Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Сафуан Әлибай. УРМАНСЫ. I. Таған ҡора, кәбән ҡоя.



Сафуан Әлибай

(1941 – 2014)

 

Сафуан Әлибай (Сафуан Әфтәх улы Әлибаев) 1941 йылдың 21 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Тирмән ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Белорет районы Сермән ауылында урта мәктәпте тамамлай. Унан тимер юлында, колхозда, Салауат район газетаһында эшләй. 1961 – 1966 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты студенты. Шунан һуң «Пионер» журналында, «Совет Башҡортостаны» газетаһында эшләй. «Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1968 йылда баҫыла. Унан һуң «Көнбағыш» тигән йыйынтыҡтары пәйҙә.

Сафуан Әлибай Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, балалар өсөн бик күп уңышлы әҫәрҙәр тыуҙыра. Шуларҙың береһе «Тылсымлы шар», уның өсөн шағир 1996 йылда ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы дипломы менән билдәләнә.

Сафуан Әлибай Башҡортостандың Милли китапханаһы директоры, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булды. Ул Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ла.

 

УРМАНСЫ

«Мин ҡайын да кеүек,

ҡарағай ҙа...»

Сафуан Әлибай.

Урмансы, көндәрҙең ямғырға тартыуын тойоп, ҡояһы кәбәне нигеҙенә таған ҡора. Ныҡлы таған, ҡайын һуйылынанмы, һырғый ҡарағайҙанмы? Хәтәр таған, ел-дауылға бирешмәгән тоғро өс таған!.. Бер тағаны уның – шиғриәт, береһе – йыр сәнғәте, өсөнсөһө – мәғрифәт.

 

I. Таған ҡора, кәбән ҡоя...

Шиғриәт... Сафуан Әлибайҙың шиғриәт иле моң-биҙәктәргә бай, өн-ауаздарға мул... Уның биҙәктәре гүйә – тиҫбегә теҙелгән матур аҡыҡтар, көҙгө урмандағы алтын япраҡ битендәге ысыҡ тамсылары, уңған еңгәйҙең ҡашмауындағы сағыу тәңкәләр... Был илдең үҙ тамға-символдары, үҙенә генә хас образдары бар, үҙ моңдары, үҙ боролош – юл саттары бар.

Был донъяның бар йәмдәрен тойоп

Йәшәй белеү –

үҙе матурлыҡ;

Ил-көнөңдә аҙмы моң-ауаз бар

Йырҙар юлдарына ятырлыҡ.

Киңлектәре ерҙең иҫ китмәле,

Һауалары һулап туйғыһыҙ.

Алда күпме ғүмер булғанда ла,

Һүнмәҫтер ул йәшәү тойғоһо.

Ошо юлдарҙа – бер тамсыла – Сафуан Әлибай шиғриәтенең бар аһәңе, моң-биҙәге сағыла кеүек.

Сылтыр-сылтыр шишмә

йыр башланы,

Ағастарҙа бөрө тулышҡан.

Донъя ҡапыл шаңдап китер һымаҡ

«Әс-сәй!» – тигән тәүге тауышҡа.

Шағирҙың лирик геройы кешеләрҙе, был яҡты көнгә тыуғас, донъяның бар йәмдәрен тойоп-күреп йәшәргә өндәй. Шулай йәшәү – әҙәмсә йәшәү, шул ул матурлыҡ тип раҫлай. Был шиғырҙа Сафуан Әлибай шиғриәтенә хас бар образдар (йырҙар – юлдар, киңлектәр – һауалар, шишмә сылтырауы – йыр, бөрө – ағас, тәүге өн «әсә» – донъя, тормош – иртә, кистәре, кешеләр – матурлыҡ, моңсол ҡоштар – моңдар, ғүмер – ул йәйе, яҙы, ҡышы, көҙҙәре), бар ритмдар, бөтә аһәң, бар фекер-тойомлауҙар бергә тупланған һымаҡ.

Йәм өҫтөнә йәмдәр өҫтәр өсөн,

Ҡанат ҡаға моңсол ҡоштары;

Тик матурлыҡ өсөн килә төҫлө

Яҙы,

йәйе,

көҙө,

ҡыштары...

Сафуан Әлибай шиғриәте – ҡояшлы, алсаҡ ил... Ул кешеләрҙе үҙенең яҡты таңдары менән арбай, иркен киңлектәренә әйҙәй, бейек күктәренә күтәрә. Бында һауаларға үрләп моңсол ҡоштар һайрай, баш әйләндереп сәскә еҫе аңҡый, бында – бәхетле бәндәләр йәшәй, сабыйҙар уйнай, ҡыҙҙар көлә, шат йырҙар тынмай... Ҡайһы берҙә был илдә хәүеф-хәтәр юҡ, һауалар боҙолмай, кешеләр йөҙөн йәмерәйтмәй, дауылдар ҡупмаймы икән, тип тә ҡуяһың, тик шағир үҙенекен тылҡый:

Был донъяла бөтәһе лә матур,

Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре;

Кешеләрҙе ҡалай матур итә

Матурлыҡты тойоу хистәре.

...................................................

Эй, кешеләр, әйҙә, ҡыуанығыҙ,

Ҡойоноғоҙ зәңгәр сафлыҡҡа!

Боҙ аҫтында ятҡан һыуҙар һымаҡ,

Ҡыш буйына йәндәр талсыҡҡан.

Тормошта бит аһ-зар, рәнйеш, хәсрәттәр күп тигәнгә лә ҡарамай, тормош гел йырҙан, яҡты байрамдарҙан тормай тигәнгә әһәмиәт бирмәй, йәшәү тантанаһын, ерҙә шиғриәт хакимлыҡ итеүен иҫбатлай бирә. Нишләйһең, шағир тәбиғәте, уның эстетикаһы, идеологияһы был. Ул тормошто шулай күрә, шулай һынландыра. Эйе, ул, Мостай кеүек, Ерҙең ҡояшлы яғында тыуған, ҡояшлы илде тасуирлай. Шиғриәтенең төп аһәңе ул – тантана, йәшәүҙе раҫлау, еңеүгә өмөт, һөйөнөс-шатлыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ булыуы, кешенең ерҙә илап түгел, йырлап йәшәргә тейешлеген иҫбатлау.

Сафуан Әлибай шиғриәтенең был төп һыҙаты бигерәк тә пейзаж лирикаһында асыҡ сағыла тиһәм, яңылышмамдыр.

Болоттарҙың ситен сытырлатып

Өтөп алды йәшен сатҡыһы, –

Көтмәгәндә күкте һыҙылдырып,

Балҡынымы шәфәҡ яҡтыһы.

.....................................................

Төн буйына ямғыр ҡыйыҡтарҙа

Көй сығарҙы бейеп үҙенә...

Ә таңында баҡһам тирә-яҡҡа,

Ышанмайса торҙом күҙемә:

Шул арала кемдер болондарға

Үләндәрҙе йәйгән иркәләп,

Ағастарҙың бүрткән остарына

Йәш япраҡтар киткән һибәләп.

йәки

Күләүектә турғай ҡойонғанда,

Гөрләүектәр китте йүгереп,

Өҙөлөп кенә ҡайтты һандуғастар,

Көй-моңдары китте түгелеп.

«Яҙ», «Яҙғы ямғыр», «Күбәләк», «Тып-тын киләм урман һуҡмағынан», «Йондоҙ атылғанда» ише шиғырҙар үтә лә төҙөк ритмикаға ҡоролған, йырлап торалар төҫлө. Әйткәндәй, Сафуан Әлибай шиғырҙарының күҙгә бәрелер бер сифаты – улар йырлап тора.

Өйөрөлә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына,

Бәүеләме тулҡын өҫтөндә!

Аҡлан иңләп, сәскә осамы ни

Шул күбәләк кенә төҫөндә?!

«Күбәләк»

Ваҡыт елә, оса, ваҡыт аға,

Ҡайғы-шатлыҡ килә йәнәшә.

Ҡайтыр әле ырыҫ, филдәй илдә

Сысҡан ҡәҙәр өмөт йәшәһә.

«Шәреҡ йондоҙҙары»

Сал Уралдың итәгендә

Гүзәл тыуған илкәйем.

Ҡаяларҙан – далаларға

Елә иркә елкәйем.

«Сал Урал»

Сафуан Әлибай, – һис шикһеҙ, шиғыр маһиры, шиғыр ритмикаһы-интонацияһы оҫтаһы. Быға «Салғы сыңы» поэмаһын да миҫал итеп килтерергә мөмкин. Бындағы строфалар, салғы өнөләй, сыңлап-зыңлап тора, шағир ритм-рифмаға үтә иғтибарлы, шиғырҙар ҡәтғи-төҙөк формаға ҡойолған... Бәғзеләр ише ҡытыршы, сатаҡ-ботаҡ юлдар ят шағирға. Ул уҡымышлы ла булып ҡыланмай, традицион шиғыр ҡалыбынан сыҡмай, фәнни төшөнсәләргә төшмәй, артыҡ абстракцияға ла бирелмәй. Әлибайҙың теле тәбиғи, йәнле, ҡайһы берәүҙәрҙеке шикелле, артыҡ ғилми һәм яһалма түгел. Сафуан Әлибай шиғыр өҫтөндә оҙаҡ, түҙемле эшләүсе әҙиптәребеҙҙән. Ул, ювелирҙай, һүҙҙе шымартмай, аҫылташтай ялтыратмай туҡтамай, һүҙҙең моңон тоя, уның нәҡ тәбиғи, башҡортса яңғырашын таба. Шул яғы менән Сафуан Әлибай әҫәрҙәре, образдары, тел биҙәктәре үтә лә халыҡсан... Сафуан Әлибай халҡыбыҙҙы, уның булмышын, ҡараштарын сағылдыра үҙ шиғырҙарында, тип әйтә алабыҙ.

Күҙ алдында гүйә тереләләр

Сағыу биҙәк, йәйғор төҫтәре,

Сатрашланып торған ептәр

түгел –

Инәйемдең күңел хистәре.

 

Ихласланып инәй киндер һуға,

Өй эсендә көй-моң сайҡала.

Тилбер генә уның бармаҡтары

Сиртәме ни серле арфала.

Ысынлап та, Рафаэль Аҙнағолов билдәләүенсә, Сафуан Әлибай – халыҡсан һыҙатлы әҙиптәребеҙҙең береһе, йырсы шағирҙарыбыҙҙың арҙаҡлыһы. Уның шиғырҙары ритмикаһы халыҡ йырҙарыныҡына яҡын. Шул яғы менән ул үтә абстракцияға бирелеүсе фәлсәфәүи шағирҙар төркөмөнән айырыла йәки халыҡсан йырсы шағирҙар ҡорона яҡыная.

Был шағирҙың гражданлыҡ лирикаһында ла күренә. Мәҫәлән, «Башҡортостан», «Халҡым», «Сыңрау торна», «Салауат», «Тыуған бишек» әҫәрҙәре.

Сафуан Әлибай – башҡорт иле балаһы. Ул барыбер илендәге хәлде күрә, аһ-зарҙарҙы ишетә, нисек кенә хөр күңелле, бәхетле йәнле зат булмаһын, нәфрәтләнә лә белә, сәмләнә.

Башҡортостан – тыуған ерем

минең,

Тирмә-тирмә һинең тауҙарың;

Шул тауҙарҙы алтын-көмөш итер

Туған халҡым, еңеп аһ-зарын.

«Башҡортостан – тыуған ерем»

 

Әбей батша һуштан яҙҙырырға

Алтын-көмөш һәйкәл ҡорҙорған,

Донъя буйлап йыйған ярандарҙан

Семәрләнгән һырҙар ҡойҙорған.

Күҙ ҡамаша. Барыбер оһоллоҡҡа

Ышанмай ҙа күңелем күҙҙәре.

Оло һарай баҫҡан һөйәктәргә,

Һыры һайын – ҡамсы эҙҙәре.

«Әбей батша»

Ошондай дөйөмләштереүҙәргә, поэтикаға шағир нисек өлгәшә һуң?

Сыйырсыҡтай, инәй көтә төҫлө,

Тәҙрәбеҙҙән башын сығарып.

Сыйырсыҡ – инәй образы. Илдә Рамаҙан йырлаһа, автор әхирәттән әйләнеп тә ҡайтасаҡ әле... Сатраш ептәр – инәйҙең күңел хистәре, күбәләк – инәйем йәне, киндер һуғамы – уйнаймы арфала, ҡышҡы япраҡтар – йылы яҡҡа китә алмай ҡалған ҡошсоҡтар, был яҙмышым – әллә аэропорт, ғүмер – хуш еҫ бөрккән умарта, мин – диңгеҙ ҡабырсағы, беҙ – тирмәлә ҡунаҡ, ә тирмә – йыһан, беҙ йыһанда ла – ҡунаҡ ҡына... Эйе, Сафуан Әлибай – башлыса лирик шағир. Уның лирикаһында япраҡ, шишмә, ай-йондоҙҙар, ел, яҙҙар, ҡар, ҡайын, ҡарағайҙар – иң йыш осрай торған традицион образ-символдар. Ҡайһы берҙә улар ялҡытып та китә төҫлө, тик был – шағирҙың булмышы, был нәғеҙ уның арфаһының ҡыл-ноталары. Шағир шул ҡыл-ноталарына баҫып уйнай, йырлай, көйләй. Был – уның мәйеле, уның мөхите, унда – уның ғына ҡанундары хөкөм һөрә. Был ил – башҡорт мөхите, бындағы өндәр – башҡорт өндәре, ҡолаҡҡа әллә ҡайҙан таныш, күңелгә ятышлы ауаздар. Эйе, Сафуан Әлибай үтә лә абстракциялы образдар менән эш итмәй, уның шиғриәте ғәзиз еренән айырылмаған.

Шулай ҙа мин үрҙә халыҡсан тип атаған шағирҙар ҡорон да, Сафуан Әлибайҙы ла үтә ерләшкән, үтә халыҡсан – фольклор стилендә яҙған шағирҙар һәм шиғриәт тип өҙөп әйтмәҫ инем. Уларға ла тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш, абстракциялы фекерләү хас. Сафуан Әлибайҙың «Төрлө һыуҙар», «Яңы йыл тыуғанда», «Батша ауылы», «Әбей батша», «Ярты», «Йәшәй-йәшәй», «Йондоҙ атылғанда», «Йәшәүҙәрем» һымаҡ әҫәрҙәре – фәлсәфи лириканың матур өлгөләре. Бигерәк тә «Тубырсыҡтар» (ике строфалы шиғырҙар) шәлкеме, һуңғы йылдарҙа яҙылған «Эҙләйем Пушкин илен» циклы зиһенде биләй. Былар шағирҙың аҙымдары ауырая, кисерештәре һәлмәкләнә, уйҙары тослана барыуы, шиғриәте яңы, юғары фәлсәфи баҫҡысҡа күтәрелеүе тураһында һөйләй.

Ожмахтарын көтөп мин арыным.

Илтерме икән яҙмыш тамуҡҡа;

Мин сыҙармын тамуҡ уттарына,

Ғүмеркәйем булғас танһыҡҡа.

Аптырама бер мәл дөрләп дөрләп,

Көлгә ҡалһам япа-яңғыҙым, –

Һуңғы сырағаса булмышымды

Халҡым, тиеп, утта яндырҙым.

......................................................

Ғүмер баҡый йырлап осоп киләм,

Ҡайҙа ауғанда ла ҡурҡмайым;

Бер һуҙаһым килә, танһыҡ ҡанмай,

Иң аҫылы – аҡҡош йырҡайын.

Сафуан Әлибайҙың шиғри кәбәндәре төрлө һынлы, төрлө дәүмәлле, төрлө дәрәжәле... Береһе осло, береһе тупаҡ, ҡайһыһы бик-бик текә. Үтә текәләренә ҡарап кәпәсең осһа, үтә иңлеләренә ҡарап күҙҙәр кинәнә. Шағир үҙе ҡайһы бер осор ижад емештәрен шәлкем, бүлкәттәргә бүлгән. Мәҫәлән, «Үҙ диңгеҙем», «Зайсантауҙа ләйсән яуа», «Шәреҡ йондоҙҙары» шәлкемдәре... «Үҙ диңгеҙем» шәлкеме шулай уҡ лирика менән фәлсәфәнең тығыҙ үрелеүенән тыуған ижад емеше, ул шағир булмышының яңы сифаттарын аса булыр.

Уйҙарымдың сиге, ярҙары юҡ,

Саралар юҡ тотоп тыйырлыҡ.

Диңгеҙ стихияһы менән шағир тәбиғәте – үҙ-ара ауаздаш. Шағир ҙа диңгеҙ шикелле аша-таша, бер килеп шымып ҡуя, моңға сорнала; уның да йөҙө диңгеҙ төҫлө бер аҡ, бер ҡара, бер зәңгәр... Диңгеҙ һулышы шиғырҙарға күсә, диңгеҙ менән шағир рухы бер бөтөнгә әүерелә.

Алыҫтарға аҡҡан уй-хистәрем

Һине генә, диңгеҙ, тиңһенә;

Мин аҡсарлаҡ итеп йыр осорһам,

Аңларһың, тим, уны һин генә.

«Йылдарым» бүлкәте, минеңсә, яҙмыш шиғырҙарынан тора. Бында ғүмерҙәрҙең фанилығы, шул уҡ ваҡытта бәхеттең дә, һөйөнөстөң дә ысын булыуы һүрәтләнә. «Ғүмер», «Йәшәй-йәшәй», «Шәм яҡтырттым», «Яҙмыш», «Тыуған көн», «Хаталар», «Вәғәҙә» ише шиғырҙар хистәр даръяһына һала, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлата.

Миңә йондоҙ вәғәҙә итмә –

Талпынып та зәңгәр куккә,

Атылыр ҙа һүнер йондоҙ...

Эҙһеҙ ҡалыр мәңгелеккә.

..........................................

Миңә тауҙар вәғәҙә итмә –

Янар тауҙар ерҙә һирәк.

Юлдаш булһын тау күтәрер

Һинең генә тоғро йөрәк.

Сафуан Әлибайҙың шиғри кәбәндәре араһында уҡыусы балаларға арнап ҡойолғандары ла бихисап. Күп йылдар, бигерәк тә ижадының юл башында, уны балалар шағиры тип йөрөттөләр. Ысынлап та, ул тәүҙә балалар әҙәбиәте маһиры булараҡ танылды. Гәрсә, билдәле, бындай һәләт – һирәктәр өлөшөнә генә төшкән көмөштөр. Кескәйҙәр өсөн тәғәйен «Тылсымлы шар» китабы 1996 йылда X. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара дипломға лайыҡ булды... 1978 йылда был диплом Башҡортостандан тәүләп Мостай Кәримдең Мәскәүҙә баҫылған «Жду вестей» китабына бирелгәйне. Әле Башҡортостан «Китап» нәшриәте баҫмаһы, башҡортса китап ЮНЕСКО-ның Эй-Би-Би-Уэй советы тарафынан «Донъялағы иң яҡшы балалар китаптары» тигән исемлеккә индерелде... Балалар өсөн әҫәрҙәр – айырым бер сәнғәт өлкәһе, үҙе бер донъя. Беҙ унда инеп, ул өлкәгә айырымлап туҡталып тормайбыҙ; Сафуан Әлибайҙың балалар өсөн яҙылған шиғырҙары һәм пьесалары («Айыу бабай йоҡламай», «Сәйер сәйәхәт») – айырым бер тикшереүҙе көтә.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.