Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Күл өҫтөндә балыҡ уйнай



 Күл өҫтөндә балыҡ уйнай

 Көн кискә ауышып бара. Күл өҫтөндә иртәнән бирле йүгерешеп уйнаған ваҡ тулҡындар, ярға һыйынып, тынып ҡалғандар. Талсыҡҡандарҙыр, күрәһең. "Былар ял итһендәр әле", - тигән һымаҡ, ел дә тау яғына китеп олаҡҡан. Был мәлдә ул, моғайын, ҡарағай ботаҡтарын һелкетеп йөрөйҙөр әле. Уның эше бер ваҡытта ла бөтмәй.

 Ә бына ҡоштар, исмаһам, миҙгелен белеп кенә һайрайҙар. Көн эҫеһендә улар һайрау яғына бик әүәҫ булмайҙар, һалҡын төшә башлағас, уларҙы тотоп та тыя алмаҫһың. Ҡылыс буйындағы һәр ҡыуаҡ йыр моң сәсеп тора. Тыңлап ҡына өлгөр.

 Балыҡтар ҙа иртәле-кисле шаяныраҡ булалар. Әле лә бына, һыу өҫтөндә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ түңәрәктәр яһап, балыҡ уйнай. Ҡайһы бер үтә шуҡтары өҫкә һикереп сығалар ҙа, үҙҙәренең тәңкәләрен йылтыратып, маҡтанған булалар. Йәнәһе: "Күрегеҙ, беҙ ниндәй һылыубыҙ!"- тиҙәр. Шулай ҙа тәмһеҙҙәр улар, балыҡтарҙы әйтәм. Әле күлде бер итеп уйнап йөрөгән сабаҡтарҙың һәм ҡыҙылғанаттарҙың байтағына бер нисә көндән, үҙ күлдәрен ташлап, Кирәмәт башындағы ят күлгә күсергә тура киләсәк. Һәм улар бер ҡасан да Ҡылысҡа кире әйләнеп ҡайта алмаясаҡтар. Был хаҡта балыҡтар бер нәмә лә белмәйҙәр. Хатта уйҙарына ла килтермәйҙәр. Саҡ ҡына һиҙенһәләр ҙә, шул тиклем үк уйынсаҡ булмаҫтар ине.

 Ҡоштарҙың эше бөтөнләй башҡа. Уларҙы һин әллә ҡайҙағы урмандарға илтеп ташла, барыбер теләгән саҡтарында үҙ ҡыуаҡтарына ҡайталар ҙа киләләр. Бына бит ул ер өҫтөндә йәшәү нисек һәйбәт, һыу аҫтында йәшәү ише түгел инде.

 Әйҙә, балыҡтар һикерешә, ҡоштар һайраша торһон. Беҙ яр буйындағы тал ҡыуаҡтары араһына күҙ һалайыҡ. Иң тәүҙә беҙ унда бер сөм-ҡара, бер ерән баш күрербеҙ. Кәүҙәләрен ҡамыш ҡаплай. Шулай ҙа ул баштарҙың кемдәрҙеке икәнен таныуы ҡыйын түгел. Ҡараһы: "Мин Ғабдулла", ерәне "Мин Айҙар",- тап әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.

 "Өс таған"дың ике терәге тауышһыҙ-тынһыҙ мурҙа үреп ултыра. Хәҙер эш бөтөүгә бара инде. Ләкин шуны әйтергә кәрәк, Ғабдуллаға, Башлыҡ булһа ла, бары ҡара иштәрҙе генә башҡарырға, дөрөҫөрәге, Айҙарҙың ярҙамсыһы ғына булырға тура килде. Ул өләсәһенең һалма бысағы менән сыбыҡ ҡырҡып, уларҙы ботаҡтарҙан әрсеп, Айҙар алдына һалып торҙо. Был саҡта ул үҙенең Башлыҡ икәнен бөтөнләй онотоп ебәрҙе. Киреһенсә, Айҙарға һоҡланып, уны өҫтөн итеп ҡараны. Хатта бер саҡ: "Ну оҫта икәнһең, малай", - тип иптәше алдында ярамһаҡлана биреп тә ҡуйҙы. Ҡулың һөнәр белмәгәс, шулайыраҡ була шул.

 Айҙарҙың ярылып бөткән йүгерек ҡулдарына ысынлап та һоҡланып туймаҫлыҡ ине. Нескә, оҙон тал сыбыҡтары уның бәләкәс бармаҡтарында, ебәк таҫма урынына, бөгөлөп-һығылып уйнай. Әйтерһең дә, ул тал сыбыҡтарынан мурҙа түгел, ә ебәктән селтәр үрә ине. үҙенең булдыҡлылығы менән ул бер генә тапҡыр ҙа шапырынманы, уның йөҙөндә ҡуҡырайыуҙың әҫәре лә сағылманы. Ара-тирә танауын тартҡылап, бары эшләй бирҙе. Ысын оҫталар ана шундай булалар ҙа инде.

 Балыҡтар һикерешеүендә, ҡоштар һайрашыуында, малайҙар мурҙа үреүендә булды, һәр кем үҙ һөнәре менән мәшғүл ине. Шуға күрә улар яр башындағы тар һуҡмаҡ буйлап боҫа-ҡаса үтеп барыусы күлдәкһеҙ малайға иғтибар ҙа итмәнеләр. Малайҙың яланғас беләктәренә тейеп ҡалған тал япраҡтары нимәлер шыбырларға итеп ҡараһалар ҙа, уларға ҡолаҡ һалыусы булманы. Бер аҙ уҙа биргәс, әлеге малай йөҙтүбән ятып, ҡамыш араһындағы икәүҙе күҙәтергә кереште. Уның сылт-сылт йомолоп торған күҙҙәре бөтәһен дә күрҙе, бөтәһен дә шәйләне. Бер аҙҙан һуң ул ҡамыш төбөндәге йәш күрәнде шәлкем итеп усына йыйып тотто ла, ат ҡойроғо төйнәгән кеүек, төйнәп ҡуйҙы. Беҙҙең урман яғында кешеләр эҙ юғалтмаҫ өсөн шулай билдә ҡалдыралар. Күрәһең, был малай ҙа әлеге урынды билдәләп үтергә булды. Сөнки Ҡылыс буйы ҙур. Ҡайҙа ҡарама, йырып сыҡҡыһыҙ ҡамышлыҡ.

 Йәй көнө, тән яндырып, күлдәкһеҙ йөрөгән малайҙар һирәк осрамай. Ләкин бының кеүек етеҙ һәм һаҡ хәрәкәт итеүселәр Бөркөтлөлә күп түгел. Уның һәр ҡыймылдауы: "Мин Вәзир!"- тип ҡысҡырып тора. Үҙенә кәрәктең бөтәһен дә барлап, тикшереп сыҡҡас, Вәзир, аҡрын ғына шыуышып, артҡа сигенде. Артта урман. Урманға инеп алғас, ул, ҡуйы үлән араһындағы бүҙәнә кеүек, йылт итеп кенә ҡалды.

 Был арала Айҙар менән Ғабдулла ла мурҙаны үреп бөтөрҙө. Ысынлап та матур нәмә килеп сыҡты. Шулай ҙа Айҙар һөнәр эйәләренә генә хас бер ентеклелек менән үҙ эшен тағы бер ҡат тикшереп сыҡты, ҡапҡасын бер ябып, бер асып ҡараны. Шунан һуң ғына малайҙар салбарҙарын сисеп ырғыттылар. Ике-өс күнәк балыҡ һыйышлығы ауҙың эсенә ҙур ғына ике таш һалып, уны күл эсенә, ҡамыштар араһына күтәреп индерҙеләр. Мурҙа тиҙ генә батырға теләмәне. Уны, түбән тарттырып, ҡамыш һабаҡтары менән бәйләштергеләргә тура килде. Ҡыҫала-фәлән инмәһен тип, мурҙаның ҡапҡасын ябып, нығытып ҡуйҙылар. Сөнки беҙҙең балыҡсылар бер ҡатлы түгелдәр. Улар балыҡсылау кәсебенең рәтен беләләр. Был миҙгелдә мурҙаға яҙып-яңылышып ингән балыҡты көтөп тороу йүнһеҙлек булыр ине. Ундай аҙашҡан сабаҡтарҙы ғына аңдып ултырһаң, йәй үтеп китер. Иртәгә үк кәм тигәндә дүрт ҡармаҡ менән эшкә тотонорға тура киләсәк.

 Ана бит һыу өҫтөндә күпме балыҡ сиртә. Малайҙар оҙаҡ итеп күлгә ҡарап торҙо. Уларҙың күҙ алдында һикереп уйнаған балыҡ тик ҡармаҡҡа ҡабыр өсөн генә ашҡына. Бәлки, улар үҙҙәренең яңы күлгә китәсәктәрен һиҙеп шулай ҡыуанышаларҙыр. Ил гиҙеүҙе, донъя күреүҙе кем генә яратмай һуң?

 - Уйнағыҙ, уйнағыҙ, - тине Ғабдулла, - уйнар көнөгөҙ алда әле.

 Һәм үтә мөһим эш башҡарған малайҙар, салбарҙарын кейеп, ауыл яғына ыңғайланы.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.