Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ямғырҙан һуң



Ямғырҙан һуң

 Көн буйы яуған ямғыр кискә ҡарай ҡапыл туҡтаны. Китмәҫкә килгәндәй түшәлеп торған болоттар әллә ни арала таралып та өлгөрҙө. Ямғырҙа йыуылып таҙарған асыҡ зәңгәр күккә ҡояш яңынан хужа булды. Тик ҡайҙалыр бейектә аҙашып ҡалған ваҡ тамсылар ғына һирәк-һаяҡ тамғылап ҡуя. Эре тамсылар ергә төшкән саҡта, улар, уйынға мауығып, һауала тороп ҡалғандар, күрәһең. Ни тиһәң дә, бәләкәстәр шул. Уйынға бер керешеп китһәләр, донъяларын оноталар.

 Ул кескәй тамсылар шундай йылы, яғымлы булалар. Ҡулыңды һуҙып торһаң, усыңа һикереп иркәләнәләр, шаяралар. Усыңды йомһаң, бармаҡ араларынан сығып ҡасалар. Ҡалай шаяндар!

 - Әһә, ҡаптыңмы ҡармаҡҡа, эләктеңме бармаҡҡа! - ти Гөлнур, усына тамған тамсыны йомарлап. - Үҙе ҡалай йылыҡай... Унда, ҡояш эргәһендә, йылылыр шул. - Ул яңынан усын аса ла бүтән тамсыны саҡыра. - Йә, там инде, тағы бер генә там!

 Ҡыҙҙың кескәй усына тамсы тағы тама. Ул шарҡылдап көлөп ебәрә.

 Гөлнур ҡойма буйындағы йыуан бүрәнәнең бер башына атланған да ямғыр тамсылары менән һөйләшә. Ә бүрәнәнең арғы осонда Айҙар менән Ғабдулла байтаҡтан бирле һүҙһеҙ ултыра. Малайҙарҙың кәйефе һүрән күренә. Эше ҡалған кешеләр шундайыраҡ була инде. Улар бөтә урамды бер итеп шарлауыҡ эсендә сабышып уйнаусы ваҡ малайҙарҙың сыр-сыуына ла, Гөлнурҙың өҙлөкһөҙ һайрауына ла иғтибар итмәйҙәр. Үҙ мәшәҡәттәре үҙҙәренә еткән.

 - Был Өлгөнән дә уңманыҡ, - тине Айҙар, ниндәйҙер фекерҙәренә йомғаҡ яһап. - Кәрәкмәгәндә гел эргәлә урала, кәрәк саҡта күҙгә лә күренмәй, мәмәй.

 Һүҙгә ҡушылыу урынына Ғабдулла теш араһынан төкөрөп кенә ҡуйҙы. Был инде асыуҙың сиген аңлата ине.

 Бер аҙҙан Айҙар тағы һүҙ ҡуҙғатты:

 - Йә ул шөрләгәндер әле... Ә ҡарттың кәмәһе бер тигән. Тамсы ла һыу кермәй.

 Малайҙарға Яҡуптан бигерәк кәмә кәрәк ине.

 - Мине Башлыҡ тип һанайһыңмы? - тине Ғабдулла ҡапыл ғына.

 - Һанайым.

 - Һанаһаң, бар хәҙер үк Өлгөнө бында саҡырып килтер.

 - Әсәһе мине күреп ҡалһа, ғүмерҙә ебәрәсәк башы юҡ. Хәҙер сәрелдәргә тотонор.

 Нәҡ шул саҡ Айҙарҙың ҡолағына Гөлнур тауышы сағылып ҡалды. Ул инде аҡ таш эргәһендә үҫеп ултырған үлән ҡыяғы менән һөйләшә ине.

 Айҙар һеңлеһен үҙ эргәһенә саҡырып алды:

 - Гөлнур һылыуым, - тине ул, ярамһаҡланып, - һиңә турғай балаһы кәрәкме?

 - Кәрәк тә... Һин бит тота белмәйһең.

 - Беләм. Бына күр ҙә тор. Һинең тәтәй күлдәгеңде ҡотлап, бер юлы икене тотоп бирермен, йәме.

 Йә тип, Гөлнур үҙ юлына китмәксе итте. Уның баяғы үлән ҡыяғы менән һөйләшер һүҙе бөтмәгәйне әле. Ләкин ағаһы уны тиҙ генә ҡотҡарманы.

 - Ул тургай балаларына мин ситлек тә яһап бирермен, зәңгәргә буяп. Йәме.

 - Йә, - тип баш ҡаҡты Гөлнур. - Мин уларға ем һибермен. Эйеме?

 - Һиберһең. Шуның өсөн һин дә минең йомошомдо тыңла. Һин үҫкән бит инде.

 Был юлы "үҫкән" булғыһы килмәһә лә, Гөлнур ҡаршы өндәшмәне. Сөнки уға турғай балаһы бик кәрәк ине. Әлфиә исемле ҡыҙҙың турғайы булһын да, Гөлнурҙыҡы булмаһын, имеш. Ул, теләһә ниндәй йомошто тыңларға әҙер икәнен белдереп, ағаһының күҙҙәренә ҡараны.

 - Бар, һылыуым, тиҙ генә Яҡупты саҡырып кил, - тине Айҙар. - Тик ҡара уны, әсәһе күреп ҡалмаһын. Әрләшә ул.

 Яланаяҡтары менән бысраҡты сәпелдәтә-сәпелдәтә, Гөлнур Яҡуптар яғына ҡарай йүгерҙе. Барып еткәс тә, ул дөбөрләтеп ҡапҡанан килеп инмәне. Ҡойма ярығынан башта йорт алдын күҙәтеп сыҡты. Уның ҡарашы утынлыҡта нимәлер юнып ултырған Яҡупҡа туҡталды. Тегеһе үҙ эше менән шул саҡлы мауыҡҡан, хатта күтәрелеп тә ҡарамай. Ҡысҡырһаң, әсәһенең ишетеүе бар. Күп уйлап-нитеп тормай, Гөлнур йоҙроҡ ҙурлығы таш алып ҡойма аша ырғытты. Таш сәп итеп батҡаҡҡа килеп төштө. Яҡуп һиҫкәнеп китте. Шунда уҡ ҡойма ярығынан кескәй генә бармаҡ килеп сыҡты. Яҡуп, әлбиттә, алыҫтан бармаҡты күрмәне. Шулай ҙа ул, нимәлер һиҙенеп, ҡойма эргәһенә килде. Баяғы бармаҡ ҡытыр-ҡытыр ҡойманы тырнарға кереште.

 - Кем унда? - тип бышылданы Яҡуп. Урам яҡтан Гөлнур сипылдап яуап ҡайтарҙы:

 - Мин. Айҙар ағайым менән Ғабдулла һине саҡырҙы. Тиҙ үк килһен, тинеләр. Был Өлгөнән дә уңманыҡ, тип асыуланырҙар, юғиһә. Улар беҙҙең бүрәнә өҫтөндә ултыра.

 - Ярар, күп телеңә һалынма, бар, ысҡын!

 - Ысҡынырмын шул!

 Әммә Гөлнур ҡайтыр яҡҡа "ысҡынманы". Ҡапыл уның иҫенә тегелеп ятҡан күлдәге килеп төштө. Яңы күлдәктең хәлен белергә тип, ул Йәмлихә апайҙарына тороп йүгерҙе. Уны бит бер юлы ике шатлыҡ көтә: тәтәй күлдәк тә, күлдәктең һөйөнсөһө лә!

 Яҡуп иптәштәрен оҙаҡ көттөрмәне. Картуф баҡсаһы аша башта ул күл яғына сыҡты, унан тыҡрыҡ буйлап урамға менде. Урауыраҡ булһа ла, был юл ҡурҡынысһыҙ ине. Сөнки шығырҙыҡ урам ҡапҡаһы һәр ингән-сыҡҡанды Гөлйемеш апайға ошаҡлап ҡына тора.

 Ғабдулла менән Айҙарҙың Яҡупты ике көн күргәндәре юҡ ине. Был арала Яҡуп бер аҙ тартыла төшкән. Маңлайы ҡара көйөп күгәргән, сикәләре, яңаҡтары ҡутырлап бөткән. Ә шулай ҙа ул элеккегә ҡарағанда нисектер үҫеп, турайып киткән һымаҡ күренә.

 - Кем үҙеңде шулай килештереп биҙәне? - тип ҡаршыланы уны Башлыҡ.

 - Үҙем.

 - Шыттырма!

 - Икмәк өҫтө. Мин ҡаянан һикерергә өйрәндем. Үҙең ҡуштың да. Минең өлгөлөк бөттө инде. Тик йөҙә генә белмәйем.

 - Бер-ике күнәк күл һыуы эсһәң, өйрәнерһең әле.

 - Өйрәнермен дә ул... - иртән уртлаған күл һыуынан уның әле лә күңеле болғана ине.

 Был ике көн эсендә нимәләр эшләгәнен Яҡуп берәм-берәм һөйләп бирмәксе ине лә, Башлыҡ үҙе һорамағас, сабыр итергә булды.

 - Олатайың ҡасан ҡайта? - тип һораны Айҙар.

 - Олатай ни ул тиҙ генә ҡайтмаҫ әле. Ә ниңә?

 - Уның кәмә асҡысы ҡайҙа?

 - Әллә.

 - Һин күп әлләләмә әле, - тине Башлыҡ ҡырҡа ғына, - иртәгә таңдан күлгә төшөргә кәрәк. Яҡтырыр-яҡтырмаҫ Йәмлегөл инәйҙең мунсаһы артында йыйылышабыҙ. Кәмәң кистән үк әҙер булһын.

 Иптәштәренең йомошо төшөүгә Яҡуп сиктән тыш шатланды. Быға тиклем гел ситкә тибәрелеп йөрөгән кешегә "Өс таған"дың Башлығы үҙе эш йөкләтһен дә, шатланырһыңмы, юҡмы? Яҡуптың аҡһыл йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе, күҙҙәрендә бығаса күренмәгән яҡты нур балҡыны. Тиңдәштәрең араһында үҙеңде тиң һиҙеү бик рәхәт була икән.

 - Кәмә ни ул әҙер!- Яҡуп ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. - Хыт хәҙер үк ултыр ҙа сыҡ та кит.

 - Әҙер, имеш, унда бейәләй дәүмәле йоҙаҡ эленеп тора.

 - Дәү булһа ла, алдаҡ йоҙаҡ ул. Заһиттарҙың алабайы һымаҡ, өрмәй ҙә, тешләмәй ҙә. Олатайым уны былай ғына элеп ҡуя.

 - Олатайың аҙаҡтан әрләмәҫме һуң? - Тип Айҙар арт яҡты ҡайғыртып ҡуйҙы.

 - Әрләмәҫ. Олатайым үҙемдеке әле.

 "Өс таған"дың өс терәүе шундай мөһим нәмә хаҡында һөйләшеп ултырғанда, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, урамдың аръяғынан Вәзир үтеп китте. Үҙе ниндәйҙер көйгә һыҙғырған була. Йәнәһе, уның быларға иҫе лә китмәй. Йәнәһе, уның эшләнәһе эше эшләнгән, донъяһы тигеҙ, урамға ла ул былай ғына, тән сыныҡтырып йөрөү өсөн генә сыҡҡан.

 Ары үтте Вәзир, бире үтте. Ләкин уға әйләнеп ҡараусы ла булманы. Дөрөҫөрәге, әйләнеп ҡаранылар, тик сер бирмәнеләр. Бүрәнә өҫтөндәгеләрҙең береһе лә Вәзир исемен телгә алып һүҙ башларға баҙнат итмәне. Әйтерһең, урамда уларҙың элекке дуҫы түгел, ә инер ҡапҡаһын тапмай аҙашҡан һарыҡ бәрәсе йөрөй ине. Юҡ, аҙашҡан бәрәс булһа, уны һәр ҡайһыһы ҡапҡа асып индерер ине.

 Юғары остан урап ҡайтҡанда, Вәзир урамдың был яғына сыҡты. "Өс таған"ға яҡынлаша башлағас, һыҙғырыуҙан туҡтаны, кеҫәләренән ҡулдарын алды, мөмкин тиклем меҫкенерәк ҡиәфәткә инергә тырышты. Ә меҫкен булыу уға шул тиклем ауыр ине. Үҙ-үҙен ҡыҙғаныуҙан хатта күңеле тулып китте. Әммә, түбәнһенеп булһа ла, уға иптәштәре менән яңынан аралашырға кәрәк ине. Яңғыҙлыҡҡа сыҙай торғандарҙан түгел ине Вәзир. Малайҙар тураһына еткәс, ул, бөтә көсөн йыйып, һүҙ ҡушты:

 - Ғабдулла, - тине ул үҙәк өҙгөс ҡыҙғаныс тауыш менән, - теге бәкене мин шунда уҡ... ышанмаһаң, Шәрифулланың үҙенән барып һора. Бынан һуң кеше әйберенә тейһәм, ҡулым ҡороһон. - Уға иң тәүҙә Ғабдулланың күңелен иретергә кәрәк ине. Айҙары иһә Башлыҡ һүҙенән сығасаҡ түгел.

 Ғабдулла, тупаҫ ҡына яуап ҡайтарырға әҙерләнеп, Вәзирҙең йөҙөнә күтәрелеп ҡараны. Ләкин әйтер һүҙен әйтә алманы. Уның алдында күҙҙәрен сылт-сылт йомоп торған Вәзир бөтә ҡиәфәте, ҡарашы Башлыҡтың барлыҡ асыуҙарын берсә таратып ебәрҙе. Уның беләктәренә, күкрәктәренә ҡаҙ тәне ҡалҡҡан, өҫкө ирене дер-дер ҡалтырай, ҡорһағында буй-буйға сыйылған эҙ ята, - ул эҙ иртән күлдә Яҡуптың кәмәһенә үрмәләп менгән саҡта һалынғайны.

 Ғабдуллала ҡыҙғаныу тойғоһо уянды тиеү генә аҙ булыр. Малайҙың йөрәген нимәлер, әрнетерлек итеп, семтеп алды. Уның күҙ ҡарашына әлеге Вәзир түгел, элекке дуҫ, бәләкәстән бергә үҫкән Вәзир килеп баҫты. Шундай саҡта бөтәһе лә бер юлы хәтергә төшә бит ул... Әле мәктәпкә лә йөрөмәйҙәр ине, буғай. Бер саҡ урманда кәпәс сөйөп уйнағанда, Ғабдулланың кепкаһы иң өҫтәге ҡоро ботаҡҡа эленеп ҡалды. Күпме таяҡ, таш ырғыттылар улар, ләкин кепканы бәреп төшөрә алманылар. Ә ағас башына үрмәләргә Вәзирҙән башҡа берәүҙең да һоло етмәне. Кепканы ул менеп алды. Төшкән саҡта яҙа баҫып, үҙе лә ҡолап төштө. Хатта шыңшып та ҡараманы ул. "Йөрөмәгән йығылмаҫ", - тип кенә ҡуйҙы.

 Ғабдулла менән Вәзир бергәләп күпме балыҡҡа йөрөнөләр. Ғабдулланың балыҡтан бәхете гел самалы булды. Вәзир ике-өстө ҡаптырғанда, ул берҙе лә эләктерә алмай йонсоно. Шулай ҙа Вәзир, кис ҡайтҡанда, балыҡты, эреһен эрегә, вағын ваҡҡа айырып, һәр ваҡыт ҡап уртаға бүлде.

 Ә былтыр шундай хәл булды. Ҡайһылыр бер яманы күл тыҡрығындағы тәрән ҡоҙоҡҡа бесәй балаһы ташлап киткән. Бесәй һыуға батмаған, ә иң түбәндә сығып торған бер бураға менеп ултырған. Төшкә тиклем ҡысҡырҙы бисара. Дилбегәгә күнәк бәйләп төшөрөп ҡаранылар. Бесәй балаһының күнәккә күсеп ултырырға башы етмәне. Ололар ҙа, малайҙар ҙа әллә ни саҡлы булаштылар, тик эш сығара алманылар. Шул саҡ, оҙон арҡан һөйрәп, Вәзир килеп етте. Бер осон бағанаға бәйләне лә, арҡанға тотоноп, тәрән ҡараңғы ҡоҙоҡҡа төшөп тә китте. Башта теге күнәккә ултыртып бесәй балаһын мендереп ебәрҙе, унан үҙе менде.

 Бына шул малай хәҙер, ғәйепле башын түбән эйеп, иптәштәренән һүҙһеҙ генә ғәфү үтенә. Ғабдулла ла, Айҙар ҙа уны ғәфү итергә әҙер ине. Әммә "Өс таған"дың намыҫына тап төшөргән кешегә ҡарата тиҙ үк сиселеп китеүҙе Башлыҡ урынһыҙ тапты. "Бындай саҡта нескә тойғоло булырға ярамай", - тип уйланы ул, шуға күрә лә Ғабдулла ғәмһеҙ, һалҡын тауыш менән һорау бирҙе:

 - Нимә кәрәк һиңә?

 - Кәрәкмәй.

 - Кәрәкмәгәс, ниңә был тирәлә уралаһың?

 - Һеҙ кәрәк миңә, - Вәзирҙең хатта тауышы ҡалтыранып китте.

 Вәзирҙе йәлләп, Яҡуп саҡ-саҡ илап ебәрмәне. Егетлектә, саялыҡта һәр саҡ өлгө булған малайҙың шундай хәлгә төшөүе уның башына һыймай ине. Бөтә урамды дер һелкетеп торған Вәзиргә ни булды икән? Иптәштәре ниңә уны ситкә тибәрәләр? Дуҫына хөрмәт йөҙөнән ул кеҫәһендәге ҡыҙыл һаплы рогатканы ҡапшап ҡуйҙы.

 - Теләһәгеҙ әрләгеҙ, теләһәгеҙ туҡмағыҙ,- тине Вәзир,- тик бер һүҙемде генә тыңлағыҙ, малайҙар.

 - Йә, һал хәбәреңде. Юғиһә беҙҙең ваҡыт юҡ.

 - Беҙҙең аҙбарҙа бер ирмәк нәмә бар. Ирмәк тип ни инде, әллә ни ирмәк тә түгел. Әйҙәгеҙ шуны барып ҡарайбыҙ.

 - Йә берәй хәйләлер әле, - тип шик белдерҙе Айҙар.

 - Хәйлә түгел ул.

 - Ә нимә?

 - Барғас, күрерһегеҙ.

 "Өс таған"дың өс терәүе бер-береһенә ҡарашып алды. Тәүге һүҙҙе, әлбиттә, Башлыҡ әйтергә тейеш ине. Һәм ул әйтте лә:

 - Барһаҡ та, һине һынар өсөн генә барабыҙ. Ҡара уны, хәйлә-мәйлә ҡороп маташһаң, аҙаҡ үпкәләштән булмаһын... - Башлыҡ үҙенең тос йоҙроғон күрһәтеп алды.

 - Әйтәм бит, теләһәгеҙ аҫырһығыҙ, теләһәгеҙ киҫерһегеҙ...

 Ғабдулла "Өс таған"ға команда бирҙе:

 - Әйҙәгеҙ, ҡарап ҡарайыҡ әле.

 Яҡупты саҡырыу Вәзирҙең самаһына тура килмәй ине. Унан да бигерәк, был урында Өлгө бөтөнләй артыҡ ине. Әҙәм араһына керергә уға иртәрәк әле.

 - Ә һиңә, Яҡуп, эйәрмәһәң дә була,- тине ул. Яҡуп күҙҙәрен мөлдөрәтеп Ғабдуллаға ҡараны. Уның өсөн яуапты Башлыҡ үҙе бирҙе:

 - Эйәрһен! Ул беҙҙең өсөнсө таған.

 Вәзирҙең йөрәге жыу итеп китте. Әммә сер бирмәне.

 - Барһын әләйһә, - тигән булды. Шунда уҡ уйында яңы иҫәп сығарып алды: "Ғабдулла менән Айҙарға өсәр перәник тейһә, Яҡуп менән үҙемә берәр ҙә еткән. Әгәр улай тура килмәй икән, кеше башына икешәр сығасаҡ..."



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.