Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 3 страница



-   Был дөрөҫмө? – тип һораны директор.

-   Эйе, - тинек бер тауыштан. Башҡа нимә тип әйтәһең инде?!

Директорыбыҙҙың йөҙө үҙгәрҙе. Нимәлер уйлап, бер аҙ ситкә ҡарап торҙо ла, беҙгә өндәште:

-   Уҡытыусылары әллә аҡылдан яҙғанмы? Хәҙер мәктәпкә шылтыратып әрләйем әле. Беҙҙең балаларҙы шаштырып ятмаһын!..

Директор тыҡылдата баҫып сығып китте. Ә беҙ, кәйеф ҡырылып, кире төркөмөбөҙгә киттек. Бына һиңә “мә”! Хәҙер нимә булыр икән? Исмаһам, уҡытыусыға бәйләнешкә инә алмаһа ярар ине, тип эстән теләнем.

Ун минут үттеме-юҡмы төркөмөбөҙгә директор атылып килеп инде:

-   Ас ҡарғалар! Туймаҫ тамаҡтар! Икмәк сереткестәр!..

Тәүҙә залда телевизор ҡарап ултырған Әмиләнең сәсен матҡып тотоп алды:

-   Ҡара һин уларҙы! Алдап маташалар! Тағы нимә етмәй һеҙгә? – Класташыбыҙ бары ауыртыуҙан ҡысҡырҙы ғына. Директорға бер яуап та ҡайтарманы.

Шунан ҙур балдаҡлы бармағы менән Фәрит менән минең сикәне төйөп алды. Башҡалар аптырап ҡарап киткән.

-   Нимә булды һуң, апай? – тип ҡыҙыҡһынды берәү.

-   Ошо әснәкәттәр һеҙҙең айлыҡ өлөшөгөҙҙө ашаған! Хәҙер берегеҙгә лә тәмле-татлы тәтемәйәсәк, – тине ярһып Мәүлиҙә Нурғәлиевна. – Инде үҙегеҙ уйлағыҙ нимә эшләтергә уларҙы...

Шул саҡ йөрәгемде нимәлер семетеп алғандай булды: емгә алданып ҡармаҡҡа эләккән балыҡ һымаҡ тойҙом үҙемде. Тәмле әйберҙең дә йөрәк болғандырғыс тәмһеҙлеге була икән...

Хыял

Күрше бүлмәлә берәүҙең һулҡылдап илағаны ишетелде. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Нимә булды икән? Бөтәбеҙ ҙә шунда атылып барып индек. Карауаттың мөйөшөндә сибек кенә ҡулдары менән тубығын ҡосаҡлап, башын түбән эйгән Рөстәм ултыра ине. Ул детдомда икенсе йыл ғына йәшәй. Бишенсе класта уҡый. Малайҙың сөм ҡара күҙҙәрендә һәр ваҡыт ниндәйҙер һағыш сағылғандай. Уның йылмайған сағын бер ҙә күргәнем юҡ.

– Рөстәм, нимә булды? Ниңә илайһың? – Беҙ малайҙы тынысландырырға тырыштыҡ.

– Йә, берәйһе тейҙеме әллә? – Буҫығып бөткән малай һаман һелкенә-һелкенә һыҡтауын дауам итте.

– Кем туҡманы?

– Әйт әле миңә, хәҙер үҙенең иҙмәһен иҙәм, – тип, малайҙарҙың ҙурырағы, кеҫәһенән сығарып, кәнфит һуҙҙы. Әммә Рөстәм башын күтәреп тә ҡараманы.

Шул саҡ шар итеп ишек асылып китте лә, бүлмәгә тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай атылып килеп инде.

– Бында ниндәй тауыш!? Саҡ ситкә китер әмәл юҡ, тотонаһығыҙ үлтерешергә! Эргәгеҙҙән китмәй һеҙҙе ҡарауыллап ултырайыммы? Үҙемдең донъям юҡмы ней? Ана, һыйырҙарым баҡырышып тора. Кеше балаһын кеше итәм тип, үҙемдекеләрҙе күргән дә юҡ. – Тәрбиәсебеҙ, көрәктәй йоҙроғо менән сикәбеҙгә бына-бына елләйем тигәндәй, уҡталып-уҡталып беҙгә зәһәр итеп ҡарап ҡуйҙы. – Йә, кемегеҙҙең ҡулы ҡысып тора? Хәҙер бәләкәйҙәргә көсөгөҙ етәме?

– Юҡ, апай, беҙ теймәнек.

Рәйфә апай алға атланы ла ҡаты үксәле итеге менән иҙәнгә шапылдата баҫты:

– Алдашмағыҙ! Тиктомалдан кеше илаймы?

Үҙебеҙ илаған тауышты ишетеп керҙек. Рөстәм үҙе генә ултыра ине. Ә нимә булғанын беҙ ҙә белмәйбеҙ...

Рөстәм – йомоғораҡ малай. Детдомға килгәс тә, ауыҙына һыу уртлағандай, бер һүҙ ҙә өндәшмәй йөрөнө. Исемен һораһаң да, ҡайҙан килгәнен белешһәң дә, йә, башын түбән эйә, йә бөтөнләй ишетмәмешкә һалыша. Әллә телһеҙме икән, тип аптырашып ҡуйҙыҡ. Ул аҡылға бер төрлө шикеллерәк тигән хәбәр ҙә йөрөнө.

Һуңынан ғына ишеттек. Тәрбиәсебеҙ һөйләне. Рөстәмде кескәй генә көйөнә буранлы көндә сүплек янында урам һепереүсе табып алған. Бесәй тауышы ишетелгәнгә барып ҡараһа, төргәктә сабый ята, ти. Үҙе менән бер документы ла булмаған. Ул тәүҙә сабыйҙар йортонда, һуңынан приютта йәшәгән. Мәктәптә уҡый башлағас ҡына детдомға күсергәндәр.

Күпме генә тырышһаҡ та, малайҙың исемен барыбер белә алманыҡ. Ә уға нисектер өндәшер кәрәк ине бит. “Уның исеме Рөстәм шикелле”, – тине берәүһе, ҙур асыш яһағандай.

Шулай итеп, яңы ғына килгән малайҙы Рөстәм тип атай башланыҡ. Былай өндәшһәк, ул беҙгә иғтибар итә. Айҙан ашыу ваҡыт үткәс, малай яйлап ҡына һөйләшә башланы. Тәүҙәрәк “эйе”, “юҡ” менән генә сикләнде. Тора-бара ҡаланан яңынан эшләнгән документтары килгәс, мәктәпкә лә йөрөй башланы.

Тик документтары килгәс, бөтәбеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ. Малай Рөстәм түгел, ә Илнур Буранов булып сыҡты. Исемен табып алған кешенең хөрмәтенә, ә фамилияһын ажғыр буранлы көнгә бәйләп ҡушҡандар икән!

Детдомда бирелгән исемгә ул да, беҙ ҙә күптән өйрәнгәйнек. Барыбер Рөстәм тип йөрөттөк.

Бер заман шундай хәл булды...

Төштән һуң, ашап алғас, Рөстәм ҡайҙалыр юҡ була башланы. Сәғәттән ашыу йөрөп, күңеле күтәрелеп ҡайта. Был хәл йыш ҡына ҡабатлана торҙо. Малайҙың нимә менән булышҡанын белгем килде. Шуға ла һиҙҙертмәй генә уның артынан күҙәтергә булдым.

Бына Рөстәм балалар йортонан сыҡты. Шунда уҡ уң яҡҡа боролоп, туп-тура ҡайынлыҡҡа юлланды. Мин шым ғына артынан бара бирҙем, ул быны шәйләмәне лә. Урман эсенә төпкәрәк үткәс, малай һомғол ғына ҡайынды ҡосаҡланы ла ниҙер бышылдарға тотондо. Нисек кенә тырышһам да, барыбер ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәрен ишетә алманым. Оҙаҡ ҡына шулай ҡайынға нин­дәйҙер серен һөйләне. Рөстәм берсә күккә ҡарап йылмайҙы, берсә сөбөрҙәп аҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. Мин, ҡамасауламаҫҡа тырышып, ипләп кенә ҡайтыу яғын ҡараным. Шул арала малай мине шәйләп ҡалды. Көтмәгәндә урманда бүтәнде күргәс, һиҫкәнеп ҡуйҙы, йөҙө үҙгәрҙе.

– Ағай, һин был турала бер кемгә лә һөйләмә инде. – Рөстәмдең тәүге һүҙе шул булды.

– Ярай, әйтмәм. Ә һин бында яңғыҙың нишләп йөрөйһөң?

– Детдомда мин уйлағандарымды һөйләргә ҡурҡам. – Уңайһыҙланыуы малайҙың йөҙөнә сыҡҡайны. Ирендәре ҡалтырап, ғәйепле тауыш менән яуап ҡайтарҙы. – Берәүгә теләктәремде әйтһәм, аҙаҡ мәрәкәләп, бөтә кешегә һөйләп йөрөйәсәк. Ә ошо ҡайынҡай миңә тоғро. Уға бөтөн серҙәремде һөйләй алам. Ни өсөндөр урманда ғына үҙемде иркен тотам. Бында килһәм, рәхәтләнеп хыяллана алам, киләсәгем дә күҙ алдыма баҫҡандай.

– Ә ниндәйерәк хыялың бар һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуымды дауам иттем.

– Ағай, беләһеңме, киләсәктә ҙу-у-ур кеше булғым килә! – Малайҙың күҙҙәре осҡонланып китте. – Бына мин Өфө урамынан атлап китеп барам. Ҡулымда – ҡара төҫтәге портфель, өҫтөмдә – күҙ яуын алырлыҡ костюм, аҡ күлмәк, хатта галстук таҡҡанмын, ә инде ботинкам әллә ҡайҙан көҙгө кеүек ялтлап тора. – Теләктәрен әйткәндә малай ҡалҡынып киткәндәй булды. Үҙен ысынлап та ошо минутта ҙур етәксе итеп тойҙо шикелле. – Танығандары туҡтап иҫәнлек һораша, хәл-әхүәл белешә. Ә мин, шатланып, һаман атлауымды дауам итәм. Был донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡтыр. Өйҙә ҡайтыуымды түҙемһеҙләнеп кәләшем менән балам көтә... – Шул саҡ Рөстәм тынып ҡалды ла түгелеп илап ебәрҙе.

– Ярай, илама инде, тыныслан. Барыһы ла һинеңсә буласаҡ, мин әйтте тиерһең! Бөтәһе лә алда бит... – Малайҙы шулай йыуатырға тырыштым.

– Уныһы шулай ҙа... Тик өйҙә балаларым өләсәһен таптыра башлаһа, нимә тип әйтермен?

Рөстәмде йыуатырлыҡ бер һүҙ ҙә таба алманым. Уның хәлен яҡшы аңлайым да, тик ни хәл итәһең. Үҙ атай-әсәйемдең үлгәненә лә хәҙер байтаҡ йылдар үтте. Ә шулай ҙа Рөстәм минән күпкә бәхетлерәк. Уның атаһы ла, әсәһе лә бар, тиҙәр. Тик улдарын таба алмай ғына йөрөйҙәрҙер. Бер мәл осрашырҙар әле.

– Ә шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәйем, Ильяс ағай. – Малайҙың йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. – Мине барыбер детдомдан килеп аласаҡтар. Саҡ ҡына түҙергә кәрәк.

– Эйе шул, һинең кеүек аҡыллы малайҙы нисек килеп алмаһындар тей!

– Ҡасаныраҡ килерҙәр икән? Улар килгән саҡта лагерҙа булып ҡалмаһам ярар ҙа ул. Әтеү таба алмай йонсоп бөтөрҙәр. Мине күрмәһә әсәйемә ҡыйын булыр. – Малай иркенләп һөйләргә тотондо. – “Әсәй” тигән һүҙҙе күптән әйткәнем юҡ. Ул һүҙ хәҙер нисек әйтелгәнен дә онота башланым. Шуға кеше юҡта ғына ошо ҡайын алдына килеп, “әсәй”, “атай” тип әйтеп ҡарайым. Бик матур һүҙҙәр ивет, ағай! – Малай йәшле күҙҙәре менән миңә ҡараны. Шунан теге һүҙҙәрҙе йәнә ҡабатланы. – Атай, әсәй, мин һеҙҙе яратам!

Рөстәмдең һүҙҙәре йөрәгемде өтөп алғандай булды. Унан күпкә ҙурыраҡ булһам да, күҙҙәремдән атылып сыҡҡан йәште тыя алманым.

– Тик был турала берәүгә лә һөйләмә инде, – тип үтенде Рөстәм.

– Ярай, ярай...

Беҙ әкренләп кенә детдомға ҡарай атланыҡ.

...Карауатта илап ултырған Рөстәм тынысланғандай булды. Беҙ ҙә, тәрбиәсе лә сәбәбен белмәйенсә бүлмәнән сығырға ашыҡманыҡ. Малай башын ҡалҡытты ла, туҡтауһыҙ илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен терһәге менән һөртөп, беҙгә ҡараны.

– Ыж-ди, ыж-дии... – тип нимәлер әйтергә теләне лә әйтеп бөтөрә алманы. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Тағы ла нығыраҡ илап ебәрҙе.

– Йә, тыныслан инде. Теләйһеңме, һиңә бейсболкамды бирәм. – Яңыраҡ ҡына туғандары алып килгән әйберҙе класташым уның башына кейҙерҙе. Берәүһе стакан менән һыу алып килгәс, шуны эсеп, бер аҙ тынысланды Рөстәм. Тынып торғандан һуң, илауының сәбәбен аңлата алды:

– Телевизорҙан гелән “Жди меня” тапшырыуын ҡарайым. Берәүһен дә ҡалдырғаным юҡ, – тине, үпкәләгәндәй мыш-мыш итеп, малай. – Ниңәлер гел кешеләрҙе кемдер эҙләй, шунан табалар. Бына баяғы ғына тапшырыуҙа бер малайҙы әсәһе табып, ҡосағына алды. Телевизор аша мине лә эҙләйәсәктәр тип гел хыялландым. Тик ни өсөн мине берәү ҙә эҙләмәй икән? Берәүгә лә кәрәк түгелмен инде...

Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты.

Ҡомаҡ

Класҡа инеү менән бөтәһе мине һырып алды. Балға ынтылған һағыҙаҡтай, төрлө яҡтан өҫкә менеп киләләр.

–  Шул хәбәр дөрөҫмө ул, Ильяс? – ҡыҙҙарҙың береһе төпсөнөргә тотондо.

–  Нисек улай килеп сыҡты һуң? Әмилә яҙа-йоҙа ғына һөйләне шунда. Бер нәмә лә аңламаныҡ...

–  Эйе шул! – Күрше партала ултырған малай ҡулын яурыныма һалды. – Әйҙә, үҙең һөйләп бир әле.

–  Һеҙ нимә тураһында һорайһығыҙ ул? – Бер нәмә лә белмәмешкә һалыштым. Тик ҡыҙыҡһыныуы саманан тыш ашҡан класташтарым күҙҙе лә астырмай.

–  Ҡуй! Белмәмешкә һалышма!

–  Инәлттермә инде...

–  Ниңә, беҙҙе дуҫҡа һанамайһыңмы әллә?

Хатта гел “бишле”гә уҡып, үтә баҫалҡы тип йөрөгән ҡыҙ ҙа төпсөнөргә тотондо:

-   Ҡомаҡ менән ысынлап шулай булдымы ул?

Быларҙан еңел генә ҡотола алмаҫым көн кеүек асыҡ. Ни хәл итәһең –һөйләргә тура килә. Был турала берәүгә лә әйтмәҫмен тип уйлағайным да бит. Ну, ошо Әмиләне! Ауыҙында бер һүҙ тормай. Иләк ауыҙ! Мәктәпкә минән алда килеп, бөтәһенә лә шыҡрыҡлап өлгөргән бит.

 

...Бынан бер ай элек тыуған көнөм булғайны. Дуҫтарым, класташтарым үҙенсә ҡотланы. Тәрбиәсе Хәкимә апай ҡыҙарып бешкән алма бирҙе, Әмилә ручка бүләк итте, берәүҙәре - кәнфит, икенселәре, теләктәрен әйтә-әйтә, дәфтәр тотторҙо. Был тиклем дә ҡотлауҙарға башым әйләнеп китте хатта.

Телгә әүәҫ, зирәк Фаяз исемле класташым бөтәһен уҙҙырҙы:

-   Ильяс, мәктәптән һуң беҙҙең өйгә барырбыҙ, - тине ул мут йылмайып. – Һиңә шундай бүләк әҙерләнем! Барғас күрерһең...

Класташымдың был һүҙҙәре түҙемлекте юйҙы. Ҡасан ғына дәрестәр бөтөр! Көткәндә ваҡыт шул тиклем яй аға. Нимә менән аптыратырға булды икән Фаяз? Ҙур әйберҙер. Еңел булһа, моғайын, портфеленә һалып алыр ине...

Фаяздың өйөнә ингәс тә, был яҡта көтөп торорға ҡушты:

-   Күҙеңде йом! Әтеү ҡыҙыҡ булмаясаҡ. – Бер аҙ төпкө бүлмәһендә ҡыштырлай биргәс, яныма килеп, ҡулыма йомшаҡ ҡына нәмә һалды. – Инде ҡараһаң була...

Усымда кескәй генә йән эйәһенең еҫкәнеп ултырғанын күреп, ҡурҡышымдан уны иҙәнгә ырғытҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Үҙем ситкә һикерҙем:

-   Иҫә-ә-әр! Кеше шулай шаяртамы?!

Ҡулдарым туҡтауһыҙ ҡалтырай, ҡурҡышымдан бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Ә Фаяз, бер ни булмағандай, рәхәтләнеп көлә.

-   Көлкө һиңә! Тапҡанһың нисек шаяртырға! Тешләп алһа? – Был һүҙҙәремдә үпкә лә, асыу ҙа бар ине.

-   Кит, кеше шунан ҡарҡамы?

-   Анау хәтле ҡомаҡ ҡулыңда ултырһа, ҡурҡмаҫ ереңдән ҡурҡырһың! – Кәйефем ҡырылып, сығыу яғына йүнәлдем. Класташым туҡтатырға ашыҡты:

-   Ярай, үпкәләмә, Ильяс. Был бит баҙ аҫтында, һарайҙарҙа йәшәгән ҡомаҡ түгел. Ә ҡулға эйәләшкән. Диңгеҙ аръяғынан килтерелгән тоҡом. Ҡалала булғаның юҡмы ни? Һәр фатирҙа тиерлек ошондайҙарҙы тоталар. Мода бит!

-   Кит, юҡты һөйләмә! Унан кеше нисек ҡотолорға белмәй.

-   Ысын, бына, күрһәтәм. – Фаяз карауат аҫтына йәшенгән ап-аҡ ҡомаҡты сығарҙы. Һөйләгәнен аҡларға теләгәндәй, уны һыйпап алды, яурынына ултыртты. Шуны ғына көткән йән эйәһе, ҡойроғон болғай-болғай, уның башына үрмәләне. – Бер зыяны ла юҡ. Күптәр шундайҙы өйөндә тоторға хыяллана. Ә миндә берәү түгел – өсәү!

Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте. Ҡомаҡтың шул тиклем иркәләнеүен күреп, тыныслана төштөм.

-   Тағы бер нәмә күрһәтәйемме? – Фаяз ҡыҙып китеп һөйләргә тотондо. – Ошо бәләкәс ҡомаҡ ауыҙҙан һыу эсә белә! Үҙем шулай өйрәттем. Әгәр төнөн һыуһаһа, түшеңә баҫа ла, ирендәреңде ипләп кенә тырнай. Шулай аҡыллы ул – һыу һорай.

Үәт ҡыҙыҡ! Ҡомаҡтарҙың бындай төрөн күргәнем юҡ минең! Улар кешегә зыян килтереп, ризыҡтарын урлай, әйберҙәрҙе тишкеләп йөрөй тип уйлаһам. Хатта берәүҙәрҙең галушын кимереп бөткән, тип тә ишеткәйнем.

Ҡалай шәп бүләк булды был! Дуҫыма рәхмәттәр әйтә-әйтә, ҡомаҡты портфелемә тыҡтым да, детдомға ашыҡтым. Бүтәндәрҙе лә аптыратайым әле.

Балалар йортона яҡынлашҡан һайын, шатлығым һүрелә барҙы. Ул ҡомаҡты алыуын алдым да, ә ҡайҙа аҫырарға һуң? Беҙҙә бит бер йән эйәһен дә тоторға ҡушмайҙар. Хатта бесәйҙе лә керетмәйҙәр. Санитар талаптарға ҡаршы килә, тиҙәр. Шулай булғас, ҡомаҡты нисек бүлмәмдә йәшәтәйем? Тыңлап та тормаясаҡтар! Тәүҙә сикһеҙ шатланһам, детдом тупһаһына етер саҡта шомом артты. Әгәр тәрбиәселәр уны күреп ҡалһа, үҙеңде эттән алып, беткә һалып әрләр, кескәй дуҫымды тышҡа сығарып ырғытырға ҡушырҙар... Нимә эшләргә? Ошондай йомшаҡҡайҙан һис тә айырылғы килмәй. Ни булһа ла булыр, тип, ҡомаҡты берәүгә лә күрһәтмәй, бүлмәмә алып индем.

Оҙон ҡойроҡло, йылтыр ҡара күҙле, мамыҡтай ап-аҡ ҡомаҡты күргәс, бүлмәләш малайҙар “аһ” итеп ҡалды. Нимә икәнен аңлатҡас, тынысландылар. Тик был турала бер кемгә лә һөйләмәүҙәрен үтендем.

Ҡомаҡ тиҙ арала беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙға әйләнде. Мәктәпкә китһәк – уны тумбочкала бикләп ҡалдырабыҙ. Ризыҡты ла аш бүлмәһенән сиратлап ташыйбыҙ. Ә кисен, йоҡларға ятҡанда, ҡомаҡты тумбочканан сығарабыҙ. Ул рәхәтләнеп бүлмә буйлап йөрөй. Йә теге осҡа, йә был яҡҡа йүгерә. Карауатҡа менеп, беҙгә иркәләнә: юрған аҫтына инеп китә лә, аяҡ осона барып сыға. Әй, ҡытыҡ килә! Уның ҡылыҡтарын күҙәтеү - үҙе бер тамаша.

...Ул төндә төркөмдә Тәғзимә апай эшләй ине. Апай эшкә килһә, төркөмдә тынлыҡ урынлаша. Бөтәһе лә уға ярҙамлаша, нисек булһа ла ярарға тырыша. Бының сәбәбе лә бар. Телевизорҙа бик шәп сериал башланды! Бер ғаиләнең яҙмышы тураһындағы киноны ҡарарға бөтәбеҙ ҙә экран янына йыйылабыҙ. Берәү ҙә тауышланмай. Мауыҡтырғыс сериалды ҡарар өсөн көнө буйына көтөп йөрөйбөҙ. Тик шуныһы ғына асыуҙы килтерә: кино бик һуң, сәғәт 11-ҙә башлана. Ә режим буйынса был ваҡытта йоҡларға тейешбеҙ.

Төнгөлөктә эшләгән тәрбиәселәр алышынып тора. Флүрә апай булғанда – рәхәтләнеп телевизор ҡарай алабыҙ. Ә бына Тәғзимә апайға арыу ғына инәлергә тура килә.

-   Юҡ, юҡ, юҡ! – ти ул ҡул һелтәп. – Ниндәй кино ти был ваҡытта? Йоҡларға!..

-   Апай, беҙ шым ғына ултырасаҡбыҙ. Зинһар өсөн ҡаратығыҙ инде, – тип инәлә ҡыҙҙар.

-   Детдом директоры бынан алыҫ йәшәмәй, - тәрбиәсе тәҙрәгә ымлай. – Ана, уның өйө. Бында нимә булғанын һиҙеп тора. Залда яҡтылыҡты күрһә, шылтыратып әрләйәсәк. Ҡуй, юҡ менән булмағыҙ. Ятығыҙ йоҡларға...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.