Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Кужагильдина Вәғиҙә Равиловна



 

 

           Кужагильдина Вәғиҙә Равиловна

Әлифба дәрестәренә методик ҡулланма

2007 йыл


Кужагильдина В. Р. Әлифба дәрестәренә методик ҡулланма, 2007.

Был методик ҡулланмала әлифба осорона дәрестәр  пландары бирелгән. Ҡулланма уҡытыусыларҙың дәрескә әҙерләнеү эшен еңеләйтеү маҡсатында төҙөлдө. Уҡытыусы балаларҙың төрлө яҡлап үҫешен тәьмин итһен өсөн һәр бер өн-хәрефкә шиғырҙар, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, тел төҙәткестәр бирелде.

Ҡулланма А. А. Ғәлләмов дәреслеге нигеҙендә яңыртылған-традицион технология буйынса эшләнгән. Был дәреслектә балаларҙың телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү өсөн сюжетлы һүрәттәр бирелгән.

Ҡулланманы башҡа дәреслектәр менән эшләгәндә лә файҙаланырға  мөмкин.


 

Инеш.

Беренсе синыфҡа килеүсе балаларҙың әҙерлеге төрлө була. Ауыл ерендә балаларҙы дифференциялы төркөмдәргә бүлеү мөмкинлеге юҡ, балалар һаны әҙ. Йәше еткән балалар бер синыфҡа ултыра. Ҡайһы бер балаларҙың үҫеше 3-4 йәш кимәлендә була: бөтөнләй ручка менән эш итә белмәй, 2 менән 3 һандарын да айырмай, өндәрҙе лә ишетмәй. Араларында уҡып-яҙып өйрәнеп килгәндәре лә ултыра.

Уҡытыусының бурысы - әҙерлекһеҙ килгән балаларҙы иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау. Ауырлыҡтар бала үтәй алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта әҙерлектәре юғары кимәлдә булған балалар ҙа эшһеҙлектән ялҡып ултырмаҫлыҡ итеп ойошторорға кәрәк дәресте.

Ҡайһы балаларҙың ҡул суҡтары яҙма хәрефтәр яҙыр өсөн үҫешмәгән була әле. Хәтере насар үҫешкән балалар өсөн хәрефтең 4 төрөн дә бер ыңғайҙан иҫтә ҡалдырыуы ла (ике баҫма, ике яҙма – баш һәм юл хәрефтәре) ауырырыраҡ. Шуға күрә тәүҙә өн анализ-синтез алымы менән баҫма хәрефтәрҙе генә үҙләштеү отошлораҡ. Бер үк ваҡытта ҡул суҡтарын яҙма хәрефтәр яҙыуға әҙерләйбеҙ.

Сентябрь башында уҡ комплекслы эш башлана. Балаларҙың фонематик ишетеү, тыңлау, һөйләү, ижади һәм логик фекерләү, һығымта яһау һәләттәрен, хәтерҙәрен, телмәрҙәрен, тел артикуляцияһын, ҡул суҡтары хәрәкәтсәнлеген үҫтереү буйынса эштәр үткәрелә. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр, хикәйәләр төҙөйбөҙ, шиғыр-хикәйәләр тыңлайбыҙ, йомаҡтар сисәбеҙ, тел төҙәткестәр ятлайбыҙ, уларҙа кәрәкле өндө, өндөң һүҙҙәге урынын табып өйрәнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта өн анализ-синтезы ярҙамында бөтә өн-хәрефтәрҙе тикшерәбеҙ, үҙләштерәбеҙ. Баҫма хәрефтәр менән танышабыҙ, уларҙы иҫтә ҡалдырыу буйынса төрлө эштәр үткәрәбеҙ: баҫма хәрефтәрҙе яҙабыҙ, уларҙы киҫмә хәрефтәрҙән табып күрһәтәбеҙ, дәрес һайын бөтә хәрефтәрҙе «Йәнле хәреф»тәрҙән ҡабатлайбыҙ, жетондар йәки киҫмә хәрефтәр ярҙамында телдән диктанттар үткәрәбеҙ, киҫмә хәрефтәр менән ижектәр, һүҙҙәр төҙөйбөҙ, текста кәрәкле хәрефтәрҙе табабыҙ, хәреф үҙгәртеп, һүҙҙән икенсе һүҙ төҙөйбөҙ. Ҡул суҡтарын яҙма хәрефтәр яҙыуға әҙерләйбеҙ: төрлө фигуралар, баҫма хәрефтәр яҙабыҙ, пластилиндан, ептән,таяҡсаларҙан хәреф моделдәрен төҙөйбөҙ. Баҫма хәрефтәр менән хәрефтәр, ижектәр, һүҙҙәр диктанттары яҙабыҙ.

Тәүҙән үк “Йәнле хәрефтәр” менән таныштырырға һәм киҫмә хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөгәндә үтелмәгән хәрефтәрҙе лә ҡулланыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Был балаларға хәрефтәрҙе тиҙерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә.

Был система буйынса шөғөлләнгәндә, бөтә өн-хәрефтәр һәм уларҙың баҫма хәрефтәре менән танышып бөтөүгә балалар төрлө яҡлап үҫешә, бер айҙа уҡырға өйрәнәләр. Бөтә баҫма хәрефтәрҙе үтеп бөтөүгә балалар киҫмә хәрефтәр менән диктант яҙалар, уҡыйҙар, телмәрҙәре лә байый һәм, иң мөһиме, ҡул суҡтары яҙма хәреф яҙыу өсөн үҫешә. Хәҙер инде әлифба дәрестәрен яҙыу һәм уҡыу дәрестәренә айырырға мөмкин. Был ваҡытта инде ручка тота алмай ултырған бала ҡалмай. Яҙма хәрефтәрҙең яҙылышы ауырыраҡ булһа ла, бөтәһе лә еңел үҙләштерәләр.

Балаларҙа телмәр һәм ижади фекерләүҙе үҫтереү өсөн «Күренеш һәм фекер», И.Я.Лернерҙың «Образлы картина ысулы» һәм «Мейе штурмы»н ҡулланыу отошло. Был методтарҙың асылы буйынса картиналағы күренештәрҙе һәр кем үҙенсә һүрәтләй, уҡытыусының бурысы уҡыусыларҙы фекер инерцияһынан һәм стереотиптан азат итеп мөмкин тиклем күберәк уй-фекер йыйыу.

Тәүге осорҙа балаларҙың һөйләмдәре бик матур булмай. Ябай һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр әйтәләр, «Мин шуны күрәм. Мин быны күрәм» кеүегерәк һөйләмдәрҙе ҡабатлайҙар. Тәүҙәрәк ҡайһы балалар ҡатнашмай: һөйләм төҙөй белмәй, йәки һөйләмен әйтергә ояла, әйтергә һүҙҙәр бөттө тип уйлай. Башҡаларҙы ҡабатлармын да көлөрҙәр, уҡытыусы иҫкәрмә яһар, тип ҡурҡа. Йә һөйләмдәрен әйтеп өлгөрә алмайҙар, шуны уҡ икенселәр әйтеп ҡуя. Шуға күрә әйтелгән һөйләмдәрҙе ҡабатларға мөмкинлек бирелә. Тәү осор һүҙмә-һүҙ ҡабатланған һөйләмдәр күп булһа ла, аҙаҡтаныраҡ бер үк нәмә тураһында һөйләмдәрҙе икенсе төрлө итеп төҙөп өйрәнәләр.

Был методтарҙы ҡулланғанда уҡытыусыға балаларҙың әйткән фекерҙәренә ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде бөтөнләй күрһәтергә ярамай. Һөйләмдәрҙе дөрөҫләп ҡабатлап, был һөйләмде кем әйкәнен генә иғлан итеп торорға кәрәк. Балаларға үҙ исемен ишетеүҙән дә матурыраҡ һүҙ юҡтыр ул.

Системалы рәүештә был методтарҙы ҡулланғанда, балаларҙың телмәрҙәре бик ныҡ үҫешә. Был алымдар балаларҙы инша, изложение яҙыуға өйрәтеү өсөн яҡшы әҙерлек булып тора. Көндән-көн балалар төҙөгөрәк, матурыраҡ, хатаһыҙыраҡ һөйләмдәр төҙөргә ынтылалар. Аҙағыраҡ һөйләмдәрҙе төҙәтергә лә кәрәкмәй башлай. Был аңлы яҙыуға килтерә. Аңлы яҙыу – хатаһыҙ яҙыуҙың төп критерийы.




  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.