Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Кәмәне йөҙөргә өйрәтәм.



 Кәмәне йөҙөргә өйрәтәм...

 Бөтә йорттар урамға теҙелешеп ултырған. Бер Йәмлегөл инәйҙең генә кескәй өйө, көтөүҙән айырылған кәзә бәрәсе һымаҡ, күл тыҡрығының арғы башына яр ситенә сығып баҫҡан. Уның ике тәҙрәһе күл яғына ҡарап тора. Әллә бер-бер нәмәгә үпкәләп, был өй шулай ауылға арты менән әйләнгән инде? Улай тиһәң, бөтә Бөркөтлө Йәмлегөл инәйҙе аһ итеп тора. Күрше-тирә уны аш-һыуҙан ҡалдырмай.

 Был өйҙөң үҙ тарихы, үҙ яҙмышы бар. Өйҙөң төп хужаһы Мырҙабай атаҡлы балыҡсы ине. "Балыҡсы урыны һыу янында булырға тейеш", - тип ул нигеҙен яр буйына ҡорҙо. Бик матур ғүмер иттеләр, улдар үҫтерҙеләр. Күл өҫтө тып-тын бер көндө Йәмлегөл инәйҙең өрлөк кеүек ике улы бер юлы ошо өйҙән һуғышҡа сығып китте. Икеһенең береһе әйләнеп ҡайтманы. Һуғыш баҫылыр алдынан ғына Мырҙабай ҡарт үҙе лә үлеп китте. Донъялар именләнә башлағас, колхоз идараһы Йәмлегөл инәйҙең өйөн ауыл уртаһындағы буш урынға күсереп һалырға ҡарар сығарҙы. Ләкин ул риза булманы: "Улдарымдың нигеҙенән ҡуҙғалмайым", - тине.

 Әгәр Йәмлегөл инәй теге саҡта өйөн күсереп һалырға ризалашҡан булһа, бая таба алырға сыҡҡан Вәзир шунда уҡ әйләнеп ҡайтыр ине. Ә ул китте лә олаҡты.

 Вәзир, ҡыптыр-ҡыптыр йүгереп, тыҡрыҡ башына килеп сыҡты. Йәмлегөл инәйҙең урам ҡапҡаһын инде үрелеп астым тигәндә генә, уның йылғыр күҙҙәре ямғыр селтәре аша күл өҫтөн ҡапшап сыҡты. Яр ситендә ҡаҙҙар күшегеп ултыра. Ә эстәрәк кемдер кәмәлә ишкәк ишеп булаша.

 Бәй, был Яҡуп табаһа!

 Яҡуптың кәмәлә йөрөүен Вәзир яҡындан ҡарап китмәй булдыра алманы, әлбиттә. Быға уның көсө етмәне. Ҡойоп ямғыр яуғанда Өлгө Яҡуп кәмәлә йөрөһөн дә, һин шуны иҫәпкә алмай уҙып кит, имеш. Юҡ инде. Бындай мәрәкәләр һирәк була ул.

 Вәзир күл ситенә йүгереп килде. Башта бер аҙ өндәшмәй ҡарап торҙо. Яҡуп уның килгәнен дә, торғанын да күрмәне. Үҙ мәшәҡәте үҙенә еткәйне уның. Нисек кенә ишеп ҡарамаһын, кәмә алға ла китмәй, артҡа ла сикмәй, бер урында әйләнеп тик тора. Ә яр яғынан иҫкән ел уны аҡрын-аҡрын ғына эскә ҡыуа.

 Вәзир сыҙаманы:

 - Эй, Өлгө, ни эшләйһең унда?- тип ҡысҡырҙы.

 Яҡуп ҡапыл тертләп китте. Ләкин үҙен тиҙ үк ҡулға алды:

 - Олатайымдың яңы кәмәһен йөҙөргә өйрәтәм, - тип- яуап ҡайтарҙы.

 - Их, һин. Бер ишкәкле кәмәне ултырып ишәләрме ни? Уны аяғүрә баҫып ишәләр. Баҫ хәҙер үк! - тип бойорҙо Вәзир.

 Яҡуп, кәмә ситенә үрелә биреп, һыуға ҡарап алды:

 - Һыу тәрән бит...

 - Ҡурҡма, йүнһеҙ, бында һай, һине лә буйламай.

 - Мин ҡурҡмайым да ул.

 Яҡуп кәмәнең нәҡ уртаһында ултыра ине. Шул ултырған еренә аяғүрә баҫты. Вәзир уға яңы команда бирҙе:

 - Артҡа күс! Уртаға баҫып кем ишкәк ишә, ә?

 Яҡуп һаҡ ҡына артҡа сигенде.

 - Бына шулай, - тип хупланы уны Вәзир. - Хәҙер ишә башла. Башта уң яҡтан иш! Уң яҡтан тим бит! Уң менән һулды айырмайһыңмы ни?

 Әммә был юлы Вәзир уң менән һулды үҙе бутаны. Уға ҡаршы баҫҡан Яҡуптың уң яҡтан ишеүе һул булып күренде. Быны Вәзир үҙе лә һиҙеп алды. Тик сер генә бирмәне.

 - Ярай, әләйһә, белгәнеңде иш, - тигән булды. Яҡуп ишә бирҙе, ә яр башынан команда ҡабатлана торҙо: "Аръяҡтан иш, шулай, шулай! Бирьяҡтан иш! Аръяҡтан иш!" Әйләнеп-тулғанып булһа ла, кәмә ярға яҡынлаша башланы. Ләкин был ғына Вәзирҙе ҡәнәғәтләндермәне. Ул, ике ҡулын алмаш-тилмәш һелтәй биреп, бойороҡ өҫтөнә бойороҡто яуҙырып ҡына торҙо: "Ишкәгеңде батырма! Киңерәк һелтә! Киңерәк! Ниңә сәғәт теле кеүек һелкенеп тораһың? Тура баҫып иш! Ана шулай!"

 Яҡуп һәр бер бойороҡто теүәл үтәргә тырышты. Тик инде өйрәнеп бөттөм тигәндә генә, көтөлмәгән бәлә килеп сыҡты. Яҡуптың киң генә һелтәп, һул яҡтан ишеп ебәреүе булды, кәмәнең ҡырынайып китеүе булды. Тегеләй сайҡалды кәмә, былай сайҡалды. Кәмәнән былайыраҡ Яҡуп сайҡалды. Вәзир: "Ултыр!" - тип ҡысҡырырға ла өлгөрмәне, Яҡуп гөпөрт итеп һыуға ла сумды. Ҡурҡыуынан һөрәнләргә лә онотто. Ҡолап төшкәс, Яҡуп бер талай бөтөнләй күренмәй торҙо. Тулҡын өҫтөндә уның шаҡмаҡлы кепкаһы ғына тороп ҡалды. Лысма еүеш кепка бата башлауға, Яҡуптың башы ҡалҡып сыҡты.

 Вәзир, рогатканан атылған таштай, күлгә ташланды. Һыуға инеү менән, уның итектәре үҙенән-үҙе төшөп ҡалды. Яҡуптың башы күренеүгә, Вәзир кәмә эргәһенә барып та етте. Был урында күл ысынлап та тәрән түгел. Шулай ҙа Яҡуптың ҡолағына етерлек ине. Йөҙә белмәгән кешене батырырға күп кәрәкме ни?

 Вәзир, бешмәгән ишкәксенең яғаһынан эләктереп, ярға табан һөйрәне. Бер нисә аҙымдан һуң уны баҫтырып ҡуйҙы. Яҡуптың йөҙө борған сепрәк төҫлө ап-аҡ ине.

 - Күл һыуы тәмлеме? - тип шаяртмаҡсы булды Вәзир. Тегеһе баш ҡына сайҡаны. Күрәһең, бик үк тәмле түгелдер.

 - Бар, сыға тор, - тине Вәзир.- Мин сумып, кепкаңды эҙләйем.

 Шунда ғына Яҡуп телгә килде.

 - Кәрәкмәй, - тине ул, ҡалтырана-ҡалтырана, - баш һау булһа, кәпәс табылыр әле.

 Кепкаһы - кепка. Ә бына кәмә менән ишкәк икеһе ике ерҙә, тулҡын өҫтөндә аҡрын ғына бәүелгән булып, эскә табан ыңғайларға самалай түгелме? Шулай шул. Юҡ инде. Бындай баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйып булмай. Вәзир, ҡолас һалып, яңынан күлгә йөҙөп инде. Башта ул ишкәкте барып тотто. Унан, кәмәнең ҡойроғона сығып, бер ынтылыуҙа менеп тә баҫты. Яҡуптың хәле мөшкәлерәк булһа ла, сая иптәшенә һоҡланмай булдыра алманы ул. "Их, шулай йөҙә белһәң ине", - тип эсенән көнләшеп ҡуйҙы.

 Кәмә мороно ярға төртөлгәс тә, Вәзир һикереп төштө. Күл ситендә ҡуңыстары ғына күренеп ятҡан итектәрҙе табып, уларҙың эсендәге һыуҙы түкте. "Атайымдың итектәре йыуылды. Һәйбәт булып ҡалды әле, - тип, был мәшәҡәттәргә яҡшы һөҙөмтә лә сығарып ҡуйҙы ул. - Былай булғас, яланаяҡ ҡына ҡайтырға тура килә инде".

 Яҡуп баҫҡан урынында ҡуҙғалмай ҡатып тик торҙо.

 - Һинән рәт сығасаҡ,- тип йыуатты уны Вәзир.- Тик әлегә таҫыл яғы ғына самалыраҡ. Ә рәт сығасаҡ.

 - Ысынмы?

 - "Ысынмы?" "Ысынмы?", имеш... Мин ҡасан бушты һөйләгәнем бар?

 - Юҡ та.

 - Ә хәҙер ни эшләйбеҙ?

 - Әлләсе. Олатайымдың кәмәһен урынына илтеп ҡуяйыҡ.

 Малайҙар кәмәне яңынан һыуға этәреп төшөрҙөләр.

 - Ал ишкәкте, түлке ашыҡмай иш! - тине оҫта үҙенең өйрәнсегенә.

 Күл ситенән генә Яҡуп кәмәне үҙ урынына алып китте. Вәзир уға үҙ кәңәштәрен һаман бирә барҙы. Бер сирҡаныс алған Яҡуп үҙе лә был юлы ишкәк менән ҡыйыуыраҡ эш итте. Утыҙ-ҡырҡ аҙым араны үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

 Кәмәнең сылбырын бағанаға урап, йоҙаҡ элеп торғанда ғына, тыҡрыҡ осонан Яҡуптың әсәһе сәрелдәп килеп сыҡты.

 - Утҡа ла һала, һыуға ла батыра бит был бала мине! Әлеге Вәзирҙең эшелер инде! Көшөл кеүек булғанһың бит, балаҡайым! Бөгөн үк кәнсәләргә барып башырмаһаммы - исемем Гөлйемеш булмаһын. Ҡайҙа иттең уның кәпәсен? Ниңә шул балаға ҡаныҡтың һин! Торғаны менән бер юлбаҫар үҫә бит!

 Гөлйемеш апай Яҡуптың беләгенән тотмаҡсы итте. Ләкин Яҡуп ситкә тайшанды.

 - Әгәр, әсәй, Вәзиргә тағы ла тел тейҙерһәң, хәҙер ук ошо кәмәгә ултырам да күл эсенә инәм дә китәм. Бер инһәм, мәңге сығасаҡ башым юҡ. Бел дә тор.

 Һүҙһеҙ генә башын эйеп торған Вәзиргә зәһәрле ҡараш ташлап алды ла Гөлйемеш апай һүҙен ҡапыл икенсегә борҙо:

 - Ярай, ярай, тел тейҙермәм; әйҙә, һинеңсә булһын, - тип улын етәкләргә ынтылды.

 - Етәкләмә мине,- тип ҡарышты Яҡуп.- Етәкләмәһәң дә ҡайтырмын... Тик Вәзиргә тел тейҙермәҫтән булһын. Юғиһә...

 - Ярай, ярай, бөттө тим бит инде.

 Әсә менән улы ҡайтыр яҡҡа китте. Ике итеген ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, Вәзир күл ситендә баҫып ҡалды. Унда таба ҡайғыһы ла, ҡоймаҡ шатлығы ла юҡ ине инде.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.