Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 9 страница



-   Мәүлиҙә апай, бөтөн мәктәп алдында яңғыҙым таҫмаһыҙ торайыммы? Уңайһыҙ бит...

-   Тор, нишләп уңайһыҙ булһын. Һин бит бүтәндәрҙән айырылырға яраттың. Детдомдағы башҡа балалар туғыҙ класты бөтөп, шатланып ПТУ-ға уҡырға бара. Ә һин әллә кем балаһылай ҡыланып, университетҡа барам тип ныҡыштың. Минең өҫтөмдән ошаҡлап, министрға ла яҙҙың. Һинең арҡала соҡомаған ерҙе ҡалдырманылар. Үҙеңә, исмаһам, ситтән ҡарар инең. Саҡ ел иҫһә осоп китергә торһаң да, һаман Өфө тип ауыҙ асаң. Берәү артист, йә ғалим була, имеш. Йөрөйһөң шунда кеше көлдөрөп. – Директорҙың был һүҙҙәренән ғәйепле башым эйелә төштө. – Мин һиңә таҫмаға аҡса бирмәйем. Һорама ла. Ана, бик айырылып торғоң килгәс, бөтә мәктәп алдында таҫмаһыҙ тор. Йөрө шунда ала ҡарға булып!

-   Апай, биреп тороғоҙ инде...

Директор мине тыңлап та торманы. Асыуы ҡабарып, ҡулдарын һелтәй-һелтәй, нәфрәтле күҙҙәре менән тишерҙәй булып кабинетынан ҡыуырға тотондо:

-   Ҡуй, хәстрүш, башымды ҡаңғыртма. Күҙемдән юғал!..

Мин башымды эйеп, ғәрлегемдән ҡыҙарып сығып киттем. Ниңә генә директорға индем тип үҙемде битәрләнем. Ишекте япҡас та, директорҙың тыныслана алмай ҡысҡырыуы ҡолаҡҡа асыҡ ишетелде:

-   Ҡасан ғына ҡотолам инде ошо бәндәләрҙән! Тамам алйыттылар бит. Эскесе ата-әсәһенә кәрәкмәгән әснәкәттәрҙе мин ҡарарға тейешмендер шул... Бар белгәндәре - теләнселәү. “Апай, шул кәрәк, был кәрәк”, тип ашап алып баралар. Ҡасан ғына өндәре тығылыр икән...

Былай булғас, директорҙан таҫмаға аҡса өмөт итеп булмай. Халыҡ алдында ғәрлеге ни тора! Нисек тә берәй әмәлен табырға кәрәк. Ошо уйҙар төнөн дә тынғылыҡ бирмәне. Их, ҡайҙан ғына табырға икән шул йөҙ һумды?

Башыма бик шәп уй килде әле. Әһә! Таптым! Аҫҡы урамда бер ағай тимер-томор йыя. Ә ауылда улар урам буйы тулы. Бүтән малайҙарҙың уға тимер ташығанын күргәнем бар. Минең ҡулдан килмәйме ни? Әгәр шуларҙы йыйып алып барһам, таҫма өсөн аҡса кеҫәмә үҙе инеп ятасаҡ.

Иртәгәһен мәктәптән һуң ауыл буйлап сығып киттем. Беҙҙең малайҙар тимер ҡабул иткән теге ағайға нимәлер алып барған. Аҙаҡ аҡсаһына тәм-том алып, маҡтанып йөрөйҙәр ине. Бына хәҙер үҙем дә шул эште башҡармаҡсымын. Ә тимерҙе ҡайҙан алырһың, тип уйлайһығыҙмы? Ауыл урамынан үтһәм, йылға буйын ҡараштырһам, табылыр әле. Кемгә кәрәк һуң ул эшкинмәгән ҡалай? Ә минең өсөн ул ҙур табыш. Малайҙарҙан шул шөғөл тураһында бер аҙ һораштырып та алғайным. Баҡтиһәң, ул тимерҙең ике төрөн бар икән. Тәүгеһе “ҡара металл” тип атала. Күпселек тракторҙар, йорт кәрәк-яраҡтары шунан эшләнә. Тағы “төҫлө металл” тигәнен дә йыялар. Уныһы иһә һирәгерәк осрай: әлүмин, баҡыр, латунь... Әле шул “ҡара металл” табырға тип йөрөүем.

Шул уйҙар менән йылға буйына киттем. Арыу ғына араны үттем. Ҡарайып ятҡан нәмәләрҙе күрһәм, һыу эсенә инеп тә ҡараным. Тик йүнле әйбер табылманы. Эй, ниңә гелән шулай икән? Кәрәкмәгән саҡта шул тимер-томор юлда тулып ята, ә эҙләй башлаһаң – тапмаҫһың.

Әле ваҡыт бар: моғайын, буш ҡул менән ҡайтмаҫмын. Хәҙер кешеләрҙең баҡсалары буйлап киттем. Йә берәй кәнсер осрай, йә һынған көрәк. Уларҙан ғына нимә сыға инде? Берәй ауырыраҡ, һәлмәк кенә әйбер табырға ине. Көтмәгәндә, ҡалайҙар өйөмөнә юлыҡтым. Күрәһең, кемдер өй ҡыйығын алыштырған да, иҫкеләрен сығарып ырғытҡан. Ҡалай йәтеш булды әле! Уларҙы матур итеп кенә бер-береһенә һалдым, шунан төрөп ҡуйҙым. Таралмаһын өсөн бау менән бәйләнем. Бына бит, тырышһаң, була! Бындағы ятҡан барлыҡ ҡалайҙарҙы ла бер юлы алып китеп булмай, шуға көсөм еткәнсе генә алдым. Быныһын илтеп тапшырырмын да, тағы килермен әле! Тик берәү ҙә күреп ҡалмаһын.

Төрөлгән ҡалайҙарҙы йөкмәнем дә, теге ҡабул итеүсе ағайҙың яғына юлландым. Кешеләр күрмәһен өсөн урам буйлап бармайым, һыртҡы остан атлайым. Әгәр берәй таныш кеше күреп ҡалһа, оятыңдан ят та үл! Ун биш кило самаһы бар ине был йөгөм. Әгәр килоһы берәр һум торһа, 15 һум кеҫәгә инеп ятасаҡ. Шунан тағы барырмын...

Көс-хәлгә теге йортҡа барып еттем. Ҡапҡаны шаҡыным. Лауҡылдап эте өргәнгә хужаһы килеп сыҡты:

-   Нимә кәрәк? - тине ул етди генә.

-   Ағай, бына металл алып килдем. Һеҙ ҡабул итә, тиҙәр, – ҙур эш башҡарғандай, ышаныс менән әйттем.

Теге ағай ҡалайҙарҙы күрҙе лә йылмайып ебәрҙе:

-   Юҡ, ҡустым. Бындай нәмәне алмайым. Миңә ҡалын, һәлмәк металл кәрәк. Ә ҡалайҙың файҙаһы юҡ.

Көтөлмәгән яуаптан аптырап ҡалдым:

-   Ә ниңә, был да тимер түгелме һуң? – тинем.

-   Тимер ҙә ул. Тик уның сифаты түбән. Ҡабул итеү пунктында шундай шарт ҡуялар. Тәк что, алалмайым...

Шатланып, ҙур пландар ҡороп килгән инем, кинәт барыһы ла юҡҡа сыҡты. Етмәһә, анау хәтлем алыҫлыҡтан күтәреп йөрөсө шуны! Ә хәҙер уны нишләтәйем?

-   Әтеү һеҙгә ҡалдырып китәйем. Бәлки, кәрәге тейер, – тип “сифатһыҙ” йөктән ҡотолоу яғын ҡараным. Был һүҙҙәр ағайҙы ҡыуандырманы:

-   Юҡ, юҡ! Кәрәкмәй, – тип ҡырт киҫте ул. – Сүп-сарыңды бында ҡалдырма. Алып барып ташла.

Хәҙер инде тағы ла ауырыраҡ тойолған йөктө алдым да кире килгән яғыма юлландым. Башҡаса сара ҡалманы. Көнөм бушҡа үтте.

Детдомға ҡайтып ингәндә ҡараңғы төшкәйне. Яман ныҡ арытылған. Етмәһә, шул тиклем асыҡтым! Шуға ла иң тәүҙә аш бүлмәһенә йүгерҙем. Моғайын, миңә тигән аш һыуыған булһа ла өҫтәлдә торалыр. Булһын, һыуыҡ тип һайланып тормам инде. Исмаһам, эсемә берәй төйөн төшһә, кәңел күтәрелеп китер.

Ул көндә дежур булған Гәүһәр һауыт-һаба йыуып йөрөй ине. Ҡарайым: өҫтәлдә бер нәмә лә юҡ. Ахырҙа:

-   Минең өлөштө әллә алып ҡуйҙыңмы? – тип өндәштем.

-   Тағы ла һуңғараҡ килергә кәрәк ине! – тип ҡырт киҫте лә Гәүһәр, бер ни ҙә булмағандай үҙ эшен дауам итте.

Ас кешенең – асыуы яман, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән. Ҡыҙҙың һөйләнеүенә ныу йәнем көйҙө! Ҡалай килештереп тора! Әллә кем тип әйтерһең. Тәрбиәселәр һымаҡ ҡына сирттерә. Ҡыҙып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым:

-   Һуңлап килеүемдә һинең ни эшең бар? Минең ризығым торһон ине... Һиңә тейәме ни?

-   Әллә, белмәйем! Ана, тәрбиәсенән һора! Һин булмағанға асыуы килеп, ашыңды биҙрәгә түкте...

Берәй һыныҡ икмәк ҡалмағанмы икән? Ымһынып өҫтәл тирәһен ҡараштырҙым. Юҡ, шул. Ас килеш йоҡларға ятыуҙан башҡа сара ҡалманы. Бер булмаһа – булмай икән. Ни аҡса ла таба алманым...

Иртәгәһен дә аҡса табыу ниәте баштан сыҡманы. Тиҙерәк нимәлер эшләргә кәрәк. Әтеү һуңғы ҡыңғырау көнөндә торорһоң таҫмаһыҙ! Ғәрлеге ни тора! Күрәһең, кисә минең нимә менән булышыуым тураһында малайҙар яҡшы белә. Күргәндәрҙер инде урамда. Бишенсе төркөмдәге Нил шуларҙан ишеткәндер.

-   Ильяс, һиңә бик шәп нәмә әйтәм, - тип башланы һүҙен күҙҙәрен уйнатып. – Аҡса кәрәкме?

-   Кәрәк тә ул...

Шул яуапты ғына көткән Нил йылмайып ебәрҙе. Усын-усҡа һуғып, һүҙен дауам итте:

-   Улайһа, бик елле тәҡдимем бар. Колхоздың гаражы ҡайҙа икәнен беләһеңме?

-   Беләм... Иҙел буйында тора бит. Аҫҡы урамда.

-   Дөрөҫ. Һиңә әйтер сер бар - тик бүтәндәр белмәһен! – башҡалар ишетмәһен типтер, егет бышылдауға күсте. – Гараждың эсенә беҙҙең төркөм малайҙары инеп ҡараған. Уй-йй, анда тимерҙең күплеге!!! Ул әлүмин, ул баҡыр... Тик торғандан байығырға була бит!

-   Тимер күп булһа ни, уның хужалары бар бит, - тигән булдым.

-   Әй-й, бигерәк бер ҡатлы икәнһең! Кемгә кәрәк шул тимер-томор? Ана, бөтөн ауыл халҡы шунан ташый. Әйҙә, беҙҙең менән бар.

Нилдең был һүҙҙәре һағайтып ҡуйҙы. Нисек кенә булмаһын, барыбер эйәһеҙ түгел бит ул гараж. Ҡарауылсыһы ла бар икәнен беләм. Икенсе яҡтан, был ҡылығым хаҡында белеп ҡалһалар... Мәктәптә күҙҙе лә астырмаҫтар. Етмәһә, уғры балаларҙы иҫәпкә ҡуйыуҙары тураһында ишеткәнем бар. Ошоно белә тороп, нисек урлашып йөрөмәк кәрәк?

-   Ҡуй, ҡулымдан килмәҫ. Үҙегеҙ генә барығыҙ, – тип ҡотолоу яғын ҡараным.

-   Ки-и-т! – Нил асыуынан ергә ласҡылдата төкөрҙө. – Шул тиклем дә ҡурҡаҡ кеше булыр икән! Берәйһе тотор тип шөрләйһеңме? Бер нимә лә булмай: инәбеҙ ҙә, алабыҙ ҙа сығабыҙ. Аҡса аяҡ аҫтында ята. Мәктәп таҫмаһы ғына түгел, әллә нәмәләр алырһың әле. Ана, ауылдан бер малай тимер-томор йыйып, велосипед алған, ти. Беҙ ҡайһы еребеҙ менән кәм?

Шунан ҙур хәстәрлек күрһәткәндәй, Нил ҡулын яурыныма һалды. – Һине яҡын күреп кенә әйтеүем инде. Детдомда башҡаларға өндәшһәм, артымдан ябырылып барырҙар. Һыҙғырыуым ғына көс. Ә һин, иҫәр, инәлтеп маташаң...

-   Әлләсе, быға тиклем улай итеп йөрөмәгәс, рәт-сиратын да белмәйем бит.

-   Ныу, тапҡанһың, баш ватыр бәлә! Ярай, беренсе тапҡырға һин ишек төбөндә торорһоң. Өйрәнерһең. Ә аҡсаһын һиңә лә бүлербеҙ. Әллә таҫма алғың килмәйме?

Әй, ошо мәктәп таҫмаһы тип хыялый булдым бит. Әле лә Нилдең шул һүҙҙе әйтеүе булды, йөрәк леп-леп итеп ҡуйҙы. Һуңғы ҡыңғырау көнө етеп килә шул. Ә аҡса таба алмаһам? Ул саҡта нимә булырын күҙ алдына ла килтерге килмәй. Ә бит Нил дә яманлыҡтан ошондай тәҡдимде әйтмәйҙер. Әллә барырға ла ҡуйырға микән? Ишек төбөндә генә торорһоң тине бит.

-   Беҙҙең менән бараһыңмы-юҡмы? Башҡа инәлеп тормайым! – Нил ҡабаландырып ҡуйҙы.

Бер аҙ шым ғына уйланып торҙом. Урлашҡы ла килмәй, таҫмаһыҙ ҙа ҡалырға теләмәйем. Эй, ни булһа ла булыр, тинем дә, ризалаштым.

Эңер төшкәс, шул гараж яғына юлландыҡ. Мин, Нил һәм тағы өс малай инек. Арыу ғына араны шым ғына барҙыҡ. Детдом артта ҡалғас та, Нил тәмәкеһен борхолдатып ебәрҙе.

Беҙ уның менән әллә ни аралашып барған кешеләр түгел. Ул минең йылғы, тик ике класҡа түбән уҡый. Мәктәптә әллә ни яҡшынан уҡымай. Нилдең төрлө мутлыҡтары хаҡында, ҡасып йөрөүе тураһында бөтәһе лә белә. Уның менән шуға дуҫлашып та барманым. Ә бына хәҙер мин уның менән урлашырға китеп барам. Урлашырға! Шуны аңлап, үҙемә оят булып китте. Бәлки, берәй башҡа урында тимер-томор барҙыр? Нәҡ, гаражға төшөргә тимәгән бит.

-   Ә башҡа ерҙә төҫлө тимер юҡмы һуң? – тип һорап ҡуйҙым юлдашымдан.

Нил мыҫҡыллы ғына ауыҙын ҡыйшайтып йылмайҙы. Унан миңә текләп:

-   Ба-а-ар! – тип һуҙып әйтте ул. – Ағас башында!

-   Әй, шаяртырға тиһәң, һине ҡуш инде.

-   Бер ҙә шаяртмайым. Детдом артындағы ҡайынлыҡҡа барһаң – әлүмин туп-тулы. Һәр ағас башында тиерлек...

-   Юҡты һөйләмә! Уны ағас башына кем ташыған һуң? 

Нил әллә аҡыллы күренергә тырышыпмы, әллә белгәнен еткерергә теләгәндәнме, тауышын көсәйтте лә, һүҙен дауам итте:

-   Үҙең һин, Ильяс, бер нәмә лә белмәйең. Һәр ағас башына кеше тимер ташып йөрөмәҫ инде. Ә бына һайыҫҡандар ташый. Улар оя ҡора. Ояларында әлүмин күп була. Үҙем күрҙем.

Нилдең былай тип һөйләгәнен ишеткәс, ҡыҙыҡ булып китте. Артабан һөйләүен һораныҡ. Хәҙер бар иғтибар унда ине.

-   Шунан, шунан? – тип төпсөндө малайҙарҙың береһе. Әйтерһең, беҙҙең алдыбыҙҙа икеле тоҡсайы түгел, ә заман батыры баҫып тора!

-   Һайыҫҡандар тимер-томорҙан оя ҡороуы тураһында өлкәндәрҙән ишеткәнем бар ине. – Нил ҡабаланмай ғына һөйләй. – Ул ҡоштоң ялтыр-йолторҙо йыйғаны тураһында күп һөйләйҙәр. Хатта берәү уның ояһынан алтын балдаҡ та табып алған! Миңә лә ҡыҙыҡ булып китте. Үҙемдең төркөмдән ике малайҙы эйәрттем дә, киттек урманға. Көҙ көнө ине. Ысынлап та, ҡайын башында оялар күренә. Тик унда менергә кәрәк! Ни аҫта ботаҡтары юҡ. Әй, ағасты бысып төшөрөргә лә була бит. Ә бысҡыбыҙ юҡ. Ауылға килеп, электрик ағайҙан бысҡы һорап алдыҡ. Теге оялы ҡайын яман йыуан булып сыҡты. Эй, бысабыҙ быны, эй, бысабыҙ. Тиргә батып, хәлһеҙләнеп бөттөк. Ял итәбеҙ ҙә, тағы эшкә тотонабыҙ. Арыу ғына ваҡыт этләнгәс, теге ҡайын дөбөр-шатыр ауып китте.

-   Ояла тимер бар инеме? – малайҙар түҙмәй тиҙерәк белгеһе килә.

-   Бар, кәнишнә! – Нил күкрәген киреп ебәрҙе. – Уныһы шау әлүмин сыбыҡсаларҙан тора ине. Тиҙ генә йыйып алдыҡ. Арыу ғына сыҡты. Тик бер килоға етмәй.

-   Шунан, уны нишләттегеҙ?

-   Бүлдермәгеҙ! – Нил кинәнеп күргәндәрен һөйләне. – Бер ағасты йыҡҡас, ҡыҙҙыҡ та киттек. Икенсе ҡайынға барҙыҡ. Уны быса башланыҡ. Күпмелер ваҡыт этләнә торғас, ул да гөрһөлдәп ергә ауҙы. Тағы тимерен йыйып алдыҡ. Тағы бер ҡайынды бысып ташланыҡ! Ну, тимерҙе йыйҙыҡ ҡына! Башҡалар нисек шуны белмәй йөрөгәндәр икән? Аҡса бит – баш осонда!

-   Былай булғас, аҡсаны күп эшләгәнһегеҙҙер? - тип һорашам “тимер батшаһынан”. Нил шымып ҡалды:

-   Эшләне һиңә! - Ул ауыр көрһөндө лә, ҡул һелтәп ҡуйҙы. – Лесник килеп сыҡты ла, бөтөн планды боҙҙо! Ҡайҙан белеп ҡалғандыр ул? Әллә һағалап йөрөгән. Хәҙер милицияға алып барам, ти. Ну, ҡот осто. Бысҡыны шунда уҡ тартып алды. Пакетҡа йыйылған тимер-томоробоҙҙо ла алды. Ярай, еңел ҡотолдоҡ әле. Башҡаса улайтып йөрөү юҡ...

Нил һөйләп бөткәндән һуң бер аҙ шым ғына барҙыҡ. Гараж да яҡында ғына ине. Барыһы ла яҡшы килеп сыҡһа ярай ҙа ул. Унда яҡынлашҡан һайын йөрәк дөп-дөп тибә. Хәйерлегә булһын!

Тәүҙә тимер кәртә аша һикереп, колхоз биләмәһенә индек. Шунан гараждың ҙур ишеге аҫтынан шыуышып эскә үттек. Нил бөтәбеҙҙән дә алда йөрөй, берәй нәмә әйтәйем тиһә, йә ымлай, йә ҡулы менән ишаралай. Эстә иҫке трактор тора, төрлө запчастар тулып ята. Ингәс тә, мин нимә эшләргә белмәй ишек төбөндә тороп ҡалдым. Малайҙар кемүҙарҙан эшкә тотондо. Кемдер тракторҙың сымдарын шатырҙатып тартып ала, ә Нил бөтөнләй өҫкә менеп китте. Маймыл кеүек үрмәләне лә, оҙон кабелде һурғылай башланы. Мин генә шаңҡып тик торам.

 

-   Ата-а-с! – кемдер яман ҡысҡырып ебәрҙе. Йөрәк жыу итеп ҡалды. Ҡурҡыныс килә, ҡасығыҙ, тигәнде аңлата ул һүҙ. Нил шулай тип алдан уҡ әйтеп ҡуйғайны. Күҙ асып та өлгөрмәнем – әле генә тимер йыйған малайҙар юҡ булды. Улар йәшен тиҙлеге менән фырт-фырт итеп тәҙрәнән сығып ҡасты. Шул тәҙрәгә үрелеп ҡараным да, тик менә алманым. Тегеләй ҙә маташам, былай ҙа – килеп сыҡмай. Күтәрелергә көсөм етмәй. Ә ишектең йоҙағын шыңғырлатып кемдер аса башланы! Бөттө былай булғас. Яңғыҙым ғына ҡамауҙа тороп ҡалдым. Күрәһең, ҡарауылсы бурҙарҙы шәйләп ҡалған. Нимә эшләргә? Шунда уҡ башҡа бер уй килде: гараждың теге яҡ осонда ике бүлмә бар. Шунда йәшенергә! Юҡһа, тотоп алһа, ҡарауылсы баштан һыйпамаҫ.

Бер ағай, гараждың ҙур ишеген асып, эскә инде. Мин кескәй генә бүлмәнең эсенә инеп, ишек артында боҫоп торам. Ул нимә эшләгәнен күрмәйем, әммә ныҡ итеп һүгенгәнен, тыҡылдата баҫып йөрөгәнен яҡшы ишетәм. Йөрәк яман ныҡ тулай. Ҡалтыранам. Хоҙай ярҙам итеп, еңел генә ҡотолһам ярар ине.

Туҡ, туҡ... Тауыш был яҡҡа килә. Әһә, бына ул яҡында ғына. Һәр аҙымын, тын алышын шул тиклем һиҙәм. Ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәрмәйем тип, үҙемде тынысландырырға тырышам. Ҡарауылсы гараждан сығырға уйламай. Нимәлер эҙләй. Туҡ, туҡ, туҡ... бына ул минең эргәнән генә үтә. Бүлмәгә инмәһә ярар ине! Ул тағы яҡынлашты. Әһә, бүлмә эргәһенән үтеп китте! Һо-о-о... Тик иртә ҡыуанғанмын икән. Кинәт ул туҡтаны. Кире килде. Бүлмәгә инде лә, ишек артына үрелде! Беҙҙең күҙҙәр осрашты!

-   Ах, суҡынсыҡ, бына һин ҡайҙа! – һаҡсы көрәк кеүек ҡулдары менән яғамдан матҡып тотоп алды. Быуындарым ебеп төштө.

-   Ми-мин-мин тей-мә...- ҡалтырауымдан әйтер һүҙемде әйтә алманым. Тәнгә эҫе булып китте. Баш әйләнә. Харап булдым бит!

-   Шым тинем, тварь! – ағай ҙур йоҙроғо менән башыма тондорҙо. Күҙ алдым ҡараңғыланып китте. – Бында нимәңде ҡарап йөрөйһөң, ә? Хәҙер күрһәтермен инәңде...

Ҡарауылсы елтерәтеп мине үҙенең посына алып китте. Юлда ҡасырға теләгәнемде һиҙеп, ҡулымдан шаҡарып тотоп алды. Бәләкәй генә бүлмәһенә индергәс тә, арҡама тибеп ебәрҙе.

-   Ултыр, тинем! – асыуынан шашҡан ир ултырғысҡа күрһәтте. Ултырҙым. Башым эйелде. Уның күҙенә ҡарарға ла ҡурҡам. Хәҙер нимә эшләр икән?

-   Һин детдомдыҡымы? – тине ҡысҡырып. Эйе, тигәндәй, баш һелктем. – Беләһеңме, һеҙҙән күпме этлек күрҙем! Гаражды вис урлап бөтөрөп баралар, эттәр!

Ир оҙаҡ нимәлер хаҡында екеренде, өҫтәлгә шаҡылдата һуға-һуға мине әрләне. Нимә тигәнен ҡурҡышымдан онотоп та бөттөм. Тәүҙә нисә йәш икәнен һорашты. Унан минең алдыма ҡағыҙ киҫәге, ручка һалды:

-   Үҙеңдең, әшнәләреңдең исем-фамилияһын ошонда теҙеп яҙ! Иртәгә һеҙҙең менән милиция һөйләшер!

Тағы ҡотом осто. Нисек яҙырға һуң уларҙы? Әгәр исемдәрен теҙеп яҙһам, ҡайтҡас, теге малайҙар кәрәгемде бирәсәк. Яҙмаһам, был ағай иманымды уҡытыр. Нимә эшләргә? Күрәләтә үҙебеҙҙекеләрҙе һатҡы килмәй, ошаҡсы тигән даным сығыуы бар. Ручканы ҡулымда өйрөлтөп ултыра биргәнемде күҙәтеп, ағай түҙмәне, йәнә берҙе тондорҙо. Иренемә эләкте. Өҫтәлгә ҡан сәсрәне.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.