Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





геҙ менән алышыу



 Үгеҙ менән алышыу

 Ауыл осонан көтөү күренде. Иң алдан Йәмлегөл инәйҙең һыңар мөгөҙлө ала кәзәһе килә. Ул Бөркөтлө көтөүенең алдан йөрөүсеһе. Хатта иң шуҡ һарыҡ бәрәстәре лә яланда уны уҙырға баҙнат итмәйҙәр. Тик ауылға кергәс кенә ала кәзә бер ситкәрәк сығып, башҡаларға юл бирә. Шуны ғына көтөп килгән һарыҡтар, баҡырыша-баҡырыша, йүгерә башлай.

 Был саҡ инде бөтә урамды яңғыратып ваҡ малайҙар оран һала:

 - Көтөү ҡайтты! Көтөү ҡайтты!

 Оранды ишетеп, һәр өйҙән кем дә булһа берәү көтөү ҡаршыларға ҡапҡа төбөнә сыға. Эштән ҡайтып өлгөрмәгән яңғыҙ кешеләрҙең малын күрше-күләндең бала-сағаһы ҡаршылай. Был беҙҙең Бөркөтлөлә ғүмер баҡый шулай.

 Йәше-ҡарты, төрлөһө төрлө тауышҡа ҡысҡырып, мал саҡыра:

 - Бәрәс, бәрәс...

 - Кәзәкәй-кәзәкәй...

 - Һәү-һәш, һәү-һәш...

 Бөгөн көтөү ҡаршыларға Ғабдулла сыҡты. Өләсәһе өйҙә юҡ ине. Әле бая уҡ уларға Яҡуп килгәйне. Ул Башлыҡҡа Вәзир биргән рогатканы күрһәтте. Быға тиклем Яҡуп теге ваҡытта Вәзир менән аралашҡаны өсөн шөрләп йөрөй ине. Хәҙер бөтәһе лә үҙ кешеләр. Ғабдулла ла уға үпкә һүҙе әйтмәне. Киреһенсә, Яҡуп бер нисә тапҡыр мәргөн генә атып күрһәткәс, уны маҡтап ҡуйҙы.

 Хәҙер ҙә улар көтөү ҡаршыларға бергә сыҡтылар. Ғабдулларҙың башта ике һарығы, унан һыйыры ҡайтты. Ләкин малайҙар шунда уҡ кире өйгә инмәнеләр. Бөркөтлөлә һәр кем шулай. Үҙ малы ҡайтҡас та, боролоп ҡына инмәй. Ҡалған көтөүҙе оҙатып ебәрә. Был шау-шыулы бер нисә минуттың үҙ йәме бар. Кескәй генә байрамға оҡшап ҡала ул.

 Иң ялҡау һыйырҙарҙан да йөҙ-йөҙ илле аҙым артта ҡалып, түбән остоң ҡыҙыл күҙле ҡоба үгеҙе ҡайта. Үҙе әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә һөҙгәк, тиҙәр. Ул үткәндә, бала-сағаның ҡото оса. Ҡайһыһы ҡапҡа артына боҫа, ҡайһыһы кәртә башына менә. Бына әле лә, ул яҡынлаша башлағас, Ғабдулла менән Яҡуп, ҡурҡып түгел, тик былай ғына, кәртәгә менеп атландылар. Яҡуп, кеҫәһенән ҙур ғына йоморо таш алып, рогаткаһын ҡорҙо. Донъя хәлен белеп булмай, кәрәк булып ҡуйыуы бар.

 Үгеҙ Ғабдуллалар тураһына еткәндә генә, күршеләрҙең өй алдындағы ағас ышығынан Гөлнур килеп сыҡты. Ул, яңы ҡыҙыл күлдәген кейеп, тегенсенән ҡайтып килә ине. Гөлнурҙың түбәһе күккә тейгән. Ул бер уңға, бер һулға борғолана, күлдәгенең матур төймәләрен тотоп ҡарай, эйелеп-эйелеп, балитәктәрен һыйпап ала. Үҙе нимәлер бышылдай. Ә-ә-ә... "Күлдәгең бик матур икән, Гөлнур, ҡотло булһын. Йылы тәнеңдә туҙһын!.." - ти икән ул. Был һүҙҙәрҙе уға әле бер генә апай әйткәйне.

 Ысынлап та, ҡыҙыл күлдәктең килмәгән ере юҡ ине. Урам уртаһынан ғәмһеҙ уҙып барған ҡоба үгеҙ ҙә иғтибарһыҙ ғына үтә алманы. Тәүҙә ул, туҡтап, күҙҙәрен аҡайтып ҡарап торҙо. Шунан һуң, башын эйә биреп, аҡрын ғына Гөлнурға табан атланы. Был саҡ Гөлнур күлдәгенең түшендәге йәшел бәрхәт күбәләккә нимәлер һөйләй ине.

 - Гөлнур! Ҡас! - тип ҡысҡырҙы Ғабдулла.

 Гөлнур тертләп китте, ләкин ҡот осҡос бәлә килгәнен аңламаны, сөнки бөтә донъяла уның өсөн тәтәй күлдәктән башҡа нәмә юҡ ине.

 Шул арала үгеҙ кескәй канауҙы һикереп сыҡты ла, башын ҡырын һала биреп, Гөлнурға ташланды. Бына-бына ҡыҙыл күлдәкле кескәй ҡыҙҙы мөгөҙөнә элеп ырғытасаҡ ул.

 - Әсәкәй! - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Гөлнур.

 Кәртә башындағы Ғабдулла һикереп түгел, осоп төштө. Осло мөгөҙҙәр инде Гөлнурга сәнселде тигәндә генә, ул ҡыҙҙы күтәреп кәртә аша ырғытты. Был турала эстә Ғабдуллаларҙың ҡыяр баҡсаһы ине. Ҡыҙ йомшаҡ түтәлгә барып төштө. Ярһыған үгеҙ, аҙ ғына сигенә биреп, Ғабдуллаға ынтылды һәм уны элеп тә алды. Мөгөҙ уға ҡаҙалманы. Ғабдулланың кәүҙәһе ике мөгөҙ араһына тура килеп ҡыҫылды. Был хатаһына асыуы килеп шашынған үгеҙ, башын ҡапыл юғары күтәреп, Ғабдулланы сөйөп ырғытты. Ул кәртә буйында ятҡан ҡырлы таш өҫтөнә барып төштө. Ыһ тип бер генә һыҡтаны ла ул бөгәрләнеп ятты. Үгеҙ, тағы артҡа сигенеп, яңынан ташланырға әҙерләнде. Инде ынтылдым тигәндә генә уның ҡан һауған күҙенә сәп итеп таш килеп тейҙе. Ул ташты Яҡуп шулай рогатканан ҡыйыш атып тура тейҙерҙе. Ауыртыуға сыҙай алмай ҡоба йыртҡыс хатта үкереп ебәрҙе. Башын сайҡай-сайҡай бер урында зырлап әйләнде лә урам буйлап тороп йүгерҙе.

 Был хәл күҙ асып йомған арала булды.

 Ғабдулла эргәһенә халыҡ йыйылды. Ул, ауыртыуҙан ыңғырашып ебәрмәҫ өсөн, күлдәк итәген сәйнәп ята ине. Кемдер уны күтәреп алмаҡсы итте:

 - Ах, ҡулым! - тип ҡысҡырып ебәрҙе Ғабдулла. Уның ауыҙ ситенән, нескә генә эҙ ҡалдырып, ҡан аға ине. Быны күргән Гөлнур сыйылдап илап ебәрҙе.

 - Баҡырма әле! - тип туҡтатты уны яңы ғына килеп еткән Айҙар.

 Йыйылған халыҡ гөж килде, һәр кем үҙ һүҙен әйтергә, үҙ кәңәшен бирергә тырышты. Берәүҙәр үгеҙҙе һүкте, икенселәр уның хужаһын әрләне.

 - Мал үҙ эйәһенә оҡшамай буламы?

 - Уның эйәһе лә йылан аяғы киҫкән нәмә.

 - Харап иткән баланы...

 - Һүҙ менән һөйәк ялғап булмаҫ. Сараһын күрергә кәрәк, - Сараһы ни уның шул - тиҙ үк больницаға оҙатырға кәрәк.

 - Ике машинаның береһе өйҙә юҡ, исмаһам...

 - Бар, йәһәт кенә ат егеп кил, Яуымбаев!

 - Ой, туҡта әле, - тип ҡысҡырҙы Шәрифулла еңел кырандаста уҙып барыусы оло ғына бер кешегә. Юлсы, атын туҡтатып, халыҡ яғына килде.

 - Бына малайҙы үгеҙ һөҙөп имгәтте,- тинеләр уға.

 Юлсы күп төпсөнөп торманы:

 - Һалығыҙ малайҙы кырандасҡа, - тине.

 Шәрифулла, һаҡ ҡына алып, Ғабдулланы төбөнә йомшаҡ бесән түшәлгән кырандасҡа илтеп һалды. Ғабдулла, күлдәк итәген йомарлап, йәнә ауыҙына тыҡты. Уның йөҙөндә ҡан әҫәре юҡ ине.

 - Йә, ҡайһығыҙ бара? - тине ат хужаһы. - Ҡуҙғалырға кәрәк.

 - Өләсәһе өйҙә юҡ бит әле, - тине берәү.

 - Үҙем барам.

 - Үҙем...

 - Минһеҙ эш сыҡмаҫ, - тип Шәрифулла кырандас күсеренә менеп үк ултырҙы.

 Айҙар менән Вәзир ҙә һорап ҡараны, тик уларҙы ултыртманылар.

 Әле генә осҡон кеүек һикереп йөрөгән Ғабдулланы, һоло тоғо урынына һалып, бынан егерме саҡрым ерҙәге Ҡултабан больницаһына алып киттеләр. Кырандастағылар, күл башын урап, ҡалҡыулыҡ артына күмелгәс тә, халыҡ таралыша башланы. Ғабдуллалар ҡапҡа төбөндә иң һуңынан өсәү ҡалды. Улар тау аша киткән алыҫ юлға оҙаҡ ҡарап торҙолар. Инәләрен бесәй урлап ҡасҡан турғай балаларына оҡшай ине был өсәү.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.