Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





им Аралбай. ДАЛАЛАРҘА ТЫУҒАН МОҢДАР



Ҡәҙим Аралбай

(1941)

 

Ҡәҙим Аралбай (Ҡәҙим Абделғәлим улы Аралбаев) 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡортостандың Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. 1959 йылда Аҡъяр урта мәктәбен тамамлай, өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Икенсе курстан һуң, тыуған районына ҡайтып, ике йыл балалар уҡыта. Университетты тамамлағас, тағы ике йыл Бөрйән районы Байназар урта мәктәбендә, бер йыл Баймаҡ районы Байым мәктәбендә эшләй. 1971 – 1973 йылдарҙа Өфөлә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. 1973 йылдан «Ағиҙел» журналында, ә 1975 йылдан 1986 йылғаса – Башҡортостан Яҙыусылар союзында яуаплы секретарь. Аҙаҡ партияның Башҡортостан өлкә комитетында инструктор.

Һуңынан йәнә Яҙыусылар союзында, Башҡортостан китап нәшриәтендә яуаплы вазифалар биләй. Шул уҡ ваҡытта ижади эшкә лә ҙур диҡҡәт бирә, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. 1975 ылда «Утлы кисеүҙәр» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. «Сапҡын», «Батыр яраһы», «Аҡ тирмә», «Ҡыҙғаныу» ише поэмалары баҫыла, ә 1996 йылда шағирға «Рух яҙыуы» исемле шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.

Ҡәҙим Аралбай шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры (2001).

 

ДАЛАЛАРҘА ТЫУҒАН МОҢДАР

 

Шиғыр тураһында яҙырға түгел, ә шиғырҙың үҙен уҡырға кәрәк, тиҙәр... Һеҙ был шиғырҙарҙы уҡынығыҙ микән, ә мин – уҡыным. Шуға уҡыусым был мәҡәләне шиғыр хаҡында яҙма тип түгел, ә уҡырға саҡырыу итеп ҡабул итһә ине. Шиғырҙарға шәхси мөнәсәбәт итеп, шиғырҙар тыуҙырған уй-хистәр сағылышы итеп... Минеңсә, был кәрәк һәм мөһим. Бигерәк тә шағир һәм шиғырҙың үҙе өсөн кәрәк.

Ҡәҙим Аралбайҙы дала йырсыһы тип атарға булыр ине. «Мәслихәт» исемле яңы китабында яҙғансы тәүҙә уның үҙен уҡыйыҡ:

Йәйге иртәләрҙә сыҡһам ҡырға,

Ысыҡ кисеп Шайтан ашыҡтан,

Саф ысыҡҡа һеңгән юшан һутын

Эсәм кеүек тәмләп, ашыҡмай.

Шул әсе һут, танауҙарҙы ярып,

Һыуһындарҙы баҫа, сарсаһаң;

Табандарҙы төпһә-сағыр йыртһа,

Юшан-дауа ала аралап.

Буласаҡ шағир далалар иңендә, ҡылғандар араһында тыуған. Дала әле уның биттәренә бәрелгән, күңеленә һеңгән. Дала һулышы, әрем һуты, сал ҡылғандарҙың тибрәнеүе уның шиғырҙарына ла күскән һымаҡ:

Устарыма алам тотам юшан,

Алыҫтағы далам бүләген,

Әсе әрем тәме тамағымда,

Хистәремде бүлә күрмәгеҙ.

Йә:

Эй ғәзиз ер!

Өҫтөң – аҫыл балаҫ,

Алтын-көмөш менән ҡайылған.

Шул тупраҡтан халҡым,

Аҡ ҡылғандай ҡалҡып,

Ҡаршы торҙо күпме дауылға!..

Далаларҙың һулышын һулау, ауаздарын тыңлау шағирҙы үткәндәргә, дала иленең башынан кисергәндәргә алып ҡайта... Дала иңләп аҙашҡан өйөрҙәр генә түгел, хәтәр яуҙар-дауҙар ҙа уҙған; дала буйҙарын аттар кешнәүе генә түгел, яралы яугирҙәрҙең аяныслы ыңғырашыуҙары ла һиҫкәндәргәндәй:

Күпме көтмә, күпме саҡырма ла,

Яуап бирмәй ул моң, ул тауыш,

Дала ҡаплап алған янғын кеүек,

Йөрәгемдә тотош уй-һағыш...

Был тәңгәлдә беҙ даланы данлаусының көрәшсегә әүерелә барыуын күҙәтәбеҙ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙағы шағирҙар ижадында көрәш темаһы, азатлыҡ идеяһы алғы урынға сыға. Бар ҡәләмдәш әйтмешләй, беҙҙең күңелдәребеҙҙе әрнеү, һыҙланыу уты ялмаған. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың әле һаман да иркен итеп тын ала алмауы өсөн, иреклек яулай алмауы өсөн һыҙланыу ул. Шул ут, ул аһәң шағирҙар йөрәген факелдай дөрләргә мәжбүр итә.

Тышаулы өйөр!..

Гүйә ул беҙҙең рух,

Тынғы тапмай йөрөй интегеп;

Күп яуҙарҙы кире ҡаҡҡан, ҡалҡҡан

Ҙур халҡымдың ярсыҡ, кимтеге...

Ҡайҙа икән башлыҡ –

Көтөүселәр –

Һалдырырға өйөр тышауын?..

Йөрәгемдә дарҫлай ат тояғы,

Емерергә ҡоллоҡ ҡоршауын!..

Көрәшкә саҡырыу мотивтары хас бөгөнгө шағирҙар ижадына. Улар быны төрлөсә кинәйәләп әйтеп бирә. Мәҫәлән, Аралбай халҡының кәмһетелгән рухын тышаулы өйөргә тиңләй, халҡы күңеленең иңрәүҙәрен сыңрау торна ауаздарында ишетә. Шәйехзада Бабаич уға – атылған уҡ, Ш. Хоҙайбирҙин – иртә һүнгән, аҙашҡан йондоҙ, Рәми Ғарипов – һағышлы йылмайыу, Муса батыр – Урал ҡаяһы, ә Зәки Вәлидиҙең иленә ҡайтыуы – халҡының, ниһайәт, уға табан йөҙ бороуы, уға кире ҡайтыуы... Көрәш мотивтары, азатлыҡ дауы хаҡында уйланыуҙар – шулай уҡ шағир ижадының төп һыҙатын билдәләй кеүек. Айырым шәхестәргә арналған шиғырҙар хаҡында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтәйек. Башҡа шиғырҙар менән сағыштырғанда, улар уңышлыраҡ та һымаҡ тойола. Әммә минең Вәлиди хаҡындағы әҫәргә шәхси бер дәғүәм бар. Уны «Ҡайтыу» тип атарға кәрәк ине, минеңсә. Һәм... Һуңғы ике строфаһын бөтөнләй алмаҫҡа... Бына тигән әҫәр һуңғы ике строфа сәхнәлә, юбилей тантанаһы ваҡытында уҡыу өсөн генә өҫтәлгән төҫлө. Әҫәр юбилейҙар өсөн түгел, мәңгелек хаҡына яҙыла. Шиғыр Вәлидиҙең ҡайтыуынан бигерәк, ҡараңғылыҡта, рухи иҙелеүҙә йәшәгән халҡының уға ҡайтыуы, уны, уның ынтылыштарын аңлау кимәленә күтәрелеүе хаҡында...

Хәйер, «Мәслихәт» китабы ниндәйҙер бер нисә темаға, мотивҡа ҡоролған тиеү ҙә дөрөҫ булмаҫ ине. Ул – шағирҙың иллеһе тупһаһына баҫҡанда ижади урағы ла, ниндәйҙер дәрәжәле «һайланма әҫәрҙәре» лә. Бында төрлө жанрҙағы, төрлө төҫтәге, төрлө биҙәкле, төрлө ауазлы әйберҙәр бергә тупланған. Ҡош ҡаурыйылай итеп, төрлө шиғри үлсәмдәр, формалар теҙелгән. Тормоштоң үҙе һымаҡ сыбар, тәбиғәттең үҙе ише төрлө төҫлө, төрлө яңғырашлы «Мәслихәт». Шиғырҙар, балладалар, ҡобайырҙар, шәлкемдәр, поэмалар; мөхәббәт, пейзаж, гражданлыҡ лирикаһы, фәлсәфәүи лирика, дидактика, бағышлауҙар – йәнәш урын алған. Былар бөтәһе лә бергә күркәм бер шиғри гөлләмә тыуҙыра. Шулай ҙа ошо төрлөлөк, сыбарлыҡ эсендә мин ҡайһы бер айырым һыҙаттарға иғтибар итәм.

Ҡәҙим Аралбай күбеһенсә оҙонораҡ шиғырҙарҙы үҙ итә.

Ҡәҙим Аралбай осҡонло, ут-ялҡын бөркөп торған күп һанлы шиғырҙары булыуы менән бергә башлыса поэмалар маһиры һанала. Бигерәк тә, «Аҡ тирмә», «Беҙ – кеше» кеүек әҫәрҙәре фәһемле. Әммә әле уларға туҡталып торор форсат юҡ. Шул тойомлауҙарымды ғына әйтеп үтәм. Башҡорт шиғриәтендә шағирҙы бүтәндәрҙән айырып тороусы һыҙаттар, бәлки, ысындан да уның поэмаларындалыр... Тағы үткер шиғырҙарын күргәс, икеләнеү хисе биләй йәнде... Һәр хәлдә өҙөп кенә әйтеүе ауыр.

Ҡәҙим Аралбайҙың лирик шиғырҙары ла, поэмалары ла, улар араһында матур өлгөләр ҙә бар. Шулай ҙа шағир үҙенең шиғырҙарында, поэмаларында күберәк сюжетлыҡҡа ынтыла. Был, әлбиттә, уның фекерләүенә, донъяны күҙаллау, ҡабул итеү, күеңеле үҙенсәлегенә бәйлелер.

Йәнә шуныһы: Ҡәҙим Аралбай Ҡәҙим Аралбаев булған сағында йыш ҡына күп һүҙлелеккә бирелеп китә торғайны. Бында әҫәрҙең ҡайһылары китапта ла урын алған. «Икмәк һәм йыр», «Даға һәм ураҡ» шундайҙарҙан. «Атай йәшен йәшәгәндә»нең тәүге өлөшөндә прозаизм да һиҙелеп ҡала, һуңынан ғына, бәйге атылай, шағир тыны асыла, һулыштары иркенәйә. Һуңғы йылдарҙа ижадсы күп һүҙлелектән, өгөт-нәсихәттән, хәбәр һөйләүҙән ҡотола бара – фекерҙәре тослана, саҡма таштар өҫтөнән елгән яу аты тояҡтарылай, һүҙҙәре осҡон сәсрәтә, һүҙҙәре гүйә оран, ауаз, аһәңле йыр һымаҡ яңғырай. Гүйә ҡоалҡ остарынан уҡтар һыҙғырып үтә, гүйә ғәййәр аттар кешнәй, айбар ирҙәр оран һала иленә:

Ишетелһен был оран,

Барса Уралды урап,

Күтәрелер бер төптән:

Егет-елән – бөркөттәр.

Ир-азамат – арыҫлан,

Ҡусты-мырҙа – ҡарсыға,

Ишетелһен был оран –

Һәммәһе лә яу сыға!

...Аҡылыңды йыйырға,

Хаҡлығыңды ҡуйырға

Мәле етте түгелме,

Мәле етте түгелме?!

Минеңсә, Аралбай ижадында көрәшкә саҡырыу ауаздары әленән-әле яңғырап китә.

 

* * *

Бер ыңғайҙан Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең киләсәгенә лә күҙ һалырға йөрьәт итәм. Ҡайһы йүнәлештә үҫер был ижад? Ул киләсәктең яралғылары, тамрыҙары – бөгөнгөлә, «Кешеләр», «Святослав Рихтер концерты», «Балерина», «Мәрйәләр йыры», «Ирәндектең күк ташы», «Кисеү фажиғәһе», «Аҡ дала әкиәте», «Тышаулы өйөр», «Әхмәт ибн Фаҙлан» һымаҡ шиғырҙарҙа. Тәүге йүнәлеш – фәлсәфәүи лирика. «Мәслихәт» китабында әле уларҙың танһыҡ, әммә баҙыҡ гәүһәр өлгөләре йылтырап ята. Кеше олоғая килә йәшәү, үлем, яҙмыш тураһында йышыраҡ уйланыусан. Шағир ҙа йәше артҡан һайын тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе, ғүмер айыштары хаҡында ыҙалыраҡ, хафалыраҡ уйҙарға тарый. Ҡәҙим Аралбайҙы алда шул ыҙан, шул йүнәлеш көтә булыр. Әле «Ҡарасҡы», «Полонез» ише шиғырҙарында мин Мостай ижады мотивтарын да ишетеп-тойоп ҡалғандай итәм. Киләсәктә шағирҙы шул юҫыҡ та көтәлер. Йәнә – һаман да көрәш ауаздары, яу ораны саҡырып торор һымаҡ йырсыны. Ул әрнеү, һыҙланыу тынмаҫ, ул ут һүрелмәҫ йөрәктә. Сөнки илебеҙ яфа, ыҙа эсендә. Сөнки халҡыбыҙҙың ирек, хөрлөк, тиңлек өсөн яуы, дауы һүнмәй ҙә һүрелмәй ҙә, тынмай ҙа туҡталмай ҙа. Халыҡ йәшәй икән, бар икән, был көрәш тынмаҫ: халыҡ шундай шарттарға ҡуйылған икән, ни әмәл итһен, көрәшмәй, даулашмай сараһы юҡ. Үҙен халыҡ улымын, халыҡ йырсыһымын тип уйлай икән, ижадсының, ижадсыларҙың был аһәңле булмышты, яуҙы-дауҙы сағылдырмай сараһы юҡ.

 

* * *

 

Ижадта шундай күренеш бар: шиғриәттә берәүҙәр шиғырға, икенселәр поэмаға оҫта. Прозала берәү романсы, икенсеһе – хикәйәсе. Драматургияла берәүҙең комедияһы, икенсеһенең драмаһы арыуыраҡ килеп сыға. Әлбиттә, шиғриәттә поэма, прозала роман уҡымлы жанрмы ул, әллә яһалма бер ҡоролошмо тигәнерәк бәхәстәр булып алды булыуға... Шулай ҙа, бындай күренеш бар, һәм ул кире ҡаҡҡыһыҙ, һәр саҡта, һәр осраҡта иҫбатланып-ҡабатланып тора.

Бына башҡорт шиғриәтендә шуның сағыу бер миҫалы тип Ҡәҙим Аралбай ижадын әйтер инем. Ул – ысын мәғәнәһендә поэмасы, бик күп поэмалар авторы, ҡойоп ҡуйған ҡобайырсы.

Йәйҙәр еткәс шундай хәбәр килде,

Хәбәр түгел, гонаһ шомлоғо:

Таналығым үлгән...

Ағыуланып, әллә тоносоғоп.

«Ағиҙел» журналын аҡтарып ултырғанда ошо юлдарға тап булып һиҫкәндем: ниндәйҙер әҫәрҙең уртаһы! Авторын да, исемен дә белмәйем. Ары уҡыйым. Юрый башын асып ҡарамайым.

Өҫтөгөҙҙә һеҙҙең – алҡын даръя

Ҡалҡып ҡына сыға алмаҫһығыҙ...

Таналыҡ йылғаһын быуып, ауылдар, боронғо ҡаласыҡтар өҫтөндә һыуһаҡлағыс төҙөү хаҡында һүҙ бара. Поэма икән. Киң тын алышлы – беҙҙең оҙон көйҙәрҙе лә, боронғо дастандарҙы ла хәтерләтә, бүлектәргә бүленгән, илебеҙҙең бөгөнгө хәл-әхүәлдәре тарихи яҫылыҡта фәлфәсәүи итеп дөйөмләштерелеп бирелә... Шағир өсөн йылға яҙмышы кешеләр, ил яҙмышына бәрәбәр, үткән менән бөгөнгө хәле аша Таналыҡ йылғаһы хәленә килеп бәйләнә.

Ҡәҙим Аралабайҙың «Таналыҡ тауышы» поэмаһы икән. Бер тында уҡып сыҡтым. Иҫтә: 1999 йылда шағирҙың «Ҡаратау тотҡоно» поэмаһы баҫылған ине... «Тарас менән Ҡарас», «Сапҡын», «Батыр яраһы», «Беҙ – кеше», «Саҙаҡа»... тиҫтәнән артыҡ поэма яҙҙы Ҡәҙим Аралбай. «Рух яҙыуы», «Күк бүре». Ә поэмасының илһам шишмәһе «Аҡ тирмә» поэмаһынан башланған ине бит. Эйе, нәҡ шул киң билдәле, заманында шаулаған лиро-эпик әҫәрҙән!

Эйе, шул осорҙан бирле Аралбай – поэмасы, поэма жанры оҫтаһы, тигән фекер нығый бара. Ә шиғырҙары нисек? «Юшан» шиғырын алайыҡ. Бәләкәй шедевр.

Йәйге иртәләрҙә сыҡһам ҡырға...

Ниндәй һутлы тел, донъяны образлы ҡабул итеү, ниндәй картиналылыҡ! Тере дала күҙ алдына баҫа, уның әрем еҫен тояһың, төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша. «Ҡарасҡы», «Полонез», «Вәлиди Туғанға», «Атай йәшен йәшәгәндә», «Бер кемде лә күргем килмәй», «Япраҡ бураны» шиғырҙарын алайыҡ. Шулай ҙа нәҡ шул «Юшан» үҙе бәләкәй поэманы хәтерләтә бит. Йәки унда миниатюралағы поэма бар. Поэмаса фекерҙәр... Прозала уны «романса фекерләү», йырҙа «оҙон тынлы» тип атайҙар. Ҡыҫҡа йырҙар була, прозала хикәйәселәр бар.

Хикәйәсе тормоштоң бер фрагментын ала, бер тамсыла даръя сағыла, ә романсы тормошто киң панорамала, бөтөн тулылығында сағылдырырға ынтыла: поэмасы ла тормош факттарын тарихи һәм фәлсәфәүи яҫылыҡта дөйөмләштерергә тырыша. Ул киң планда ала, тотошлай... Фекерләү киңлеге, ҡоласлы итеп һүрәтләргә ашҡыныу тип атайыҡмы быны?

Ҡәҙим Аралбай, мәҫәлән, «Сапҡын» поэмаһында бер факттан сығып, халыҡ тарихына күҙ ташлай. «Һин курьермы», – тип һорайҙар лирик геройҙан. Лирик герой һиҫкәнә: әһә, аңында сапҡын булып Ырымбур линияһын һаҡлау хеҙмәтендә торған тоҡомдаштары яҙмышы – оло тарих һынлана.

Сал тарихтан, ана, сабып сыға

Ҡамсат бүрекле сапҡын – Салауат...

Йәиһә тарихыбыҙҙың теге йәки был осорҙарындағы батырҙары ла шағирға сапҡын, шул осорҙоң хәбәрсе, кәүҙәләнеше булып күренә.

Ғөмүмән, «Сапҡын» – символик әҫәр. бик йыйнаҡ һәм художестволылыҡ яғынан бик камил поэма. Ҡәҙим Аралбай ижадының иң характерлы сағылышы. Был тәңгәлдә беҙ поэманың тағы бер төп сифатына һәм Аралбай шиғриәтенең бер үҙенсәлегенә килеп төртөләбеҙ. Ким Әхмәтйәнов китабы буйынса ла поэма – лиро-эпик жанр. Ул да һуңғы осорҙа беҙҙә гел эпик йәки сюжетлы поэмалар тыумай, хатта уларҙы иҫкелек күренеше тип һанайҙар, тип белдерә. Ә Пушкин, Лермонтов, Хафиз, Низами поэмалары? Үҙебеҙҙә «Бала», «Шоңҡар», «Үлмәҫбай», «Улымды эҙләп барам»...

Аралбай ҙа гел сюжетлы поэмалар яҙмай – ул беҙҙә ассоциатив поэмаларҙың иң характерлы үрнәктәрен тыуҙыра. Был тәңгәлдә «Тарас менән Ҡарас» поэмаһы ғына бер ни тиклем айырылып тора, унда тарихилыҡ, теүәл эпик сюжетлылыҡ төҫмөрләнә. Тағы «Ҡаратау тотҡоно», «Батыр яраһы» поэмалары... Уларҙы поэма-дастандар тип атарға мөмкин булыр ине. Бында теҙмә менән сәсмә аралаш килә, тарихи хәл-ваҡиғалар, тарихи шәхестәр... Ләкин бында ла шағир тарих буйынса эҙмә-эҙ бармай, ә тарихи факт тыуҙырған фекер, дөйөмләштереүгә нығыраҡ иғтибар итә. Тарихи геройҙарҙың тарихҡа, киләсәккә, халыҡҡа мөнәсәбәте менән күберәк ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, «Тарас менән Ҡарас» тарихи факттарға нигеҙләнгәнсә лә, дастан ҡалыбында түгел, ә балладаны хәтерләтә. «Сапҡын» да поэма-баллада, ә «Беҙ – кеше» поэма-ҡобайыр стилендә яҙылған, шағирҙың шул дәүерҙәге милли күтәрелешкә ҡарата үҙенең мөнәсәбәте, уй-фекерҙәре, фәлсәфәһе...

Әйткәндәй, поэмасының иң фәлсәфәүи поэмаһы – «Рух яҙыуы». Гел фәлсәфә! Мин ҡараламама «иң камил, иң фәлсәфәүи, иң абстракт, шул уҡ ваҡытта заманыбыҙҙың иң аныҡ, иң киҫкен проблемаһына (милли мәсьәләгә) бағышланған» тип теркәп ҡуйғанмын. Ә «Күк бүре» – ижадының иң символик поэмаһы. Иң бөтөн, иң оҫта сәнғәтсә эшләнгән әҫәре. Башҡорт осо бүре нәҫеленә барып тоташа... Бүреләрҙе урманда ҡыралар – башҡортто ла бүлгеләп тараталар.

Ғайса Хөсәйенов «Тарас менән Ҡарас»ты «һикһәненсе йылдарҙың иң күренекле поэмаларының береһе», тине. Ҡәҙим Аралбайҙың иң шәп поэмаһы ҡайһыһы? Берәүҙәр «Таналыҡ тауышы» тине. Автор ҙа һуңғы китабын шул исем менән атай. Миңә «Рух яҙыуы» (шағирҙың бөтә ижады халҡыбыҙ асылы, милли рухыбыҙ хаҡында һыҙланыулы уйланыу ул), «Күк бүре», «Ожмах ҡапҡаһы» (2015) оҡшай. Мәҫәлән, «Саҙаҡа» поэмаһы (1990). Кеше, уның башҡаларға, шул башҡаларҙың (йәмғиәттең, илдең) уға мөнәсәбәте тураһында саф поэма-монолог. Күңел һыҙланыуы, хатта шиғриәт жанрында прозалағыса кеше психикаһы асырға ынтылыш. Уҡыусыны тормош, йәшәйеш тураһында фәлсәфәүи уйҙарға тарыта. Был поэма ла, шиғырҙың башҡа поэмалары кеүек, оҙон түгел, уҡыусыны ялҡытмай: килә-килә лә, тартылған ҡылдай, өҙөлөп китә, моңо сыңлап ҡала.

«Атлы башҡорт» поэмаһы («Ватандаш», 2013, № 6) башҡорт халҡының XIX быуат башында рус армияһы менән француз яуында ҡатнашыусы хаҡында. Поэма-реквием, алыҫ илдә аяуһыҙ яуҙа башын һалған атлыларҙың һыны терелеп киткәндәй була. Күҙ алдында – өйҙә саҡта, далала уяу-тере ҡойолар уйып йөрөгән Торомтай Сатаев батыр шағирҙың алыҫ ата-бабаһы икән. Яҡташ менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға, уны үҙеңдең ҡандашың тип танырға, ошо бәйләнеште уҡыусы күңеленә лә еткерергә!..

Автор йәнендәге ярһыу шулай бер уй, уҡыусының күңеленә лә етә, уны ла ҡуҙғыта.

Ә башҡорт шиғриәтендә Ҡәҙим Аралбай тигән күренеш ысынында «Аҡ тирмә» поэмаһы менән башланған ине бит! Уҡыусы нәҡ «Аҡ тирмә» аша Ҡәҙим Аралбайҙы күрҙе, таныны, уны «Аҡ тирмә» авторы булараҡ ҡабул итте:

Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле,

Бар Ватанға тора күренеп,

Яҡты моңға, наҙ-һағышҡа тулы

Аҡ тирмәле халҡым күңеле.

Уҡыусы хәтеренә шағир теге йәки был өнө, шиғри юлы менән хәтерендә ҡала. Аралбай, тиһәләр: «Башҡортостан – аҡ тирмәләр... Бар Ватанға тора күренеп...» «Аҡ тирмә»нең теле сатнап-шаҡылдап тора, йырлап тора, аңға һуға.. Шағирҙың иңрәүҙәре һинең дә йөрәгеңә күсә... Ни өсөн? «Батыр яраһы»нда, «Тарас»та, «Таналыҡ тауышы»нда глобаль, мөһим һәм мөһабәт мәсьәләләр күтәрелә. Эйе, тегеһе камил фәлсәфәүи, быныһы бөтөн символик поэма, сәнғәтсә эшләнгән, ә «Аҡ тирмә» йәнгә үтә, күңелде яулай. Сере ниңә? Белмәйем. Аңлатып булмай. Әллә был әҫәрҙең, теманың ихласлығында, башҡалар күңелендә лә тыуған ауыл тойғоһо ҡуҙғата алыуы да? Шағир уны йөрәк ҡаны менән яҙған бит. Күренеп, һиҙелеп тора.

Тағы ла «Таналыҡ тауышы» ҡолағыма салына. Таналыҡ – яртылаш киҫелгән-ҡороған йылға.

Таналығым!

Тауышың тынмаҫ әле,

Яңғырар йыраҡ-яҡын яҡтарға...

Бында поэмасы бер факт аша тарихтарҙы, яҙмыштарҙы байҡауға, тотош ил киләсәген күҙаллауға ирешә, киң фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәр яһай. Поэмасы. Тормошто ҡоласлы һүрәтләргә ынтылыуы.

Шулай ҙа мин күңелемдән ҡабат «Аҡ тирмә»гә (тәүге һөйөүемә) әйләнеп ҡайтам, тағы шағирҙың шишмә башына күҙ һалам: «Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле...» «Аҡ тирмә» поэмаһы – башҡорт шиғриәтенең классикаһына ингән әҫәр ул. Шул әҫәрҙә бөтә үҙе – Аралбай-поэмасы.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.