Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Өлгөләр ҡыйрала башланы



 "Өлгө"ләр ҡыйрала башланы

 Өйгә ҡайтҡас, үҙенең өлгөлөгөн бөтөрөү тураһында Яҡуп байтаҡ баш ватты. Эште ниҙән башларға?

 Кесе йәштән үк Яҡуп һәр аҙымын үлсәп атларға өйрәнгәйне. Ул үҙен һәр ваҡыт тар ғына баҫманан атлаған һымаҡ хис итте. Бына-бына яҙа баҫыр ҙа ҡолап төшөр кеүек булды. Сөнки әсә үҙенең берҙән-бер балаһын артыҡ һаҡлап, ҡәҙерләп үҫтерҙе.

 Бәләкәс Яҡупҡа ерҙәге нәмәләр менән танышыу тотош "ярамай"ҙан башланды. Болдорҙан ергә һикереп уйнарға ярамай, ҡойма башына менергә ярамай, таш ырғытырға ярамай, күрше Сабирҙарҙың Алабайын һыйпап ҡарарға ярамай. Быларҙы уға әсәһе гел шулай тылҡып торҙо. Торған һайын "ярамай"ҙар арта барҙы. Малайҙар менән урманға барырға ярамай - аҙашырһың; күлдә һыу керергә ярамай - батырһың; тауға менергә ярамай - ҡаянан йығылып төшөрһөң; йәй кәпәсеңде һалма - башыңа эҫе ҡабыр; яҙ туныңды һалма - тымау төшөр. Бына шундай "ярамай"ҙарҙың осо ла, ҡырыйы ла булманы. Ә бит уларҙың бер сиге булырға тейеш ине.

 Әсә улының әхлағы хаҡында ла күп ҡайғыртты. Тегенең менән уйнама, бының менән дуҫ булма, тегене өйгә саҡырма, бының өйөнә барма. Тора-бара Яҡуп менән берәү ҙә аралашмаҫ булды. Элегерәк тиҫтерҙәре уны йыш ҡына үсекләй, хатта еңел-елпе төрткөләп тә ала торғайнылар. Һуңыраҡ уға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй башланылар. Бармы Яҡуп донъяла, юҡмы - был бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай ине. Тик әсәйҙәр йәки өләсәйҙәр генә ғәҙәт буйынса уны үҙ балаларына һаман да өлгө итеп ҡуя бирҙеләр. Ләкин ҡаты башлы малайҙар Яҡуптан өлгө алырға теләмәнеләр.

 Ғабдулла менән Айҙар үҙ эргәләренә саҡырҡас, Яҡуп башта ғәжәпләнде, һуңынан ҡурҡты. Сөнки уны күптән инде берәү ҙә һанға һуҡмай ине. Килгәс, Яҡуп шуны төшөнөп алды: тимәк, әле тиҫтерҙәре унан бөтөнләй ҡул һелтәмәгәндәр икән.

 Әммә берәүҙең бәхетһеҙлеге икенсегә ҡыуаныс килтергәнде ул белмәй ине. Вәзир шундай хурлыҡҡа төшмәгән булһа, Яҡуп һаман "өлгө" булып йөрөй бирер ине.

 Бына хәҙер уның "өлгө"лөгө үҙенең һуңғы минуттарын кисерә. Тик ниҙән башларға?

 Моғайын, рогатканан башларға кәрәктер. Юғиһә ул хәтәр ҡорал бөтә малайҙарҙың да кеҫәләрендә йөрөмәҫ ине. Ул, бысаҡ алып, утынлыҡҡа сыҡты. Ике йәпле ағас эҙләп тапты. Хәҙер таманлап киҫергә лә, матурлап юнырга ғына ҡалды. Киҫкәгә сабылған балтаны көс-хәл менән һурып алып, ике йәпте таманлап ҡыҫҡартырға тотондо. Ләкин икенсе сабыуҙа бер йәпте яңылыш төбөнән үк ҡырҡып ташланы. Бүтән ағас эҙләп табырға тура килде. Быныһын арыу йәтеш кенә сапты. Инде бысаҡ менән рогатканың һабын, йәптәрен юнып шымартырға ғына ҡалды. Рогаткаһы шәп булырға оҡшай.

 Башта уны ул ап-аҡ итеп йышҡылар, унан Вәзирҙеке кеүек ҡыҙыл буяуға буяр. Яҡупта буяуҙар етерлек. Шунан атаһының иҫке велосипед камераһынан матур ғына итеп резинка телеп алыр, иҫке итек ҡуңысынан түңәрәк кенә итеп күн уйып алыр. Әлбиттә, уның әлегә тиклем был ҡоралды яһағаны юҡ. Шулай ҙа уның рогатканы күргәне, хатта тотоп ҡарағаны бар. Башҡалар яһағанды ул яһай алмаҫ, тиһегеҙме? Яһар, шикһеҙ яһар. Яһар ҙа, йоморо ғына таш ҡуйып, анау аласыҡ башында ултырған бесәйгә тоҫҡап атып та ебәрер.

 Шундай татлы уйҙарға батып, ағасын юна ғына башлағайны, үткер бысаҡ, кескәй генә бер ботаҡты киҫеп, һул ҡулдың баш бармағына килеп тә тейҙе. Бармаҡтан атылып ҡан сыҡты. Яҡуп сарбайлап ҡысҡырып ебәрҙе:

 - Әсәй!

 Ул шунда уҡ үҙенең хатаһын аңлап алды. Аяҡ-ҡулы ҡанағанда, малайҙарҙың береһе лә әсәһенә йүгереп ҡайтмай, тота ла ағас сөрөгө һибә. Ана бит ошо утынлыҡта уҡ серек бүрәнә башы ята.

 Ул арала Яҡуптың әсәһе, сәсрәп, болдорға килеп сыҡты:

 - Ни булды, балаҡайым?!

 Әсәһенән йәлләтеп торорға был элекке Яҡуп түгел ине инде. Ул ҡулын тиҙ генә артҡа йәшерҙе.

 - Мин һиңә түгел, ана бесәйгә "бесәй!" тип ҡысҡырҙым.

 - Ҡоттарымды алдыңсы, - тине лә әсә кире инеп китте.

 Бүрәнәнән сөрөк алып, Яҡуп йәрәхәтенә һипте, күп итеп һипте. Ҡан башта сөрөк аша ла һарҡып сыҡты, ләкин бер аҙҙан туҡтаны. Башланған эште бөтөрөргә кәрәк ине. Әле генә бәлә килтергән яман бысаҡты Яҡуп яңынан ҡулына алды. Шулай ҙа эш барманы. Киҫелгән бармаҡ һулҡып һыҙларға кереште.

 Яҡуп "өлгө"лөктө бөтөрөүҙең планын үҙгәртте. Бөгөнгә ҡул эшкә ярамай икән, аяҡтар бар. Ул хәҙер Күкрәктауҙың ослайып торған ҡаялы еренә барыр ҙа таштан-ташҡа һикерергә, өйрәнер. Башлыҡ ҡуйған бурысты үтәр. Әсәһенең һиҙгер күҙҙәре шикләнеп ҡарамаһын тип, ул башта яй ғына ҡапҡа төбөнә килде. Ҡойма буйында ятҡан тупты алып, ҡапҡаға бәреп уйнаған булды. Бер аҙҙан һуң тубын ҡапҡа аҫтынан урамға тәгәрәтеп сығарҙы. Үрелеп, бәләкәй ҡапҡаны асты. Ҡапҡа шығырлап ҡуйҙы. Быны ишеткән әсәһе шунда уҡ асыҡ тәҙрә эргәһенә йүгереп килде:

 - Яҡуп, тим, ҡайҙа бараһың?

 - Тубым урамға тәгәрәп сыҡты, әсәй, - тип, Яҡуп дөрөҫөн әйтте.

 Әсәһе тәҙрә янынан киткәнсе, Яҡуп, тубын ҡапҡаға бәреп, урам яҡта уйнаны. Юрамалмы, ысынмы - туп тау яғына сыға торған тыҡрыҡҡа табан тәгәрәне. Яҡуп уны ҡыуа китте. Туп тәгәрәй - ул йүгерә, туп тәгәрәй - ул йүгерә. Ләкин туп йомшаҡ үләндә оҙаҡ бара алманы, туҡтаны. Ә Яҡуп бер йүгерә башлағас, тиҙ генә туҡтай алманы. Күкрәктауға тиклем барып етте.

 Ул, үрмәләп, осло ҡая эргәһенә менде. Унда һандыҡ дәүмәле, хатта унан да эрерәк таштар береһе өҫтөнә икенсеһе өйөлгән. Бүтән малайҙар, "һуғыш уйыны" уйнағанда, ошо таштар араһына боҫоп атышалар ине. Был ерҙә бик хәтәр. Яҙа баҫһаң, йығылып, башың тишелеүҙе көт тә тор. Яҡуп башта бәләкәсерәк таштар араһында һикергеләп йөрөнө. Бер тапҡыр, һөрлөгөп, тубығын бәрҙе. Әммә бирешмәне, һаман һикереүен белде, һуңыраҡ ул эре таштар ятҡан яҡҡа күсте.

 Ауыл яғынан күҙ һалыусы булһа, ҡурсаҡ ҙурлығы ғына бер нәмәнең ҡая итәгендә һикереп уйнауын күреп, ғәжәпләнер ине. Әммә уға күҙ һалыусы булманы. Улының бындай ярамаған эш эшләүе әсәһенең хатта уйына ла килмәне. Яҡуп һаман һикерҙе лә һикерҙе. Был уның өсөн уйын түгел, ә иң ҡыҫтау эш ине. Малайҙың, йығылып, беләге һыҙырылды, сикәһе сыйылды, маңлайы ҡабарып сыҡты. Яраһы күбәйгән һайын уның сәме артты, йөрәге ярһыны. Шәрифулла әйтмешләй, бәлки уның йөрәгенә лә бөркөт оялаған булғандыр. Тик әлегә тиклем ҡанат ҡына йәйә алмағандыр.

 Яҡуп менән мауығып, кисә беҙҙән бик алама хәлдә ҡалған Вәзирҙе онотоп ебәрҙек бит. Әйҙә, Яҡуп үҙ эшен эшләй торһон, беҙ Вәзирҙәр яғына ҡағылып үтәйек. Улар Яҡуптарға ҡыйғас ҡына урам аша тора.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.