Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Алда Кирәмәт



Яуап

 

 Яуап яҙыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар. Ғабдулланың яҙылып бөтмәгән дәфтәренән ҡағыҙ йыртып алдылар. Ләкин өйҙә ҡәләм заты ла, яҙыу ҡараһы ла табылманы. Башлыҡ һаҡсыл кешеләрҙән түгел ине. Әлеге Яҡуп йүгереп өйҙән ҡәләм алып килде. Хатты яҙа башлағансы уҡ, Нәғимә инәй, ҡулына аҡса тоттороп, Айҙарҙы почтальонға маркалы конверт алырға ебәрҙе.

 Хатты Вәзир яҙҙы, сөнки уның яҙыуы арала иң матуры ине. Яҙҙы тигәс тә, үҙ башынан уйлап сығарманы. Уға Нәғимә инәй бөтәһен дә теҙеп әйтеп торҙо.

 - Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы ейәнем Ғабдулла! Яҙҙыңмы? - тип һораны Нәғимә инәй.

 - Яҙҙым да, "ғиззәтле" һүҙендә ике "з" яҙайыҡмы әллә берәү ҙә еткәнме?

 - Нисәү кәрәк, шул тиклем яҙ. Етмәй ҡалғансы, артыҡ булһын, икене ҡуй.

 - Нимә тигән һүҙ ул ғиззәтле?

 - Мин үҙем дә белеп еткермәйем уны. Әммә хат башына уны ҡуймай килешмәй, һин күп төпсөнмә, әйткәнде яҙа ултыр. Әйҙә, баштан башлайыҡ: - Һеҙки ғиззәтле вә хөрмәтле булып тороусы ейәнем Ғабдулла!

 Бер кәлимә һүҙемде әйтерҙән әүәл, бер генә шәлкем сәскә кеүек сәләмдәремде һиңә күндереп ҡалайым, тим. һин ятҡан Ҡултабан яҡтарынан күҙҙәрен дә алмай зарығып көткән өләсәйеңдән күптән-күп сәләм, йәнә Яйыҡ буйында йәйләүҙә һыйыр һауып, һинең өсөн янып-көйөп йәшәүсе әсәйеңдән сәләм. Дәхи атайыңдың да, әсәйеңдең дә кендеген киҫеп, өйҙә лә, илдә лә хөрмәт күреп торған Йәмлегөл инәйеңдән сәләм. Олатайыңдың һупарҙаш дуҫы Аллабирҙе олатайыңдарҙың бөтә өй эсенән сәләм. Оло башын кесе ҡылып, юҡ ваҡытын бар күреп, һине духтырға үҙ ҡулдары менән илтеп тапшырған Шәрифулла ағайыңдан сәләм. Атайыңдың иң яҡын ҡорҙашы, хәҙергеһе көндә кәнсәлә счет төймәһе тартып ултырыусы сатан Сәхипгәрәйҙән сәләм. Ике яҡ ут күршеләрҙән өй эстәре менән сәләм. Сәләм шуның менән тамам.

 - Ә беҙҙән? - тине Яҡуп. Нәғимә инәй хатаһын тиҙ үк аңлап алды ла дауам итте:

 - Тамам тигәнсе өҫтәп яҙ: - Бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәрең Вәзирҙән, Яҡуптан, Айҙарҙан күп сәләм. Сәләм шуның менән тамам.

 Ейәнем Ғабдулла, һинең ебәктән затлы, алтындан ҡиммәтле хатыңды мең дә туғыҙ йөҙ ҙә илленсе йылдың ун икенсе июнь көнөндә өйлә ваҡытында алып тиҫтерҙәрең Айҙар, Яҡуп, Вәзир менән ҡат-ҡат уҡып сыҡтыҡ, һинең аҫыл һөйәктәрең һыҙлағанда минең йөрәккәйем әрнеү бушҡа ғына булмаған икән. Ярай, аҙағы хәйерле бөтһөн инде. Бер сабый баланы һәләкәттән ҡотҡарып, күпме кешенең ҡайғыһын юйҙың бит һин. Әгәр ҙә ки һинең күҙ алдыңда шул баланы үгеҙ һөҙөп үлтерһә, ғүмер буйы йәнең ғазаптан сыҡмаҫ ине. Йән ғазабы тән ғазабынан әсерәк була ул. Инде хәҙер духтырҙарыңды тыңлап ҡына тор. Һауыҡҡас, телефон сыбығы аша хәбәр ит. Колхоз рәисе Дәүләт ағайың әйтте, Ғабдулланы алырға иң яҡшы айғырҙы ектерермен, тине. Ундай айғырға элек губернатор ғына ултырып йөрөй ине.

 Беләгем ҡысыта, тигәнһең. Әйт духтырыңа, мунса яғып кертһендәр. Ҡайын миндеге менән сабып ҡарағыҙ. Әммә үтә эҫе сапмағыҙ. Күстәнәстәреңде ашағандан да артыҡ булдым. Эсең бошҡанда, һин үҙең аша уларҙы. Өләсәйеңдең күстәнәсе итеп аша. Әллә берәй тиҫтә йомортҡа, берәй көршәк ҡаймаҡ ебәрәйемме тигәйнем дә, Дәүләт ағайың кире һүрҙе. "Бәлнистә ашау етә ул", - тине.

 Йәнә шул да мәғлүм булһын. Йорт-ер, малтыуар, ҡош-ҡорт бары менән шөкөр, имен. Тауыҡтар йомортҡа һалып тора. Теге сыбар тауыҡ ун ике себеш сығарҙы. Һыйырҙың да һөтө был арала арта төштө. Элекке көндө, эсебеҙ бошоп, Йәмлегөл инәйең менән баҫыуға сыҡҡайныҡ. Игендәр бик матур күренә. Түбән ос Әмирхандарҙың мунсаһы янып китте. Башҡа бәлә-ҡаза күреүсе юҡ. Именлек улай.

 Хәҙер инде һинең һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуыңды зар-интизар булып көтөп ҡалабыҙ. Ҡайтып күҙемә күренһәң, атайыңдың миҙалын берәй көн тағып йөрөргә биреп торормон тип торам әле. Бер көн миҙал тағып йөрөрлөк кенә эш күрһәтмәнең түгел, күрһәттең. Гөлнур тураһында һорағанһың. Ул һау-сәләмәт, йүгереп йөрөй. Ҡош телендәй генә хатымды ошо ерҙә тамамлап, һиңә аҡ юлдар теләп ҡалыусы өләсәйең.

 - Ә балыҡтар хаҡында, өләсәй?

 - Бая ла һорармын тинем дә, оноттом. Ниндәй балыҡтар һуң ул?

 - Уныһы сер, өләсәй.

 - Һеҙҙең серегеҙ бөтөрмө. Әләйһә, белгәнеңде үҙең өҫтәп яҙ ҙа ҡуй.

 Вәзир үҙ белдеге менән өҫтәп ҡуйҙы: Ғабдулла, балыҡтар өсөн ҡайғырма. Улар иҫән. Тиҙерәк ҡайт!

 Хатты әйтеп тороусы өләсәйең, яҙыусы Вәзир.

 Айҙар хат яҙылып бөткәнсе үк урап ҡайтҡайны. Баҫма хәрефтәр менән Вәзир бик матур итеп адрес яҙҙы. "Тапшырырға: Ғабдулла Юламановҡа" тигән һүҙҙәрҙең аҫтына ла һыҙып ҡуйҙы.

 - Ҡана, өләсәй, үҙем йүгереп кенә почта тартмаһына һалып киләйем, - тине Яҡуп.

 - Рәхмәт, балалар, үҙем юл ыңғайында һалып китермен әле. Шул яҡҡа бараһым да бар ине, - тине Нәғимә инәй. Мейес артындағы тартманан алып, ул малайҙарға икешәр йомортҡа һондо. Тегеләр алмаҫҡа итеп ҡараһалар ҙа, булдыра алманылар, һыйҙан оло булырға ярамай. Бөркөтлөлә йола боҙоу ғәйепкә һанала.

 - Тора биргәсерәк инеп сыҡһаң, Яҡуп, тағы бер ҡат уҡып ишеттерер инең, - тип ҡалды Нәғимә инәй.

 Яҡуп баш ҡаҡты.

 Малайҙар сығып киткәс, Нәғимә инәй, һандыҡтан алып, оҙон сыбар күлдәген, йәшел бәрхәт камзулын кейҙе, яңы ҡушъяулығын бәйләне. Уның башҡа барыр ере юҡ ине. Ейәненә хатты инәйҙең үҙ ҡулдары менән һалғыһы килде. Ә шундай күңелле эште ул байрамса кейенеп эшләргә булды.

 Нәғимә инәй йүгерә-атлай клуб эргәһенә килде. Ана, ишектең һул яғында ғына почта тартмаһы эленеп тора. Ниндәй уңмағандар был почта кешеләре! Тартманы бер иле туҙан баҫҡан бит. Нәғимә инәй тартма өҫтөнә ҡунған туҙанды башта өрөп төшөрмәксе итте. Былай ғына барып сыҡмағас, камзул кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, уны һәйбәтләп һөрттө. Шунан һуң ғына, кескәй ҡапҡасты асып, хатты эскә төшөрҙө. Ул тиҙ генә боролоп китмәне. Тартмаға байтаҡ ҡарап торҙо ла йомшаҡ ҡартлас ҡулдары менән уны һыйпап, һөйөп ҡуйҙы.

 - Ҡош ҡанатҡайҙары юлдаш булһын! - тине ул.

 Юл

 

 Үҙ башың менән ныҡлап уйлаһаң, теләһә ниндәй нәмәнең осона сығырға була. Бер көндө кис тау яғында һыйыр ашатҡанда малайҙар, уйлай торғас, шундай фекергә килделәр: иртәгә үк Ғабдулла янына барырға кәрәк. Нимә эшләп һуң әле был уй уларға элегерәк килмәгән? "Өс таған"дың башлығы ғазап сигеп больницала ята, ә былар, һис нәмә булмағандай, шаярып йөрөй. Дуҫтарының хәлен барып белеү иҫтәрендә лә юҡ. Шул да булдымы иптәшлек?

 Малайҙарҙың өсөһө лә өйҙәренә ҡайтҡас, иртәгә ҡояш менән бергә юлға сығасаҡтарын әйттеләр. Ғабдулла исеме сыҡҡас, ата-әсәләрҙән берәү ҙә ҡаршы төшмәне. Хатта Гөлйемеш апай ҙа икеләнеп-нитеп тормай риза булды. Ә Айҙарҙың әсәһе ҡыуанып уҡ китте.

 - Әллә ҡасан кәрәк ине! Йөрөйһөгөҙ шунда йыйын йүнһеҙ, - тине ул. Үҙ балалары ауыҙынан өҙөп булһа ла Ғабдуллаға тип әҙерләгән йомортҡаһынан, майынан күстәнәс йүнәтте. Яҡуптың әсәһе кескәй банкаға һалып бал, байтаҡ ҡына йыуаса ҡуйҙы. Ҡорбанбикә еңгә осормалағы йөн араһына йәшергән ҡарағат ҡағынан бер оло йәймә алып бирҙе. "Сәйенә һалып эсһен, һөйәкте йомшарта ул", - тине.

 Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса үҙ өҫтөнә алган Айҙар кистән үк иптәштәренә төрлө бойороҡтар бирҙе. Кейем-һалымға арала иң бөтөн иҫәпләнгән Яҡупҡа ике ҡат салбар, ике ҡат күлдәк кейергә ҡушты.

 - Эҫе булыр бит, - тип ҡараны тегеһе.

 - Эҫе һөйәк һындырмай ул. Яҡуп төпсөнөргә тотондо:

 - Ә ниңә ике ҡат?

 - Кәрәк булыуы бар.

 Был юлы Вәзиргә лә һары сатин күлдәкте кейергә тура килде. Әллә ҡайҙа сит ергә барып күлдәкһеҙ йөрөү абруйһыҙлыҡ булыр ине. Һәр нәмәнең самаһын белергә кәрәк.

 Ҡояштың тәүге нурҙары офоҡ ситен тишеп сыҡҡанда, ҡулдарына төйөнсөктәр тотҡан өс малай юлда ине инде. Башта улар бик йылдам атланылар, тау түбәне тура килгәндә, йүгергеләп тә алдылар. Ҡояш күтәрелгән һайын, юлсыларҙың аҙымы һүлпәнләнә барҙы. Таш араһынан сылтырап ҡына аҡҡан бер шишмә янында һыу эсергә туҡтанылар. Ләкин улар, һыуһауҙан былай, асыҡҡайнылар инде.

 - Әйҙәгеҙ, тамаҡ ялғап алабыҙ,- тине Вәзир. Был урынлы тәҡдимде берәү ҙә кире ҡаҡманы.

 - Тамаҡ ялғарға ғына ултырған малайҙар ошо шишмә янында көнлөк аҙыҡтарын йылт иттереп кенә ҡалдырҙылар. Ашап туйғас, Айҙар килештереп нәтижә лә сығарып ҡуйҙы:

 - Ярай, көнлөк аҙыҡ ҡорһаҡта булыр.

 Шишмәнән ятып һыу эстеләр ҙә юлсылар йәнә юлдарында булдылар. Уларҙы байтаҡ ара атлы ла, машина ла ҡыуып етмәне. Малайҙар, урман, тау араларын үтеп, дала юлына сыҡтылар. Ҡултабан дала яғында. Вәзир юлды яҡшы белә. Ул, атаһына ултырып, былтыр ғына ике тапҡыр Ҡултабан баҙарына барғайны.

 Ярты юлды үткәс, малайҙарҙы оҙон бүрәнә тейәгән тағылма арбалы машина ажғырып ҡыуып етте. Өсөһө лә ҡулдарын күтәрҙеләр. Машина былар тураһына яй ғына килеп туҡтаны. Шофер ишекте асып ебәрҙе. Ул ун ете-ун һигеҙ йәшлек кенә егет ине:

 - Ҡайҙа юл тоттогоҙ, юлсылар?

 - Ҡултабанға.

 - Ни етмәгән унда һеҙгә?

 - Беҙҙең иптәшебеҙ больницала ята. Үгеҙ һөҙөп имгәтте. Шуның хәлен белергә барабыҙ.

 - Ултыртығыҙ әле, ағай?

 - Йөк бик ауыр, - тип шаяртты шофер,- машина тарта алһа ярай ҙа.

 - Тартыр әле. Юл тигеҙ бит,- тип тынысландырҙы уны Яҡуп. - Беҙ еп-еңелбеҙ.

 - Улайһа ултырығыҙ. Тик кабинаға бөтәгеҙ ҙә һыймаҫһығыҙ. Берегеҙгә өҫкә ҡунаҡларға тура килер.

 - Өҫөбөҙ ҙә өҫтә барайыҡ, ағай.

 - Ҡарағыҙ уны, осоп төшмәгеҙ. Бәләгеҙ үҙегеҙҙән ҙур булыр.

 Һә тигәнсе малайҙар бүрәнә өҫтөнә менеп ҡунаҡланылар.

 Дала юлы тигеҙ, йомшаҡ ине. Машина бәүелтеп кенә алып бара. Малайҙарҙың күңел күтәрелеп китте. Юлдың ике яғында игендәр күкрәп үҫеп ултыра. Баҫыу өҫтөндә еңелсә ел йүгереп уйнай. Алыҫта, артта, тауҙар күгәреп ята. Бөркөтлө лә шул яҡта күмелеп ҡалды. Тауҙар итәгендә төтөн бағаналары күренә. Йәйләүҙәгеләр усаҡ яҡҡандар, күрәһең. Бөтә түбәләрҙән юғары булып, Кирәмәттең аҡ түбәһе ялтырап тора. Беҙҙең яҡта Кирәмәтте тауҙар батшаһы тиҙәр.

 Рәхәтлеккә сыҙай алмай, Айҙар йырлап ебәрҙе:

 

 Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем,

 Аяҡ балтырҙарым талһа ла, имгәкләп...

 

 Йырлағанда ул бөтә донъяһын онота. Әле лә йырлай торғас, төйөнсөгөн яңылыш бүрәнәгә бәреп алды. Сепрәк аша шыйыҡ нәмә һарҡый башланы. Ғабдуллаға күстәнәскә тигән йомортҡалар шундай йоҡа ҡабыҡлы булып сыҡты. Ләкин Айҙар ҙа, башҡалар ҙа быны күрмәне, һарҡып сыҡҡан йомортҡа шыйығы ҡояшта тиҙ үк кибеп тә өлгөрҙө. Ҡара сепрәк бөтә серҙе йәшереп ҡалдырҙы.

 Ҡултабанға еткәс, шофер машинаһын туҡтатты.

 - Мин, ауылға инеп тормай, тура китәм. Ғәйепләштән булмаһын, егеттәр, илтеп үк еткерә алмайым, - тине ул, ишектән башын сығарып. - Ҡайһығыҙҙыр бик шәп йырлай икән. Юл һиҙелмәй ҙә ҡалды.

 - Бына был, - тип Айҙарға төртөп күрһәтте Яҡуп.

 - Молодец, ҡустым! Малайҙар машинанан төштө.

 - Рәхмәт, ағай! - тине өсөһө лә аллыартлы. Ғабдулла өлөшөнә инеп, Айҙар шоферға ике йомортҡа ла бирергә уйлағайны, баҙнат итмәне. "Йә алмаҫ, алмаһа оят булыр", - тип икеләнде.

 - Больница ауылдың арғы осонда, урман ситендә булыр. Оло урамдан туп-тура менәһегеҙ ҙә китәһегеҙ, - тип юл өйрәтте лә шофер ҡуҙғалып китте.

 Юлсылар йәнә йәйәүгә ҡалдылар. Ләкин больница күҙ күреме ерҙә генә ине. Ауыл уртаһындағы йылғаға еткәс, малайҙар өҫтәрендәге туҙанды ҡаҡтылар, йыуынып алдылар. Улар бит мал аҙбарына бармайҙар, больницаға баралар, һәр нәмәнең үҙ рәте була.

 Больница болдоронда аҡ халатлы оло ғына бер ҡатын һарыҡ йөнөнән шәл бәйләп ултыра ине. Ихата эсендәрәк тағы бер ағас йорт бар. Уның эргәһендәге эскәмйә артына һөйәлеп, йәш кенә ҡатын бала имеҙеп тора. Ҡойма буйындағы йыуан ҡарағасҡа арҡаларын терәп, ике ир сүкәйгән. Ситтән килгән ауырыуҙарҙы врачтар ошо йортта ҡабул итә.

 Ихатала ағастан-ағасҡа тартылған бер нисә оҙон епкә аҡ кер эленгән. Болдорҙа ултырған ҡатын, бәйләүенән туҡтамай ғына, ара-тирә керҙәргә күҙ һалып ала. Күрәһең, шул тирәлә уралыусы кәзәләрҙән һаҡлай торғандыр. Кәзә малы аҡ кер сәйнәргә һәүәҫ була ул.

 - Апай, - тине Вәзир, - беҙ иптәшебеҙҙең хәлен белергә килгәйнек. Юламанов Ғабдулланы күрергә кәрәк ине.

 - Уның хәле шәп хәҙер, - тине апай. - Дүртенсе палатала яңғыҙы ята. Тик әле инергә ярамай. Иртәнге аштан һуң йоҡо сәғәте. Төштән һуң үҙе сығыр.

 Дуҫтарын күрергә атлығып килгән малайҙар өсөн был күңелле хәбәр түгел ине.

 - Беҙ шым ғына инербеҙ, апай, аяҡ остарына ғына баҫып. Кертегеҙ инде, - тип ялбарҙы Яҡуп.

 - Аяҡ остарына баҫып та ярамай, бармаҡ остарына баҫып та ярамай. Барығыҙ. Аҙаҡ килерһегеҙ.

 - Беҙ бик алыҫтан килдек бит, апай. Бөркөтлө ауылынан.

 - Бөркөтлөнән ни ҙә, Ҡарғалынан ни - барыбер ярамай.

 Малайҙар урман ситенә барып, ҙур ҡайын күләгәһенә һуҙылып яттылар.

 - Эштәр шәптән түгел. Көн үтә, - тине Айҙар.

 - Юл уңманы былай булғас, - тип өҫтәне Яҡуп.

 - Юл уңманы тип уфтанып ятһаҡ, уңмаҫ инде. Уңдырырға кәрәк уны, - тине Вәзир.

 Юлсылар быш-быш һөйләшеп, ниндәйҙер кәңәш ҡороп алдылар.

 Малайҙар йәнә больница эргәһенә әйләнеп килделәр. Болдорҙа шул уҡ ҡатын шул уҡ шәлен бәйләп ултыра ине.

 - Ваҡыт бер ҙә үтмәй бит әле, апай, - тиген булды Вәзир, - берәй эшегеҙ бармы шунда? Тик йөрөгәнсе, эшләй торор инек.

 - Эшләйем тигән кешегә эш бөтәме...

 - Теләһә нимә ҡушығыҙ, беҙ өсәүләп тотонһаҡ...

 - Иренмәһәгеҙ ни... анау керҙәр кибеп ҡатып бөтәләр инде. Алымымды сығайым тип һаман ҡулым теймәй. Шуларҙы бынау аласыҡҡа ташыһағыҙ, бер ҙә ҡулығыҙ ҡалмаҫ. Рәхмәт алырһығыҙ. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Ҡарағыҙ уны, төшөрөп бысрата күрмәгеҙ!

 - Беҙ ипләп кенә, апай...

 Малайҙар шунда уҡ эшкә кереште. Әлегә апайға мөмкин тиклем ярарға тырышыл, улар үтә һаҡ, үтә ипле тотондолар.

 - Була бит балалар, - тин эсенән һоҡланып ултырҙы апай. - Минеке ҡушҡанды ла эшләмәй, ҡарыша.

 Кер эленеп торған урында бер аҙҙан төйөнлө-төйөнлө аҡ ептәр генә тороп ҡалды.

 - Бына рәхмәт үҙегеҙгә! Уңған балалар икенһегеҙ, - тип маҡтаны апай.

 - Рәхмәтте алдыҡ инде, апай, - тине Айҙар, - хәҙер шул рәхмәтегеҙ беҙҙе бәләнән дә ҡотҡарһын. Беҙгә иптәш янына инергә кәрәк.

 - Ах, шаяндар, ах, хәйләкәрҙәр! Һеҙҙең менән ни эшләмәк кәрәк инде. Врач күреп ҡалһа, бөтәбеҙгә лә эләгәсәк.

 - Беҙ эләгеүҙән ҡурҡмайбыҙ ҙа ул.

 - Юҡ, юҡ, ярамай... Өсөгөҙҙө лә индерә алмайым.

 - Һеҙ икебеҙҙе генә индерегеҙ. Бына был тышта көтөп торор. - Айҙар Вәзирҙең еңенән тартып ҡуйҙы.

 - Ҡарағыҙ уны, тынығыҙ ҙа сығаһы булмаһын. - Ҡатын тирә-яҡҡа күҙ йөрөтөп алды. - Дүртенсе палата. Ингәс тә уң ҡулда икенсе ишек.

 Айҙар менән Яҡуп, аяҡ остарына ғына баҫып, эскә инеп китте. Вәзир болдорҙа ултырып ҡалды.

 - Кемгә бәйләйһегеҙ был шәлде? - тип һүҙ ҡушты Вәзир. Уға ҡатындың иғтибарын ситкә ебәрмәҫкә кәрәк ине.

 - Кейәүҙәге ҡыҙым һорағайны. Үҙе быҙау ҡарай. Бер ҙә генә бушамай.

 - Минең әсәйем тауыҡ фермаһында эшләй.

 - Тауыҡтары һаламы һуң?

 - Тәгәрәтеп кенә торалар. Йыйып өлгөрөп булмай. - Быныһын, әлбиттә, Вәзир арттырыбыраҡ ебәрҙе.

 Ҡатын бик һүҙсән булып сыҡты. Әңгәмә ҡуйырғандан-ҡуйыра барҙы. Вәзиргә шул кәрәк тә ине. Ҡатын үҙенең бөтә белгән һөнәрҙәрен берәм-берәм теҙеп китте. Ул шәл дә бәйләй, мейес тә һала, кейем дә тегә, ҡурай ҙа тарта, быйма ла баҫа, театрҙа ла уйнай икән. Үҫмер ваҡытында һабантуйҙарҙа малайҙар рәтенә хатта ат та саптырған. Шундай сая ҡыҙ булған ул...

 Иптәштәре килеп ингәндә, Ғабдулла, түшәмдәге себендәрҙе һанап, карауатында салҡан ята ине. Ул ҡапыл һиҫкәнеп тороп ултырҙы. Иҫән ҡулы менән күҙҙәрен ыуып алды. Тегеләре инделәр ҙә ишек төбөндә ҡатып ҡалдылар.

 - Килдегеҙме ни?- тине Ғабдулла, башҡа һүҙ тапмағас.

 - Килдек. Терелдеңме инде?

 - Терелдем.

 - Ҡулың да һыҙламаймы?

 - Хәҙер һыҙламай инде.

 Малайҙар тәүтапҡыр бер-береһенә ҡул биреп күрештеләр.

 - Вәзир ниңә килмәне?

 - Килде. Уны индермәнеләр, тышта ҡалды.

 - Бына һиңә күстәнәс килтерҙек. Ҡағы Вәзирҙеке.

 - Күстәнәс өсөн рәхмәт тә, тик тамаҡҡа аш бармай. Өйгә ҡайтҡы килә. Өләсәйем иҫәнме? Балыҡтар тереме?

 - Бөтәһе лә һикерешеп тора. Һине ҡасан ҡайтаралар?

 - Тағы ун көндән, тиҙәр. Бер аҙнанан балсығын ҡуптарасаҡтар.

 - О-һо-о!

 - Салбар булһа, әллә ҡасан тәҙрәнән сығып ысҡыныр инем. Салбарҙы ғына бирмәйҙәр. - Ғабдулла тәҙрә эргәһенә килде. Был яҡ урманға ҡарай ине.

 - Эт тә күрәсәк түгел, - тип өҫтәне ул.- Бынау селтәрҙе ысҡындырып алаһың да...

 - Кейем-һалым беҙҙә етерлек ул, - тине Айҙар. - Ана Яҡупта ике ҡат.

 Башҡаса һүҙ артыҡ ине. Ғабдулла өҫтөндәге аҡ күлдәк-ыштанды һалдырып ташланылар. Уға салбар кейергә булыштылар. Салбар таман булды. Тик күлдәк кенә тарыраҡ ине. Гипстағы ҡул еңгә һыйманы. Малайҙар быға аптырап ҡалманылар. Буйлы зәңгәр күлдәктең еңен Яҡуп шатырҙатып төптән үк йыртты ла алды.

 - Ҡайтҡас, әсәйем тегеп ҡуйыр әле, - тине ул.

 Ғабдулланың өләсәһенә тип йыйған күстәнәстәрен өҙөлгән еңгә тултырып, ике баштан төйнәп ҡуйҙылар. Айҙар тәҙрәгә көпләнгән селтәрҙе һаҡ ҡына ысҡындырҙы, һикерергә генә йыйынғанда, Ғабдулла иптәштәрен туҡтатты.

 - Билдә бирмәй китеү ярамаҫ, - тине ул. Тумбочка тартмаһынан ҡәләм-ҡағыҙ алып, кескәй генә яҙыу яҙҙы.

 "Ҡәҙерле доктор ағай!

 Һеҙгә күп рәхмәттәр яуһын. Мин һауығып бөттөм инде. Хәҙер ауылға ҡайтып китәм. Иптәштәрем кейем килтергән. Балсығын ҡуптарырға бер аҙнанан үҙем килеп етермен. Ғәйепләп ҡалмағыҙ.

 Ғабдулла Юламанов".

 Тәҙрәнән башта Айҙар төштө. Шунан Ғабдулла сыҡты. Айҙар уны биленән ҡосаҡлап күтәреп үк алды. Иң һуңынан Яҡуп һикерҙе. Ул, һөрлөгөп китеп, тубығын ҡарағай тамырына бәрҙе. Күҙенән уттар күренде. Әммә ыһ та итмәне.

 Урман араһына инеп, кеше күҙенән йәшеренгәс кенә, Айҙар, ҡош һайрауына оҡшатып, һыҙғырып алды.

 Вәзирҙең зирәк ҡолағына был иң матур моң булып ишетелде. Шулай ҙа ул кинәт кенә тороп йүгермәне.

 - Анау ҡыуаҡ артына барып ҡына киләйемсе, бик ҡыҫталдым, - тигән булды.

 Был саҡ теге ҡатын уға үҙҙәре ҡуйған һуңғы спектаклдең эстәлеген һөйләп ултыра ине.

 - Һөйләп кенә бөтөрәйем дә...

 - Ул театрҙы беҙҙең ауылда ла ҡуйҙылар. Мин ҡараным уны.

 Ҡарағас, ниңә башта уҡ әйтмәнең? Мин бүтәнен һөйләр инем. Әләйһә, бына быныһын күргәнең бармы?..

 Больница артында "ҡош" йәнә һайрап ҡуйҙы.

 - Их, йәмле лә һуң ошо йәй айҙары!- тип һоҡланды ҡатып. - Өҙҙөрөп ҡоштары һайрап тора.

 - Уф, эсем!- тип Вәзир бөгөлөп үк төштө.

 - Бар, больница артына, ҡыуаҡ араһына йүгер, - тип кәңәш бирҙе ҡатын.

 Вәзир, эсен тотоп, урам яғына йүгерҙе.

 

 Алда Кирәмәт

 

 Ҡайтҡан саҡта малайҙарға машина ла, ат та тура килмәне. Улар оҙон-оҙон юлды йәйәү ҡайттылар. Ләкин арыу-талыуҙың әҫәре лә юҡ ине.

 Көн кисләүгә, дүрт юлсы Ҡылыс аръяғындағы ҡалҡыулыҡҡа килеп етте. Ҡояш был ваҡыт Кирәмәттең нәҡ түбәһендә ултыра ине. Бынан ҡарағанда ул ялҡын бөркөп торған янар тау төҫлө күренә. Матур ҙа, шомло ла. Малайҙар, алыҫ тауға һоҡланып, оҙаҡ ҡарап торҙолар. Айҙар, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡысҡырып йырлап ебәрҙе.

 

 Алыҫтарҙан ғына ай күренә

 Кирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы,

 Ҡайҙарҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй

 Ир-егеткәй менән ат башы.

 

 Алда Кирәмәт. Бер нисә көндән дүрт терәүгә таянған "Өс таған" уның күленә йән индерер өсөн юлға сығыр. Ә юлға бер сыҡҡан кеше маҡсатына барып етмәй кире боролмай ул. "Өс таған" да кире боролмаҫ, ә бейек һәм бөйөк тауҙың түбәһенә күтәрелер.

 Йәнә йылдар үтер. Был малайҙар егет булып етер. Шул саҡ улар Кирәмәттән дә бейегерәк түбәләргә күтәрелерҙәр. Ерҙе генә түгел, күкте лә биҙәрҙәр улар.

 Һеҙ быға ышанаһығыҙмы? Мин ышанам.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.