Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Заһир Вәлитов



Заһир Вәлитов

(1940 – 2019)

 

Заһир Суфиян улы Вәлитов 1940 йылдың 1 ноябрендә Башҡортостандың Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуа. Иртә атайһыҙ ҡала. 1943 йылда уның «ҡара ҡағыҙы» килгәс, күршеләге Нарбулат ауылына күсенәләр.

1964 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Шунан һуң уны Сибай дәүләт драма театрына тәғәйенләйҙәр. Унда 6 йыл эшләгәс, 1970 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт академия театрына күсә. Заһир Вәлитов «Ай тотолған төндә» спектаклендә Аҡъегет, Ялсығол, Дәрүиш, «Күршеләргә ҡунаҡ килгәндә» – Ғабдрахман, «Башҡорт туйы»нда – Йәнгилде, «Тилекәй»ҙә – Хөсәйен, «Нәркәс»тә – Илсеғол, «Ҡоҙаса»ла – Мөхәмәтша мулла, «Сәсәндәр»ҙә – Сит кеше, «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ҙә – Дебукин, «Айгөл иле»ндә – Йәғәфәр, «Ун өсөнсө председатель»дә – Сәғәҙиев, «Әбейүшкә@эт тущка.ru»ҙа – Миһран ҡарт кеүек ролдәрҙе башҡара. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 

 

Ижадсы шӘхесе

 

Алдан әйтәм: театр белгесе йә тәнҡитсе түгелмен, шуға яҙмаларым ниндәйҙер дөйөмләштереүгә лә, ғилмилеккә лә дәғүә итмәй, хатта уның ысынбарлыҡҡа тап килмәүе лә ихтимал… Бары үҙемә оҡшаған һәм иҫтә ҡалған образдарҙы, спектаклдәрҙе телгә алмаҡсымын. Йәнә, Заһир Вәлитовты ла, уның ижадын да өйрәнеп бөттөм, тип әйтә алмайым, бары уның шәхесен һәм образын үҙем күҙаллағанса һынландырырға ынтылмаҡсымын. Был Заһир Вәлитов, бәлки, минең хыялымдың ғына шәхесе, минең тойомлауҙарымдың ғына актеры булыр… Үҙемдең Заһир Вәлитовымды яҙам.

Беҙ әллә ни ҡатышып та йәшәмәйбеҙ. Йәш араһы ла арыу ғына, шөғөлөбөҙ ҙә төрлө… Уны сәхнәлә, Өфө урамдарында күрәм. Тағы актерҙың һирәк-һаяҡ радиоға килеп сыҡҡаны бар. Былай етди, уйланыусан шәхес, тыйнаҡ, тотанаҡлы кеше булыуын беләм, күҙәтә йөрөйөм. Әлбиттә, бүтән актерҙар менән сағыштырам. Арала сибәр, моңло, яңғырауыҡлы тауышлылар, хатта шәп йырсылар, дан бейеүселәр, оҫта гармунсылар бар. Романтик йәштәр, ғашиҡ егеттәр, йор теллеләр етерлек, лирик йәки героик пафослы образдарҙы ҡойоп ҡуйыусылар осрай… «Королдәр», «яу башлыҡтары», «кәмитселәр», хатта «рыцарҙар», «хыялыйҙар» бихисап... Заһир Вәлитов уларҙың береһенә лә тартмаған.

Радиола эшләгән саҡта, хикәйә, повесть, шиғыр уҡытырға тура килһә, режиссерҙы уҙып, актерҙы үҙем дә һайлай инем. Героик пафослы образлы башҡарырға Илшат Йомағолов, Әхтәм Абушахманов, Олег Ханов, Хөрмәт Үтәшев бара. Улар трагик та. Романтик рухлы әйберҙәрҙе Фидан Ғафаров, шул уҡ Үтәшев, Ханов алыр, тарихи һәм эпик әйберҙәргә – Йомағолов, Абушахманов, мәрхүм Солтанов ағай, сатираға – Муллайән Сөйәрғолов, Шамил Рәхмәтуллин, Рәүис Заһитов, Фәйез Вахитов, әкиәттәргә әүәл Зәйни Иғдәүләтов ағай маһир ине. Замандаш геройҙарҙы һынландырыуҙа Хәмит Яруллин, Әхәт Хөсәйенов оҫта... Минеңсә, Заһир Вәлитов та улар сафында. Был, әлбиттә, шартлы, бик тә субъектив бүленеш.

Үҙемдең әҫәремде лә радиоға тәҡдим иттем. Кемде һайларға? Әҫәр бөгөнгө көн тураһында ваҡиғалар ауылда бара. Геройым – бер ниндәй ҙә герой түгел, ә ҡәҙимге кеше. Үҙ ҡыуаныстары, һөйөнөс-көйөнөстәре менән йәшәп ята... Бына ошо «төҫһөҙ» көнкүреш геройын кем һынландыра, кем уға йән өрә ала? Әлбиттә, пафослы образдарҙы уйнап ҡалыплашҡан актер был «йөк»тө һөйрәй алмай. Мин Заһир Вәлитовты һайланым. Нәҡ ул ошо «төҫһөҙ» образды балҡытырға, уның ынтылыштарын, күңел донъяһын асып һалырға тейеш!

Героик образдарҙа ғына тәрбиәләнгән йәки сатирик, романтик рухлы персонаждар өлкәһендә генә ҡалыплашыусылар хаҡында һүҙ сурытмайыҡ. Был уларҙың ғына ғәйебе түгел бит – актер, ни тиһәң дә, оркестрҙың бер ҡылы, уның ижады ла ансамбль ижадына бәйле, театр маҡсаттарына бойондороҡло... Ошо яҡтан ҡарағанда, бөтә кеше лә үҙ мөмкинлектәрен асып бөтөрә алмайҙыр, был, бәлки, тәбиғи ҙә хәлдер. Урман эсендә лә ҡояш ағастарға бер тигеҙ төшмәй. Шунлыҡтан берәүҙәр – мөһабәт, икенселәре – сибек... Тормошта ла, тәбиғәттәге кеүек, көслөләр, һәләтлеләр, яҡшыраҡтар алға сыға, ҡыйыуҙар мәсьәләне хәл итә.

Мин Заһир Вәлитовты яһилдар, әрһеҙҙәр затына индерә алмайым. Ул – ипле, әҙәпле, хатта оялсан кеше. Шул уҡ ваҡытта үҙен дәрәжәле, олпат тота, сәбәләнеп бармай, инәлеп, ялбарып йығылмай. Түрәләр менән әрепләшмәй, әммә уларға баш та эймәй, ярарға ла тырышмай. Түрәгә йә эшең, йә ашың менән ярайһың. Заһир Вәлитов – үтә тырыш, эшһөйәр кеше, шул уҡ ваҡытта ул театрға ҡыйыулығы, һәләте, психолог-художник булыуы менән «ярайҙыр» тип уйлайым. Йәнә илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймай, башлаған эшен ярты юлда ташлап ҡалдырмай. Мәҫәлән, «Йәйәүле Мәхмүт» спектаклендәге Мисбахов образын әҙерләгәндә ҡара тирен ағыҙһа ағыҙҙы, ләкин маҡсатына иреште. Минең теге әҫәрҙе (тәүге ике өлөшөн яңылыш юйҙырғас) ҡабатлап яҙҙырһа яҙҙырҙы, тик ослап ҡуйҙы.

Тамашасыны алдап булмай. Ҡайһы берәүҙәр «образ тыуҙырғанда» сәхнәлә, утлы табалағы май киҫәге ише, йүгерекләп-йүгерекләй, әле был, әле теге әйбергә барып тотона, үҙен ҡайҙа ҡуйырға, аяҡтарын, телен нисек тыйырға белмәй. Күҙ көйөгө был артистарҙың образ тыуҙырыу сараһы – шул йүгерекләү. Вәлитов-Сәғәҙиев, Вәлитов-Мисбахов, Вәлитов-Илеш бер нөктәлә ҡатҡан. Күберәген бер урында тора. Хатта тауышы ла түбәнәйә, тамағы ҡарлыға төшә. Вәлитов-Сәғәҙиевтең күҙҙәре тулы ут, әрнеү; йөрәге һыҙлай, йәне яралы, күрәһең. Был заттың иңрәүҙәре беҙҙең күңелдәргә лә күсә, беҙҙең йәнебеҙҙе лә ул йөрәк уты ялмап ала. Вәлитов быға нисек өлгәшә һуң? Минеңсә, актер Сәғәҙиевтең эсенә кереп «ултырған». Ул Сәғәҙиевсә уйлай, ул да Сәғәҙиевтең әрнеүҙәрен йәненә иш иткән... Йәки Сәғәҙиевте уйнар өсөн Сәғәҙиев кеүек тойорға, Сәғәҙиев кеүек ҡул аҫтындағыларҙың уй-хистәрен кисерергә кәрәк ине. Сәғәҙиев кеүек, үҙеңә лә оло шәхес булыу зарур... Сәғәҙиевтең философияһын аңламаған, уның ынтылыштарын күҙ алдына ла баҫтырмаған йәки үҙен Сәғәҙиев урынына ҡуйып ҡарамаған, уның принциптарына ете ят актер Сәғәҙиевте нисек уйнаһын!.. Ҡайһы берҙә ошоно уйлағаным бар: Прометейҙы уйнаған – үҙе лә – Прометей рухлы, Салауатты уйнаған – үҙе лә Салауат һынлы, Мисбаховты тыуҙырған – Мисбахов... Был – фәстереү, әлбиттә... Ләкин актерҙың үҙендә ниндәйҙер дәрәжәлә геройҙарының теге йәки был сифаттары ла булырға тейештер, тим. Асылда был – ҙур таланттарға ғына ҡуйылған талап ул.

Йәнә «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙағы Шағир образын алайыҡ. Сәхнәлә ул бөтә нәмә ус төбөндәгеләй. Репетицияла режиссерҙы алдаһаң да, сәхнәлә тамашасыны алдай, үҙеңдең булмышыңды йәшерә алмайһың. Асылың нисек – сәхнәлә лә шулайһың. Актер бар икән – бар, юҡ икән – юҡ, ни хәл ҡылаһың... Шағир образы менән тормоштағы Вәлитов образы араһында мин тәбиғи бөтөнлөк күрәм (был образды Вәлитов ҡына уйнарға тейеш ине). Заһир Вәлитовтың сәхнәләге ҡайһы бер образдары, ысынлап та, уның шәхесе, холҡо менән тап килә. Шундайҙарға «Тапшырылмаған хаттар»ҙан Вәли, «Ғүмер ике килмәй»ҙән Хасбулат, йәнә Сәғәҙиев, йәнә Шағир образдары инә, тим.

Заһир Вәлитов та Шағир кеше – юғары рухлы, хисле шәхес, башынан уҙған ваҡиғаларға туҡталып, ашыҡмайынса баһа бирә, тормоштоң ҡанундарын юллай. Заһир Вәлитовҡа ла сабырлыҡ, баҫылып уйланыу хас. Бер ваҡытта ла мода артынан ҡыумай, тегендә йәки бында баҙларға, афишаларҙа ялтырарға, исемен-атын, үҙен күрһәтеп барырға ашыҡмай. Шул яҡтан ҡарағанда, сәхнә йондоҙо түгел, ә сәсмә әҫәремдәге геройым һымаҡ, «төҫһөҙ» шәхес. Юлайҡан әйтеп үтәйек, үҙе – шул «төҫһөҙ» көнкүреш образдарын балҡытып ебәрергә һәләтле актер. Вәли ише, нефтсе Хасбулат кеүек, хатта Шағир, Сәғәҙиев кеүек, тәү ҡарашҡа төҫһөҙ, ялҡытҡыс тойолған образдарҙың тәбиғәтен, яңы, яҡты яҡтарын ғына түгел, ә бөйөк рухын, шиғриәтен асырға маһир актер! Һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш. Хатта геройҙарҙы, королдәрҙе уйнай алған актерҙың ябай кешене, «бәләкәй» кешене уйнай алмауы мәғлүм. Минеңсә, Заһир Вәлитовтың бөтөн таланты, бөтөн бейеклеге лә шунда. Уның сере иһә кеше психологияһын ялған патетикаһыҙ, нескә һүрәтләү саралары аша һынландыра белеү сәнғәтенә бәйле.

Эйе, ул күҙгә салынып бармай, күкрәк киреп алға атлыҡмай. Мода Шағиры йәки сәхнә шағиры түгел, ә уйланыусан, һыҙланыусан Шағир. Фәйләсүф. Үҙенең бер интервьюһында: «Йәшем арта барған һайын, психологик, фәлсәфәүи пландағы геройҙарҙы уйнағым килә», – тип билдәләне. Йәки ҡаршылыҡлы холоҡло, үҙ-үҙе, выжданы, намыҫы менән бәхәскә кергән геройҙар... Заһир Вәлитов үҙ-үҙе менән көрәшеүсе Мисбахов, Ильяс («Ҡыҙыл яулыҡлы һылыуым»), Байыш улы – Илеш («Салауат»), Гефест («Ташлама утты, Прометей»), Райман («Ҡыңғыраулы дуға»), маляр («Атай йорто»), Хөсәйен («Тилекәй»), Бәхтегәрәй («Бәхтегерәй») образдарын тыуҙырҙы... Улар – ҡатмарлы шәхестәр, күңелдәре, булмыштары урталайға ярылған... Психологик яҡтан ҡаршылыҡлы образдарҙы уйнау актерҙың үҙен дә үҫтерҙе, шәхесен тәрәнәйтте.

Сәнғәттә амплуа тигән төшөнсә лә бар бит әле. Етди актер – шулай уҡ киң ҡоласлы ижадсы ла ул. Заһир Вәлитов Рыҫҡол, Бәхтегәрәй кеүек көрәшселәрҙе лә, Аҡъегет, Сахай ише романтик рухлыларҙы ла һынландырҙы, Мисбахов, Райман, маляр һымаҡ ҡаршылыҡлы, Дәрүиш, Сәғәҙиевтәй философик, трагик ролдәрҙе лә берҙәй оҫта уйнаны... Шулай ҙа, Заһир Вәлитов арыу ғына йырлаһа ла, хыялындағы Хәлил («Ғәлиәбаныу») була алманы, уға Отелло ҡиәфәтенә инеү насип булманы. Ни хәл итәһең... Актер хыяллана, ә театрҙың – үҙ юлы, режиссерҙың – үҙ маҡсаттары. Ғөмүмән, һәр актер үҙен классикала һынап ҡарарға ашҡына. Был – тәбиғи. Ижадсы етди әҫәрҙәр, оло һәм тәрән образдар өҫтөндә эшләп үҫергә, камиллашырға тейештер.

...Шулай ҙа актерҙың иң сағыу эштәренең береһе – «Ғүмер ике килмәй»ҙәге Хасбулат образылыр, тим. Заһир Вәлитовты шул ролдә күргәс, ҡойолдом да төштөм. Был артист Вәлитов түгел, ә Хасбулаттың үҙе бит (Хасбулат та, тормоштағы Вәлитов та – бер үк кешеләр). Кепкаһын ҡырын һалып алған, ихлас йылмая, әйтерһең дә, ошо көндән йәмле көн, ошо һөнәренән шәп шөғөл юҡ донъяла. Донъяла унан бәхетлерәк кеше юҡ – шулай йылмая... Актер түгел, Хасбулат һөйләй, Хасбулат ирәйеп йылмая. Шунда зиһенем асылды: актер Вәлитовтың көсө – ябай замандаштарыбыҙ образын һынландырыуҙа, ошо «төҫһөҙ» көнкүреш геройҙарын ысын сәнғәт кимәленә күтәреүҙә.

Хәйер, Вәлитов менән нефтсе Хасбулаттың холоҡ-фиғелдәре оҡшауын тамашасының, был ябай тап килеү түгелме, ҡәҙимге натурализмға тартмаймы, тиеүе лә ихтимал. Заһир Вәлитов бер осрашҡанда: «Хасбулат образында тормошҡа ирония менән ҡарарға ынтылдым, хатта ошо геройыма ситтән көлөмһөрәп баҡтым», – тип белдерҙе. Актер ошондай көнкүреш образдарында натурализмдан ҡасырға тырыша. Һеҙ шул уҡ тракторсы Ғәлимулланы, клуб мөдире Ғәлимде, малярҙы урамдан туп-тура сәхнәгә сығарып баҫтырып ҡарағыҙ – тамашасыға был ҡыҙыҡ күренерме икән, тамашасы һоҡланырмы, фәһем алырмы?.. Тормоштағы ошо «төҫһөҙ» геройҙар, актер Вәлитов йөрәге аша үтһә генә, балҡып тоҡана икән!

Актерға йәнә бер һорау бирҙем: «Артист, тәбиғи һәләтенә таянып, һиҙемләү буйынса ғына уйнаймы, әллә үҙ-үҙенә баш-түшме, үҙ хистәрен йүгәнләйме?» «Мин үҙем аңлы рәүештә уйнайым. Стихияға ла, хискә лә бирелеп киткән саҡтар, импровизациялаған осраҡтар була... Әммә артист үҙенә үҙе режиссер, тамашасы, үҙе үҙенең башында тыуған художестволы һүрәттәрҙе башҡарыусы ла...»

Бында ла актер уйыны менән шәхесе берлеге асыҡ сағыла. Актер үҙе уйлана, үҙ аңына таяна. Уйын тәүҙә уның башында тыуа. (Әлбиттә, режиссер ҡушҡанын ғына үтәүсе актерҙар бар). Йәки роль өҫтөндә эшләгәндә, ижадсының бөтөн һәләте, булмышы эшкә егелә. Мәсьәләне һуңғы сиктә һәләт кимәле менән шәхес юғарылығы хәл итә.

Актер Заһир Вәлитов, әлбиттә, – теге йәки был образды «терелтеүсе» генә түгел, ошо геройҙар йәшәгән мөхитте тыуҙырыусы ла. Гөлли Мөбәрәкова, мәҫәлән, Заһир Вәлитов менән уйнауы еңел, ул партнерҙарының да тулыраҡ асылыуына булышлыҡ итә, тип раҫлай. Актер Вәлитов та, тормоштағы Вәлитов та йәнәшендәгеләргә иғтибарлы, кешелекле. Йәки актерҙың яңғыҙ йондоҙ булып ҡына балҡымай, ансамбль тыуҙырыу һәләте лә мөһим. Вәлитов-Шағир, миҫалға, тамашасы иғтибарын үҙенә генә йүнәлтеп, тамашаның дөйөм ағышына хилафлыҡ килтермәй. Киреһенсә, ситән тороп сәхнә мөхитен тыуҙырырға, бүтән артистарға асылырға булыша.

...Ситтән ҡарағанда, Заһир Вәлитовты артист тип тә уйламаҫһың. Ул сибәр, янып-майланып торған күҙле егет тә түгел, дәрте ташып, ярһып та бармай – баҫалҡы, тыйнаҡ. Бойоҡ ҡына йылмая, уйнап-көлөп тә һөйләшмәй, һүҙгә лә һаран. «Төҫһөҙ» шәхес. Ялтлап балҡымай. Кисерештәрен эсенә йәшергән, һәр һүҙен уйлап әйткән, һәр аҙымын үлсәп баҫҡан ғалим йоратына, прагматик математикка тартҡан. Күрәһең, ул күңелендәгеһен, булмышын бигүк асып та бармайҙыр, яймандыр. Буш мискә генә ныҡ яңғырай, шәп тәгәрәй, ярыҡ барабан ғына эсендәген тышҡа ҡойоп бара. Сәхнәгә сыҡһа, был бойоҡ, «төҫһөҙ» йә Рыҫҡолға («Ҡарлуғас»), йә Ғәлимуллаға («Хушығыҙ, хыялдарым!») йә дон Сорианоға («Илай белмәгән ҡатын») әүерелә. Ул сәхнәлә генә терелә, ысын йөҙөн аса кеүек, ә тормошта... Кеселәргә – кеселекле, ололарға – ололоҡло. Йәш артистар Заһир Вәлитовтың үҙҙәренә ифрат ыңғай тәьҫир итеүен әйтә. Заһир Вәлитов-режиссер улар менән төрлө телеинсценировкалар, радиопостановкалар әҙерләй, Башҡорт дәүләт академия театрында Раил Байбулатов пьесаһы буйынса «Йәрем минең, Алиһәм» спектаклен ҡуйҙы. Ойоштороу һәләтенә эйә. Күп гастролдәрҙә – төркөм етәксеһе. Шул олпат, ипле, ғөмүмән, «дөрөҫ кеше» Заһир Вәлитов сәхнәгә менһә, йырлай ҙа, бейей ҙә, гармун да һыҙҙыра. Был, бәлки, образға «кереү» маһирлығылыр.

...Заһир Вәлитов сәнғәте өсөн әҫәрҙең ниндәйҙер принциптарҙы, идеалдарҙы алға һөрөүе ҡиммәт. Сәнғәт сәнғәт өсөн йәки «саф сәнғәт»,.. театр тип әйтеү өсөн генә театр уйнау уға ете ят. Сәхнә сәнғәте, – ниндәйҙер идеалдарҙы яҡтыртыу менән бергә, кешене матурлаусы, уны ваҡлыҡтан, бысраҡлыҡтан юғары күтәреүсе сара ла. Театр – иманға күндереүсе, кешене ҡанатландырыусы ла ул. Кешенең бар матурлығы, яҡты хыялдары, рухы сағыла ысын сәнғәттә. Акер Заһир Вәлитов та ошоға ынтыла, ошондай сәнғәткә хеҙмәт итә.

...Заһир Вәлитовтың сәсмә әҫәремде радио теленә күсереүен хәтергә төшөрәм. Актер Вәлитов йөҙөндә «төҫһөҙ» геройҙарымды үҙемә яңынан астым, буғай. Яңылышмағанмын: төп геройымды нәҡ Заһир Вәлитов һынландырырға тейеш булған! Заһир Вәлитов – әҫәрҙәге Хәнифкә, ә Хәниф хәҙер тормоштағы Заһир Вәлитовҡа әйләнде. Заһир Вәлитов – минең геройым.

Заһир Вәлитов – егәрле кеше. Машина йөрөтә, балта оҫтаһы, баҡсаһындағы өйөн, мунсаһын үҙе бураны, татыу ғаилә башлығы (өйөндә лә оҫта режиссерҙыр, тим, үҙе кеүек ихлас ҡатыны Сәриә, Айгөл исемле ҡыҙы уны ихтирам итеп тора, ә Айһылыу атаһы юлын һайлаған, Башҡорт драма театры актрисаһы. Минеңсә, һирәктәр ата юлынан китә, бында баланың ата-әсәгә мөнәсәбәте лә сағыла).

Ошондай кеше ул Заһир Вәлитов. Тормошта ла, сәхнәлә лә, минеңсә, ул бер үк ролдә уйнай, бер үк образда йәшәй. Заһир Вәлитов образында.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.