Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Вәзирҙең икенсе һәләкәте



Вәзирҙең икенсе һәләкәте

 Аҙбарға килеп ингәс, Вәзир үҙен хужа итеп һиҙҙе. Уның тауышы ла хәҙер көрөрәк яңғырай башланы. Ни тиһәң дә, бөгөн ул табын хужаһы буласаҡ.

 - Малайҙар, - тине ул тантаналы тауыш менән, - һеҙҙең өсөн бәләкәс кенә һыйым бар. Аҙ булһа ла күп итеп ҡабул итегеҙ.- Был һүҙҙәрҙе табын йыйған саҡта уның атаһы йыш ҡына әйтә торғайны.

 "Ниндәй һый булыр икән?" - тип малайҙарҙың күҙҙәре йылтырай башланы. Тәмле тамаҡ Яҡуп хатта ирендәрен сәпелдәтеп, һеләгәйен йотоп ҡуйҙы.

 - Һый тип ни, әллә ниндәй һый ҙа түгел инде, - ҡыуанысынан Вәзир бер туҡтауһыҙ тәтелдәне. - Ҡана, Яҡуп, фуражкаңды биреп торсо.

 Яҡуптың башында атаһының иҫке фуражкаһы ине.

 Вәзир, фуражканы алып, аҙбарҙың ҡараңғы мөйөшөнә китте. Ситән араһына ҡулын тығып, ул һәрмәнергә кереште. Ҡалған алты күҙ уны күҙәтеп торҙо.

 - Әһә, эләктегеҙме, тәмлекәйҙер! - тип ул ситән араһындағы перәниктәрҙе берәм-берәм фуражкаға тултырҙы.- Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, Ғабдулла менән Айҙарға өсәр перәник, ҡалғандарға - берәр, бөтәһенә лә тигеҙ.

 Әлбиттә, һый малайҙар көткәндән артығыраҡ ине. Иҫ итмәгәндә перәник менән һыйланыу һирәк эләгә ул. Яҡуп йәнә бер тапҡыр иренен сәпелдәтеп ҡуйҙы. Бүтәндәрҙең дә тамаҡ төптәре ҡытыҡланып китте.

 Вәзир фуражканың ике ситенән бөрөп тотоп алды. Ҡунаҡтарҙы аҙбарҙа һыйлауҙы ул яҡшыһынманы. Аҙбарҙа көйшәп ултырырға улар быҙау түгел дә.

 - Әйҙәгеҙ, аласыҡ артына барабыҙ, унда һәләк аулаҡ, - тип саҡырҙы ул ҡунаҡтарын. Ҡунаҡтар хужаның һүҙен йыҡманылар.

 Аласыҡ артында яҫы ҙур таш ята. Табынды шунда ҡороп ебәргәндә, бик йәтеш буласаҡ. Бына хәҙер хужа шул таш өҫтөнә перәниктәрҙе таратып ташлар. Ҡунаҡтар ҡыҫтатҡан булыр. Вәзир уларҙы өҙлөкһөҙ ҡыҫтап торор, Яҡупты, бәлки, артыҡ ҡыҫтамаҫ та.

 Ҡунаҡ һыйлауҙан да күңеллерәк нәмә бармы икән был донъяла?

 Аласыҡ артына сыҡҡас, Вәзир фуражкалағы мөлкәтте таш өҫтөнә сәсеп ебәрҙе лә бушаған "һауыт"ты Яҡупҡа ырғытты. Әммә ҡунаҡтарға ни булды? Әле генә йылмайған ирендәр ҡапыл ғына турһайҙы, йылтырап торған күҙҙәр тоноп китте. Ни булды был ҡунаҡтарға?

 Таш өҫтөндәге һигеҙ перәниктең береһе генә лә бөтөн түгел ине. Ҡайһыһының башы, ҡайһыһының ҡырыйы кимерелгән, бер нисәһе үтәнән-үтә тишелгән. Күрәһең, перәникте малайҙар ғына түгел, сысҡандар ҙа ярата икән. Ике көн эсендә улар байтаҡ хөрмәт күрергә өлгөргәндәр.

 - Сысҡандан ҡалған һыйыңды үҙең генә һоғон инде, - тине Башлыҡ.

 Вәзир тамам ҡойолоп төштө. Кеше башына бәлә килеүен килер ҙә, был тиклем үк килмәҫ инде.

 - Кисә генә ҡайтарып ҡуйғайным да, - тип мығырҙаны ул, - ышанмаһағыҙ ана... Яҡуп эште төҙәтергә тырышып ҡараны:

 - Сысҡандан ҡалғанды ашаһаң, теш ныҡ була икән ул, - тигән булды. Айҙар уны шып туҡтатты:

 - Беҙҙең тештәр былай ҙа ныҡ. Һинең кеүек беҙ шәкәр кимереп үҫмәгән.

 Шул тиклем ымһынып ҡал да, ғәрлегең килерме, юҡмы? Малайҙарҙың ғәрлеге эстәренә һыймай ине.

 - Рәхмәт, һыйланғандан да артыҡ булды,- тине Ғабдулла. "Өс таған"ға шунда уҡ бойороҡ бирҙе: - Киттек!

 Ҡунаҡтар яй ғына китеп барҙылар. Вәзир тәүҙә таш өҫтөндәге перәниктәргә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Унан тегеләрҙе берәм-берәм картуф баҡсаһына тондора башланы. Һелтәгән һайын әсенеп бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: "Мә һиңә!" "Мә һиңә!" "Мә һиңә!" Был һүҙҙәрҙе ул сысҡандарға ҡаратамы, перәниктәргә ҡаратамы, иптәштәренә ҡаратамы, үҙенә ҡаратамы әйтте, - уныһы билдәһеҙ ине. Һуңғы перәникте ырғытҡас, ул лап итеп таш өҫтөнә ултырҙы ла быуылып иларға кереште. Күптән инде илау-һыҡтауҙың ни икәнен белмәгән Вәзир оҙаҡ, бик оҙаҡ үкһене. Күҙҙәрендә йәше бөткәнсе иланы ул.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.