Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 6 страница



-   Ильяс менән барғас, юл уңды, - тип шаштырып алырға ла өлгөрҙө.

Ҡалғандары ҡасан уға сират етер тип түҙемһеҙләнеп, усын-усҡа ышҡып ала. һәр кемдең күҙе бәзләп яна, бар уйҙары – тиҙерәк һөйәк кимереү. Бөтәһенә лә өлөш сыҡҡас, тәүҙә шым ғына туйына башланыҡ. Бының сәбәбе лә аңлашыла. Йә һөйләйһең, йә тамаҡ ялғайһың. Әгәр мин шул ваҡытта лаҡап һатып ултырһам, бүтәне шул арала күберәк һөйәкте кимереп өлгөрә. Ә һин, хәбәргә алданып, ас ҡалаһың. Шуға беҙҙең детдомда аш ваҡытында шым ғына ултыра.

Алдырҙағы һый кәмей барҙы. Береһе бер өн сығармай кимереүен белде. Тик беҙҙең аралағы иң кесе Руслан ғына шым ултырып түҙмәне:

 

-   Айнур ағай, һин һөйәкте дөрөҫ кимерә белмәйһең, - тине ул.

-   Уның нимәһен белергә? Тотаһың да ашайһың. Бер семтем итен дә ҡалдырманым шикелле...

Руслан йылмая биреп, яңы ғына кимерелеп, ситкә һалынған һөйәкте ҡулына алды:

-   Бына хәҙер һеҙгә бер нәмә өйрәтәм. Үҙем белдем тиерһегеҙ.

“Уҡытыусыбыҙ” бүлмә уртаһына барып баҫты:

-   Һөйәкте дөрөҫ кимерә белеү – үҙе ҙур оҫталыҡ. Һеҙ уның итен генә ашайһығыҙ, һуңынан бер нәмә лә ҡалманы тип ташлайһығыҙ. Ә был дөрөҫ түгел. Уның иң тәмлеһе һөйәктең эсенә йәшенгән.

Руслан һөйәкте шаҡ та шоҡ итеп тумбочкаға һуға башланы. Шунан һөйәк эсенән ап-аҡ ҡуйы май ағып сыҡты.

-   Бына ошо була инде иң тәмлеһе! – ҙур асыш яһағандай көлөп һығымта яһаны Руслан, – ә һеҙ шуны ла белмәйһегеҙ.

Ҡара һин уны! Бәләкәй булһа ла, белмәгән нәмәһе юҡ. Әллә шул Русландың тауышын ишетеп сит бүлмәнән, ике малай килеп инде

-   О-һо! Һеҙҙә байрам икән дәһә! – тип һөрәнләне көтөлмәгән ҡунаҡтарҙың береһе. Уға икенсеһе лә ҡушылды:

-   Ҡайҙа, беҙгә лә бирегеҙ әле.

Тик алдырҙа бер генә киҫәк ҡалғайны. Был байлыҡҡа Айнур хужа. Беҙ унһыҙ бер нимә лә эшләй алмайбыҙ.

-   Ашханаға барығыҙ ҙа, үҙегеҙ һорап алығыҙ! Бында үҙемә тигән генәһе ҡалды.

-   Эй, ул Карлсондан алырһың! Һаран бит ул, – тип ауыҙын ослайтты ҡунаҡ.

-   Ипләп һораһаң - ниңә бирмәһен, - тип һүҙгә ҡушылды кесебеҙ Рөстәм. Кире яуап алһалар ҙа, былар сығырға ашыҡманы:

-   Ә анау тумбочкала ниндәй һөйәктәр ята ул? – ҡунаҡ әрһеҙләшеүен дауам итте.

-   Улар кимерелгән инде... – тип яуапланыҡ.

-   Ҡалай насар кимергәнһегеҙ. Иттәре ҡалған бит! – әллә үпкәләү, әллә шатлыҡлы булды был һүҙе. - Ҡайҙа шуны кимерергә бирегеҙ.

-   Ал, - тине Айнур.

-   Тегеләр кемуҙарҙан шул һөйәктәрҙе кимерергә тотондо. Беҙ хәҙер бүлмәлә һигеҙ кеше булып киттек. Һөйләнгән һәр һүҙебеҙ ҙә шул ашау хаҡында ине.

-   Ҡасан ғына ошо детдомдан ҡотолам икән! – Айнур ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Исмаһам, туйғансы бер ашап алыр инем.

Уның һүҙен ҡунаҡтарҙың береһе ҡеүәтләне:

-   Әйтмә лә инде. Ней Карлсон йүнләп бешерә белмәй. Анау көндә аштан оҙон сәс килеп сыҡты. Ә уны шуның өсөн бер кем дә әрләмәй. Сөнки ул директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевнаның яҡын ғына туғаны...

-   Көн дә кәбеҫтә бирәләр. Биҙҙем унан...

-   Күңелеңде киң тот. Бөгөн кисен дә кәбеҫтә була, - тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

-   Беҙ бына әле һөйәк өсөн талашабыҙ, ә өйҙә йәшәгәндәр аштың ҡәҙерен белмәй, – тип ололарса әйтеп ҡуйҙы Айнур.

-   Аштан оло булған кешеләр бармы һуң?

-   Бар шул ундай иҫәрҙәр, - бөгөнгө һый хужаһы һүҙен дауам итте. – Бына беҙҙең класта бер малай бар. Эй, ҡупыҡ та инде. “Әсәйем көн дә иттән аш бешерә, ялҡтым. Хәҙер иткә ҡарай ҙа алмайым” тип һөйләнгән була. Ну, йәнем көйҙө шул сүмесбашҡа. Бәреп осорорҙай булдым. Үҙе сусҡа һымаҡ һимеҙ бит әле. Йүгергәндә ҡорһағы һелкенеп-һелкенеп ҡуя.

-   Беҙҙең класта ла бар шундай һантый. – Мин дә белгәнемде уртаҡлашырға булдым. – Мәктәп ашханаһына барһаҡ – ҡылана башлай. Ашта һуған булһа – ерәнә. Тәрилкәне ситкә этеп ебәрә. Ярай әле үҙе генә ашамаһа! “Фу-у, бындай помойҙы нисек ашайһығыҙ ул” тип беҙҙән мыҫҡыл итә.

-   Уныһы әле пүстәк! – Рөстәм дә хәбәрҙән ситтә ҡалманы, – ә минең класташым тураһында һөйләһәм – ышанмаҫһығыҙ. Ул бөтөнләй туйып ҡоторған. Ашағаны өсөн аҡса һорай!

-   Нисек була инде улай? Бер ҙә аңлашылмай!

-   Ул шул тиклем шашҡан! Иртәнсәк әсәһе бутҡа бешерһә – ашамай инәлтә икән. Төшкөһөн дә йүнләп ашамай тей. Ризыҡта ныҡ һайлана икән. Бар белгәне – кәнфит, печенье. Ахырҙа, ата-әсәһе бер хәйлә уйлап тапҡан. Әгәр класташым бутҡаны ашаһа - уға ун һум бирәләр. Төшкө ашҡа ла шулай...

Көтөлмәгән хәлде ишетеп, һәр кем хөкөмөн сығарырға ашыҡты:

-   Мин уның атаһы булһам, түҙмәҫ инем. Иманын уҡытыр инем...

-   Мәктәпкә барһаҡ, күрһәт уны. Кәрәген бирермен...

-   Үәт, уны берәй айға детдомға бирһендәр ине. Талашып ашай башлағанын һиҙмәй ҙә ҡалыр. – Күрше бүлмәнән килгән малай асыулы итеп әйтеп ҡуйҙы. Шунан минең яныма килеп баҫты:

-   Ҡайҙа, Ильяс, миңә лә ҡалдыр әле. Һин күп кимерҙең бит. – Ахырҙа, мөнйөй башлаған һөйәкте уға бирҙем.

Тәүҙә күңелле генә башланған табыныбыҙ шулай тоноҡланып китте.

***

Бүлмәбеҙҙең ишеген кемдер шап итеп тибеп ебәрҙе. Тәүҙә Даяндың башы күренде, уның артынан эйәреп ярҙамсыһы Динар пәйҙә булды.

-   О-һо-о! Һеҙ бында ресторан асып ебәргәнһегеҙ икән! – Башлыҡҡа яуап биреүсе булманы.

-   Даян ағайҙан алда һөйәкте ниңә алдығыҙ? – тип сәңкелдәне Динар. – Кем һеҙгә ҡушты?

Даяндың асыуы ҡабарған. Ауыҙы ослайған, бөтәбеҙҙе лә һөҙөрҙәй итеп ҡарай. Ул ҡыйыу аҙымдар менән бүлмә уртаһына килеп баҫты. Шунан тумбочкала ултырған алдырҙың эсенә күҙ һалды.

-   Крысалар! – “башлыҡ” йән асыуына ҡысҡырып, алдырҙы осора тибеп ебәрҙе. Уның эсендә ятҡан бер кимерелмәгән һөйәк карауат аҫтына тәгәрәп китте. Динар иҙәнгә ятып теге һөйәкте килтереп сығарҙы ла, үҙе кимерә башланы.

-   Беҙгә Зилә апай үҙе бирҙе бит... – Айнур ҡалтыраулы тауышы менән аҡланырға итте.

-   Ә мин рөхсәт иттемме һеҙгә, салагалар? Туймаҫтай булып вис алып киткәндәр бит әле, – тип һөйләнде Даян.

-   Беҙ генә ул һөйәктәрҙе алырға тейеш инек. Эйе бит, Даян ағай? - ти ауыҙы шапылдап Динар. Ул да шым тормай, утҡа кәрәсинде өҫтәй белә.

“Көсөк”төң был һүҙҙәре уның асыуын арттырҙы ғына.

-   Кемегеҙ шундай ҡыйыу? Кем барып алды? – Даян яуап эҙләгәндәй, һәр беребеҙгә ҡарап алды.

-   Мин, - тине лә шым ғына Айнур, ҡарашын түбән төшөрҙө.

-   Бик яҡшы! Хәҙер аҡылға өйрәтәм! – тине көлөмһөрәп башлыҡ. Шунан Динарҙың теге һөйәген ҡулына алды.– Нисә һөйәк ашағанһығыҙ, шул ҡәҙәр башығыҙға ошоноң менән һуғам. Ә һеҙ “башҡа улайтмайым” тип әйтергә тейешһегеҙ. Тәүҙә атаманығыҙҙан башлайыҡ... Даян Айнурҙың башына һөйәк менән ныҡ итеп һуҡты.

-   Башҡа улайтмайым тип әйт! – Ләкин Айнур уның ҡушҡанын үтәмәне. Теге тағы берҙе һуҡты. Ауыртыуҙан дуҫыбыҙ күҙҙәрен йомдо. Даян тағы һуҡты. Ахыры ултырып түҙмәнем.

-   Беҙҙең ниндәй ғәйебебеҙ бар? Зилә апай үҙе бирҙе бит, - тинем ҡурҡып ҡына.

-   Шым ултыр, Кипкән балыҡ! Әле һиңә сират етмәгән.

Айнурҙың ныҡышҡанына Даяндың асыуы артҡандан-артты:

-   Башҡа улайтмайым тип әйтмәйһеңме? Һинән һорайым, маңҡа!

Юҡ, тигәндәй, Айнур башын борғоланы. Даян тағы берҙе шаҡ иттереп башына һуҡты. Айнурҙың түҙемлеге ҡалмағандыр, моғайын. Ырғып килеп торҙо ла, уға ҡысҡырып ебәрҙе:

-   Әйтмәйем! Мин шестерка түгел һиңә! Ул һөйәктәрҙе урлап алманым!

Бындай хәлде Даян көтмәгәйне. Уға ҡаршы әйткән, телләшкән малайҙар беҙҙә юҡ тиерлек.

-   Ах, паразит, һинең телең асылдымы? – оҙонса һөйәктең иң осло яғы менән Даян Айнурҙың битенә һуғып ебәрҙе. Ҡырт итеп ҡалған тауыштан тертләп киттем. Айнур ауыртыуға түҙә алмай ҡысҡырып илап ебәрҙе.

-   Илама тинем! – Даян йәнә йоҙроғон тоҫҡаны.

Был тиклем дә йыртҡыслыҡты күреп, эсемдә ниҙер өҙөлөп киткәндәй булды. Ни өсөн улайтты һуң Даян? Айнур бит урлашманы, хәйләкәрлек менән дә алманы. Һөйәк алыр өсөн ниндәй матур йыр отҡан! Ә быны бит ул беҙҙе һыйлар өсөн тырышҡан. Һәм шуның өсөн, мә...

Айнурҙың бите буйлап туҡтамай ҡан аға. Яраһы ҙур ҡына күренә. Мин таҫтамал менән уның яраһын ҡапланым. Кемдер һыу артынан йүгерҙе. Ә Айнур ауыртыуға түҙә алмай, ыңғыраша ғына.

-   Высох! – ғәҙәттә кемдер илаһа, күҙ йәшен түкмәһен тип шулай бойоралар өлкәндәр. – Әгәр берәйһе һораһа, үҙем ҡоланым тиерһең. Попробуй, ошаҡлашып ҡара!

-   Был һеҙгә лә ҡағыла, - әшнәһе Динар ҙа ҡыҫылып өлгөрҙө. – Әтеү бөтәгеҙ ҙә туҡмаласаҡһығыҙ.

Бер ни булмағандай, тыныс ҡына Динар менән Даян бүлмәнән сығып китте...

Бынан һуң детдомда малайҙарға һөйәк бирергә бөтөнләй тыйҙылар.

-   Эттәр! Кешесә кимерә лә белмәйһегеҙ! Тамаҡ өсөн бер-берегеҙҙе ашап барағыҙ! – тип әрләне беҙҙе Зилә апай.

Ваҡыт үтеү менән был хәл онотолдо. Тик Айнур ғына шул мәлде әсенеп иҫкә ала. Даян һөйәк менән һуҡҡас, битендә ғүмерлеккә яра эҙе ҡалды.

Радионан шул йырҙы ишеткән һайын Айнурҙың битен йәмһеҙләп торған юйылмаҫ яра күҙ алдыма килә...

Бәхет

-   Тик әлегә берәүгә лә был турала һөйләмә, - тине лә хушлашҡанда апай, трубканы һалды. Бәйләнеш өҙөлдө. Уның яғымлы тауышын ишеткәс, нисектер рәхәт булып китте. Бүлмәмә атлап түгел, ҡыр кәзәһе кеүек һикерәнләп барҙым. Бүтәндәр бындай ҡыланышымды күрһә, әллә аҡылға бер төрлөрәк була башлаған тип уйлайҙыр. Малайҙар сикәһе тирәһендә бармағын өйрөлтөп минең иҫәрлеккә ишара яһай. Ярай, теләһә нимә уйлаһындар! Уныһы хәҙер мөһим түгел.

Ниңә шул тиклем ҡыуанғанымды бүтәндәр белмәй ҙә. Минең шундай серем бар! Әлегә берәүгә лә һөйләргә тейеш түгелмен. Берәүгә лә!

Бәхет бар икән шул донъяла! Әллә ҡайҙан, көтмәгән ерҙән килә лә төшә. Ҡайһы берҙә шул бәхетте көтөп әллә күпме көндәр, айҙар, йылдар үтә. Һин зарығып көтәһең. “Уңдан бир, һулдан бир, уйламаған ерҙән бир!” тип һамаҡлай ине әсәйем. Ә ул, юрамал, һинең сыҙамлығыңды һынағандай, юҡ та юҡ. Ахырҙа, төңөләһең. Нәҡ шул ваҡытта, көтмәгәндә-уйламағанда ул килеп сыға ла инде!

Минең дә шул бәхетле мәлем етте. Бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ – бер нисә көндән тормошом хәтәр шәп яҡҡа үҙгәрәсәк.

...Бүлмәмдә китап уҡып ултырһам, кинәт вахтаға саҡырҙылар. Кемдер һине телефонға саҡыра тинеләр. Остом йән-фарманға! Бығаса вахтаға шылтыратып, эҙләп йөрөүсе кеше юҡ ине. Кем икән тип барып еткәнсе мең төрлө уйға ҡалдым.

-   Һаумы, Ильяс, таныйһыңмы мине? – сымдың теге осонда яғымлы тауыш сыҡты. Тәүҙә баҙап ҡалдым. Кем икәнен шунда уҡ аңлап етмәнем.

-   Хәҙер инде төҙәлдеңме? Йыш ауырымайһыңмы? – тип ул һорағас, кем икәнен төшөндөм. Бәй, был бит Наилә апай! Лагерҙағы медсестра! Быйыл йәй танышҡайныҡ уның менән. Ял итергә беҙҙе лагерға ебәргәстәр, ниңәлер көн дә ауырыным. Беҙҙең райондан бик алыҫҡа барғайныҡ шул. Әллә һауаһы килешмәне, әллә үҙебеҙҙең яҡтарҙы һағыныуҙан. Йыш температурам күтәрелгәс, медпункттан ҡайтыша белмәнем. Медсестра көн дә ҡарай, дарыуын бирә, кәңәштәрен дә йәлләмәй. Ул хәстәрлекле кеше шул Наилә апай ине. Илле йәштәр тирәһендә. Бик яғымлы, алсаҡ кеше булып сыҡты. Шулай медпунктҡа йөрөй торғас, бик яҡын кеше булып китте Наилә апай. Хатта төрлө тәмлекәстәр менән дә һыйлап ала торғайны.

“Ирем менән икебеҙ генә торабыҙ. Балаларыбыҙ юҡ. Әллә һине уллыҡҡа алырға инде...” - тигәйне бер саҡ.

-   Ә мин ҡаршы түгел! – тинем күп уйлап тормайынса.

Ошо һөйләшеүҙән һуң беҙ кире ҡайтыу яғына төштөк. Наилә апай менән хушлашыуы бигерәк ауыр булды. “Ильяс, мин һиңә килермен әле” – тип йыуатты ул ҡосаҡлап.

Йәй ҙә үтеп китте, уҡыуҙар башланды. Детдомға килгәс тә, шул Наилә апайҙы иҫкә алып бер булдым. Һәм бына әле ул үҙе шылтырата!

Апай уҡыуҙағы уңыштарым, бындағы тормош тураһында ҡыҙыҡһынды. Көҙгө каникулда нимә эшләргә ниәтләгәнемде лә һорашты. Ә мин каникулда ҡайҙа булайым – детдомда инде!

-   Ильяс, мин һиңә тиккә генә шылтыратмайым. Үҙемә алып ҡайтырға булдым. Ирем менән һөйләштем. Ул риза. – Наилә апайҙан был хәбәрҙе ишеткәс, түбәм күккә тейгәндәй булды. Мине бынан алып китергә уйлайҙар! Ете ятып, бер төшөмә инмәгән хәл бит!

-   Каникулғамы? – тип һораным тотлоға-тотлоға.

-   Юҡ, бөтөнләйгә. Опека хеҙмәте менән алдан һөйләшелгән, кәрәкле документтарҙы йыйырмын. Һин ризамы?

-   Ри-за! Ри-за! – апай әллә ишетмәй ҡалыр типтер, һүҙемде ике тапҡыр ҡабатланым. Маңлайға тир бәреп сыҡты. Ә шатлыҡ эсемә һыймай. Ысынмы һуң, әллә бушмы? Төш түгелме икән?

-   Улайһа, киләһе аҙнала мине көт, - тине медсестра. – Тик әлегә берәүгә лә был турала һөйләмә...

Ошо бәхет булмай, нимә булһын инде?! Билләһи, шатлығым ташып килә. Наилә апайға рәхәт, берәүгә лә һөйләмәй тор тине лә ҡуйҙы. Ә һин шул серҙе йәшереп йәшәп ҡара. Үҙеңә бәйле шатлыҡлы хәбәрҙе бүтәндәргә әйтмәйсә нисек йәшәмәк кәрәк? Эй ауыр, ныҡ ауыр бит ул! Бына шул шатлыҡлы яңылыҡ нисектер эсемдән ташып сығып барған һымаҡ. Тиҙерәк балаларға һөйләйһе, бөтә детдомға һайрайһы ине. Әйҙә, белһендәр, эстәре ҡыҙһын! Күрһендәр әле ғәҙеллектең барлығын! Әтеү, “Кипкән балыҡ” тип минән көлгән булалар. Ана бит, Наилә апай бүтәндәргә ҡарамаған, ә мине һайлаған. Шул бәхет түгедме?! Шатлығымды ҡайҙа түгергә белмәй оҙаҡ аҙапландым. Тик тыйҙым үҙемде. Наилә апайҙың һүҙен тыңлар кәрәк.

Кисен телевизор ҡарап ултырғанда саҡ серемде асманым.

-   Ә беләһегеҙме нимә... – тип һөйләй башлағайным ғына, саҡ тыйылып ҡалдым. Артыҡ һүҙ башҡа әйтеп ҡуймайым тип, усым менән ауыҙымды ҡапланым.

Төнө буйына Наилә апайҙың хәбәре хаҡында уйлап йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа төрлө уйҙар килә лә килә. Нисек йоҡлайһың инде?

Моғайын, Наилә апайҙың фатиры иркендер. Бер үҙемә бүлмә биреп ҡуйһалар – хәтәр бит! Унан да бигерәк иреклек! Ҡасан, күпме теләйһең – шунса ашайһың! Матур ғына кейемдәр ҙә алып бирерҙәр әле.

Велосипед! Наилә апай, моғайын, миңә велосипед алып бирер. Күптән йөрөгән юҡ унда. Үәт, рәхәтләнеп елдерәсәкмен. Әтеү бындағы малайҙар иҫке-моҫҡонан самокат эшләп алған, уныһында йөрөр өсөн дә һыу буйылай сират. Уныһы ла бушлай түгел: йә алма, йә кәнфит бирер кәрәк.

Ғаиләлә йәшәй башлаһам, йөн ойоҡ та кейҙерерҙәр әле. Эйе, унһыҙ ҡышты нисек сығаһың? Беҙҙең детдомдағы төнгө “няня”лар һәр кемебеҙгә ойоҡ бәйләй. Эшкә килә лә, шул эшкә тотона. Ә беҙ уға ярҙам итәбеҙ: йөндө тетәбеҙ, иләйбеҙ, сиратабыҙ. Тик беҙ төркөмдә егермеләп, ә бәйләүсе апай берәү. Бынан тыш уның башҡа эштәре лә бар бит. Шуға көнөнә бер-ике сәғәт кенә булыша. Айына өс йөн ойоҡ бәйләгән хәлдә лә, бөтәбеҙгә лә әҙер булһын өсөн күпме ваҡыт кәрәк. Шуға ла үҙ сиратыбыҙҙы түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Сөнки бында бирелгән нәскиҙәр менән ары китеп булмай. Аяҡтар өшөй. Етмәһә, ботинкаларыбыҙ ҙа әллә ниндәй. Һыуыҡта тышҡа сыҡһаң, табаны ярыла ла ҡуя.

Барыбыер миңә лә ойоҡ эләкте! Сиратым етте... апрель айында. Ул ваҡытта көндәр йылынғайны. “Ярай, тағы һәйбәт булды. Кемгә ноябрҙә эләккән, уныһы тишелеп бөтөп бара. Ә мин көҙөн кейермен. Ул саҡта минеке яңы ғына буласаҡ” – тип башҡалар алдында үҙемде йыуаттым. Шулай тинем дә, ипләп кенә тумбочкаға һалып ҡуйҙым. Йәйге каникулдан һуң уны алып ҡарағайным, танырлыҡ түгел. Көйәл ашаған, йән яҡтан тишкеләп бөткән. Тәким шуны кейергә яҙманы.

Ә инде Наилә апайҙа башҡаса буласаҡ. Йөн ойоҡта рәхәтләнеп йөрөрмөн әле! Шул турала уйлана торғас, йоҡлап та киткәнмен.

... Иртәгәһенә серҙе һаҡларлыҡ түҙемлегем ҡалманы. Иң беренсе булып класташым Әмиләгә һөйләнем.

Әмилә берәй нәмәне белеп ҡалдымы – бөттө. Радионан һөйләп торору ҙа кәрәкмәй. Иртәгәһенә үк бөтәһе лә беләсәк! Шулай килеп сыҡты ла. Тәүҙә үҙемә лә ҡыҙыҡ булып сыҡты: бөтәһе лә төпсөнә, тәфсирләп һөйләүемде һорай, бәғзеләре көнләшеп ҡарай. Иртән дә, кисен дә детдомда тикшерелгән хәбәр – Ильясты уллыҡҡа аласаҡтары. Был яңылыҡ балалар йортоноң эсенә генә һыйып етмәне, мәктәпкә лә таралды.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.