Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





II. Таған ҡора, усаҡ яға.



II. Таған ҡора, усаҡ яға...

 

Усаҡҡайым дөрләйҙер,

Моңон-көйөн көйләйҙер...

Урмансы үҙе таған аҫҡауҙарын юна, үҙе көйөн көйләй. Ер-һыуының моңсол балаһы ул: ат йүгәнләһә лә, йылға ярына баҫһа ла, ҡая яғынан үтһә лә, йырлай... Сағылдарға керһә, тағы моңлана.

Күтәрелеп Урал тауҙарына,

Һуҡмаҡтарын уның урайым;

Япраҡтарҙың ихлас алҡышына

Ҡушылам да тағы йырлайым.

Йыр – Сафуан Әлибай ижадының икенсе бер талмаҫ ҡанаты. Уның шиғырҙары йырлап тора, көйләнеп, тел осона килеп ятланып тора, тигәйнек инде. Эйе, уның шиғырҙары көй һорап тора, композиторҙар уның әҫәрҙәренә көй сығарырға атлығып тора... Бихисап-биниһая моң маһирҙары шағир әҫәренә көй яҙҙы (Р. Хәсәнов, Р. Сәхәүетдинова, 3. Исмәғилев, Д. Хәсәншин, Н. Дауытов, М. Ғиләжев, Р. Ғәзизов, А. Ғабдрахманов, Р. Йыһанов, А. Ҡобағошов, И. Хәлилов, А. Ғайсин, А. Туҡтағолов, Н. Мөстәҡимов). Улар сәхнә залдарынан, эфир тулҡындарынан яңғырай. Сафуан Әлибай үҙе лә, оҫта, моңло йырсы булғанға әллә, йырсы шағирмы икән? Шуға шиғырҙарына йыр яҙыу мөмкинме икән? Алда билдәләүебеҙсә, үтә абстракт шиғырҙарға көй сығарыуы ситен эш, ә Әлибай әҫәрҙәре йыр-көйҙө үҙҙәре һорап тора.

Университетта уҡыған йылдарында (1961 – 66) йәш кеше алдында хәтәр һорау ҡалҡа: шиғриәт юлын һайларғамы, әллә үҙеңде тотошлай профессиональ йыр сәнғәтенә бағышларғамы? 1963 йылда Башҡортостан телевидениеһы халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсын иғлан итә. Студент Сафуан шунда 1-се урынды яулай. Ул университеттың вокал түңәрәгендә А. Л. Легкота класында шөғөлләнә, сәнғәт училищеһында уҡырға хыяллана. Хатта имтихан да тапшыра, уны композитор Халиҡ Заимов тыңлап ҡарай. Тормош шулай йыш ҡына бәндәне һайлау алдына ҡуя: 1966 йылда университет тамамлаған егетте Башҡорт дәүләт филармонияһына өндәүселәр була. Ул лирик тенор тауышҡа эйә, уның үҙенең генә башҡарыу манераһы, үҙенә генә хас репертуары бар: «Һағынырмын Урал тау буйҙарын» (Заһир Исмәғилев музыкаһы), «Менергә ине Урал тауҙарына» (Мансур Мозафаров музыкаһы), «Сирень сәскәләре» (Рафиҡ Сәлмәнов музыкаһы) «Азамат,» «Сибай», «Илсе Ғайса»... Йәш кеше икеләнеү даръяһына бата. Шул уҡ ваҡытта, яйы килгән һайын, күңел моңланған мәлдәрендә, йырлай ҙа йырлай. Университеттың «Шоңҡар» түңәрәге (Сафуан – уның әүҙем ағзаһы, старостаһы ла була) кисәләрендә, әҙәби осрашыуҙарҙа, төрлө сәфәрҙәргә сыҡҡанда йырлай. Ошо тәңгәлдә был шәхестең йәнә бер аҫыл сифатын асабыҙ: Сафуан Әлибай – йәне тынмаҫ, аяғы талмаҫ илгиҙәр. 1972 йылда Молдавияла, 1982 йылда Монголияла, 1983 йылда Таулы Алтайҙа, 1984 йылда Германияла, 1996 йылда Голландияла, 2000 йылда Төркиәлә сәйәхәттәрҙә булды. Ә Башҡортостан буйлап, Пермь, Свердловск, Силәбе, Курган, Ырымбур, Һарытау, Омск өлкәләрен иңләп йөрөгәндәрен әйтәһе лә түгел. Хатта «Башҡортостан пионеры»нда, «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир булғас та, ул сәфәрҙән ҡайтып кермәй. Күңеле – йырҙа, ғүмере – юлда үтә тигән зат ул – Сафуан Әлибайҙың үҙелер.

Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ,

Йыр менән дуҫ-иптәш табыла...

Сафуан Әлибай, ысынлап та, юлдарҙы йырһыҙ үтмәй, сәфәрҙә дуҫ-иш таба, әҙәби кисәләрҙә, йыр һәм шиғриәт байрамдарында йырлай ҙа йырлай. Йыры әҙәби кисәләрҙе, осрашыуҙарҙы йәнләндерә, бәҫен күтәрә. Әйткәндәй, Әлибай сәйәхәттән ҡайтмай, осрашыу ҙа юбилей кисәләре – йөрөгәне, тигәнде ишеткән бар. Ҡабатлайым: әҙәби осрашыуҙарҙа ҡатнашыу, шиғыр кисәләре үткәреү – ауыр йөк, бик тә сауаплы эш! Ул йоҡо, ял иҫәбенә эшләнә, уның өсөн берәү ҙә аҡса түкмәй. Хөкүмәт тә, дәүләт тә һине быға мәжбүрләмәй, хатта ҡайһы бер мәлдә быны хәжәт тә тип һанамай – әҙәби осрашыуҙар халыҡҡа кәрәк, ул кисәләр уҡыусы өсөн танһыҡ. Дан, афарин ғына Әлибай сәфәрҙәренә, Әлибайҙың меңәрләгән китап уҡыусыларға бүләк иткән шиғриәт һәм йыр-моң байрамдарына!

Сафуан Әлибай шиғриәт юлын һайланы, профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫа алманы. Йырсы көндәлек сәхнә алҡыштарынан мәхрүм. Һәр эш ҡорбан талап итә, һәр саҡ ниҙелер йөрәгеңдән һурып алырға тура килә. Шунһыҙ уңыш юҡ, маҡсатыңа ирешә алмайһың. Ломоносов ҡына энциклопедист, Чехов әҙип тә, врач та, әммә бөгөн – махсуслашыу заманы, һәр өлкәлә лә берҙәй үк маһирлыҡҡа өлгәшеү – ситен эш, бер-береһенә ҡамасаулай торған шөғөл. Һин бер өлкәгә башкөллө сумырға тейешһең... Шулай ҙа йыр – шиғриәттең айырылмаҫ юлдашы, талмаҫ ҡанаты. Шуға шағир Әлибай йырлай ҙа йырлай, йырсы Әлибайға иш-ҡуш булып атлай ҙа атлай. Афарин, тим.

Кәбән ҡойған, таған ҡорған, усаҡ дөрләткән урмансы йырһыҙ йәшәй аламы? Усағы дөрләүе ыңғайына көйөн көйләй, аҫҡауҙар юнлай. Мәшәҡәте етерлек: көрәк саба, тубылғы, миндек бәйләй, кәбән ҡоя, бура бурай, ә йыры барыбер тынмай. Йылға ярына баҫһа, «Аҡһаҡ ҡола»ны һыҙҙыра, сағылдарға инһә, «Керәм әле урмандарға»ны һуҙа...

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.