Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Хат башы - яҙ ҡаршы.



 Хат

 

 Ғабдулла киткәндән һуң, малайҙар балыҡҡа төшмәне. Ләкин һәр көн мурҙалағы балыҡты барлап, ем һибеп ҡайттылар.

 Был арала ауылда әллә ни иҫ китмәле ваҡиғалар булманы. Улай тиһәң дә теге ҡоба үгеҙҙе хужаһы йығып һуйҙы. Һуймаҫ та ине, халыҡ тауыш күтәрҙе: "Юғиһә үҙеңде үгеҙең-ниең менән судҡа бирәбеҙ", - тип ҡурҡыттылар.

 Йәнә шул бар икән: Айҙар һеңлеһе Гөлнурға биргән вәғәҙәһен үтәне. Ферма ҡыйығына менеп, яңы ғына ҡанаттары сыҡҡан ике тургай балаһы тотоп бирҙе. Тик ағаһы ситлек яһағансы, Гөлнур уларҙың икеһен дә осороп ебәрҙе. Вәзиргә әсәһе һары сатин күлдәк тектерҙе, әммә Вәзир уны барыбер кеймәне. "Һабантуйҙа кейермен әле", - тине. Яҡуптың иҫке йәрәхәттәре уңала барҙы, яңылары өҫтәлә торҙо, (ләкин уның менмәгән ҡаяһы, үрмәләмәгән ағасы, аша һикермәгән соҡор-саҡыры ҡалманы. Быға хатта Гөлйемеш апай ҙа күнегә төштө.

 Ғабдулланың имгәнеү хәбәре йәйләүҙәге әсәһенә лә барып етте. Ул икенсе төндө өҙгөләнеп ҡайтып килде. Еккән атын да туғармай, шунда уҡ Ҡултабанға сапты. Уны ауылда күреүсе лә булманы. Улының тере икәнен күргәс кенә, әсә бер аҙ тынысланды. Ғабдулланың ике ҡабырғаһы, һул ҡулы һынгайны. Йәш һөйәк тиҙ үк ялғаныр, - тине доктор. - Малайың сыҙам икән. Ай-һай-һай. Шәп егет буласаҡ". Кешене үлемдән ҡотҡарған ҡыйыу улы өсөн әсә ғорурланып та ҡуйҙы. "Хәс тә атаһы инде", - тип уйланы ул.

 Ауылда ла Ғабдулланың исеме бер нисә көн телдән төшмәне. Гөлнурҙың әсәһе, өй беренсә йөрөп, Ғабдулланы илай-илай маҡтап һөйләне: "Мәңге түләп бөтөргөһөҙ бурыслыбыҙ инде ул балаға", - тине. Ғабдулла ҡайтҡас һыйлармын тип, йомортҡа йыйып, май яҙып ҡуйҙы.

 Бөтә ауырлыҡты һүҙһеҙ кисерергә өйрәнгән Нәғимә инәй был юлы ла кешегә белдереп аһ-ваһ килмәне. Әммә эсе бик өҙөлдө. "Ҡарап торған берҙән-бер ейәнемдән тороп ҡалмаһам ярар ине", - тип әрнене ул. Яңы ҡайғыһы ни тиклем генә ҙур булмаһын, ул кесаҙна көндө кис улы Мөхәммәттең "Батырлыҡ өсөн" миҙалын аҡбур менән ялтыратып ҡуйырға онотманы.

 Ун көн тигәндә, өләсәһенә Ғабдулланан хат килеп төштө. Үҙе уҡый белмәһә лә, Нәғимә инәй хатты асмай түҙә алманы. Ул һаҡ ҡына конверттың елемен ҡуптарҙы. Хатты сығарып әйләндереп-әйләндереп ҡарап торҙо. Шунан ғына ейәненең өс дуҫын хат уҡырға саҡырҙы. Арала иң еренә еткереп уҡыусы Яҡуп ине. Тыңлаусылар теҙелешеп һикегә ултырҙы. Яҡуп ҡаршыға баҫты. Ул тамағын ҡырып алды ла уҡырға кереште.

 

 Хат башы - яҙ ҡаршы.

 Ҡәҙерле һәм хөрмәтле өләсәйем! Әлегә тиклем ни өсөн хат яҙмай торҙоң, тип һораһаң, яуап бирәм. Минең ике ҡабырғам, һул ҡулым һынған булып сыҡты. Йәнә өс көн ҡан төкөрөп яттым, эс-бауырым ҡуҙғалған икән. Хәҙер урынына ултырҙы инде. Мине карауатҡа һалып ҡуйҙылар ҙа бер аҙна торғоҙманылар. Тышҡа сығаһы килгәндә лә, ҡуҙғатманылар, аҫҡа сынаяҡ һауыт ҡуйып ҡына торҙолар. Мин оялып бөттөм. Һул ҡулымды, аҡ балсыҡ һылап, ҡатырҙылар. Хәҙер ҡуҙғатып ҡарайым да, ҡулым яман ауыр. Ҡулымдың һыҙлауы бөттө. Тик балсыҡ аҫтында ҡысытып маҙамды ебәрә. Тын алғанда, һул ҡабырғам сәнсешә. Сәнсешһә лә әүәлге кеүек ҡыйын түгел. Мин тынымды самалап ҡына алырға тырышам.

 Күлдәгемде, салбарымды һалдырып алдылар. Ғәләмәт ҙур аҡ күлдәк-ыштан кейҙерҙеләр. Ыштанымды сестра апай яра бәйләй торған оҙон тар марля менән быуып ҡуйҙы. Больницала бик эҫе. Себен кермәһен өсөн, тәҙрәләргә селтәр көпләгәндәр. Себен барыбер керә. Ашап туйғас, көн дә емеш һыуы эсерәләр. Компот тиҙәр уны. һәләк тәмле була икән ул компот. (Һуңғы һүҙҙәрҙе уҡығанда, Яҡуп ирекһеҙҙән ирендәрен сәпелдәтеп алды.)

 Докторҙар ифрат һәйбәттәр, өләсәй. Иң баш доктор минең менән гел шаярып һөйләшә. Бүлмәгә килеп ингәс тә: "Шәпме, батыр!" - тигән була. Минең сәсемде машинка менән алдылар. Ул машинка тамсы ла ауырттырмай икән. Аллабирҙе олатай башымды бәке менән ҡырғанда, күҙҙән уттар күренә торғайны.

 Бер бүлмәлә беҙ өсәүбеҙ. Тәҙрә янында ятҡан ағай иҫерек көйө ҡыҙыл араҡы тип ҡараңғыла шыйыҡ елем эскән. Ҡағыҙ йәбештерә торған елем. Уның эсе эскә йәбешкән. Радио ҡумтаһы эргәһендәге ағайҙы урман ҡырҡҡанда ағас баҫҡан. Ул телен тешләп өҙгән, хәҙер һөйләшә алмай.

 Мин бында бик еләнем инде. Ерһеп китмәһәм ярар ине тип ҡурҡам. Күлдәк менән салбарҙы бирһәләр, бөгөн үк ҡайтып китер инем.

 Өләсәй, был хатты, моғайын, йә Вәзир, йә Айҙар, йә Яҡуп уҡып бирер. Кем уҡыһа ла әйт: теге балыҡтарҙың хәлен белеп торһондар, ем илтеп һипһендәр. Астан үлерҙәр юғиһә. Әсәйемдән һорарға ла онотҡанмын: Гөлнурҙың аяҡ-ҡулы иҫәнме?

 Өләсәй, мин һиңә бәләкәс кенә күстәнәс йыйҙым: ун бер печенье, һигеҙ кәнфит, ун шаҡмаҡ шәкәр. Был үҙ ауыҙынан өҙә икән, тип уйлама тағы. Быныһы - артып ҡалғаны.

 Хат ахырында шуны яҙам: бөтә нәҫел-ырыуға, дуҫ-ишкә айырмайынса минән сәләм тапшыр. Үҙең менән әсәйемә, йәнә Айҙарға, Яҡупҡа, Вәзиргә айырым-айырым сәләм. Минең өсөн хәҙер борсолма инде, өләсәй. "Батыр яраһыҙ булмаҫ", - тине доктор.

 Шуның менән хат тамам. Алыусыһы өләсәйем, яҙыусыһы Ғабдулла.

 1950 йыл, 9 июнь.

 

 Хатты тыңлап бөткәс, Нәғимә инәй Яҡупҡа буш конверт һуҙҙы:

 - Мә әле, улым, бынауҙың артына ла нимәлер яҙған түгелме?

 Конверт артына ошондай һүҙҙәр яҙылғайны:

 "Был конвертты теге елем эскән ағай бирҙе. Маркаһы ла өҫтөндә".

 Нәғимә инәй үҙе хат тыңланы, үҙе Ғабдулланың ун ике йыллыҡ бөтә ғүмерен күҙ алдынан кисереп ултырҙы. Әле күптәнме һуң ул ейәне тураһында: "Ҡасан тәпәй баҫыр?", унан: Ҡасан һөйләшә башлар?", "Ҡасан мәктәпкә китер?" тип уйлай торғайны. Бына хәҙер уның ейәне ер аяғы, ер башы ерҙән, Ҡултабан ауылынан, килештереп хат яҙып ебәргән. Ғабдулланың ғүмерендә беренсе яҙған хаты ине был.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.