Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





схәл Әхмәт-Хужа



Әсхәл Әхмәт-Хужа

(1942 – 2018)

 

Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин) 1942 йылдың 24 июнендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. 1965 йылдан алып «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай.

Йәш шағир «Һыбай сыҡтым» исемле китабы менән килеп инә шиғриәткә. Һуңынан уның «Бәйге», «Оран» исемле йыйынтыҡтары баҫыла. Әсхәл Әхмәт-Хужа тәржемәсе лә, балалар әҙәбиәте оҫтаһы ла. Уның совет шағирҙарының әҫәрҙәренән төҙөлгән «Ебәккә ынйы теҙелә» исемле тәржемә китабы донъя күрә, ә балалар өсөн «Бәрәскәй», «Азамат менән ҡуянҡай», «Балалар баҡсаһы» ише йыйынтыҡтары ҙур танылыу яулай.

Әсхәл Әхмәт-Хужа Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Халыҡтар Дуҫлығы ордены алыусы.

 

Яу ораны шиғриӘте

 

Шағирҙы аңларға теләһәң, уның тыуған яҡтарын барып күр, ул эскән һыуҙарҙы тәмлә, тупрағына баҫ, тиҙәр… Ә мин Әбйәлилдә булдым, бына утыҙ йыллап Әсхәл Әхмәт-Хужа поэзияһын беләм-тоям кеүек.

Һай, Салауат!

Мәшһүр ҡустым минең!

Егерме лә ике йәшендә

Ҡара ҡая төҫлө ҡара көскә,

Ҡара эшкә ҡаршы атылды,

Диңгеҙҙәге дәһшәт-йәшендәй.

Уның сәхнә түренә баҫып, күкрәк киреп, ғорур бөркөттәй саңҡып шиғыр уҡыуы әлегеләй күҙ алдымда… Ысынлап та, Әсхәл генә телендә, Әсхәл генә башҡарыуында ниндәй аһәңле яңғырай был һүҙҙәр.

Нисә йөҙ быуын зат-ырыуым

Тас башҡортса ғына һөйләгән…

Минең дә шул һәр бер молекулам

Туған телем, һиңә көйләнгән.

«Башҡорт теле», «Салауат»… Аҙаҡ шағир был әҫәрҙәрен программа шиғырҙары тип атаясаҡ. Ысынлап та, Әсхәлсә генә яҙылған, Әсхәлсә генә яңғыраған, һәр өнө, һәр һүҙе ауыҙ тултырып, матур итеп башҡортса әйтелгән әҫәрҙәр ниндәйҙер ярһыу оранға, пафослы саҡырыуға һәм раҫлауға оҡшап тора.

Туған тел бит һинән элек тыуған, –

Тел тейҙерә күрмә телеңә!

Туған тел бит Ағиҙелгә йәштәш, –

Сүп ташлама Ағиҙелеңә!

Һуңынан шағир бер китабын юҡҡа ғына «Оран» тип атамаясаҡ. Шағир оран һала иленә, шиғри тел менән өндәшә халҡына, ниндәйҙер рухи ҡиммәттәрҙе күңелгә беркетергә тырыша.

Йот йылында минән китеүселәр түнеп!

Һеҙгә өндәшәм – мин, һеҙҙең төйәгегеҙ:

«Тыуған ерҙән яҡшы туйған ер», тип, һүнеп,

Оноттомо мине һимеҙ йөрәгегеҙ?

Әсхәл шиғриәте халҡына мөрәжәғәт, уны уятыу… Нәҡ шиғри һүҙ менән күңелгә үтерлек итеп әйтеү:

Бик кәрәкһә – тап мин, атлы башҡорт,

Йондоҙҙарға тарих һөйләйем;

Ҡая ташҡа баҫып, илгә бағып,

Халҡым рухын йырлап көйләйем.

Салауат батыр ҙа халҡына шиғри һүҙ менән мөрәжәғәт иткән, илгә шиғри оран һалған. Батыр образы – шуға Әсхәл поэзияһы үҙәгендә: лирик герой үҙен уға иш итә.

Аҡ күбеккә төшкән тулҡынмы ни,

Ут йәшнәтә заман тәнемдә…

Бында шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: шиғыр, шиғри һүҙҙең төп функцияһы ла шул түгелме? Шиғри телмәр менән халыҡҡа һүҙ әйтеү, нәҡ шулай уны үҙ артынан эйәртеү… Алыҫта ҡалған яуҙар шаңдауы, батырҙарҙың илгә хеҙмәте үҙенән-үҙе шулай ҡобайыр, шиғри телмәр формаһы һорап тора.

Шул яҡтан ҡарағанда, Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырҙары сәхнәнән уҡыу, тантаналы шарттарҙа аһәңле итеп башҡарыу өсөн отошло. Әсхәл лирик (камерный тиәйекме) шиғыр булыуға ҡарағанда, сәхнә шағиры, майҙан шағиры, ләкин ул – барыбер лирик шағир… Ижады һуҙымында ул төрлө темаларға, бихисап шиғри формаларға мөрәжәғәт итте. Уның гражданлыҡ лирикаһынан тыш, матур мөхәббәт шиғырҙары, пейзаж әҫәрҙәре күп.

Ергә баҫтым, күккә баҡтым…

Уңдар – дуҫтар, һулда – ҡоштар,

Сыңрап килә яҙҙар, ҡыштар,

Йөрәктә – тынмаҫ алҡыштар!

«Ергә баҫтым, күккә баҡтым», «Һыбай сыҡтым», «Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары», «Мөхәббәт урманы», «Һылыуым», «Әбйәлил ҡайындары», «Ҡараташ ҡаяһында» әҫәрҙәре…

 

* * *

Шиғриәткә ул «Һыбай сыҡтым» тигән елле йыйынтығы (1968) менән йәп-йәш көйө килеп ингәйне. Ярһыуҙар, сәмләнеүҙәр, оло өмөттәр, аҙыраҡ ҡупайыуҙар ҙа булманы түгел; әлбиттә, ҡәләмдәштәре лә, тәнҡит тә сая шағирҙы күтәреп алды, уға арнап етди тәнҡит мәҡәләләре баҫылды. Әсхәл Әхмәт-Хужа баштан уҡ оло, яуаплы эштәргә егелде, «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир урынбаҫары булды. Ярһыу йөрәкле, сәмле, ҡәләмле лә, хисле лә егет ине. Сәсән телле, тура һүҙле. «Бәйге» (1972), «Оран» (1980) ише китаптары донъя күрҙе. Шағир Стәрлетамаҡҡа китте, унда «Ашҡаҙар» әҙәби берекмәһен ҡабаттан тергеҙҙе, тағы баш ҡалаға – Өфөгә ҡайтты, вузда уҡытты, доцент булды. Оҙаҡламай, ҡатыны Лүзә ханым сирләгәс, тыуған яҡтары – Әбйәлилгә ҡайтырға итте.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.