Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





аптыңмы, балыҡ ҡарағы!



 Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы!

 Көн тыуғанда беҙҙең Ҡылыс күлен күргәнегеҙ бармы? Юҡтыр шул. Бер генә тапҡыр күрһәгеҙ ҙә, хайран ҡалыр инегеҙ. Мин был хаҡта маҡтаныр өсөн һүҙ ҡуҙғатмайым. Ҡылысты ла, уның таңдарын да беҙ яһамаған, уларҙы тәбиғәт шулай яратҡан. Беҙҙең маҡтаныр урыныбыҙ юҡ. Мин тик шуның өсөн генә әйтәм: ошо матурлыҡтан һеҙгә лә өлөш сығарғы килә.

 Яңы көндөң тәүге нурҙары башта Ҡылыс аръяғындағы бейек текә ҡаяға килеп бәрелә. Шунан һуң, сәселеп, тирә-яҡҡа тарала. Был ваҡыт әле күл, ап аҡ томандан һырылған йомшаҡ юрғанын баштан-аяҡ ябынып, йоҡлап ята. Таң яҡтыһы ғына уны рәхәт йоҡоһонан уята алмай, киреһенсә, күл юрғанын тағы ла нығыраҡ бөркәнә төшә. Беҙҙең тау яғында йәйге иртәләр һалҡынса була шул. Тик ҡояш үҙе күренгәс кенә, Ҡылыс, ҡынынан һурып алынған ҡылыс төҫлө, ялтырай башлай.

 - Оҙаҡ йоҡлайһың, Ҡылыс, - тип шелтәләй уны ҡояш. - Ниндәй төштәр күрҙең?

 - Замандар имен ваҡытта ҡылыс йоҡларға тейеш, - тип шаяра күл.- Яҡшы төштәр күрҙем, ҡояш. Рәхмәт!

 Ҡояш уға башҡаса һүҙ ҡушып тормай, үҙ юлына китә. Ерҙәге һәр нәмә менән оҙон-оҙаҡ әңгәмәләшеп торһа, бер көн эсендә күкте нисек урап сыҡһын ти ул!

 Был мәлдә күл өҫтө тигеҙ, яғымлы була. Шул тигеҙлектә яланаяҡ йүгереп уйнағы, һикерге килә. Яңы көн тыуғанда, яңы шатлыҡтар, яңы өмөттәр ҙә тыуа бит. Тик томандар ғына бойоҡ, сөнки уларҙың ғүмерҙәре ҡыҫҡа. Шулай ҙа, яр ситендәге ҡамыштарға, тал ҡыуаҡтарына, томбойоҡ япраҡтарына уралып булһа ла, күл эргәһендә ҡалырға тырышалар улар. Әммә юҡҡа. Ҡояш менән томан һыйышып оҙаҡ йәшәй алмай. Быны һәр кем белә. Бөтә ауылды бер итеп әтәстәр ҡысҡырғанда, өс малай кәмәгә ултырҙы. Ғабдулла менән Айҙар бесәнлектә бергә йоҡланылар. Уларҙың торғанын да, киткәнен дә күреүсе булманы. Ләкин Яҡуп тауыш-тынһыҙ ғына ысҡына алманы. Ул таң һыҙыла башлағас та уянғайны. Байтаҡ ара ҡуҙғалмай ятты. Унан һуң шым ғына кейенергә кереште. Салбарының бер балағын кейгәс тә, әсәһе уянды.

 - Ниңә иртә уяндың, улым? Әллә яман төш күрҙеңме?

 - Күрмәнем. Беҙ бөгөн малайҙар менән балыҡҡа барабыҙ.

 - Балыҡҡа? Күлгәме? - Гөлйемеш апай һикереп үк торҙо.

 - Балыҡ күлдә була инде ул, әсәй.

 - Ауыҙыңды ла асма. Шул ғына етмәгәйне тағы.

 - Мин иптәштәремә вәғәҙә бирҙем, әсәй. Вәғәҙәне боҙорға ярамай.

 - Ярамағаны бар, ярағаны бар. Аяғыңды ла атламайһың. Бына шул.

 - Мин кемдән кәм, әсәй? Бүтәндәргә яраған ниңә бер миңә генә ярамай ул?

 - Бүтәндәрҙә эшем юҡ. Минең балам берәү генә.

 - Беләһеңме, әсәй, әгәр иптәштәрем менән бергә ебәрмәһәң, олатайымдың кәмәһенә ултырам да бер үҙем күлгә инәм дә китәм. Бына күр ҙә тор. Гел генә мине тыйып тора алмаҫһың, мин хәҙер ҙур инде.

 Гөлйемеш апайҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ни булды был балаға? Ниндәй генә зәхмәттәр ҡағылды икән? Өй тауығы кеүек йыуаш малай ике-өс көн эсендә бөтөнләй ҡулдан ысҡынды. "Әгәр уны хәҙер ебәрмәһәң, барыбер һүҙен һүҙ итер, тәки кәмәгә ултырып сығып китер", - тип уйланы әсә.

 - Иптәштәрең кем һуң? Шул Вәзирҙер әле, - тине ул, бер талай һүҙһеҙ торғас.

 - Ғабдулла ла Айҙар! - тин ғорурланып яуап ҡайтарҙы Яҡуп.

 Байтаҡ һатыулашҡандан һуң, әсә илай-һыҡтай ғына риза булды. Был Яҡуптың ҙур ғына еңеүе ине.

 - Алдыңды-артыңды ҡарап йөрөй күр инде, балам, - тип ҡалды әсә.

 Бына хәҙер Яҡуп, ишкәк тотоп, кәмәнең артына баҫты, Ғабдулла уртаға, Айҙар осҡа ултырҙы. Ишкәксе арыу һолло ғына ишә башланы. Кәмә яр буйлап яй ғына алға шыуҙы, бер аҙҙан ул бөтөнләй томан эсенә инеп юғалды.

 Ҡылыстың арғы башына, мурҙа тураһындағы ҡамышлыҡҡа еткәс, малайҙар, кәмәне туҡтатып, ҡармаҡ һала башланылар. Был ваҡытта инде ҡояш сығып, күл өҫтөндәге томандарҙы ҡыуып ебәргәйне.

 Тәүҙә балыҡ арыу сиртте. Айҙарға матур ғына һигеҙ сабаҡ, ике алабуға, бер ҡыҙылғанат эләкте. Ғабдулла ла, вағыраҡ булһа ла, алты-ете баш ҡаптырҙы. Яҡуп ҡына берҙе лә ала алманы. Сөнки ул, балыҡ емде ҡымтығас та, ҡармағын кинәт тарта.

 Эләккән һәр балыҡ кәмә ситенән һыуға төшөрөлгән селтәр тоҡҡа һалына барҙы. Улар, яңынан күлгә ҡайттыҡ, тип рәхәтләнеп йөҙәләр, һикерешәләр.

 Балыҡ ҡаптырғанда шауларға ярамай. Ләкин ҡармаҡ ташлағанда тылсымлы һүҙҙәр әйтеү беҙҙең яҡта йолаға кергән. Ул шаулауға ла иҫәпләнмәй.

 - Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр, төкөрөп һалдым, һикереп сыҡ, бер сабағын алып сыҡ,- тип һәр юлы ҡармағын сихырлай Ғабдулла.

 Теге ҡыҙылғанат эләккәс, Айҙар башта уның ауыҙына төкөрҙө, шунан таҡмаҡларға тотондо:

 - Ҡыҙылғанат, Ғиҙелбанат, әсәйеңде саҡыр, атайыңды саҡыр, ағайыңды саҡыр, апайыңды саҡыр. Саҡыр ҡат-ҡат! Ҡыҙылғанат, ҡап, ҡап!

 - Ҡап-ҡап ҡармаҡҡа, эләгерһең бармаҡҡа, эләкмәһәң ҡармаҡҡа, әйләнерһең һармаҡҡа, - тип тегеләргә ҡушылды Яҡуп. Күрәһең, балыҡтар ҡармаҡҡа эләгеүгә ҡарағанда һармаҡҡа әйләнеүҙе яҡшыраҡҡа һанағандарҙыр. Улар Яҡуптың янауҙарына ҡолаҡ та һалманылар. Бәлки, ҡолаҡ һалырҙар ине лә, уларҙың ҡолаҡтары юҡ шул.

 Ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын, һирәгерәк сиртә башланы. Балыҡсылар бер нисә тапҡыр күсеп тә ҡаранылар, барыбер балыҡтар, һүҙ берләшкәндәй, ҡармаҡҡа ҡатылмаҫҡа булдылар. Артыҡ ултырыуҙың файҙаһы юҡ ине. Бар балыҡты, иҫән-һау сығарып, мурҙаға ебәрергә кәрәк. Юғиһә эстә лә эттәр өрә башланы.

 Мурҙа тураһындағы ҡамыштарҙы ярып, кәмә ярға килеп төртөлдө. Ғабдулла менән Айҙар, салбарҙарын сисеп, мурҙа эргәһенә ашыҡтылар. Ул тап үҙ урынында тора. Туҡта, туҡта! Мурҙа тирәһендәге ҡамыштар һелкенә түгелме? Малайҙар мурҙаны күреп алды. Ни тамаша был? Мурҙа эсендә эре-эре сабаҡтар, ҡыҙылғанаттар, алабуғалар сәпелдәтеп ята. Ун биш-егерме баш булыр. Нисек кергәндәр улар? Бына һиңә мәрәкә! Мурҙаның ауыҙы нәҡ элек ябып киткәнсә. Тимәк, был эште ниндәйҙер әҙәм ҡулы эшләгән.

 Ауҙан балыҡ сәлдереү ғәҙәте бар ул беҙҙә. Әле иҫәрерәк саҡта Ғабдулла менән Айҙар үҙҙәре лә кеше ауына бер-ике тапҡыр ҡул һалғайнылар. Вәзирҙе әйтеп тораһы ла юҡ. Әммә сит мурҙаға балыҡ килтереп һалған кешене уларҙың күргәндәре лә, ишеткәндәре лә юҡ ине. Бөркөтлөлә бындай хәл булғанын хәтерләүсе табылмаҫ, һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫлыҡ мәрәкә был.

 - Бына һиңә, өләсәйем әйтмешләй, бирәһе килгән ҡолона - сығарып ҡуйған юлына! Әйҙә, иш янына ҡуш булыр, - тине Ғабдулла.

 - Йә берәйһе, үҙемдең мурҙам тип, яңылыш һалып киткәндер әле,- тигән фекер әйтте Айҙар.

 - Китте ти ана, тот ҡапсығыңды.

 - Улайһа бер-бер хәйлә барҙыр, - тип йәнә шик белдерҙе Айҙар.

 - Һинең өсөн бөтәһе лә хәйлә инде.

 - Беләһегеҙме, быны кем эшләгән? - тине яр башындағы Яҡуп.- Балыҡсыларға ҡот килтереүсе изге рух эшләгән.

 - Изге рух, имеш. Етмәһә, үҙе пионер тағы, - тип Айҙар уның һүҙен бушҡа сығарҙы.

 Малайҙар аптырашта ҡалдылар шулай ҙа. Хатта Башлыҡ үҙе лә бының серенә төшөнә алманы, йомаҡ сиселмәй ҡалды.

 Икенсе көндө балыҡсыларҙың кәсебе уңышлыраҡ булды: ярты күнәк самаһы балыҡ тотоп сыҡтылар. Ләкин уларҙы кисәгегә ҡарағанда ла нығыраҡ борсоу алды. Мурҙала балыҡ тағы ла арта төшкән. Етмәһә, арала өс һарытабан да бар. Был юлы малайҙар бөтөнләй телдән ҡалды. Шатланырғамы быға әллә ҡайғырырғамы? Мурҙала балыҡ кәмеһә, бер хәл ине. "Ниндәйҙер бер кәкере ҡулдың эше", - тиерҙәр ине. Шик иң тәүҙә, әлбиттә, Вәзиргә төшөр ине.

 - Малайҙар, - тине Яҡуп, - әйҙәгеҙ яҡшыға юрайыҡ. Тимәк, беҙгә ҡот килгән. Беҙ кешенекен урламаған да.

 - Көс түкмәй табылған нәмә барыбер урлау менән бәрәбәр ул, - тине Башлыҡ.

 - Беҙ үҙебеҙ тотҡандарҙы таныйбыҙ бит. Әләйһә, сит балыҡтарҙы сығарайыҡ та ебәрәйек. Эше лә бөттө. - Был ҡыйыу тәҡдимде Айҙар индерҙе.

 Шулай ҙа ҡыйыу һүҙҙән ҡыйыу эшкә күсергә малайҙарҙың ҡулы барманы. Бынау йылҡылдап торған балыҡтарҙы үҙ ҡулдарың менән кире күлгә ебәр, имеш. Был ахмаҡлыҡ булыр ине.

 - Төптән уйлап ҡараһаң, беҙ ни өсөн балыҡ тотабыҙ? Табала ҡурып, кетерҙәтеп ашар өсөнмө ни? - тигән һорау ҡуйҙы Башлыҡ.

 - Кетерҙәтеп ашар өсөн түгел.

 - Шулай булғас, тора бирһендәр. Аҙаҡтан күҙ күрер.

 - Әгәр харамдан ҡурҡһағыҙ, минең өлөштән булыр. Миңә бит барыбер балыҡ ҡапмай,- тип Яҡуп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаҡсы булды.

 - Бында һинеке-минеке юҡ! - тине Ғабдулла. - Бөтәһе лә уртаҡ.

 Нисек кенә булмаһын, серле мажара малайҙарҙың маҙаһын китәрҙе.

 Әммә беҙҙең балыҡсылар асыҡ ауыҙҙарҙан түгел ине. Өсөнсө көндө улар, бер күл уртаһына инеп, бер ҡамышлыҡҡа һуғылып, аҙ ғына ҡармаҡ һалып йөрөгән булдылар ҙа мурҙанан байтаҡ ситтә ярға сыҡтылар. Кәмәләрен ҡамыш араһына йәшерҙеләр ҙә, мурҙа тураһына килеп, күрән эсенә боҫтолар. Был хәйләне улар кисә үк ҡорғайнылар. Нисек тә серҙе сисергә кәрәк ине. Уларҙың башҡаса сыҙар хәле ҡалманы.

 Мурҙа яғынан күҙ ҙә алмайынса, малайҙар байтаҡ яттылар. Ләкин шылт иткән тауыш та ишетелмәне. Ҡамыш һабаҡтары, ағас япраҡтары, үлән ҡыяҡтары әле иртәнге йоҡоларынан уянмағайны. Ә ҡыуаҡ һайын үҙ йырҙарын йырлаған ҡоштарға малайҙар иғтибар итмәне. Ҡоштарҙа уларҙың эше юҡ ине.

 Бына бер саҡ күл өҫтөн шаҙралатып ел йүгереп үтте. Ҡамыштар: "Ниңә уяттың?" - тигән һымаҡ, бер-береһен әрләп, ҡыштырҙашып алдылар. Ә ағас япраҡтары яҙын йомшаҡ күңелле булалар. Улар әрләшмәнеләр. Киреһенсә, бер-береһенә яғымлы итеп сәләм бирҙеләр. Ел үтеп киткәс, тирә-яҡ йәнә тып-тын булып ҡалды. Хатта күбәләк осҡаны ла ишетелә ине.

 Бәлки ике, бәлки өс сәғәт үткәндер. Малайҙарҙың ҡул сәғәте лә, кеҫә сәғәте лә юҡ ине. Бала саҡта сәғәт ҡорһаҡта була ул. Асыҡтыңмы, ана шул сәғәт йә иртәнгене, йә төшкөнө, йә кискене ашарға ваҡыт еткәнен күрһәтә. Балыҡсыларҙың ҡорһағындағы сәғәте, иртәнгене күптән һуғып, төшкә табан ыңғайлай ине. Бындай саҡта түҙемлек тигән нәмәнең дә рәте китә башлай.

 - Юҡты бушҡа бушатып ят инде, - тип бошоноп ҡуйҙы Яҡуп. Айҙар шунда уҡ түбәтәйе менән иптәшенең ауыҙын ҡапланы. Унан йоҙроҡ күрһәтеп алды. Яҡуп бөтәһен дә төшөндө һәм шымып ҡалды.

 Яҡында ғына ағасты ағас ҡырған тауыш ишетелде. Был тауышты балыҡсы булған кеше тиҙ таный. Кәмә ситенә ишкәк тейгәндә сыға ул. Унан һуң һыу сапылдауы, ҡамыш ҡыштырҙауы ҡолаҡҡа салынды. Әммә был ишкәксе йүнле юлда йөрөмәй ине. Ул нимәнәндер шикләнеп, үтә һаҡ ҡылана ине.

 Ҡамыш араһынан, ялғаш дәүмәле генә кәмәгә баҫып, Вәзир килеп сыҡты. Ул башта алан-йолан ҡаранып алды. Кеше заты юҡлыҡҡа ышанғас ҡына, кәмәһенән һикереп төштө. Кәмә ҡойроғона нимәлер таҡҡан түгелме һуң? Эйе шул. Вәзир ҡойроҡтан һәленеп йөҙөп килгән шул нәмәне сисеп алды. Ул ҙур арыш тоҡ булып сыҡты. Тоҡ төбөндә нимәлер сәпелдәргә тотондо. Вәзир тоҡто яңынан һыуға батырҙы ла мурҙа эргәһенә һөйрәп китте. Тимәк, уға үҙе тотҡан балыҡ ҡына етмәгән. Ниндәй ҡомһоҙ! Хәҙер мурҙалағын сәлдерергә самалай. Барып сыҡмаҫ! Һинең һәр аҙымыңды алты күҙ күҙәтеп тора. Тейеп кенә ҡараһын! Кемдер берәү йәшерен ярҙам итә. Ә Вәзир уларҙы таларға маташа.

 Ғабдулланың башынан ана шундай уйҙар йүгереп үтте. Ҡалғандар ҙа ҡараҡ тотоп фашлау тантанаһын кисерә башлағайнылар инде. Ух, эләгәсәк тә һуң Вәзиргә!

 Вәзир мурҙаның ҡапҡасын асты. Ул ярға арты менән баҫҡайны. Уның кәүҙәһе ҡулдары нимә эшләгәнде күҙәтселәрҙән ышыҡланы. Балыҡ сәпелдәгән тауыш ишетелде. Әһә, мурҙалағы балыҡтарҙы берәм-берәм тоғона күсерә түгелме һуң? Ҡараҡ, үҙ эшен еренә еткереп, ҡапҡасты элеккесә ябып нығытып ҡуйҙы. Тап шул ваҡыт ярҙан Ғабдулланың зәһәр тауышы яңғыраны.

 - Ҡаптыңмы, балыҡ ҡарағы!

 Вәзир һиҫкәнеп китте. Башта ул ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап алды. Иптәштәрен күргәс, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, йылмайып ебәрҙе. Был йылмайыу малайҙарҙың асыуын ғына килтерҙе. Ғабдулланың килеп етеүе булды, Вәзирҙең яңағына ҡунып төшөүе булды. Айҙар ҙа берҙе өҫтәп ебәрҙе, Ләкин Вәзир яуап ҡайтарманы, төп кеүек ҡымшанмай тик торҙо.

 - Балыҡ ашағың килдеме, тәмле тамаҡ? - тип ярһыны Башлыҡ. - Мә улайһа тағы бер суртанды! - Ул Вәзиргә йәнә киҙәнде. Шул саҡ Вәзир ҡулындағы буш тоғон күтәрҙе. Уның төбөнән сөбөрҙәп һыу аға ине. Әммә тоҡ эсендә ҡыймылдаған нәмә һиҙелмәне.

 - Ҡайҙа иттең балыҡты? Беҙгә үсләшеп, күлгә ебәрҙеңме?

 - Ана мурҙаны ҡара, ышанмаһаң...

 Ғабдулла менән Айҙар мурҙаға ташланды. Күтәреп ҡараһалар, уның төбө туп-тулы балыҡ ине. Баяғыға ҡарағанда ла күберәк. Яр башындағы Яҡуп ҡыуанысынан хатта һыҙғырып ебәрҙе.

 Малайҙар мурҙаны кире һыуға батырҙылар. Дөрөҫөрәге, ул үҙе ҡулдан төшөп китте лә аҡрын ғына бата башланы. Бына нисек булып сыҡты! Ғабдулла менән Айҙар, телдән яҙып, Вәзиргә ҡарап ҡаттылар. Тегеһе "их, һеҙ" тигән һымаҡ, башта йылмайып ҡуйҙы, һуңынан шарҡылдап көлөргә кереште. Көлгәндә уның яланғас ҡорһағы, һыу өҫтөндә ваҡ тулҡын сығарып, бейеп тора ине. Быны күргәс, Айҙар көлөүенән тыйылып ҡала алманы. Уларға Башлыҡ үҙе лә ҡушылды.

 Билдән һыуҙа торған өс малай, бөтә күл буйын яңғыратып, шулай байтаҡ хахылданы. Ситтән ҡарап торған берәү: "Был ниндәй иҫәрҙәр?" - тип уйлар ине.

 Бөтәһенән дә бигерәк Яҡуп ҡыуанды. Быға тиклем ул үҙен гел ике ут араһында һымаҡ һиҙә ине.

 - Ҡалай ирмәк булып сыҡты!-тип һикереп ҡуйҙы ул.

 - Кисә лә һин һалдыңмы? - тип һораны Ғабдулла, ярға сыҡҡас.

 - Эйе, - тип баш ҡаҡты Вәзир.

 - Элекке көндө ләме?

 - Эйе.

 - Ә ни өсөн?

 - Тик, былай, һеҙҙең мурҙағыҙ тиҙерәк тулһын өсөн. Шулай ҙа йоҙроғоң тос икән, малай. - Вәзир яңағын һыйпап алды.

 - Йә, ярар инде, - тине ғәйебен таныған Ғабдулла. - Бөтһөн дә ҡуйһын ошонда. Үҙең бит...

 - Вәзирҙең балыҡтан ҡото бар,- тип һүҙҙе икенсегә борҙо Яҡуп. - Гел эреһен генә ҡаптырған.

 - Ыбыр-сыбырын мин уның кире ебәреп барҙым да...

 Башлыҡтың башына бынамын тигән бер фекер килеп төштө:

 - Тағанда нисә терәү була? Ғабдулланың был кинәйәле һорауын зирәк Айҙар шунда уҡ аңлап алды:

 - Нисәне терәһәң, шул саҡлы була. Терәүсенең үҙ ҡулында ул. Теләһәң унды терә.

 Был юлы Башлыҡ ғәҙәтенсә бойороҡ иғлан итмәне, ә иптәштәренән кәңәш һораны. Вәзирҙе нахаҡҡа йәберләүе өсөн ул эсенән бик бошона ине. Шуга күрә бойороҡ бирергә үҙен хаҡһыҙ һананы. Башлыҡ кеше сабырыраҡ, тотанаҡлыраҡ булырға тейеш ине.

 - Малайҙар, - тине ул, - Вәзирҙе "Өс таған"ға яңынан алһаҡ, ҡалай йәтеш булыр ине. Кем дә кем риза, шул ҡул күтәрә.

 Малайҙар берҙәм ҡул күтәрҙе. Иптәштәренә ҡушылып, хатта Вәзир үҙе лә күтәрҙе. Бөтәһе лә эстән үтә шат ине. Тик уны тышҡа сығарыуҙы һәр кем урынһыҙ һананы.

 Байтаҡ михнәттәр күргән "Өс таған" шулай итеп яңынан ныҡлап аяҡҡа баҫты. Был юлы ул ҡаҡшамаҫ дүрт терәүгә таянды.

 Малайҙар кейемдәрен бороп кейҙеләр. Вәзир бөтәһенән дә алдараҡ өлгөрҙө. Уның бар кейеме - бер ҡат салбар ине.

 - Ниңә, һинең бүтән күлдәгең юҡмы ни?- тип хәстәрлек күрһәтте Башлыҡ. - Ямғырҙа ла яланғас йөрөйһөң.

 - Бар, һандыҡта ята. Мин, тән сыныҡтырып, юрамал күлдәкһеҙ йөрөйөм.

 Иптәштәре уның тән сыныҡтырыуын белмәй ине шул.

 Кирәмәт күленә йән индереү сәғәте алыҫ түгел ине инде. Юлға сығыу берһегөнгә билдәләнде.

 Көндө лә көтөп тормайынса, улар таң атҡансы уҡ ҡуҙғаласаҡтар. Ә хәҙергә ике кәмә ауыл яғына ҡарай йөҙөп китте. Алдағыһына өсәү, арттағы кескәйенә берәү ултырған. Кәмәләр күл уртаһына еткәс, бик моңло йыр яңғыраны. Беҙҙең Айҙар шулай моңло йырлай. "Бигерәк моңло балаһың, бәхетһеҙ булмаһаң ярай инде",- ти торғайны уға өләсәһе. Ни эшләп бәхетһеҙ булһын ти ул? Кешеләр күңелен йыр менән иркәләү үҙе ҙур бәхет түгелме һуң? Бына әле лә уның матур тауышы күл өҫтөнә һибелә лә ярҙарға килеп бәрелә. Юҡ, ярҙарға ғына түгел, кешеләр ҡолағына барып һуғыла ла йөрәктәргә үтеп инә.

 Ҡайҙарҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй

 Ир-егеткәй менән ат башы...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.