Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Иртә ямғырлы булды



 Иртә ямғырлы булды

 Беҙҙең яҡта хатта йәйге ямғырҙар ҙа ултырып яуа. Бер башлаһа, тәүлек буйына талғын ғына шыбырлай бирә. Шуға күрә уны: "Ултырып яуа", - тиҙәр. Был саҡта инде ер, майлы бутҡа ашаған малай ирендәре кеүек, йылтырап, рәхәт сигеп ята.

 Төн уртаһында башланған ямғыр иртә менән дә туҡтаманы. Ләкин барыбер дүрт өйҙәге дүрт малай ҡул ҡаушырып тик ултырманы. Ҡыҙыл туҡалды көтөүгә ҡыуып ҡайтҡан ыңғайҙа уҡ Ғабдулла Айҙарҙарға инде. Улар аласыҡта бынамын тигән дүрт ҡармаҡ рәтләнеләр. Иҫке ауҙы ҡырҡып, селтәр тоҡ йүнәттеләр. Ул тоҡтоң ниңә кәрәклеген балыҡсылар үҙҙәре генә белә. Унан аҙбар артына сығып консерва ҡалайына селәүсен йыйҙылар. Ер еүеш булғас, бөгөн селәүсендәр теремектәр ине. Ҡомһоҙ балыҡты улар үҙҙәре үк саҡырыл торасаҡ.

 - Йыға һуҡты был ямғыр,- тине Ғабдулла, уфтанып. - Тапты яуыр ваҡыт!

 Һәр нәмәне яҡшыға юрарға өйрәнгән Айҙар дуҫын тынысландырырға кереште:

 - Яуһын әйҙә. Игендәр үҫер. Яуыр, яуыр ҙа туҡтар. Иртәгә лә көн беҙҙеке бит. Ямғырҙан һуң балыҡ һәләк шәп ҡаба ул.

 - Һиңә бөтәһе лә шәп инде, үҙ башың менән уйламағас, - тип Ғабдулла үҙенең Башлыҡ икәнен хәтергә төшөрөп алды. - Ә бына ҡайҙан кәмә табырға? Кәмә! Һинең уйыңа кергәне бармы шул?

 - Ә ниңә кәрәк ул? Яр башынан да тупылдап ҡабып тора.

 - Юҡ инде. Селбәрә аулаған ыбыр-сыбыр малайҙар кеүек, яр башынан ҡармаҡ һалып йөрөп булмаҫ, - Ғабдулла эре генә өҫтәп тә ҡуйҙы: - Ул замандар үткән.

 Ысынлап та, үҙен "балыҡсымын" тигән кеше беҙҙең Ҡылыс буйында яр башынан ҡармаҡ һалып йөрөмәҫ. Балыҡтың эреһе - күл эсендә, балыҡсының йүнлеһе - күл өҫтөндә булыр.

 - Ярай, табылыр әле, - тип килеште Айҙар.- Өлгөнөң олатаһы ҡалала ҡунаҡта йөрөй. Тик кәмәһен һәләк ҙур йоҙаҡ менән йоҙаҡлап киткән. Асҡыс яратып булһа...

 Башлыҡ яңы фарманын иғлан итте:

 - Кәмә табыуҙы Өлгө Яҡупҡа йөкләтергә!

 Был ваҡыт Вәзирҙәр өйөндә ошондай күңелле һөйләшеү бара ине:

 - Таңдан тороп, бөгөн ҡоймаҡ иҙгәйнем. Балаларымды бер һыйлайым әле, исмаһам, - тип теҙеп китте Ҡорбанбикә еңгә. - Хәҙер дөрләтеп мейес яғып ебәрәм.

 - Әсәй, - тине Насип, - ҡоймаҡтың шыма яғын майларһыңмы әллә шаҙра яғынмы?

 - Шыма яғын да, шаҙра яғын да майлармын, улым. Бар әле йүгереп кенә аласыҡтан ҡоро утын алып ин.

 - Их, тәмле була икән! - тип Насип хатта сәпәкәй итеп алды. Ул һә тигәнсе, ҡосаҡ тултырып, утын да кертеп ташланы.

 Вәзиргә лә эш ҡалғайны әле:

 - Ә һин, Вәзир, йүгереп кенә Йәмлегөл инәйҙәрҙән таба алып ҡайт. Ике таба менән сыжлатып ҡына бешереп алырмын. Ҡара уны, бер аяғың унда, икенсеһе бында булһын!

 Бүтән йомош булһа, Вәзир, бәлки: "Ана, Насибең барһын", - тип ҡарышып та торор ине. Әммә был йомош ҡарыша торған йомош түгел ине. Ул атаһының оло итектәрен ҡуңалтаҡ кейеп кенә тышҡа атылды.

 - Ҡойоп ямғыр яуа бит. Яланғас йөрөмә шулай әҙәм көлдөрөп, йүнһеҙ! Ана һырмаңды булһа ла элеп ал! - тип ҡысҡырып ҡалды Ҡорбанбикә еңгә.

 Вәзир әйләнеп тә ҡараманы. Ағаһы өсөн яуапты Насип ҡайтарҙы:

 - Тән сыныҡтыра бит ул, әсәй. Вәзир ағайым баһадир кеүек көслө буласаҡ. Бына күр ҙә тор. Анау уҫал үгеҙ бар бит әле, ана шуны сәтәкәй бармағы менән генә төртөп осорасаҡ ул.

 - Бик осорор әле, һалҡын тейҙереп, анау Кашаф кеүек, ҡых-ҡых ҡыһылдай башлаһа...

 - Баһадирға һалҡын теймәй ҙә ул, әсәй.

 - Бына тағы икенсе бер иҫәүән. Һиңә генә етмәгәйне тағы, тәтелдәк.

 Ҡорбанбикә еңгәнең бөгөн күңеле күтәренке ине. Өфөнөң үҙенән килгән күҙлекле ағай кисә уның эшен маҡтап китте:

 - Тауыҡтарың йырлап тора, эшең ырап тора икән, килен. Районда алдынғылар рәтенә сығып бараһың бит, - тине.

 - Яҡшы һүҙең - йән аҙығы, рәхмәт, ағай, - тип ҡыуанып ҡалды Ҡорбанбикә еңгә.

 Шулай итеп, бөгөнгө ҡоймаҡтың әсеткеһе кисә үк һалынғайны. Эшенә маҡтау ишеткән әсә, ҡоймаҡ менән һыйлап, балаларын да ҡыуандырырға булды.

 Мейескә ут та яғылды. Күмер ҙә төштө. Яңғыҙ таба күп тапҡырҙар сыжлап мейескә лә кереп сыҡты. Тик Вәзир генә китте лә батты.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.