Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





йҙә зарығып көткәндәр, ахырыһы



Өйҙә зарығып көткәндәр, ахырыһы

 Хәҙер малайҙарҙың өй эстәренә күҙ һалайыҡ. Кемдән башлайыҡ икән? Башлыҡтан башлайыҡ. Юғиһә хәтере ҡалыр.

 Ғабдулланың өй эсендә өс кеше. Әсәһе яҙ башында уҡ йәйләүгә күсеп китте. Ул һауынсы булып эшләй. Өйҙә улар өләсәһе Нәғимә инәй менән икәү генә ҡалдылар. Атаһы һуғыштан ҡайтманы, "гармунсы Мөхәммәт" тип, уны ауылда әле лә иҫкә алғылайҙар.

 Мөхәммәт тураһындағы яман ҡағыҙ һуғыш бөтөргә ун-ун биш көн ҡалғас ҡына килде. Унда: "Ватан өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булды", - тип яҙылғайны. Әсәһе менән өләсәһе һыҡтап-һыҡтап бик оҙаҡ иланылар, унан һуң бөтөнләй шымып ҡалдылар. Оҙон көндәр буйына ауыҙ асып өндәшмәгән саҡтары булды. Ул ваҡытта Ғабдулланың етеһе лә тулмағайны. Шулай ҙа ул йортҡа ҡот осҡос бәлә килгәнен үҙенең бәләкәс кенә йөрәге менән аңланы һәм ололарға үҙ ҡайғыларын ҡайғыртырға ҡамасауламаны. Атаһының иҫке һырмаһын бөркәнеп, көндәр буйы ҡапҡа төбөндәге яҫы таш өҫтөндә ултырҙы. Йылы килде ул яҙ. Апрель бөтмәҫ борон уҡ үләндәр йәшәрҙе, ҡоштар һайрай башланы, күлдә аҡ сабаҡтар һикерешеп уйнаны. Тик урамдан үтеп-һүтеп йөрөүсе апайҙар ғына, Ғабдулла тураһына еткәс, уға тултырып ҡарайҙар ҙа, баштарын ситкә бороп, бышылдайҙар: "Бахырҡай..." - тип ҡыҙғаналар. Ҡайһылары ең осо менән күҙҙәрен дә һөртөп алалар. Ғабдулла ул ваҡытта атайҙың кем икәнен һәм уның ниңә кәрәклеген белеп еткермәй ине. Шулай ҙа бала күңеленә ауыр шом керҙе.

 Бер аҙҙан һуң Мөхәммәттең "Батырлыҡ өсөн" тигән миҙалы килеп төштө. Иптәштәре ебәргән икән.

 Бына алтынсы йыл инде Нәғимә инәй һәр кесаҙна көндө кис шул миҙалды аҡбур менән ялтыратып улының стеналағы берҙән-бер һүрәте аҫтына элеп ҡуя.

 Ғабдулла ҡайтып ингәндә, Нәғимә инәй әлеге миҙалды ялтыратып ултыра ине. Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы ла ейәнен шелтәләргә кереште:

 - Атаһыҙ бала - йүгәнһеҙ ат шул инде. Бөтөнләй баш бирмәй башланыңсы. Төнгә саҡлы әллә ҡайҙа шайтан ҡыуып йөрөйһөң. Ана Яҡуптан саҡ ҡына өлгө алыр инең. Нисә ҡарама, өй тирәһендә урала. Ваҡытында ашаған, ваҡытында эскән. Өҫ-башы ҡыйып ҡарағыһыҙ. Ә һин шул Вәзирҙән тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйһөң. Өҫ-башың ни эшләп бөткән?!

 - Вәзир үҙе миңә эйәрә ул, эйәртеүсе булһа, - тип мығырланы Башлыҡ.

 Нәғимә инәй әлегә тиклем ябай ғына малай иҫәпләнгән ейәненең "Өс таған"ға башлыҡ булыуын белмәй ине шул. Белһә, моғайын, башҡасараҡ һөйләшер ине. Ул һаман үҙенекен тылҡый бирҙе.

 - Ана, Яҡуптан өлгө алыр инең...

 - Ҡуй әле шул Яҡупты, өләсәй!

 Яҡуп бөтә урамда иң йыуаш һәм тыңлаусан малай ине. Отҡорлоғо самалы булһа ла, ул дәрестә лә тырышлығы менән алдыра ине. Мәктәптә уҡытыусылар, өйҙә әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр малайҙарҙы әрләгәндә йыш ҡына Яҡупты өлгө итеп ҡуялар. Өҙөшөп-тартышып кейемдәрен йыртһалар ҙа, ыҙғышып ауыҙ-морон ҡанатышһалар ҙа малайҙар гел шул бер һүҙҙе ишеттеләр: "Ана, Яҡуптан өлгө алыр инең, исмаһам..." Шуның арҡаһында Яҡупҡа "Өлгө Яҡуп" тигән ҡушамат үҙенән-үҙе йәбеште лә ҡуйҙы. Уны йыш ҡына ситкә тибәрҙеләр, хатта ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алғыланылар. Ләкин Яҡуп берәүгә лә ҡаршы өндәшмәне, ҡул күтәреп һуҡманы.

 Ғабдуллаға эләккән шелтә шунан уҙманы. Өләсәһе өҫтәл яғына ишара яһаны. Унда быуы сығып торған бер туҫтаҡ тары бутҡаһы ултыра ине.

 - Башта һәйбәтләп ҡулыңды йыуып ин,- тип бойорҙо Нәғимә инәй. Үҙе тағы ла ауыр көрһөнөп миҙалды улының һүрәте аҫтына элеп ҡуйҙы. Быға тиклем миҙалға Ғабдулланың бер ҙә иҫе китмәй ине. Бөгөн ул алдындағы ашын ашап бөтөргәнсе унан күҙен дә алманы. Электр яҡтыһында көмөш миҙал нур сәсеп тора ине.

 Ни тиһәң дә, Башлыҡты өйҙә майлы бутҡа менән ҡаршыланылар. Ә Вәзирҙе Ҡорбанбикә еңгә, бөтә ауылды яңғыратып, янап ҡаршыланы. Ҡорбанбикә еңгәнең ҡылығы үтә ҡырҡыу шул. Әгәр һыйыры көтөүҙән ҡайтмаһа, урам буйлап һөрән һалып уҙа:

 - Бүре лә быуып йыҡмай бит шул мәлғүнде! Бүре йыҡһа, Әжмәғол муллаға хәйерҙәр бирер инем!

 Тауыҡтары картуф баҡсаһына инеп тибенә башлаһа, күрше тирә-яҡ йәнә Ҡорбанбикә еңгәнең әсе ҡарғышын ишетә:

 - Үләт тә ҡырмай бит, исмаһам, шуларҙы! Көш! Үләт ҡырһа, йәндәрем тыныр ине! Кө-ө-ш!

 Ҡайтып инер алдынан Вәзир зәңгәр күлдәктең ҡалдыҡ-боҫтоҡтарын сисеп ҡултығына ҡыҫтырғайны. Ул ҡапҡанан инеү менән, асыҡ тәҙрәнән әсәһенең сағыу тауышы яңғыраны.

 - Вәзир, тим, малай аламаһы! Ҡайтып ҡына ин! Бәреп үлтерәм хәҙер, муйының һынғыры! Йомош ҡушһаң, елкә йоҡа, уйын тиһәң, донъяһын онота! Анау Яҡуптан өлгө алыр инең саҡ ҡына!

 Ун ике йыллыҡ ғүмерендә янауҙарҙы күп ишеткән Вәзир был юлы ла, үҙенең күрәсәге алдында баш эйеп, яй ғына өйгә табан атланы. Ләкин шуны ла әйтергә кәрәк: Ҡорбанбикә еңгә телгә уҫал булһа ла Вәзиргә һис ҡасан ҡул күтәрмәне.

 Элекке зәңгәр күлдәкте соландағы һандыҡ артына йәшереп, Вәзир өйгә инде. Атаһы ҡарауылға киткәйне, һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтҡан Сәмиғулла ҡарауылдан башҡа эшкә ярамай ине. Өс йәшкә кесе ҡустыһы Насип өҫтәл эргәһендә, стенаға һөйәлеп, йоҡлап ултыра. Уның ике урты бүлтәйеп сыҡҡан. Күрәһең, ул ауыҙындағы икмәген сәйнәп бөтөрмәйенсә ойоп киткән.

 - Күлдәгеңде ҡайҙа иттең, йүнһеҙ?

 - Мин быйыл йәй күлдәк кеймәҫкә булдым, әсәй. Тәнде сыныҡтырырға кәрәк, - тип Вәзир ипле генә яуап бирҙе.

 - Сыныҡтырырға түгел, һине сыбыҡларға кәрәк! Күлдәгең ҡайҙа?

 - Ул саҡ ҡына һүтелеп киткәйне, әсәй, мин уны соланда ҡалдырҙым.

 - Ана, йөрө әйҙә, иҫәр Ғабдрәфиҡ кеүек. Ыштаныңды ла һалып ташла...

 - Миңә бит күкрәкте генә сыныҡтырырға кәрәк, әсәй.

 Ҡорбанбикә еңгә, ҡоро һалам кеүек, дөрләп яна ла, ҡапыл һүнә лә ине. Был юлы лә уның ялҡыны оҙаҡҡа барманы.

 - Ана, бүлтерек борос, ултыр, аша, - тине ул, йомшара төшөп.

 Айҙарҙы өйҙә иҫкә алыусы ла булманы. Туғыҙ бала араһында берәүҙең юҡлығын һиҙмәнеләр ҙә. Ул, аласыҡҡа инеп, көршәктәге ҡатыҡты күтәреп эсте лә бесәнлеккә, үҙ урынына, инеп ятты. Ятҡас та йоҡлап китте.

 Вәзир, болдорға сығып, байтаҡ ҡына йондоҙҙарға ҡарап ултырҙы. Аралағы иң тоноҡ йондоҙ - уның йондоҙо һымаҡ тойолдо. Ниңә бер уға ғына бөтәһе лә тиҫкәре килеп тора икән? Ниңә?

 Башлыҡты ла был төндө бик оҙаҡ йоҡо алманы. Бер терәүе серек булып сыҡҡан "Өс таған"ды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. Өсөнсө терәү кәрәк ине тағанға. Кемгә ышанырға? Кемгә таянырға?



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.