Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тимерғәле Килмөхәмәтов



Тимерғәле Килмөхәмәтов

(1941)

 

Тимерғәле Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһе Бағдад районы Серов станцияһында тыуа. Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар урта мәктәбе тамамлағас, колхозда эшләй. 1962 – 1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһына инә. Филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Шунан һуң тыуған университетына ҡайтып эшләй башлай. Башта доцент, унан кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы, профессор.

Ғилми эшмәкәрлектә, бигерәк тә проза өлкәһендә тилберлек, уңғанлыҡ күрһәтә. Дөрөҫөн әйткәндә, Тимерғәле Килмөхәмәтов хикәйә оҫтаһы, уның «Йондоҙ төҫө», «Күк тояҡҡай», «Ҡашлаҡтағы кешеләр» ише бихисап хикәйә йыйынтыҡтары баҫыла. Ул «Драматургия Мустая Карима», «Беҙҙең Мостай Кәримебеҙ» кеүек киң билдәле китаптар, тикшеренеүҙәр авторы.

 

КҮҢЕЛ ҠЫЛДАРЫН СИРТЕҮСЕ ОҪТА

 

1966 йыл. Әҙәбиәт донъяһында ҙур яңылыҡ: университет студенты Тимерғәле Килмөхәмәтов повесть яҙған!

Был хәбәр бигерәк тә йәштәр араһында, дөйөм ятаҡ студенттары мөхитендә тиҙ таралды.

Кем икән ул Тимерғәле Килмөхәмәтов, ҡайһы яҡтан?

Ололар оло өмөт бағланы был студентҡа, уны әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге тип күрҙе, ә йәштәрҙең егет менән танышҡыһы килде, әлбиттә, күңел төбөндә көнсөллөк тойғоһо ла ҡыжмырлап ҡуйҙы! Нисек, ҡайҙан килеп сыҡты, оло өмөттәр уятты, бәғзеләрҙе сәмләнергә мәжбүр итте был йәш яҙыусы?

Заманында «Айсыуаҡ» повесы кеүек әҫәр яҙып, әҙәбиәт донъяһына баҫып, билдәле ижад әһелдәрен һиҫкәндереү, ысынлап та, ҙур мәртәбә ине... Тәүге аҙымы шундай булғас, артабан ул нишләр? Тәүге ҡапҡаны уҡ – ҡалъя...

Ә Тимерғәле Килмөхәмәтов атлы егет 1967 йылда университетты тамамланы ла Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына имтихан тоторға китте.

Яйлап йылдар уҙҙы. Үҙенә оло өмөттәр бағлатҡан егет, иҫе китмәгән кеүек кенә, фән граниты кимереүен белде: фән кандидаты диссертацияһын яҡланы, үҙе уҡыған факультетта уҡытыусы булып эшләй башланы. Ә теге заявка, үҙенә оло өмөттәр бағлатҡан тәүге повесть?.. Шул тәүге повесть тәүге оло эш, оло өмөттәр емеше генә булып ҡалдымы, ә яҙыласаҡ хикәйәләр, нәҫерҙәр һәм повестар... Ҡайҙа һуң улар, «Айсыуаҡ»тың ише ҡайҙа? Ғәҙәттә, прозаиктың барыбер бер нисә арыуыраҡ, күҙгә күренгәнерәк әҫәре була, ысын ижадсы бер йә ике әйбер менән генә сикләнеп ҡалмай.

...Шул йылдарҙа Тимерғәле Килмөхәмәтов бөгөнгө драматургия үҫеше буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡланы, ғилми хеҙмәттәр яҙып баҫтырҙы (мәҫәлән, «Драматургия Мустая Карима»), аҙаҡ яңы асылған журналистика кафедраһы мөдире, хатта профессор ҙа булды. Шунда ҡылт итеп хәтергә арҙаҡлы прозаик Рәшит Солтангәрәевтең үкенес һүҙҙәре иҫкә төшә: «Тимерғәле иҫ киткес прозаик булаһы ине: ул тел маһирлығы, һүрәтләү сараларының төрлөлөгө, нейтраль хикәйәләү оҫталығы... Уны фән йотто». Ғәҙәттә, шәп ижадсыларҙы гәзит үлтерә тигәнде ишеткән бар, ә арыу прозаикты фән йотто тигәне...

Шулай ук үкенесле, әрнеткесме икән ни ижадсы яҙмышы?

 

* * *

Етмешенсе йылдар башында Тимерғәле Килмөхәмәтовтың бер-бер артлы «Күк тояҡҡай» (1972), «Ҡашлаҡтағы кешеләр» (1976) кеүек повесть һәм хикәйә йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Бына, ниһайәт, теге ижадсы егет үҙен танытты, ниһайәт, ололарҙың оло өмөтөн аҡланы. Алдымда – «Турайғыр» хикәйәһе. Авторы – Тимерғәле Килмөхәмәтов... Беҙҙең аттар хаҡында бихисап әҫәрҙәр уҡығаныбыҙ бар. Башҡорт – ат йәнле халыҡ. Башҡорт әҙәбиәтендә лә аттар хаҡында бихисап-биниһая гүзәл әҫәрҙәр һәм илаһи хикәйәләр бар.

«Турайғыр» хикәйәһе.

Ҡыңғыр-ҡыңғыр, ҡыңғыр-ҡыңғыр. Бөтә ялан ҡыңғырау тауышы менән тулды. Әйтерһең, кемдер аңғармаҫтан йондоҙло күктән ергә тартылған иҫәпһеҙ ҡылдарға килеп ҡағылды, ә ҡылдар, бөтә донъяға моң таратып, тирбәлергә тотондо.

Беҙҙең халыҡ атҡа бит элек-электән йәшәү сығанағы, ауыр юлдарҙа тоғро юлдаш итеп ҡараған. Ир ҡанаты ат булыр.

«Әйтерһең, төрөкмән аты дошман тупрағында түгел, башҡорт тупрағында тәгәрләне; әйтерһең, мин туры айғырҙың сырҡырап ипподромда кешнәүен түгел, ә үҙем яһаған тимер ҡыңғырауҙың үҙебеҙҙең Ҡыҙылғы буйҙарын яңғыратып ҡыңғырҙауын ишеттем; әйтерһең, мин кешеләргә бөртөкләп һоло түгел, ә ҡапсыҡлап-ҡапсыҡлап һарғайып баҙраған бойҙай тараттым».

Был проза проза ла түгел, ә торғаны бер шиғриәт... Эйе, ысын проза, ысын әҙәбиәт ул шул уҡ шиғриәт бит. Ә Тимерғәле Килмөхәмәтов был китаптарына ингән «Ҡар ятҡан көн», «Күк тояҡҡай», «Берәҙәк», «Турайғыр», «Йәнкиҫәк», «Өҙөлгән моң» хикәйәләрен шиғри тел менән, шиғри ҡәләм менән яҙа икән, – был инде ысын әҙәбиәт, ысын проза тигән һүҙ.

«Турайғыр»ҙағы ат йәне йоҡҡан Ғәйҙулла («Ҡалын кәүҙәле, юҡ-барға шыңшып бармаусы баҫалҡы бер кеше»; «уның телен асыр өсөн дә күп кенә көс кәрәк»), «Күк тояҡҡай»ҙағы йөрәге сәнсеп һыҙлаусы урман ҡарауылсыһы Бикҡужа, ауыл ҡарты Фәлсәфә таҡҡан «Берәҙәк» ҡушаматы менән йөрөүсе Карам, ғүмер баҡый уландарын көтөүсе Ғәндәлиф ҡарт («Өҙөлгән моң»да), «Ғүмер берәү, донъя мәңгелек» повесының төп геройы, эштә йөрәге ярылып үлгән колхоз рәйесе Ислам – былар барыһы ла етди художниктың аҡылы-зиһене, осҡор хыялы тарафынан тыуҙырылған халыҡсан образдар.

Повестар тигәндән, Тимерғәле Килмөхәмәтов йәш саҡтан уҡ «Айсыуаҡ» повесын яҙып дан алһа ла, повестар оҫтаһы, повесть яҙыусы булып китмәне. Повесть жанрын әллә ни үҙ итеп тә барманы кеүек. Ул – ҡойоп ҡуйған хикәйәсе. Хикәйә – уның төп жанры, нәҡ шул жанр ҡалыбында ул үҙен маһир, бер оҫта итеп танытты.

«Күк тояҡҡай», «Турайғыр», «Берәҙек», «Йәнкиҫәк» ише хикәйәләре Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа дан килтерҙе. Нәҡ шул хикәйәләре уны әҙәбиәтебеҙҙең маһир бер оҫтаһы итте. Шуныһы үкенесле: Рәшит Солтангәрәев артынан эйәреп әйткәндә, Тимерғәле ағай аҙ, бик-бик һирәк яҙҙы, минеңсә, прозала үҙенең бар мөмкинлектәрен асып бөтмәгән әле. Башҡорт прозаһы тарихына ул аттар тураһында яҙыусы иң шәп ижадсыларҙың береһе булараҡ инде. «Турайғыр» хикәйәһе, бер генә хикәйә, уны шундай данға күмде.

Әйткәндәй, уҡыусы булараҡ билдәләйем: бындай хикәйәләрҙе көнөнә икешәр уҡып булмай, ә берәүҙе генә уҡырға кәрәк, сөнки улар – «яҙмыш» хикәйәләре. Шул бер хикәйәне уҡығансы ла йәнең сыға, күңелдең бөтә көсө, илһамы шул кисерештәргә сарыф ителә. Шуның өсөн дә бындай әҫәрҙәрҙең авторын Рәшит Солтангәрәев үҙе яҡын күргәндер.

«Күк тояҡҡай»... «Йылҡылдап торған нәфис һорғолт һын. Ослайыбыраҡ бөткән тороҡ ҡолаҡтар. Тар ғына маңлайы өҫтөндә йоп-йомро һоро күҙҙәр. Нескә боттар. Ә тояҡтары! Бәләкәс кенә күк тояҡтар йылтырап тора. Был йән эйәһен Ерәнсәй үҙенең былтырғы ҡолонона оҡшатты».

Тимерғәле Килмөхәмәтовтың йәнә бер хикәйәһе бар. «Йәнкиҫәк».

Ижадсы был хикәйәһендә кеше кисерештәренә тәрән үтеп инә, уларҙы уҡыусыһына еткерә алған. Уҡыусы бисара Миңйыһанды аңлай, уның әрнеүҙәрен үҙенеке итеп ҡабул итә, хатта уның тәненең дерелдәүен дә тоя, уның менән бергә үҙе лә ҡыуыш эсендә ҡала, шул ҡыуыштағы ҡайнар тойғолар эсендә ҡайнай... Кисереп-тойоп яҙылған картина, психологик хикәйә геройҙарының кисерештәре уҡыусы күңеленә барып етә, йәнде иңрәргә мәжбүр итә.

 

* * *

1941 йылғылар. Улар – һуғыш йылы балалары. Уларҙың ижадында ла шул һуғыш ауазы – һуғыш темаһы төп булып ҡала. «Ташҡын» хикәйәһендә, мәҫәлән, ул ауаз Нәжметдиндең һуғышта контузия алып тауышы сыҡмауы булып һынлана. «Турайғыр»ҙа төп герой Ғәйҙулла концлагерҙа төрөкмән атын бәйгегә әҙерләй. «Һығылып торған оҙон нәҙек кәүҙә, шәмдәй төҙ аяҡтар, аҡ бәкәл». «Туры айғыр муйынын алға һондо, кәүҙәһе лә һуҙылғандан-һуҙылды. Аяҡтарына күҙ эйәрмәй, уратып-уратып һалғаны ғына сағылып ҡала. Ҡолаҡ төбөндә ел шыжлай, бағаналар, һаҡсылар йылт итеп кенә ҡала. Йөрәкте нимәлер ҡыҫа, дымлы төйөр тығыла. Ат тояҡтары дөп-дөп килеп ерҙе емереп бара. Финишҡа яҡынлаған һайын байраҡ кеүек ҡабарған ялдар нығыраҡ елберҙәне, ҡамыш кеүек осло ҡолаҡтар йышыраҡ ҡайсыланды, тәртә остарындағы дүңгәләктәр сылтыр-сылтыр килде».

Ысынлап та, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың теле – шағир теле, уның һүрәтләгән аты ла ябай түгел, ә дөлдөл. Тимерғәле Килмөхәмәтов шул тел менән ювелирҙарса эш итә. Ул үҙенең хикәйәләрендә геройҙарының күңел кисерештәрен тәбиғәт күренештәре менән йәнәшә итеп тасуирлай. Әлеге шул «Ташҡын» хикәйәһендәге бакенщик Нәжметдинде алайыҡ. Ул көндөң боҙолоуын яр ҡарлуғастары осошона ҡарап белә. Йөрәге ҡыҫылған Нәжметдин һәм «өҫкә талпынып, ҡанаттарын йыйып, тауҙан ырғытылған таш төҫлө, түбәнгә атылған бөркөт...» Нәжметдин дә, ошо бөркөт тә был йылға буйында оҙон ғүмер кисерә.

Әйткәндәй, һәр ижадсы ниндәйҙер кимәлдә психолог та ул. Бына Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙенең геройҙарының һыҙланыуын, мәҫәлән, «Инйәр ярында» хикәйәһендәге Байдәүләттең кисерештәрен, иңрәүҙәрен тәбиғәт күренеше менән параллель итеп бирә. Йәки Тимерғәле Килмөхәмәтов прозаик булараҡ кешене, уның уй-кисерештәрен ситтән торобораҡ, битарафыраҡ позицияла һүрәтләй. Йәки нейтраль хикәйәләү алымын ҡуллана. Күберәк өсөнсө заттан тасуирлай. Был ижадсының яратҡан алымы, ә геройҙарының күңелендә (мәҫәлән, беренсе заттан) соҡонорға яратмай. Уға модернизм күренештәре, әле киң таралған «аң ағымы» хикәйәләүе ят, ул барыбер традицион проза вәкиле булып ҡала, бындай прозаның киң мөмкинлектәрен, бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтарын рәхәтләнеп файҙалана.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.