Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 10 страница



-   Яҙаһыңмы, юҡмы? Хәҙер үҙеңде милицияға алып барам! – тип янаны ул.

Хәҙер үҙемде Ильяс Мөхәмәтов тип яҙһам, бөтә мәктәп беләсәк. Ояты ни тора! Нилгә лә, уның ярҙамсыларына ла эләгер. Шул саҡ башҡа бик шәп уй килде! Һаҡсыны алдарға! Детдомда бөтөнләй булмаған исемдәрҙе күрһәтергә!

Ҡалтырана-ҡалтырана яҙырға тотондом. Үҙемде “Илдар Мәхмүтов” тип күрһәттем. Нилдең исемен Варис тип яҙҙым. Фамилияларын да алдап яҙҙым. Ҡалай йәтеш булды! Хәҙер ҡайтарһа, ҡотолам был бәләнән! Ә аҙаҡ Илдар исемле малайҙы эҙләп ҡараһындар!

Ҡарауылсы исемлекте ҡулына алды ла, иғтибарлап уҡып сыҡты. Берсә миңә асыулы ҡараш ташланы, берсә ҡағыҙға текәлде. Шунан телефонға үрелде!

-   Һеҙ, жуликтарға, ышанып булмай! Детдомға шылтыратайым әле. Алдашмайһыңмы икән?!..

Ай, Аллам! Ниңә генә ризалаштым икән шул Нилгә? Хәҙер ағай шылтыратһа, алдағаным өсөн, кәрәгемде бирер инде! Йөрәк күкрәкте йыртып сығырҙай тибә. Илап ебәрмәйем тип, үҙемде саҡ-саҡ тыйып ултырам. Ул детдомдың һандарын йыйҙы ла, яуап көтә башланы. Шунан трубканы асыулы итеп һалды:

-   Занято икән. Ничего, яңынан шылтыратып ҡарармын.

Бер-ике минуттай шым ғына һөйләшмәй ултырҙыҡ. Был минуттар минең өсөн йылдай тойолдо. Йөрәк кенә тынғы бирмәй. Ағай йәнә телефонға үрелде. Тағы теге һандарҙы йыйҙы... Эстән генә телефонды алмаһалар ярар ине, тип теләнем. Һәм... ҡарауылсы йәнә трубканы ташланы:

-   Ҡороп киткерҙәр! Ниңә шулай оҙаҡ телефондан һөйләшәләр икән?

Шунан миңә текәлде:

-   Ә һин ысынлап та Илдар булаһыңмы?

-   Эйе, ысынлап.

-   Теге егеттәр ҙә дөрөҫ күрһәтелдеме?

-   Эйе.

-   Ярай, улайһа – юғал күҙемдән! Иртәгә һеҙҙең менән милиционер һөйләшер. - Йәшен тиҙлеге менән сығып һыҙҙым. Гараж территорияһынан сыҡҡас, тын алыуы еңелләште. Юл ыңғайы, йылғаға төшөп, ҡанаған битемде йыуып алдым. Ярай ҙа, еңел ҡотолдом. Ә телефонға яуап бирһәләр, ундай малайҙар беҙҙә юҡ тиһәләр?! Бындай насар эшкә эйәреп барғаным өсөн үҙемде әрләп бөтә алманым. Бына, шулай була икән еңел аҡса!

Мәктәп таҫмаһы алыуға өмөт юғалды. Кәйеф тә юҡ, башҡалар менән һөйләшке лә килмәй. Ниңә, миңә тигәндә гел киреһенсә килеп сыға икән?

Бер көн мәктәптән ҡайтып килгәндә беҙҙең детдом завучы Нәсихә апай менән һөйләшеп киттем. Ул шундай алсаҡ, ихлас кеше. Белемле, итәғәтле булғаны өсөн уны ауылда бөтәһе лә хөрмәт итә. Уның малайы ла тәртипле. Мәүлиҙә Нурғәлиевнаныҡы кеүек урамда эсеп-туҙынып йөрөмәй.

-   Ильяс, ниңә кәйефһеҙ йөрөйһөң? – тип ҡыҙыҡһынды завуч.

-   Мәктәп таҫмаһын ала алмайым, – тинем. Бүтән кеше булһа, бәлки дөрөҫөн әйтеп тә тормаҫ инем. Ә Нәсихә апайҙан йәшерге килмәне. Барыбер, беләсәк.

-   Был турала беләм, - тине ул. – Тик шуның өсөн бөтөрөнөргә ярамай. Әйҙә, һиңә аҡса биреп торам, - завучтың был һүҙҙәренән ауыҙымды асып, шаҡ ҡатып ҡалдым! Мин һораманым да бит, ә апай бирәм, ти. Күпме йоҡоһоҙ төндәрем, тынғыһыҙ көндәрем үтте шуны хәстәрләп. Ә хәҙер шулай еңел генә килеп сыҡһын әле.

-   Һеҙ шаяртмайһығыҙмы? – уның әйткәндәренә һаман ышанып бөтә алмай инем.

-   Юҡ, шаяртмайым. - Нәсихә апай башымдан һыйпап алды. – аҡса килә лә китә ул, ә күңел яраһы мәңгегә ҡала. Тик, Ильяс, һиңә бер үтенесем бар. Минең аҡса биреүем хаҡында берәүгә лә әйтмә.– Завуч кеҫәһенән йөҙ һум сығарҙы ла миңә һондо.

Шатлығымдан күккә күтәрелерҙәй хәлдә инем. Мәңге йәшәһен инде Нәсихә апай!

-   Апай, ҙу-ур рәхмәт! Алла бирһә, һеҙгә бурысығыҙҙы ҡайтарырмын, - тинем ҡыуанысымдан.

-   Ярай, борсолма. Ә һуңғы ҡыңғырауға һине ҡарар өсөн киләм! Таҫма килешер үҙеңә!..

Һуңғы ҡыңғырау байрамында минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Алып барыусы микрофондан беҙҙең исемдәрҙе әйтә, ә беҙ майҙанға сығып баҫабыҙ. Халыҡ алдына ниндәйҙер ғорурлыҡ менән сыҡтым, сөнки мәктәпте яҡшы тамамланым. Икенсенән, сығарылыш уҡыусылары өсөн таҫма күкрәгемде биҙәй! Ниңәлер, бөтәһе лә шул таҫмаға ҡараған кеүек тойола ине. Йылдар үткәс тә, иң ҡәҙерле ҡомартҡылай шул таҫманы һаҡлап йөрөттөм.

... Бер саҡ детдомға юлым төштө. Сәбәбе лә бар: күп йылдар завуч булып эшләгән Нәсихә апайҙың юбилейы ине! Ҡыйын саҡта изгелек күрһәтеп, ҡанат ҡуйған кешене нисек онотаһың? Күптән уға ниндәйҙер бүләк эшләү хыялы менән янам. Бына мәле етте. Сит илгә сәфәргә барғанда бер оҫтанан үҙе эшләгән ваза һатып алдым.

Шуны матур ҡумтаға һалдым да, тышынан бәйләп ҡуйҙым. Мәктәптәге теге таҫмам менән...

Эпилог урынына

Һеҙ бәләкәй саҡта әкиәт яраттығыҙмы? Әлбиттә, бындай сихри донъяны үҙ итмәгән кеше юҡтыр ул ерҙә! Мин дә әкиәтте үлеп яраттым. Әгәр саҡ ҡына тыңлашмаһам, “бөгөн һиңә әкиәт тыңлатмайбыҙ” тип апайым ҡурҡыта ине. Беләм, һәр кис әсәйем матур итеп төрлө әкиәттәр һөйләй. Кем үҙен насар яҡтан күрһәтә, ана шул кеше был тамашанан мәхрүм була. Шуға әллә ни ҡоторорға, шундай “яза” алырға тырышмайһың.

Эх, шул матур көндәрҙе иҫкә төшөрһәм, күңел елкенеп китә! Булған бит тормошомда сағыу көндәр... Әсәйгә бәйле ул хәсрәтһеҙ мәлдәр. Күпме донъяла әкиәт барҙыр – уныһын белмәйем. Ә бына әсәйҙең “һандығында” улар икһеҙ-сикһеҙ. Шуға кис еттеме, унан әкиәт теләнселәй башлайбыҙ. Карауатын йән-яҡтан уратып алабыҙ ҙа, нимә һөйләр икән тип йотлоғоп тыңлайбыҙ.

-   Булғандарын һөйләп бөттөм бит инде, - тип аҡлана әсәй. – Йоҡларға кәрәк.

Белеп торабыҙ, ул бөгөн арыған. Шуға ла “әкиәттәр бөттө” тип ҡотолмаҡсы итә. Ә беҙ ай-вайына ҡуймай, үҙебеҙҙекен тылҡыйбыҙ. Быларҙан еңел генә ҡотолоп булмаҫтыр тип инде, әсәй әкиәт йомғағын тағатырға тотона. Шул тиклем тәмләп тороп һөйләй. Әйтерһең дә үҙең шул батшалыҡта йөрөйһөң, үҙең яуыз дейеҙәр менән алышаһың, үҙең бахыр төлкөнө ҡотҡарышаһың...

Тик әсәй бер әкиәтен һойләп бөтһә, шундуҡ ятырға ашыҡмайбыҙ.

-   Тағы берәй әкиәт һөйлә инде , - тиеп аптыратабыҙ.

-   Юҡ, балаларым, хәҙер әкиәт тә йоҡлай. – тип йыуата ул.

-   Нисек инде йоҡлаһын, әле күптәрҙең уты һүнмәгән. Ана, күрше Юниргә лә әсәһе әле һөйләйҙер...

Ахырҙа, әсәй тағы берәй ҡыҫҡараҡ әкиәтте һөйләй. Беҙ тағы ауыҙ асып, һәр һүҙен йотоп тыңлайбыҙ. Тик уныһы бөтөү менән, әсәй яратҡан һүҙен әйиә һала:

-   Бөгөнгә етеп торор. Әкиәткә лә ял кәрәк. Әгәр уны күп һөйләһәң, ҡыш оҙон буласаҡ...

Шул әкиәтле көндәрҙән генә торһа ине тормош... Әсәйебеҙ беҙҙең аранан киткәндән һуң, әкиәт тыңлағаным булманы. Ныҡ һағындыра шул ул мәлдәр.

... Детдомда минең менән бергә үҫкән дуҫтарымдың яҙмышы һеҙҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Тормош ныҡ үҙгәртте шул уларҙы. Кемдәрелер бәхет тауына күтәрелде, бәғзеләре тормош упҡынына тәгәрәне.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна… балалар йортонла ул хәҙер эшләмәй. Бының сәбәбе лә бар. Йәйге ял мәлендә директор, ғәҙәттәгесә, элек тәрбиәләнеп сыҡҡан бер “башлыҡты” лагерға вожатый итеп ебәргән. Уныһы Өфөлә ташсыға уҡып йөрөгән икән. Вожатый балаларҙы көн дә ыҙалатҡан, бүтәндәр алдында мыҫҡыл иткән. Көндәрҙең береһендә йоҡлар алдынан бер малайға уның өсөн йырларға ҡушҡан. Тик малай йырҙы матур итеп башҡара алмаған. Бының өсөн “тәрбиәсе” бахырҙы туҡмап ташлаған. Кемдер вожатыйҙың шул ҡылығын видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған. Китте шау-шоу… Телевизорҙан да, радионан да көнө буйы шул турала һөйләнеләр. Детдомда тикшеренеүҙәр башлана, директорға һәм ҡул күтәргән егеткә ҡарата енәйәт эше асыла. Бик күп етешһеҙлектәр асыҡланғас, Мәүлиҙә Нурғәлиевнаны эшенән ебәрҙеләр.

Әмилә… Класташым менән һәр саҡ ғорурландым. Уның һәр ваҡыт үҙ һүҙе, үҙ маҡсаты булды. Кемгәлер оҡшарға тырышып, ялағайланып йөрөмәне. Әгәр ниндәйҙер ғәйебебеҙ табылһа, яуаплылыҡты бергә күтәрҙек. Туғыҙынсы кластан һуң уны училищеға тегенсегә урынлаштырғайнылар. Уны яҡшы уҡып бөттө, әммә туҡталып ҡалманы. Үҙ теләге менән университетҡа уҡырға инде. Хәҙер Әмилә Өфөлә йәшәй, аралашып торабыҙ. Матур ғаилә ҡорҙо. “Мин күргән михнәттәрҙе балам күрмәһен. Шуға тырышам” – тигәйне ул бер осрашҡанда.

Нил… Ҡасандыр уның менән гаражға тимер-томор урларға йөрөгәйнек. Шунда тотолғас, бүтән бер ҡасан да урлашмайым үҙемә һүҙ бирҙем. Ә Нилгә был шөғөл оҡшап ҡалған, күрәһең. Ҡалала уҡып йөрөгән саҡта бигерәк әүәҫләнеп киткән тиҙәр. Көндәрҙең береһендә магазинға төшкән, кассанан арыу ғына аҡса сәлдергән. Бының өсөн, әлбиттә, башынан һыйпап ҡуйманылар. Төрмәгә яптылар…

Дим… Хәтерләйһегеҙҙер, Даян менән икәүләп атайымдан ҡалған ҡайышты тартып алғайнылар. Кем генә яңылышмай инде? Ул да шул Даяндың ҡотҡоһона бирелеп, уның ыңғайына йөрөнө. Димде лә детдомдан һуң училищеға уҡырға индерҙеләр. Былай тәртипле генә уҡып йөрөнө. Етемдәргә тиеп бирелгән пенсия уларҙың махсус иҫәбенә йыйылып ята. Балалар йортонан сығып, уға 18 йәш тулһа ғына, шуны ҡулына ала. Димдең дә иҫәбенә арыу ғына йыйылған булған. Алдан барып тикшертһә, 200 меңдән ашыу аҡсаһы ята! “Тиҙҙән байығам! Киләһе айҙа 18 йәшем тула, шунда ҡулыма 200 мең һум аласаҡмын!” – тип ятаҡта бөтәһенә лә һөйләп йөрөгән. Һуңғы тапҡыр уны банкка китеп барғанда күргәндәр. Ете йыл үтһә лә, уны бүтән осратыусы булманы. Хәбәрһеҙ юғалғас, эҙләп йөрөүсе туғаны ла табылманы.

Динар… Йәйге лагерҙа “бурҙы” эҙләп табыусы ине шул. Тормош уның менән дә әпәүләп торманы. Ҡалала уҡып йөрөгәндә дуҫы менән бер иргә инеп байрам иткәндәр. Ныҡ иҫереп алғас, фатир хужаһы менән талашып киткәндәр. Ике егет хужаны үлтергәнсе туҡмаған. Шунан мәйет ятҡан фатирҙы бикләп, сығып ҡасҡандар…

Динар һәм уның әшнәһен 15-әр йылға иркенән мәхрүм иттеләр.

Әлиә, Алһыу, Зөлфирә… Бөтә туғандарым менән дә аралашып торабыҙ. Уларҙың өсөһө лә ҡалала йәшәй, һәр кеменең үҙ донъяһы бар. Әлиә апайым – өс балаға әсә, Зөлфирә һеңлем ул үҫтерә. Һәр хәлдә уларҙың бөгөнгөһө өсөн шатланам. Ғаиләбеҙҙә һәр кем тормошта үҙ урынын тапты.

Бер түбә аҫтында йәшәп, бер иш кейем кейеп, берүк ризыҡ ашап үҫтек. Тик беҙҙе яҙмыш ниңә төрлө яҡҡа борҙо һуң?

Беҙҙең төркөмдө генә алайыҡ. Егермегә яҡын бала инек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт үтте. Шул арала дүртәүһе яҡты донъянан китеп барҙы. Ә һигеҙе – тимер рәшәткә артына эләкте…

Уларҙы уйлаһам күңел һыҡрай, тамаҡҡа төйөр тығыла. Ниңә тормош шундай мәрхәмәтһеҙ булды һуң уларға? Былай ҙа ауырлыҡта үҫкән дуҫ-иштәремдең яҙмыштары ниңә шулай ҡыйралды икән? Ниңә?! Бәлки, бәләкәй саҡта әкиәт тыңлап үҫмәгәнгәлер?..

2015-2016 й.

 

Автор тураһында белешмә:

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы (27 октябрь 1988 йыл) — матбуғат эшмәкәре, яҙыусы, журналист. 2020 йылдың 17 февраленән «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар (2014) һәм Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2015).

Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Башҡорт АССР-ы Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Әсәһе — Гөлнур Нурғәли ҡыҙы Байымова (1957—1997), атаһы — Ғиззәт Мөхәррәм улы (1950—2001) — икеһе лә яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә.

 

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған. 2011 йылда, БДУ-ның 5-се курсында уҡығанда, «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә эшкә саҡырыла. 2011—2016 йылдарҙа ошо баҫмала хәбәрсе вазифаһында хеҙмәт һала.

 

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

2016 йылдан — Төрки донъяһы йәш яҙыусылары союзының (Әзербайжан) Башҡортостандағы рәсми вәкиле.

Айгиз Баймөхәмәтовтың тәүге повесы – “Ҡалдырма, әсәй!” – авторға киң танылыу алып килде. Китаптары башҡорт, татар, рус, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, әзербайжан һ.б. телдәрҙә донъя күрҙе. Уның әҫәрҙәре нигеҙендә Башҡортостан, Татарстан, Бүрәт Республикаһы, Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйылды. “Ҡалдырма, әсәй!” повесы Башҡортостанда һәм Ҡырғыҙстанда уҡыу программаһына индерелгән.

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.