Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 2 страница



Бөгөн Академик-Динар менән булған ҡыҙыҡлы хәлде хәҙер ишетмәгән кеше юҡтыр. Ул да шул уҡыуға һалҡын ҡарағаны өсөн шундай хәлдәргә йыш тарып тора. Динар мәктәпкә бер ҡасан да китаптар, дәфтәрҙәр йөкмәп йөрөмәй. Уның сумкаһында йыл буйына берҙән-бер дөйөм дәфтәр ята. Шунда, онотҡанда бер, математиканан да, әҙәбиәттән дә, физиканан да, географиянан да бер-ике һөйләм сыймаҡлаған була. Күрәһең, ул дөйөм дәфтәр тигәнде шулай аңлай.

Математика дәресе бара икән. Динар класҡа ингән дә, һуңғы рәткә үтеп, дүрт ултырғысты йәнәш ҡуйған да, йоҡларға ятҡан. Быны уҡытыусы ла күрмәгән. Шулай итеп дәрес ҡыҙғандан-ҡыҙа, ти. Уҡыусылар сиратлап таҡта алдына сығып, төрлө мәсьәлә сисә. Бер заман улар бәхәсләшеп китә. Берәүһе класташының эшен дөрөҫ тип таный, кемеһелер иһә хаталы тип иҫбатлай.

-   Апай, ул дөрөҫ эшләне. Һеҙ өйрәткән формула буйынса ла инде!

-   Кит, юҡты һөйләйһең! Шыр хата!

Уҡыусылар араһындағы бәхәс әллә күпме дауам итер ине. Шул арала иң һуңғы рәттән кемдер һөрән һала:

-   Нимә ҡарҡылдашағыҙ унда?! Исмаһам, кешесә йоҡларға пакуй бирегеҙ!

Уҡытыусы ла, малай-ҡыҙҙар ҙа тынып ҡала. Эштең ниҙә икәненә төшөнгәс кенә, рәхәтләнеп көлөргә тотоналар. Баҡтиһәң, беҙҙең Академик дәрестә икәнлеген бөтөнләй онотҡан...

Динар нисек кенә булһа ла, дәрескә йөрөй әле. Ә бына Даян уҡыу тип иҫе лә китмәй. Исем өсөн генә мәктәпкә барып ҡайта. Бик тә теләмәһә, барып та тормай. Иртәнсәк детдомдан сығып китә лә, юл ыңғайы таныш-белештәренә һуғыла. Шунда туйғансы тәмәке болхолдатып ала. Унда-бында йөрөп ваҡыт үткәрә лә, төшкө ашҡа тып итеп ҡайтып та етә.

Уҡыуға шулай талпынып тормауының сәбәбен дә аңлата.

-   Ә мин физкультура техникумына уҡырға барам, - ти ул иҫе лә китмәй. – Унда барыр өсөн әллә нимә белергә кәрәкмәй. Бары көсөң генә булһын. Бына күрерһегеҙ: бер нисә йыл баш ҡалала техникумда уҡырмын да, ауылыбыҙҙың мәктәбенә директор булып килеп төшөрмөн әле. Ну шул ваҡытта миңә “икеле” ҡуйып яфалатҡан уҡытыусыларға көн бөтәсәк. Үҙҙәрен ялан аяҡ ҡуҙға баҫтырасаҡмын...

Ә бына Әмилә һуңғы арала яҡшы уҡый башланы. Өйгә эште эшләргә ниндәйҙер яуаплылыҡ менән ҡарай ул. Мәктәптә булғанда һине бар тип тә белмәһә, эргәңә килеп һөйләшеп тә бармаһа, өйгә эш эшләргә тотонһа, артыңдан ҡалышмай. Күрһәтеп, аңлатып биреүеңде һорай.

Мәктәптә Әмилә үҙен эре тота. Шуғалыр ҙа кластағы уҡыусылар уның менән аралашыуҙы мәртәбә тип һанай. Бөтәһе лә белә – Әмилә әкәм-төкәм менән һөйләшеп бармай. Етмәһә, уның теле үтә әсе.

Әмилә кәүҙәгә йыуантыҡ ҡына. Мәктәптә бер ҡыҙ уны кәмһетмәксе булып былай тигән:

-   Йыуан ҡыҙҙарҙы шул тиклем йәлләйем. Уларға егеттәр нисек ҡарай икән...

Әмилә һис тә юғалып ҡалмаған:

-   Егеттәр эт түгел, һөйәккә ташланып бармайҙар. Мин, киреһенсә, ябыҡтарҙы йәлләйем, - тигән ул иҫе лә китмәй.

Бер көндө тәнәфес ваҡытында Әмилә эргәмә килеп ултырҙы. Кәйефең нисек тип һораны, ниндәй уй-хыялдар менән йөрөүемде лә ҡыҙыҡһынды.

-   Бына мин, Ильяс, һиңә ҡарайым да, һоҡланып туя алмайым, - тине класташым йылмайып, - мәктәпкә көн дә ваҡытында киләһең. Белмәгән нәмәң юҡ – уҡытыусының һәр һорауына дөрөҫ яуап бирәһең...

-   Ҡуй инде, шаштырма.

-   Нишләп шаштырайым, ти! Һинең кеүектәрҙе элек осратҡаным юҡ ине. Белгең килһә, Ильяс, һинең менән аралашыуым үҙе ҙур бәхет!- тип шаштырып ебәрҙе Әмилә.

-   Тиктомалдан класташымдың мине һыу тейҙермәй маҡтауына аптырап ҡуйҙым. Бигерәк татлы телгә әйләнгән бит!

Киләһе тәнәфестә Әмилә йәнә эргәмә килде.

-   Ҡарале, Ильяс, һинең башыңда әллә компьютер ултырамы? Ҡайҙан шул тиклем күпте беләһең?

-   Дәрестәрҙе ҡалдырмаһаң, уны ғына бөтәһе лә белә инде...

-   Әйҙә, башыбыҙҙы алмашып торайыҡ, - ти ул мут йылмайып.

Әмиләнең ниңә үҙен былай тотоуына оҙаҡ ҡына төшөнмәй йөрөнөм. Иҫе бөткәнсе мине маҡтай бит! Булмаған хәл! Берәй әтнәкәһе барҙыр, моғайын. Иң һуңғы дәрес – математика башланыр алдынан ғына төшөндөм.

-   Ильяс, аҡыллым, һиңә бер үтенесем бар ине, - Әмилә уңайһыҙланған булып эргәмә килде, - хәҙер математиканан имтихан буласаҡ. Шул ҡайһы бер формулаларҙа буталам да ҡуям. Әйҙә, һинең менән бер партаға ултырайым әле. Шунда бер-ике урында ярҙамлашып ебәрһәң...

Бына нимәлә икән Әмиләнең киң күңеллелегенең сәбәбе. Ә мин, иҫәр, йылы һүҙгә иреп, уның маҡсаты хаҡында уйлап та бирмәгәнмен. Үҙемде ысынлап та йылы һүҙҙәргә лайыҡ икән тип ышанып йөрөнөм. Әммә был турала мин һуңынан ғына аңланым.

-   Әйҙә, ултыр. Миңә бер тамсы ла ауырлығы юҡ, - тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым...

Дәрестәр бөтөр-бөтмәҫ кемуҙарҙан детдомға йүгерәбеҙ. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Ғәҙәттә, төркөмдә дежур кеше төшкө аш ваҡыты еткәс бөтәһенә лә өҫтәл әҙерләй. Ашын һала, һәр кешегә иҫәпләп икмәк тарата.

Һуңлап килһәң – ашың күптән һыуынған инде. Һалҡын аштың ни тәме, ни бәрәкәте юҡ. Ауыҙыңды асып, аяғыңды көскә һөйрәтеп йөрөһәң - бөтөнләй ашһыҙ ҡалыуың бар. Шулай булғас, йүгермәй ҡайҙа бараһың?!

Бөгөн класташым Әмилә тағы ла бик һөйөнөслө хәбәр һөйләп китте әле. Ысын булһа - төшкө ашҡа груша бирәләр икән! Ур-рааа!!! Ууух, тиҙерәк ҡайтырға ине! Бына шул татлы емеште рәхәтләнеп тешләйәсәгемде күҙ алдыма килтерәм... Ирендәрем буйлап уның тәмле һуты аға, имеш. Татлы хыялдарҙан ауыҙҙа бал тәме барлыҡҡа килгәндәй булды. Шундай ваҡытта гелән берәй ҡаршылығы сығып тора. Исмаһам, дәрестәре әҙерәк түгел! Бүтәндәр күптән ҡайтып китте. Нисек кенә түҙергә икән? Әллә һуңғы дәрестән ҡасып ҡайтайым микән? Улайтһаң, аҙаҡ уҡытыусынан эләгәсәк... ә груша ағастағы алланып бешкән емеш кеүек күңелде ымһындырып тора...

Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, мәктәптән һуңлап ҡайтырға тура килде. Детдомға ҡайтҡас, өҫтөмдө лә алыштырып тормай ашханаға саптым. Ох! Хәҙер теге грушаны ашаясаҡмын. Ашайым тигәс тә, умырып ҡабырға мин ул тиклем үк ҡомһоҙ түгел. Емештең тәмен татып, ләззәтләнеп һутын һурасаҡмын...

Өҫтәл янына тиҙ генә килеп еттем дә, аптыраштан ҡатып ҡалдым. Мин көн буйына хыялланған балланып бешкән груша урынына алдымда күгәреп һәм мәжеп бөткән емеш ята ине. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай, ҡулыма алғайным, емеш һытылып китте лә, бармаҡтарыма шыйыҡ лайла йәбеште. Әйтерһең, баянан бирле йөрөгән хыялым кинәт һытылды кеүек. Ҡулымдағы серек емеште өҫтәлгә ташланым да, ашхананан сығыу яғына йүнәлдем...

Бер нисә көн үткәс емештең сереккә әйләнеү серенә төшөндөм. Баҡтиһәң, Даяндың этлеге икән. Ул үҙенең өлөшөнә туймай, минең дә өлөштө һоғонған икән. Етмәһә, минән мыҫҡыл итеп, сүплектән серегән грушаны алып, өҫтәлемә һалып ҡуйған. Шул көндә груша ашамағаным өсөн түгел, серек емеш һалыуы өсөн йәнем әсене.

Ниндәйҙер татлы ризыҡтан мәхрүм ҡалыу тойғоһо күңелдә оҙаҡ һаҡланмай ул, ә бәғзеләрҙең күңел сереклеге ғүмер буйына иҫтән сыҡмай. Ярай әле ул “сереклек” тик үҙендә генә ҡалһа. Теге саҡтағы һытылған груша кеүек еҫе донъяға таралыусан шул...

Уҡыу сиреге “һә” тигәнсе үтте лә китте. Груша тарихы ла иртәнге томан кеүек хәтер күгендә иреп, күптән юҡҡа сыҡҡайны инде. Бер көн төшкө аштан һуң бөтәбеҙ ҙә бүлмәгә йыйылдыҡ. Сәбәбе күптән билдәле. Тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай сирек тамамланыу уңайынан йыйылыш үткәрә.

-   Мин үҙ һүҙемдә торам, - тип башланы тәрбиәсебеҙ. – Әгәр иҫегеҙҙә булһа, бергәләп конкурс иғлан иткәйнек. Шунда еңеүсегә тотош төркөмдөң полдникка бирелгән алмаларын тапшырырға һүҙ ҡуйҙыҡ. Һеҙ ҙә ризалаштығыҙ. Вәғәҙәне үтәйем, - тип Рәйфә апай алдыма бер пакет алма ҡуйҙы. – Үпкәләштән булмаһын, был сиректә Ильястың ғына “өслө”ләре сыҡманы. Рәхәтләнеп һыйлан, Ильяс!

Ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалдым, Рәйфә апай сығып киткәйне инде. Төркөмдәштәрҙең бөтәһе лә миңә текләгән. Уларҙың ҡараштары йәнемде кимергәндәй тойолдо. Көн һайын сиректе яҡшы тамамлау хаҡында хыялланһам, хәҙер килеп “өслө” сыҡмауы өсөн үкенес тойғоһо биләне. Пакетты алдым да, алмаларымды таратырға тотондом. Шул саҡ кемдер:

 

-   Даянға бирмә! Ул бит теге саҡта һиңә серек груша һалды, - тип ҡолағыма бышылданы.

Сират иң артта ултырған Даянға еткәндә, пакетта ни бары бер генә алма ҡалғайны. Ҡыҙарып бешкән ҙур алманы мин уның усына һалдым.

Байрам

8 Март байрамы уңайынан мәктәптә табын ойошторорға булдылар.

-   Иртәгә сәй эсәбеҙ. Һәр кемегеҙ тәм-том алып килһен, – тине класс етәксеһе. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, беҙ – детдом балалары аптырашта ҡалдыҡ.

-   Ә беҙ ҡоро ауыҙ күтәреп килә алмайбыҙ бит, - тип һөйләнде Әмилә. – Кем беҙгә кәнфит тоттороп ҡуйһын?

-   Детдом директорына шылтыратып һөйләшермен. Моғайын, берәй әмәлен табыр, – тип тынысландырҙы уҡытыусыбыҙ.

Ысынлап та, уның әйткән һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. Келәт мөдире беҙҙе саҡырып, бер кило кәнфит, бер кило печенье бирҙе. Бүтәндәр алдында үҙебеҙҙе кәм тоймаясаҡбыҙ хәҙер. Шуға шатланып бөтә алманыҡ.

Әмилә, Фәрит, мин – мәктәптәге был табын артында үҙебеҙҙе бик иркен тоттоҡ. Шулай булмайса ни: буш ҡул менән килмәнек бит! Эй, рәхәтләнеп һыйландыҡ шунда. Кемдеңдер әсәһе бөйөрөктәр бешергән, икенсеһенеке сәк-сәк һалған, йәнә бауырһаҡтар, төрлө бәлештәр, бәрәмәстәр... телеңде йоторлоҡ! Ашап өлгөр генә! Күңел булып, туйынып ҡайттыҡ мәктәптән. Үәт, көн дә байрам булһа ине лә ул.

Был көндән һуң бер аҙна ваҡыт үтте. Ә өҫтәлдәге тәм-томдар һаман иҫтән сыҡмай. Бигерәк тә, ҡайһыныһын ашамай ҡалғанһың, шуныһы үкендерә. Гел шулай була бит. “Ниңә анау мәлдә шул тәмлекәсте ашай бирмәнем икән, иҫәр” – тип үкенәһең шунан.

Мәктәптән ҡайтып барышлай тағы ашау хаҡында һүҙ сыҡты:

-   Анау көндә ҡалай шәп байрам булды, - тип яраға тоҙ һалды Әмилә. – Өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. М-м-м...

-   Ҡуй, эсте ҡыҙҙырып иҫкә төшөрмә әле, - тинем асыу килеп.

-   Инде киләһе байрам мәктәптә ҡасан булыр икән? – был һорау Фәритте ныҡ борсой, күрәһең.

-   Уй, әле генә түгел. – Әмилә ҡулын һелтәп ҡуйҙы. – 1 Май ғына. Уныһында ла бөтәһе ял итә. Мәктәптә сәй эсеү ҡайғыһы булмай унда.

Шым ғына күпмелер бара бирҙек.

-   Башҡа бик шәп идея килде, - Әмилә шатланып усын-усҡа һуҡты.

-   Берәй байрам көнөн билдәләү тураһында закон сығараһыңмы әллә, - Фәрит мыҫҡыллы ғына көлөп ҡуйҙы.

-   Байрам иртәгә буласаҡ, - тип ҡәтғи әйтте Әмилә.

-   Нисек инде улай? – аптырауымды йәшерә алманым.

-   Ә бына шулай! – класташыбыҙ туҡтаны ла, бүтәндәр ишетеп ҡалмаһын типме, тауышын кәметте. Үҙенә беҙҙе яҡыныраҡ саҡырып алды. – Хәҙер детдомға ҡайтҡас, иртәгә мәктәптә сәй эсеү буласаҡ тип әйтәбеҙ. Ә тәрбиәсебеҙ шуның өсөн келәттән тәм-том алып бирәсәк.

-   Иртәгә мәктәптә бер ниндәй ҙә табын ойошторолмай бит. – тигән булдым.

-   Булмаһа ни! Ә һеҙ мин әйткәнде ҡеүәтләп торорһоғоҙ! Уҡытыусыбыҙға шылтыратып кем белешеп торһон инде?!

-   Тотолмаһаҡ ярар ҙа ул. Ә ниндәй байрам уңайынан сәй эсәбеҙ һуң?

Әмилә яуапты оҙаҡ уйламаны:

-   Класыбыҙ республика конкурсында беренсе урын алған. Шуның хөрмәтенә!

Күпме беләм ошо Әмиләне, ләкин уның отҡорлоғона, сослоғона һоҡланып бөтә алмайым. Ысынлап та, барыһы ла ул әйткәнсә килеп сыҡты. Тәрбиәсебеҙгә лә йомош менән ул өндәште. Шунан беҙҙе эйәртеп келәт мөдиренә алып барҙылар. Өсөбөҙҙөң исеменән ғариза яҙырға ҡушты мөдир. Әмилә яҙмала иртәгә мәктәптә байрам табыны ойошторола, шуға кәнфит, печенье биреүҙәрен һораны. Булды! Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманылар!

Иртәгәһе көнөнә рәхтләндек кенә! Төштән һуң мәктәпкә байрам табынына тип сығып киттек тә – юҡ булдыҡ. Ауыл урамдары буйлап тәмле-татлыны ашап тик йөрөнөк. Эс ташҡансы ашаныҡ. Ә тәрбиәсебеҙ, беҙ мәктәптә ултыралыр тип уйлағандыр әле. Шулай тегеләрҙе төп башына ултырта алғаныбыҙға туҡтай алмай, шарҡылдап көлөштөк.

-   Ана шулай ҡыйыу булыр кәрәк! – тип аҡыл өйрәтә Әмилә. – Әгәр оялып ҡына ситтә йөрөһәгеҙ – ас ҡалырһығыҙ. Мин бына бер ҙә тартынып тормайым. Ашауҙың бер ҙә ояты юҡ...

Йәнә арыу ғына ваҡыт үтте. Теге хәйләбеҙ хаҡында берәү ҙә белмәне. Ә нәфсе һаман үҙенекен итә.

-   Әллә тағы байрам ойошторайыҡмы? – ти мәктәптән ҡайтышлай Әмилә.

-   Әлләсе...

-   Тик алдан уҡ әйтеп ҡуям: был юлы Фәриттең сираты. Ғаризаны ул яҙа.

-   Ә ниндәй байрам тиербеҙ?

Әмилә яуапты тиҙ тапты:

-   Класыбыҙҙа “Шаяндар һәм отҡорҙар” конкурсы үтәсәк. Шунан һуң сәй эсәбеҙ. Был класс етәксеһенең тәҡдиме тиербеҙ.

Теге хәл йәнә ҡабатланды. Был юлы тәрбиәсебеҙгә Фәрит өндәште. Ул тәртипле, тыйнаҡ малай, уҡыуы ла яҡшы. Шундай самими бала нисек алдашып йөрөһөн ти?! Шуға ла уға шундуҡ ышандылар, әллә ниндәй шик булманы.

Келәт мөдиренә барҙыҡ. Ғариза яҙҙыҡ. Тәмлекәстәр ятҡан ике тоҡсайҙы ҡулыбыҙға эләктереп тә алдыҡ. Иртәгәһе көнөнә теге “байрамыбыҙ” йәнә ҡабатланды. Быныһында инде ауыл китапханаһына барҙыҡ. Китап та уҡыныҡ, һыйландыҡ та. Тик печеньены ҡоро көйөнә ашау ҡыйыныраҡ шул.

-   Киләһе тапҡыр байрам була ҡалһа – һут һорап алыр кәрәк. Әтеү былай тамаҡ кибә, - тип көлөштөк.

Тағы ике аҙна ваҡыт үтте. Ә Әмиләнең теге шәп тәҡдиме һаман баштан сыҡмай. Хәйләбеҙ хаҡында бүтәндәрҙең ете ятып – бер төшөнә кермәйҙер әле. Йөрөйҙәр инде шунда ҡасан сәйгә бер-ике печенье бирерҙәр тип. Ярай, бер аҙ хәрәмләшеп алдыҡ та – еткән. Көн дә байрам, көн дә туй булмай бит. Шундай уйҙар менән үҙемде тынысландырғайным. Фәрит кенә ҡотортоп ебәрҙе:

-   Ильяс, кәнфит ашағың киләме? – Һүҙҙең нимә хаҡында икәнен шундуҡ төшөндөм. Тик сама кәрәк тәһә. Тотолоуыбыҙ бар.

-   Килә лә ул. Әлегә етеп торор инде, - тигән булдым.

-   Ҡалай еңел генә ҡотолорға уйлайһың! – һүҙгә Әмилә ҡушылды. – Мин дә, Фәрит тә һораны, инде һинең сират.

-   Һорар инем дә ул, - тинем уңайһыҙланым. – тик әле бер ниндәй ҙә байрам юҡ...

Әмилә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:

-   Мәктәптә һуғыш ветераны менән осрашыу буласаҡ. Аҡһаҡал менән һөйләшеү табын артында барасаҡ.

Нисек кенә киреләнеп маташһам да, барыбер тегеләрҙең һүҙен йығып булманы. Хәҙер инде минең сират...

Келәт мөдиренә аяҡ нисектер тартманы. Ләкин ҡалайтаһың – класташтар алдында бурыслы ҡалырға тейеш түгелмен. Элек улар һыйланы – хәҙер минең сират. Инде тәрбиәсебеҙҙе лә борсоп торманыҡ – тура келәткә киттек.

-   Һут һорарға онотма әле! Әтеү ҡоро көйөнә ашаһаң, тамаҡ кибә. – тип аҡыл өйрәтте тегеләр.

Ишек төбөнә килеп баҫҡас, нимәлер шутлап ултырған мөдир өсөбөҙгә лә һынсыл ҡарап алды:

-   Тағы һеҙ килдегеҙме? Нимә кәрәк?

Уның ҡатыраҡ өндәшеүенән быуындар ебеп төштө. Нимә әйтергә лә белмәй шымып ҡалдым. Ауыҙыңды асып тик торма, тигәндәй, Әмилә еңемдән тартты.

-   Апай, мәктәптә класыбыҙҙа сәй эсеү була... – тинем көскә-көскә.

Был һүҙҙәрҙе ишетеп мөдирҙең ҡобараһы осто. Урынынан ырғып килеп торҙо ла, әрләшергә тотондо:

-   Ниндәй бөтмәҫ табын ул?

-   Әллә. Мәктәптә шулай хәл иткәндәр бит, - тип Әмилә яҡлашырға тотондо.

-   Ҡара һин уларҙы! – мөдир йомшарырға теләмәне. – Былай булһа хөкүмәтте таҡырына таяндырағыҙ бит!

Башҡа әйтер һүҙем ҡалманы. Юҡҡа ғына килгән көнгә ҡалдым тип эстән генә үҙемде әрләнем. Мөдирҙең беҙгә тәм-том бирмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Тик эште ҙурға ебәрмәҫкә ине. Нисек кенә булһа ла ошо хәлдән ҡотолоу яғын уйлар кәрәк. “Шаярттыҡ” тип кенә әйтеп сығып китеп булмай бит.

Хәйерсегә ел ҡаршы тип бушҡа әйтмәгәндәр икән. Нәҡ шул ваҡытта келәткә детдом директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Юрамал теләһәң дә шулай килеп сыҡмаҫ.

-   Бәй, һеҙ бында нимәшләп торағыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды ул.

Шуны ғына көткәндәй, мөдир асыуын ярып һалды:

-   Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ошо балалар менән нимәшләргә икән? Киләләр ҙә кәнфит һорайҙар. Кластарында әллә аҙна һайын байрам ойошторалар. Һуңғы арала ғына дүртенсе тапҡыр килделәр.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.