Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сөнсө терәү



 Өсөнсө терәү

 Ғабдулла йоҡонан уянғанда, өләсәһе өйҙә юҡ ине. Уның ҡарашы иң тәүҙә ҡаршы стеналағы йылтыр түңәрәккә төштө. Ул һикереп торҙо ла миҙалға үрелде. Ләкин ҡапыл тыйылып ҡалды. Сөнки Нәғимә инәй уға ҡағылырға берәүгә лә рөхсәт итмәй ине. Әсәһенең муйынсаһындағы иң ҙур тәңкәнән дә дәүерәк көмөш түңәрәктәге яҙыуҙы Ғабдулла яттан белә. Шулай ҙа уны бөгөн һәр ижегенә баҫым яһап, тағы бер ҡат ҡысҡырып уҡыны: "За от-ва-гу". һәм малай ҡапыл был һүҙҙәрҙең оло мәғәнәһенә төшөнөп алды. Әлегә тиклем Ғабдулла уларҙың мәғәнәһе тураһында уйламағайны.

 "Батырлыҡ өсөн"! Тимәк уның атаһы батыр булған! Ниңә һуң уны "Мөхәммәт батыр" тим һөйләмәйҙәр? Күрәһең, белмәйҙәрҙер.

 Әкиәттәге батыр үлһә, ул үҙенең ҡылыс-ҡалҡанын, уҡ-һаҙағын улына васыят иткән. Бәлки, Ғабдулланың атаһы ла: "Миҙалымды улыма бирегеҙ, төҫөм итеп, күкрәгенә таҡһын", - тигәндер. Моғайын, шулай иткәндер. Юғиһә ул миҙалды ебәреп тә тормаҫтар ине.

 Ғабдулла атаһы мираҫын һаҡлыҡ менән генә алды ла күкрәгенең уң яғына таҡты. Стенаға беркетелеп ҡуйылған тутлы көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. Башлыҡ кешегә миҙал килешеп тора икән. Бынан һуң ул гел генә тағып йөрөтәсәк уны. Өләсәй менән килешеү әллә ни ҡыйын булмаясаҡ. Бер һуҡраныр ҙа бер бөтөр.

 Миҙалын ялтыратып Ғабдулла урамға сыҡҡанда, ҡапҡа төбөндә тоғро юлдашы Айҙар ултыра ине. Күптән килгән булһа ла, өйгә инеп, Башлыҡты борсоманы. Ул әрһеҙ, сабырһыҙ малай түгел ине. Миҙалды күргәс тә Айҙарҙың артыҡ иҫе китмәне. Киреһенсә, атай кешенең миҙалын уйынсыҡ урынына тағып сығыуҙы ул килештереп етмәне. Ләкин, Башлыҡтың хәтерен һаҡлап, был турала өндәшмәҫ булды. Тик көлөмһөрәп былай тине:

 - "Батырлыҡ өсөн" миҙалын һул яҡҡа, йөрәк тураһына тағалар...

 Дуҫының шаҡ ҡатмауына аптыраған Ғабдулла миҙалды һүҙһеҙ генә һул яҡҡа күсереп таҡты. Айҙарға уның хатта бер аҙ асыуы ла килде. "Белмәгәне юҡ ошоноң", - тип, эсенән һуҡранып ҡуйҙы.

 - Дөрөҫөн генә әйткәндә, Кирәмәт емерелә тип, Шәрифулла ағай арттыра. Ерле юҡҡа тау емерелмәй ул, ер тетрәмәһә...

 - Нимә һин, "Өс таған"ды емерер өсөн, ҡотҡо таратаһыңмы? - тип ҡыҙып китте былай ҙа кәйефе ҡырылған Башлыҡ. - Шөрләйһеңме, ҡурҡаҡ?

 - Мин ҡурҡаҡмы?

 - Һин!

 - Ә һин сәбәләнмә, - тине Айҙар тыныс ҡына. - Мин ситләтеп кенә атайымдан һораштым. Кирәмәт башында, ысынлап та, күл бар, ти, тик балығы ғына юҡ, ти, балыҡһыҙ күл ул һуҡыр күҙ ише, ти. Белдеңме?

 - Нимәне?

 - Нимәне, нимәне? Беҙ шунда балыҡ ебәреп үрсетһәк, ҡалай һәйбәт буласаҡ. Күлдең эсенә йән кереп китәсәк.

 - Һин шулай тип атайыңа ла әйттеңме?

 - Әйтте ти ана.

 Тоҡтомалға дуҫына ҡаты бәрелгәне өсөн, Ғабдулла эстән үкенеп ҡуйҙы. Уның тауышы йомшаҡ, яғымлыға әйләнде.

 - Беләһеңме, Айҙар, - тине ул, - Кирәмәт емерелмәһен дә, ти. Ә кешеләргә бер күл тултырып балыҡ үрсетеп бирһәк, ул да ярап ҡалыр. Иң тәүҙә беҙгә мурҙа үрергә кәрәк. Тотҡан балыҡты шунда һалырбыҙ. Ҡылыстың арғы башында һәләк йәтеш ҡамышлыҡ бар. Балыҡ унда илереп ҡаба.

 - Мурҙаны мин уны һә тигәнсе үреп ташлайым, - тине Айҙар.

 Малайҙар бөгөн үк Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа барып мурҙа үрергә булдылар. Ләкин "Өс таған"дың икегә ҡалыуы уларҙы һаман борсой ине әле. Эште боҙҙо бит тинтәк Вәзир. Нисек кенә булһа ла өсөнсө терәүҙе табырға кәрәк ине.

 Малайҙар көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп ултырғанда, Өлгө Яҡуп, ҡулына оҙон сыбыҡ тотоп, күл яғына ҡаҙҙар ҡыуып бара ине. Уны күргән Ғабдулла менән Айҙар бер-береһенә ҡарашып алды.

 - Эй, Яҡуп, кил әле бында! - тип ҡысҡырҙы уға Айҙар.

 - Ҡаҙҙар ҡыуамсы, - тине тегенеһе, үҙе ниндәйҙер меҫкен йылмайыу менән йылмайҙы.

 - Ҡаҙҙар юлды үҙҙәре лә беләләр. Кил тиҙәр бит һиңә!

 Кеше саҡырғас, Яҡуп тыңламай булдыра алманы. Сыбығын һөйрәп, йүгереп килеп тә етте.

 - Ултыр! - тип бойорҙо уға Башлыҡ. Яҡуп тубыҡланып ергә ултырҙы. - Һинең батыр булғың киләме?

 - Килә лә... Нисек булырға һуң? - Яҡуп күҙҙәрен йылтыратып Ғабдулла күкрәгендәге миҙалға ҡарап алды. "Их, бәхетле кешеләр була бит..." тигәндәй, көрһөнөп ҡуйҙы.

 Башлыҡ Яҡупты тағы бер ҡат баштан-аяҡ һынап тикшереп сыҡты. Ғабдулланың һынаулы үткер ҡарашын күргән Яҡуп, бөршәйеп, бәп-бәләкәс булып ҡалды. "Нимә эшләтерҙәр икән?" - тип тынын да алмай ултырҙы. Әммә шөрләүе бушҡа булды. Ғабдулла, үҙ тиңдәше менән һөйләшкәндәй, уға етди һәм тыныс тауыш менән мөрәжәғәт итте.

 - Һинең, Яҡуп, Күкрәктауға менгәнең бармы?

 - Ниңә, бар.

 - Ағарып торған Кирәмәтте күргәнең бармы?

 - Ниңә, бар.

 - Ана шуның башында түңәрәк күл бар. Ә күлдә балыҡ юҡ.

 - Ҡуй, балыҡһыҙ күл булмай ҙа ул.

 - Була шул. Беҙ - "Өс таған" тигән отряд - шунда балыҡ ебәреп үрсетергә булдыҡ. Өсөнсө булып беҙгә ҡушылаһыңмы? Отрядтың башлығы мин.

 - Ҡалай ирмәк! - Яҡуп көлөп үк ебәрҙе. Башлыҡ һорауын ҡабатланы:

 - Ҡушылаһыңмы?

 - Әсәйемдән һорап ҡарармын.

 - Мәмәй һин, Яҡуп. Был сер. Белеп тор: аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, был турала һис кемгә әйтмәҫкә!

 Ғабдулла бурысты яйлап ҡына аңлатып бирҙе:

 - Башта күп итеп ыуылдырыҡлы балыҡ тотабыҙ ҙа мурҙаға йыябыҙ. Унан һуң күнәктәргә яртылаш һыу, яртылаш тере балыҡ һалып Кирәмәткә шылабыҙ, һыу алыштырам тиһәң, юлда аҙым һайын шишмә. Ҡурҡыр булһаң, башта уҡ әйт!

 - Әрләмәҫтәрме һуң?

 - Кемдәр?

 - Әсәйҙәр.

 - Әрләрҙәр. Бер әрләрҙәр ҙә бер туҡтарҙар. Ҙур эш башҡарған кешеләрҙе элек тә аңлап еткермәгәндәр.

 "Өс таған" алдындағы маҡсаттың бөтә бөйөклөгөн Яҡуп та аңлап еткермәне, әлбиттә. Уны икенсе нәмә ҡыҙыҡһындырҙы. Гел ситкә тибәрелеп йөрөгән малайҙың үҙ тиҫтерҙәре араһында булғыһы, бергә уйнағыһы, шаярғыһы килде. Шуға күрә ул, сер һаҡларға ант итеп, үҙе теләп "Өс таған"ға инде. Башлыҡ уға йәнә шундай шарт ҡуйҙы:

 - Өс көн эсендә үҙеңдең өлгөлөгөңдө бөтөр! Мәргән атырға, ағас башына үрмәләргә, ҡаянан ҡаяға һикерергә, һыуҙа йөҙөргә, ишкәк ишергә өйрән! Бөтәһе лә кәрәк буласаҡ.- Ғабдулла киҫәтеп йәнә өҫтәп ҡуйҙы. - Вәзиргә ҡул бирмәҫкә!

 - Ә ниңә?

 - Быныһын хәҙергә белмәй торһаң да ярар.

 - Ризамы шуларға? Антмы?

 - Риза, ант! - тине "Өс таған"дың яңы терәүе. Иң һуңынан Башлыҡ тағы шундай киҫәтеү яһаны:

 - Быларҙың көнө миңә ҡалған икән тип маһайма. Беҙ һине әҙәм итергә самалайбыҙ. Бел шуны.

 - Ярай, - тип, Яҡуп баш ҡаҡты.

 Ошо сәғәттән алып ҙур сәйәхәткә әҙерлек башланды. Һөйләшеп килешеү буйынса, Ғабдулла менән Айҙар Ҡылыстың арғы башындағы таллыҡҡа мурҙа үрергә китергә булды. Ә Яҡуп, үҙенең өлгөлөгөн бөтөрөү өсөн, ауылда ҡалырға тейеш ине. Уға бирелгән өс көндөң тәүгеһе күптән башланғайны.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.