Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 4 страница



Әммә сериалдың тәмен татып алған балалар ҙа тиҙ генә бирешергә теләмәй. Яуабын шундуҡ таба:

-   Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн Өфөгә китте, - тип алдаштыра малайҙарҙың береһе. Директорыбыҙҙың баш ҡалаға йыш йөрөргә яратҡанын белгәнгә күрә, тәрбиәсе ышана. Шунан йомшара төшә.

-   Һуң йоҡларға ятһағыҙ, иртән уҡыуға тора алмайһығыҙ бит! – ти ул.

-   Тора-бы-ы-ҙ! – шуны ғына көткән балалар бер тауыштан яуап бирә.

-   Әгәр кемебеҙҙер тора алмаһа, ул башҡаса кино ҡарамай! – тип үҙ шартын ҡуйыусылар ҙа табыла.

Бер аҙ инәлткәндән һуң Тәғзимә апай рөхсәт бирә. Тик бының өсөн бурыслы булып ҡалабыҙ. Уның ҡайһы бер эшен эшләшәбеҙ, һәр ҡушҡанын тыңлап ҡына торабыҙ.

Анау көндә лә бик йәтеш килеп сыҡты. Тәғзимә апайҙың йөҙө ниңәлер борсоулы ине. Үҙенә урын таба алмай.

-   Берәй хәл булдымы, апай, - тип һорап ҡуйҙым.

-   Эй, һыйырым өсөн борсолам, - тине ул уфтанып. – Бөгөнмө, иртәгәме быҙауларға тейеш. Әгәр бөгөн төнөн булһа, быҙау туңасаҡ. Өйҙә бер кем юҡ.

Тышта, ысынлап та, һыуыҡ ине. Борсолорлоҡ та шул. Тәғзимә апай минең яныма килде.

-   Ильяс, әйҙә беҙгә барып киләйек. Һыйырымды ҡарамайынса үҙемә урын тапмайым. – Мин ҡуш ҡуллап ризалаштым. Йоҡлар алдынан тышта йөрөп алһаң, һәләк рәхәт ул.

Тәғзимә апайҙың һарайына индек. Ауыр һулап ҡара һыйыр ята. Тәрбиәсем тегенең эсен тотоп ҡараны, арҡаһын һыйпаштырҙы.

-   Ней, эште ҡалдырып китеп булмай, - тип ауыр көрһөндө ул.

-   Әгәр беҙ киткәс, һәүкәш төнөн быҙаулаһа?- тип һораным кинәттән. Тәғзимә апай йәнә аптырашҡа ҡалды:

-   Кит, насарға юрама! Һин ҡайҙан беләһең? – тип асыуланды ул.

Мин мал ҡараған кеше түгел. Шулай ҙа ниндәйҙер эске тойомлау бар. Ана, малҡай нисек ауыр тын ала. Бына-бына быҙаулар һымаҡ. Шулай тип уйлаған булам. Тик, икеләнеүемде белдермәҫкә тырышам. Күпте белгәндәй, һарай буйлап йөрөйөм. Тәүҙә һәүкәштең уң яғына сығып, эсен тотоп ҡараным, шунан һул яғына сыҡтым. Муйынын һыйпаштырҙым. Тын алышын да тыңлаған булдым.

-   Тәғзимә апай, һәүкәш тиҙҙән быҙаулар! – тинем белдекле кешеләй.

-   Шулай уҡмы ни?

-   Шулай. Бына мин әйтте тиерһегеҙ.

-   Әй, Аллам! Улайһа, ҡалайтайым икән? Һеҙҙе ҡалдырып китеп булмай бит.

-   Ә һеҙ, апай, борсолмағыҙ. Үҙегеҙ бында ҡалығыҙ. Ә беҙ бер ҙә тәртип боҙмабыҙ. Уттарҙы һүндереп, шым ғына йоҡларға ятырбыҙ. Ә һеҙ иртәнсәк сменаны тапшырыр алдынан ғына килһәгеҙ ҙә була.

Тәғзимә апай бер аҙ уйланып торҙо ла, ризалашты.

-   Тик был турала берәү ҙә белмәһен. Эш урынын ҡалдырып киткән тип күҙҙе лә астырмаҫтар.

Мин йән-фарманға детдомға саптым. Эй, шатланам! Минең күрәҙәсе һәләтем юҡ. Һәүкәш быҙаулармы бөгөн – уныһын белмәйем. Ә бына беҙ туйғансы телевизор ҡараясаҡбыҙ! Тик тәрбиәсе юҡ тип үрле-ҡырлы һикермәҫбеҙ. Берәй кино ҡарарбыҙ ҙа йоҡларға ятырбыҙ. Ана шуның өсөн Тәғзимә апайҙы өйөндә ҡалырға күндерҙем дә инде.

Барыһы ла мин уйлағанса килеп сыҡты. Ә иртәнсәк тәрбиәсебеҙ уятты. Тәғзимә апайҙың йөҙө балҡый ине:

-   Ильяс, һиңә рәхмәт! – тип арҡамдан тупылдатып һөйөп алды. – Һәүкәшем тәки быҙауланы!..

Ғәҙәттә, иртә менән ашхананан ашты Тәғзимә апай үҙе барып ала ла һәр кемебеҙгә таратып сыға. Ул өҫтәл әҙерләгәндә берәүбеҙҙе лә аш бүлмәһенә индермәй. Әҙер булғас ҡына саҡыра.

Нишләп улай икән? Тәғзимә апай эшләгән көндә гел беҙгә аш әҙ эләгә. Берәр телем икмәк – уныһы ла йоҡа ғына, үтә күренеп тора. Май ҙа ҡалаҡтың осонан ғына тәтей. Булған ғына ашамлыҡты “һә” тигәнсе йотаһың да, аш бүлмәһенән сығып китәһең. Ярай, беҙ нисек тә булһа өйрәнәбеҙ шуға. Ә бына ҙур кәүҙәле Динар этләнә! Ул юрамал иң һуңғы булып өҫтәл янынан ҡуҙғала. Берәйһе ашап бөтмәнеме икән тигәндәй, өҫтәлдәрҙе ҡараштыра.

-   Апай, ниңә ашты әҙ бирәләр ул? - тип һорап ҡуябыҙ тәрбиәсенән. Тәғзимә апайҙың яуабы әҙер:

-   Булғанына шөкөр итегеҙ! Үҙегеҙ эшләй башлағас, туйғансы ашарһығыҙ...

Бер көн иртәнгелеккә алма бирҙеләр! Тәғзимә апай эшләгән ваҡытҡа тура килде. Тик аш бүлмәһенә инһәк – һәр кемгә яртышар алма һалынған. Быны күргәс, кәйеф ҡырылды. Шулай булмайса ни! Һирәк кенә тәтегән емеш тә яртышар эләкһен әле.

-   Берәрҙе бирһәләр ҙә булыр ине, - тип ризаһыҙлығын белдерҙе Әмилә. Бүтәндәр өндәшмәне, сөнки бының өсөн Тәғзимә апай аҙаҡ телевизор янына юллатмаясаҡ. Ҡыйыу ҡыҙ ғына үҙ алдына һөйләнә бирҙе:

-   Бер туйғансы ашаған юҡ, – ти ул иренен турһайтып. – Икмәкте лә семтем генә бирәләр, кесе телгә лә йоҡмай. Бесәйҙәргә лә күберәк бирәләр...

Тәғзимә апай, бер ниҙә ишетмәгәндәй, һауыт-һаба йыйыштыра. Ә беҙ, баш күтәрмәй ашарға тотонабыҙ. Тиҙерәк тамаҡты ялғарға ла, мәктәпкә йүгерергә кәрәк.

Бөгөн бутҡаның тоҙо әҙерәк булған. Шуға Динар тоҙ алам тип урынынан торҙо ла, шкафҡа үрелде. Тәғзимә апай уны шәйләмәй ҡалды. Малайҙың шкафты асыуы булды, иҙәнгә тыпыр-тыпыр алмалар тәгәрәне!

-   Атаҡ, был кемдеке ул? – тип ҡысҡырып ебәрҙе Динар. Шунан ниҙер эҙләгәндәй, шкафтың бүтән ишектәрен асҡыланы:

-   О-о-о, бында икмәк тә күп икән! – тине шатланып. Бөтәһе лә аптырап китте. Асыуы ҡабарған тәрбиәсе Динарҙың еңенә йәбеште:

-   Ас ҡарға, ниңә кәрәкмәгән ерҙә соҡоноп йөрөйөң?!

Быны күреп бөтәһе лә геүләшә башланы. Эштең ниҙә икәнен аңланыҡ. Тимәк, тәрбиәсе беҙгә тигән өлөштө үҙенә алып йөрөгән.

Башҡалар шаңҡып ҡалғанда, Әмилә урынынан һикереп торҙо ла, теге алмаларҙы йыйырға тотондо.

-   Бишәү, алтау... унау, - тип һанай барҙы.

-   Башҡаса телевизор тип ауыҙығыҙҙы асмағыҙ! Күрһәтермен мин һеҙгә киноны! - Тәғзимә апай беҙҙе әрләй-әрләй аш бүлмәһенән сығып китте.

Был ваҡиға көнө буйына баштан сыҡманы. Нисек улай килеп сыҡты һуң? Тәғзимә апай бер ҙә ундай кешегә оҡшамаған бит! Бәлки, ул бүлеп ашатырға булғандыр. Ә Динар шкафты асты ла, эште боҙҙо ла ҡуйҙы. Етмәһә, Әмилә бөтәһен дә ҡотортоп һөрән һалды. Әгәр ошо уйлағаным дөрөҫ булһа, беҙ Тәғзимә апайҙы нахаҡҡа рәнйеткәнбеҙ бит.

Ҡайһы берәүҙәрҙең балалар йортонан ризыҡ ташыуҙары тураһында электән ишеткән бар. Тик бындай эш, ғәҙәттә, ашханала эшләгән апайҙарҙың ғына ҡулынан килә. Ярай, бәлки артып ҡалғанын ташыйҙарҙыр. Ә инде ашхананан һәр балаға иҫәпләп бирелгән тәғәмдең тағы нимәһен алмаҡ кәрәк? Иртәнсәк тә, төшөн дә, кисен дә әллә ни ашарға күп бирмәйҙәр бит.

Уйҙарға сумып, әллә ҡасанғы ваҡиғалар хәтергә төштө.

Бер мәл кисен Динар менән икебеҙҙе ашнаҡсы апай саҡыртып алды.

-   Малайҙар, ошо әйберҙәремде өйөмә алып барышығыҙ әле, - тип беҙгә пакет тотторҙо. Үҙе лә ике тоҡсай тотҡан. Эй, ауыр ине әйберҙәре. Өйөнә алып барып еткәнсе ҡулдар талып бөттө. Шулай ҙа теге йөктө бер ҡулдан икенсеһенә күсерә-күсерә, саҡ барып еттек. Ашнаҡсы рәхмәт әйтеп, пакетынан берәр ус кәнфит өләште. Эй, шатландыҡ шунда! Ул көндө киске ашҡа шул кәнфитте берәрҙе генә биргәйнеләр шул...

Иҙәнгә тәгәрәгән алмалар... Тәғзимә апайҙың шундағы аптыраулы йөҙө һаман күҙ алдынан китмәй. Тимәк, тәрбиәсебеҙ ҙә шул өлөштө үҙенә... юҡ, юҡ! Бындай көфөр уйҙар нисек инә башыма?!

Эйе, тәрбиәсебеҙ ҡайсаҡ ҡатыраҡ та булып китә. Шулай ҙа яуыз заттарҙан түгел. Әгәр ипләп һораһаң, һуң булһа ла киноһын да ҡарата. Тәүҙә инәлтеп алған була инде. Булһын! Әгәр шундуҡ, бер һүҙһеҙ ризалығын бирһә лә ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Нимә генә тиһәң дә, Тәғзимә апай һәйбәт кеше. Нисә бөртөк алма өсөн апайҙың күңеленә яра һалдыҡ шикелле.

Шул уҡ көндә төркөмдә үҙ-ара һөйләшеп алдыҡ. Иртәнге аш ваҡытындағы һаҡһыҙ ҡыланыуыбыҙ өсөн ғәфү үтенергә булдыҡ. Әлбиттә, Әмилә лә, Динар ҙа оҙаҡ ҡарышып маташты.

-   Үҙе ғәфү үтенһен! Мин уның алмаһын урламағанмын! – тип ҡырт киҫте Динар.

-   Эйе, уны элек тә шулай ташый тиҙәр ине. Хәҙер үҙебеҙ күрҙек. – Әмилә лә уны йөпләп ҡуйҙы. Ләкин беҙ уларҙы барыбер күндерҙек.

Эшкә килгәндә Тәғзимә апайҙың йөҙө йәмерәйгәйне. Ныҡ үпкәләгән күрәһең.

-   Апай, һеҙ беҙгә асыуланмағыҙ инде!.. - тип һүҙҙе башлағайным, тәрбиәсе шундуҡ бүлдерҙе:

-   Кит, асыуымды килтереп, өйкәлешеп йөрөмәгеҙ янымда!

-   Тәғзимә апай, беҙ бит юрамал эшләмәнек, - бөтәһенән дә ҡыйыуыраҡ, бығаса асыуы ҡабарып йөрөгән Әмилә лә йомшаҡ ҡына өндәште. – Беләбеҙ бит инде, ул алмалар һеҙгә кәрәк түгеллеген. Икмәкте, майҙы ла беҙ аҙаҡ ашаһын тип шкафҡа ҡалдырғанһығыҙҙыр тип уйлайым.

Был һүҙҙәр Тәғзимә апайҙың күңелен иретмәне, киреһенсә, асыуландырҙы ғына:

-   Ҡара һин уларҙы! Етмәһә, мыҫҡыл итеп маташалар. Апай беҙҙең өлөштө ташый тип, бөтә детдомға яр һалғанһығыҙҙыр әле. Юғалығыҙ күҙемдән!

-   Юҡ-сы-ы, - тинем көтөлмәгән яуапты ишетеп. – Улай түгел, апай!

-   Рәхмәтте аңлай торғандарҙан түгел һеҙ. Бынан һуң телевизор тип ауыҙ асып ҡына ҡарағыҙ! – тәрбиәсе бармағы менән беҙгә янаны ла, урынынан тороп китте. Артабан һөйләшеүҙең мәғәнәһе юҡ ине. Шул шкафты асып, Динар беҙгә күпме бәлә өйҙө!

Сәғәт туғыҙ тулыу менән Тәғзимә апай бөтәбеҙҙе лә бүлмәләребеҙгә ҡыуа башланы. Ә беҙҙең теге шәп сериалдың дауамын ҡарағы килә.

-   Никаких! – тип ҡырт киҫте ул. – Бынан ары һеҙҙең һымаҡ булам. Хәҙер үк йоҡларға ятығыҙ! – Тәрбиәсе шарт итеп телевизорҙың шнурын һурып алды. Теләмәһәк тә, бүлмәләребеҙгә инеп, йоҡларға ятыуҙан башҡа сара ҡалманы...

... - Ҡарауыл! Ҡа-ра-уыл! – берәүҙең йән өҙгөс тауышына терт итеп уянып киттем. Бүлмәләге башҡа малайҙар ҙа һикереп торҙо. Нимә булған икән тип залға йүгереп сыҡтыҡ.

-   Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! Үлә-әм! –Ҡараһаҡ, сәсе туҙған Тәғзимә апай өҫтәлгә менеп баҫҡан. Беҙҙе күрҙе лә йәнә ҡысҡырҙы:

-   Ҡотҡарығыҙ! Ул бында ғына йәшенде! – апайҙың йөҙө ҡасҡан, үҙе дер ҡалтырай. Билләһи, йөрәкте яра яҙҙы бит. Уның шулай ҡыланышын күреп, ҡаушап ҡалдыҡ.

-   Нимә булды, апай? – уянып та бөтмәгән балалар эштең ниҙә икәнен белергә тырышты. Ә Тәғзимә апай, ағыулы йыландан ҡасҡандай, өҫтәлдән төшөргә лә уйламай. Үҙе илай, ҡалтырана-ҡалтырана аңлатып маташа:

-   Ул ҡә-бә-хәт... бында! Әле генә күрҙем!

-   Кем тейҙе? – Әмилә уны тынысландырырға тырышып, ҡулынан һаҡ ҡына тотоп алды.

-   Ҡо-ҡо-маҡ! Ҡомаҡ эйәләгән бында! – апайҙың әйткәненән тәндәр зымбырлап китте. Минең ҡомағым!

Береһенә лә борсолоуымды белдермәй, бүлмәгә йүгерҙем. Йәһәт кенә тумбочканы асып ҡараным. Юҡ! Беҙ йоҡларға ятҡанда – гел ишекте яба инек. Күрәһең малайҙарҙың береһе төнөн тороп, ишекте ябырға онотҡан. Ҡасҡан суҡынсыҡ!

Йәнә залға сыҡтым. Балалар бөтәһе лә Тәғзимә апайҙы уратып алған. Уның ҡысҡырыуын ишетеп, беренсе ҡатта ултырған вахтер ҙа килеп еткән. “Тиҙ ярҙам”ды ла ул саҡыртҡан.

Тәғзимә апай йөрәген тотҡан да, һыҡтай-һыҡтай күргәнен аҡ халатлы апайға һөйләй.

-   Давлениеғыҙ юғары! Йөрәк тә тулай. Нисек инфаркт булмаған... – ти табип.

-   Нимәлер иренемде тырнай, – тип һөйләй уға тәрбиәсе. – Күҙемде асһам – ҙу-ур ҡомаҡ! Ул минең күкрәгемә баҫҡан ине!

-   Бәлки, күҙегеҙгә күренгәндер? – тип тынысландырырға тырыша табип. – Берәй бесәй балаһы булманымы?

-   Нимә, мин ҡомаҡтан бесәйҙе айыра алмайыммы? – шулай екеренде лә, иларға тотондо. – Ҡороп киткер ошо детдом. Күрәһеләрем бар икән...

Тәғзимә апайҙы “скорый” менән ҡалаға алып киттеләр. Төнгө сәғәт дүрт ине. Бынан һуң оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай этләндем. Етмәһә, хәлдең ниҙә икәнлеген төшөнгән малайҙар рәхәтләнеп көлә.

Бына һиңә ҡомаҡ! Ҡайҙан ғына алып ҡайтҡан көнгә төштөм! Фаяз бүләк иткәндә, ҡомаҡтың ауыҙҙан һыу эсергә яратҡаны тураһында әйткәйне бит. Бахырҡайҙың һыу эскеһе килгәндер. Ҡотоң осмаҫ ерҙән осор! Ярай әле апайҙың йөрәге ярылмаған.

Бүтәндәр ятҡас, ҡомаҡты эҙләп таптым да, тумбочкаға бикләп ҡуйҙым. Әгәр ул йән эйәһе минеке икәнен белеп ҡалһалар, кәрәкте бирерҙәр. Бәләһенән баш-аяҡ, тигәндәй, минең өсөн ҡәҙерле бүләктән шулай ҡотолорға тура килде. Таң атыу менән ҡомаҡты элекке хужаһына алып барып бирҙем. Малайҙарҙан был турала берәүгә лә һөйләмәүен үтендем.

Тәғзимә апай ике аҙна дауаханала ятып сыҡты. Детдомда бүтән эшләмәне, үҙ теләге менән китте.

-   Ҡомаҡтар эргәһенә ҡомаҡтар эйәләй. Бүтән унда аяҡ баҫаһым юҡ! – тигән ул документтарын алырға килгәндә.

Тәғзимә апай менән дә, теге ҡомаҡ менән дә шулай айырылышырға тура килде...

 

Бур

Был юлы йәйге лагерҙа тыныс ҡына ял итеп булманы. Һин дә мин тигәндәй йәшәп ятҡанда көтөлмәгән хәл килеп сыҡты. Лагерь һаҡсыһының әйберҙәре юғалған! Кемдер уның бүлмәһенә инеп мең һум аҡсаһын һәм бәкеһен сәлдергән! Бында ял итеүселәр күп: беҙҙән тыш ҡала балалары ла, төрлө райондарҙан килгәндәр ҙә байтаҡ. Әммә уғрылар хаҡында һүҙ сыҡҡас, тәүҙә детдом балаларына шик төштө.

-   Әгәр ғәйеплене табып бирмәһәгеҙ , үҙегеҙгә үпкәләгеҙ! – һаҡсы ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы. - Һеҙ генә шул тирәлә өйрөләһегеҙ, башҡалар унда йөрөмәй.

Вожатыйыбыҙ Рәфис ағай ҙа үҙенә урын таба алманы. Ни тиһәң дә беҙҙең тәртип өсөн ул яуаплы. Эш ҙурға китһә, тәүҙә унан һорау аласаҡтар. Детдом директоры ла, лагерь етәксеһе лә балаларҙы насар ҡарайһың тип уны шелтәләйәсәк.

Рәфис ағай беҙгә ят кеше түгел. Ул үҙе лә беҙҙең балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әле ҡалала гыпытыуҙа уҡып йөрөй. Ә йәйге каникулға уны беҙҙең вожатый итеп ебәрҙеләр. Директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна гел шулайта: лагерға беҙҙең тәрбиәселәрҙе түгел, ә элек тәрбиәләнгән ағайҙарҙы ебәрә. Бының сәбәбе лә бар: беренсенән, Рәфис ағай беҙҙең менән еңел уртаҡ тел таба. Икенсенән, үҙебеҙҙең кеше булғас, балалар унан ҡурҡып тора. Әгәр яңылыш аҙым яһаһаң, ағайыбыҙ нисек урыныңа ултыртыу алымын яҡшы белә. Элек бында тәрбиәләнгәндә уның “башлыҡ” булараҡ даны һеңеп ҡалған.

Уғрылыҡ тураһындағы хәбәрҙе вожатыйыбыҙ бик ауыр ҡабул итте. Бөтәбеҙҙе лә йыйып алды ла, тиҙ арала бурҙы табыу кәрәклеген әйтте.

Башланды соҡоноуҙар! Һәр бүлмәгә инеп әйберҙәрҙе тентенеләр. Һәр кемебеҙҙән ентекле һорау алдылар, кеҫәләрҙе ҡапшап сыҡтылар, хатта сумкаларҙы аҡтарҙылар. Тик эҙләү һөҙөмтә бирмәне: бәке лә, аҡса ла табылманы.

Ошо эҙләүҙәрҙә Динар бөтәһенән дә әүҙемерәк булып сыҡты. Соҡоноуҙар башланғандан бирле Рәфис ағай тирәһендә уралды. Әллә үҙенең шәплеген күрһәтергә тырышты, әллә ысынлап та теге бурға ҡарата нәфрәте ташып тора... Ул малай элек Даяндың уң ҡулы булып йөрөнө. Шул саҡта унан этлектәрҙе күп күрҙек инде!

Кискә тиклем ҡараҡ табылмағас, моғайын, башҡа балалар айыу майы һөрткәндер, тип уйланыҡ. Ә ниңә, детдом балалары ғына урлашамы? Берәй нәмә булһа, гел беҙҙән күрәләр, тип эстән генә асыуландыҡ. Шул һаҡсыны ла әйтәйем инде! Үҙ әйберенә хужа була алмағас ниндәй һаҡсы инде ул?! Шәп булғас бөтә лагерҙы теттереп үҙе эҙләһен! Ярай әле бында беҙ бар. Беҙ булмаһаҡ кемдән күрер ине? 

Был һүҙҙәр менән артыҡ ашыҡҡанмын икән... Иртәгәһенә таралған хәбәр күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Бур табылған... Һәм ул беҙҙең детдом малайы булып сыҡҡан. Зыҡ ҡубып бөтәһенең дә әйберен тентегән Динар бөгөн иртәнсәк Альберттың яҫтығы аҫтынан юғалған бәкене табып алған!

Төшкө аш алдынан беҙҙе вожатыйыбыҙ йәшәгән йорт алдына йыйҙылар. Был саранан берәү ҙә ситтә ҡалманы: кеселәре лә, өлкәндәре лә килеп еткәйне. Инде бөтәһе лә урынында булғас, вожатыйҙың бүлмәһенән Альбертты елтерәтеп алып сыҡтылар.

Уны күреү менән башҡалар шарҡылдап көлөргә, төрлө әрһеҙ һүҙҙәр менән ҡысҡырырға тотондо. Малайҙың йөҙө ҡасҡан, туҡтауһыҙ илауҙан бите шешенеп бөткән. Бер-ике тапҡыр һуғып та алғандарҙыр, битендә сыйылған урыны бар ине. Ул башҡаларҙың күҙенә күренмәҫкә теләптер, башын эйгәй.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.