҡыҙ, дүрт ир-ат образы бар. Фирая менән Сәғиҙә. Ут менән һыу, тундың эсе менән тышы, тиһәң дә ярай. Фирая эстән кисерә, күңелендәгеһен тышҡа сығарып бармай, Сәғиҙә иһә асыҡ ишек – донъяға, ирҙәргә шап-шар асыҡ. Ул кешеләр менән мөнәсәбәткә тиҙ инә, берәүгә генә эҫенеп бармай. Орҙом-бәрҙем. Асыҡ, алсаҡ. Фирая эстән һыҙа, эстән ут йота. Яңғыҙлыҡты йәне һөймәһә лә, яңғыҙ йәшәргә, түҙергә мәжбүр, хәрәкәт итергә ашыҡмай... Хатта Мотаһар ҙа был икәүҙең әхирәт булыуына аптырай. Ниндәй уртаҡлыҡ бар икән арала, тип уйлай. Сәғиҙә – еңел холоҡло, хистәрен илгә сәсә, Фирая – ауыр, эстән яна. Уйлап, самалап ҡыланһа ла, әллә нисә рәт ауыҙы бешә... Исмәғиле – тәүге һөйөүе – бигерәк яндырай, яндырайлығы арҡаһында көнсөллөк ҡорбанына әүерелә. Уға Сынтимер образы тартҡан. әммә ул баҫымсағыраҡ, тәрән аҡыллы. Шулай ҙа һыҙланып кисерә белә, әҙәпле.

Ғифрит Юлғотло ла ниндәйҙер яғы менән Мотаһарға оҡшаған. Улар икеһе лә мөһабәт кәүҙәле, икеһенең дә иңенә таянырға, күкрәктәренә инеп юғалырға мөмкин. Ауырлыҡта яҡлай, һаҡлай аласаҡтар. Тик Мотаһар сығынсы ат һымаҡ – кешегә ышанмай, иң ҡырҡыу мәлдәрҙә Юлғотло ише батыр булып ҡала алмай – балаларса бер ҡатлы ҡылана. Юлғотло, күрәһең, үҙе ғифрит булһа ла, күңеле нескәлер, тәрәнерәк тойомлайҙыр.

Шулай итеп, әҙип бәләкәй генә повеста дүрт-биш ир образын һынландырһа, уларҙы бутамай. Һәр береһенең үҙ йөҙө бар. Хәйер, Бүләков-психологтың тағы бер яғын – шағир сифаттарын да астым мин был юлы. Шунда уның ысын ижадсы, бәхетле яҙмышлы әҙип булыуына инандым.

Айырымлап әйткәндә, «Асыҡ ишек»тә өс ваҡиға көслө яҙылған. Улар һоҡландырҙы. Айлы төн. Ғашиҡтар түңәрәк күлдә һыу инә. «Тәненә саҡ ҡына һыу тамсыһы сәсрәү менән, Фирая ҡыуанысынан «сыр-р!» итеп ҡалды ла Исмәғиленә тотондо. Балыҡтар уянды. Төтөнләп-парланып ятҡан йылы һыу өҫтөндә кем уҙарҙан ҡарпырға керештеләр. Баш осонда ғына ҡоштар сырҡылдаша. Төн йоҡоһон онотҡан аҡһыл һыу ҡошо атынып-атынып, ҡойроғон күл көмөшөнә тейҙерә яҙып, сырылдап осоп үтте». Ошондай шиғрәнә, хисле һүрәтләү. Хатта һинең тәнең дә йылы һыуҙы тойған төҫлө, һин дә айлы төндә күл көмөшөн ярып йөҙәһең, имеш... Образлылыҡ, төҫлө, ҡуйы буяулы картина – алда. «Шунан ғашиҡтар тулҡындарҙы сайпылтмай, балыҡтарҙы өркөтмәй генә күл эсенә сүгәләнеләр. Йылы, рәхәт һыу ҡаймаҡ һымаҡ уларҙың талсыҡҡан йәненә һылашты».

Кемдең төнгө йылы һыуҙың ҡаймаҡ шикелле һылашҡанын тойғаны юҡ? Һәммәбеҙҙең дә бар. Уны беҙ ошо юлдарҙы уҡығанда ла кисереп ләззәтләнәбеҙ. Хәйер, әҙәби әҫәр, сәнғәт кешегә иң элек ләззәт, наҙ бирергә тейештер ул.

Минеңсә, был сәсмә әйбер мөхәббәтте шулай тасуирлау менән әхиәр Хәкимдең «Туй» («Алтынсәс») повесын да хәтерләтеп ҡуя. Унда ла – Алтынсәс менән Хәйбулла мөхәббәте. Унда ла – әрнеү, үкенес, һыу буйы. Бар, бар беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә лә илаһи мөхәббәт поэмалары...

Йәнә Фирая менән Мотаһарҙың тар йылғаны кисеүе картинаһын күҙәтәбеҙ. Йәш ҡатындың самими ҡыланыштары, кисерештәре...

Повеста ваҡиғалар етеҙ үҫешә, уларҙы оҙон-оҙаҡка тартып һуҙыу юҡ тигәйнек. Бына ауыл егеттәре менән һуғышыу ҙа күҙ асып йомған арала тамамлана. «Китте ғауға, ҡысҡырыш, ығы-зығы, үкереш. Кемдер кемгәлер һуға, әллә ҡайһыһы дөпөлдәп ҡаса, шартлап күҫәк һына... Һүгенеү, сыйнау, ялбарыу...» Хәйер, Динис Бүләков күберәген ябай һөйләмдәр менән яҙа, күбеһенсә йәнле һөйләү стиле менән эш итә. Был уның телен тәбиғи, халыҡсан итә. Шул уҡ ваҡытта ҡыҫҡа һөйләмдәр хәрәкәтте биреүгә булыша, телмәрҙе йәнле, халыҡсан яһай. Динис Бүләковта яһалма интеллектуаллеккә, фәлсәфә, нотоҡ һатыуға ынтылыш юҡ. Уның теле, телмәре ни бары геройҙарҙың эске донъяһына тәрәнерәк төшөүгә, йәнле картиналар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Тел үҙ маҡсат түгел, ә сара... Әҙәби әҫәр, килешле йорт кеүек, ошо һүҙҙәр ярҙамында төҙөлә, бар була.

Әҙәби оҫталыҡтың ҡайһы бер мәсьәләләренә ҡағылып, ошоларҙы ла әйтеп үтке килә. Бүләков сәнғәт әҫәре тыуҙыра алған, тип нарыҡлағайныҡ. Ни өсөн, ни арҡаһында? Ул әҫәрҙең, дөрөҫөрәге, герой булмышының бер серле тылсымын тапҡан. Мәғлүм, һәр бер етди әҫәрҙең үҙенә күрә шундай сере, серле башланғысы була. «Асык ишек»тә ул – Фираяның сибәрлеге. Анығыраҡ әйткәндә, сибәрлеге арҡаһында бәхетһеҙ булыуы! «Һуңғы ваҡытта Фираяла бер фекер нығынғандан-нығый бара һәм ул уны бик борсой; сибәр, матур ҡатындарға бәхетле йәшәргә тимәгәнме әллә? Ниңә кешеләр матурлыҡтан гел боҙоҡлоҡ ҡына эҙләй ҙә торалар икән?» Азат Абдуллиндың Сәғәҙиевы үҙенең аҡылы арҡаһында бәхетһеҙ булһа, Фирая –сибәрлеге арҡаһында... Ғазапланып ҡына бына нимә уйлай ул: «Ниңә был донъяға матур булып тыуҙым икән?» Матурлыҡ тәүҙә һоҡланыу, унан көнсөллөк, аҙаҡ хаслыҡ тыуҙыра... Матурлыҡ – илаһи нәмә, һәр йән эйәһенең хыялы. Шул уҡ ваҡытта Фирая өсөн ул – бәхетһеҙлек башы... Ошоноң арҡаһында ул ирҙәрҙән уңмай, ғаилә бәхете татымай. Был ниндәй яҙмыш, ҡәһәрле тәҡдир?

«Асыҡ ишек» атамаһы ла фәһемле. Ул да үҙенең мәғәнәһе, йөкмәткеһе менән әҫәрҙең художестволылығын күтәрешеүгә булыша. Фирая, әллә минең күңелем һәр кемгә «шаран-яранмы», асыҡмы, тип өҙгөләнә. Киреһенсә, уның күңеле йомоҡ бит, бикле йәки ябыҡ ишек... Уны ни бары яҙыусы, үҙ тылсым ҡөҙрәте менән аса алған.

...Мин, уҡыусы, үҙем өсөн был яңы донъяны астым. «Динис Бүләков» тигән кисерештәр һәм моңдар донъяһын.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.