Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





III. Үҫенте ултырта.



III. Үҫенте ултырта...

 

Япраҡ түгел, хатта ылыҫтарҙы

Елдәр ҡоя, беләм, аямай;

Мин тупраҡҡа ҡалғас, үҫеп сығыр

Әллә ҡайын, әллә ҡарағай...

 

Һәр урмансы – урман һаҡсыһы, һәр урмансы – урман үҫтереүсе.

Урмансы йәш үҫентеләрҙе һаҡ ҡына ала ла алдан йәтешләнгән ояға төшөрә: ипләп кенә тота сибек үҫентеләрҙе, һыйыҡ һабағын һындырып, көсһөҙ тамырын имгәтеп ҡуймайым, ти. Оя төбөнә ашлама һала; йәш тамырҙы тупраҡҡа күмгәс, тағы һыу һибә, кәрәкһә, кәртәләп ала – ел-дауыл һуҡмаһын, мал тапап китмәһен! Йәш үҫентеләр – урмансының көнө-хәстәре, өмөтө-ҡөҙрәте.

Сафуан Әлибай – башҡорт әҙәбиәтенең бишеге булған Башҡорт дәүләт университетынан айырылғаны бирле мөхәррир, йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләүсе. 1965 йылдан алып ошо көнгәсә «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, баш мөхәррир булды, аҙаҡ «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, әле килеп «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир. Ғүмере уның мөхәррирлектә үткән, аҫыл йылдары, эйе, мәғрифәткә, йәш әҙәби быуынды тәрбиәләүгә арналған.

Сафуан Әлибай – ысын мәғәнәһендә тәрбиәсе. «Башҡортостан пионеры»нда эшләгәндә генә күпме йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләне! Үҙ артынан бихисап ижадсы сабыйҙарҙы эйәртте. Ағай була белде, етәкләп алды осҡонло-хисле балаларҙы... Уға шул килешә, уның йөҙөнән йылмайыу китмәй, шиғыр һөйгән, әҙәбиәт тип йән атҡандар Сафуан ағаларына ылығып бара... Әүәл-әүәлдән «Йәншишмә» гәзитендә шундай матур бер йола йәшәй: һәләтле, дәртле балаларҙы әҙәби ижадҡа ылыҡтырыу. Әүәл гәзиткә килгән һәр хатҡа хеҙмәткәрҙәр мотлаҡ рәүештә яуап хаты һала ине. Улар миндә лә бик күп һаҡлана. Мин дә үҙемде Сафуан ағай мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе тип һанайым.

Ижад тип осҡонланған сабыйҙың тәүге күңел бөрөләре пионер гәзите биттәрендә донъя күрә: һөйөнсө! Үҙен йәш шағир тип һанаусы малай редакциянан тағы хат ала: ниндәй һөйөнөс! Был үҙе ситтән тороп үткәрелгән әҙәбиәт түңәрәге түгелме? Хаттар үҙҙәре ошо бурысты атҡара... Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов, Әлфинур Вахитова, Рәшит Низамов, Рәүеф Шаһиев, Рәҡип Сәғҙиев, Марс Әхмәтшин, Әниф Бикҡолов хаттары... Изида Фәхретдинова хаттары... Уларҙы мин ғүмеремдә лә онотаһым юҡ! Улар беҙҙең кеүектәрҙе әҙәбиәт донъяһына талпындырҙы, улар беҙҙең иңдәребеҙгә бәләкәйҙән талмаҫ ҡанаттар ҡуйҙы! Бына ҡайҙа ул хыял, рух тамырҙары! Бына ниндәй була икән ул йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү мәктәбе! «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») – башҡорт әҙәбиәтенең инеш башы, серле сәңгелдәге ул. Ул сәңгелдәкте тибрәтеүселәрҙең береһе Сафуан Әлибай ине. Кемдәр генә үтмәне уның йылы ҡулы аша!

Рәмзилә Хисаметдинова, Динис Бүләков, Таңһылыу Ҡарамыш, Ринат Хәйри, Зөһрә Ҡотлогилдина, Рәмил Йәнбәк, Йомабикә Ильясова, Марс Әхмәтшин, Хисмәт Юлдаш, Фәимә Мәжитова, Айһылыу Йәғәфәрова, Гүзәл Ғәлиева, Әхмәҙин Әфтәх, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Мөнир Ҡунафин, Тамара Искәндәриә, Марат Кәбиров, Рәмзәнә Әбүталипова һ.б. Бөгөн уларҙың күбеһе әҙәбиәт, матбуғат өлкәһендә эшләй. Дан был мәктәпкә, дан был тәрбиәселәргә!

Юғарыла әйтә биреп ҡуйыуымса, мин дә – Сафуан Әлибайҙың йылы ҡулдары йылыһын тойоусы, уның мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Тәүләп күргән яҙыусыларым да улар – Сафуан Әлибай менән Тимер Йосопов ине. Етмәһә, яҡташтарым! Сафуан ағай, ғүмеремдә беренсе булып, миңә автографлы «Йәйғор» китабын бүләк итте. 1970 йыл һуңында «Ленинсы» гәзитенең йәш хәбәрселәр ҡорона баш ҡалаға килгәйнем, үҙем «Башҡортостан пионеры» редакцияһынан сыҡмайым. Миңлеғәли Яҡупов ағай – яуаплы сәркәтип, Вилләр Дауытов – баш мөхәррир, Мөкәрәмә Садиҡова – бер бүлектә, Факиһа Нафиҡова менән Ғәлиә Йыһаншина апайҙар ҙа шунда эшләп йөрөй, мин – ҡунаҡ, көноҙоно – редакция бүлмәһендә ултырам, ниндәй йәм-тәм табамдыр. Тимер ағай, һинән кеше сығыр, ахырыһы, ти, Сафуан ағай, об-разлыҡ тәғлимәтен өйрән, ти. Мәҫәлән (тәҙрәгә төртә), ағасҡа бәҫ ҡунған, күрәһеңме? Юҡ, был бәҫ түгел, ә алмағас гүйә шау сәскә атып ултыра, тип әйтергә кәрәк... Әһә, мин әйтәм, өсөнсө класта уҡығанда «поэтик образ» тигәнде аңламағайным, бына образ нимә була икән!

Шул ултырыуҙар, шул һөйләшеүҙәр һаман күҙ алдымда. Шунда әйтелгән һүҙҙәрҙе һис онотмайым, рәхмәт һиңә, яҙмышым! Нисек минән ялҡманылар, нишләп мине һөйләндерҙеләр, ниңә мине, «баш ҡаңғыртып йөрөмә» тип, редакциянан ҡыуып ҡына сығарманылар икән? Гәзит редакцияһында Динис Исламовты, Сәғит Агишты, Әнүәр Бикчәнтәевты күрҙем. Былар (был һүҙҙәр, был осрашыуҙар) минең өсөн асыш ине. Тәрбиә мәктәбе... Әле шул осрашыуҙар, шул әңгәмәләр өсөн пионер гәзитендәге тәрбиәселәремә рәхмәт уҡыйым.

Сафуан Әлибай тирәһенә гел шиғыр сығарыусы балалар, әҙәбиәт һөйөүселәр һырышып бара. Ул ялҡмай ҙа, тынмай ҙа; береһенең хәбәрен дә бүлмәй, аҙағынаса тыңлай, туҡтамай йылмая... Бының өсөн дә көс, сабырлыҡ, күңел бөтөнлөгө кәрәктер. Был үҙе үк «тәрбиәсе булмышы» тип атала. Сафуан Әлибай, эйе, ғүмер баҡый мөхәррир, гәзит-журнал эшендә, гелән тирә-әйләнәһен йәш әҙәбиәтселәр, шиғыр тип янған үҫмерҙәр һырып алған була. Ул мәктәптәрҙән, балалар янынан, әҙәби осрашыуҙарҙан ҡайтып инмәй, ул гел – уҡытыусылар араһында... Ул һис шикһеҙ – мәғрифәтсе, киләсәк быуынды тәрбиәләүсе. Эйе, үҙе янып, көл-күмергә әйләнһә лә, тупраҡҡа әүерелһә лә, артынан йәш үҫентеләр шытып сығыр... Әҙәмдең бөтә бәхете, мәғрифәтсенең бөтә йыуанысы, ижадсының ысын һөйөнөсө ошо түгелме? Үҙеңдән һуң йәш шытымдар ҡалдырыу, әҙәбиәт тигән үҙ урманыңда йәш үҫентеләр ултыртып китеү...

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.