Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Дан кәпәс түгел



 Дан кәпәс түгел

 Айҙар урамда тороп ҡалды. Ғабдулла, йүгереп, өйгә инеп китте. Бер ҡыйырсыҡ икмәк менән өләсәһенең һалма киҫә торған бысағын эләктереп болдорға сыҡҡас ҡына, Нәғимә инәй ҡайтып инде. Ғабдулла бысаҡты тиҙ генә артына йәшерҙе. Өләсәһе һиҙмәй ҙә ҡалды, ахырыһы. Ләкин ейәненең күкрәгендәге миҙалды ул шунда уҡ күрҙе. Нәгимә инәйҙең йөҙө ҡапыл үҙгәреп китте. Уның йөрәген сәнсеү алды, быуындары таралды. Ләкин ул сәпсәләнмәне, ҡысҡырынманы. Ғабдулланың арҡаһынан йомшаҡ ҡына һөйҙө лә өйгә саҡырҙы:

 - Әйҙә, улым, өйгә инәйек әле.

 - Беҙ ни, өләсәй, Айҙар менән Ҡылыс башына...

 - Хәҙер китерһегеҙ, Айҙар бәләкәс кенә сабыр итер.

 Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды.

 - Миҙал килешеп тора тағы үҙеңә.

 - Ысынлапмы, өләсәй?

 - Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?

 - Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙылған да, өләсәй. Русса.

 - Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт.

 - Ә кемгә бирәләр уны?

 - Батырҙарға.

 Нәғимә инәй ейәненең күкрәгенә эйәге менән ишара яһаны. (Беҙҙең яҡта изге һаналған нәмәгә бармаҡ менән төртөп түгел, эйәк менән ымлап күрһәтәләр.)

 - Ә быны кемгә биргәндәр?

 - Беләһең дә инде, өләсәй... Атайыма.

 - Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш ине?

 - Атайым да... Ул ҡайтманы лабаһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным.

 Нәғимә инәй байтаҡ өндәшмәй торҙо. Ғәҙәтенсә, тәрән итеп көрһөндө. Бәлки, ул ҡасандыр ошолай ялан аяҡтарын урындыҡтан һәлендереп ултырған Мөхәммәтте иҫенә төшөргәндер. Ғабдулла атаһына оҡшағайны. Уның ҡылыҡтары, һөйләшеүе, тыйнаҡлы йылмайыуы Мөхәммәттең бала сағын хәтерләтә. Нәғимә инәй ейәненә ҡарап берсә ҡыуана, берсә ҡайғылары яңырып, эсе өҙөлөп китә. Ғабдулла ла быны аңлай һәм шундай саҡтарҙа өләсәһенә тағы ла яғымлыраҡ булырға тырыша.

 Нәғимә инәй өҙөлгән һүҙҙе ашыҡмай ғына йәнә ялғаны:

 - Улай булғас, тыңла. Батыр үлһә, улына ҡылысы ҡала, мәргән үлһә, уҡ-һаҙағы ҡала. Кәрәк саҡта, ил ҡушҡанда, ата ҡоралын уландары ҡулға алғандар. Атанан мираҫ ҡалған һабан менән улдары ер һөрәләр. Уның сүкеше менән тимер сүкейҙәр, көрәге менән ер ҡаҙыйҙар. Атанан ҡалған көпө-кәпәсте балалары кейә. Ана һинең башыңда ла атайың мәрхүмдең кәпәсе. Әммә атанан ҡалған дан-шөһрәт кәпәс түгел. Балалары уны алмаш-тилмәш кейеп йөрөй алмай. Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата даны ла баланы биҙәмәй. Бына үҙең, атайыңа лайыҡлы булып, ил һоҡланырлыҡ, кешеләр хайран ҡалырлыҡ эштәр башҡарһаң икән...

 - Беҙ башҡарасаҡбыҙ, өләсәй. Күр ҙә тор бына. Үҙең дә шаҡ ҡатырһың хатта.

 - Күрергә насип булһын, - Нәғимә инәй йәнә өҫтәп ҡуйҙы: - Үҙеңә оҡшаһа, тағып йөрө миҙалды әйтәм. Мин ҡаршы түгел.

 Ғабдулла өндәшмәне. Күкрәгендәге миҙалды алды ла һүрәт аҫтына кире элеп ҡуйҙы. Шул саҡ урамда әсе итеп Айҙар һыҙғырып ебәрҙе. Хатта уның да сыҙамлығы бөттө, ахырыһы.

 - Хәҙер бар инде, - тине Ғабдуллаға өләсәһе. - Бысаҡты юғалта күрмә берүк! - Һалма бысағына башҡа ваҡыт тотонорға рөхсәт итмәһә лә, был юлы ул ейәненә һүҙ әйтмәне. Бер ҡатарҙан ике нәмә менән уның күңелен төшөргөһө килмәгәндер инде.

 - Ярай, өләсәй, - тине лә Ғабдулла атылып сығып китте.

 Ейәне сығып киткәс, Нәғимә инәй миҙалды усына алып, бер талай ҡарап торҙо. Ең осо менән уны һаҡ ҡына һөртөп алды ла кире элеп ҡуйҙы.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.