Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





КИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ 1 страница



 

ӘКИӘТҺЕҘ БАЛА САҠ

(детдом хикәйәләре)

 

Әсә тауышы

Детдомда йәшәй башлауыбыҙға аҙна самаһы ваҡыт үтте. Нисектер ауыр беҙгә бындағы тормошҡа өйрәнеү. Күңелһеҙ ҙә, ҡулға эш тә бармай. Бар уйыбыҙ – тыуған ауылыбыҙ, йортобоҙ тураһында. Эх, тормош... Ниңә шулай килеп сыҡты икән? Ниңә генә атайыбыҙ, әсәйебеҙ беҙҙе иртә ҡалдырып китте? Уларһыҙ йәшәүе ҡыйын икән. Яҡындарыбыҙға бәйле саҡ ҡына берәй нәмә иҫкә төшһә, күҙгә йәш эркелә. Тик бында күҙ йәштәрен күрһәтергә ярамай. Башҡа малайҙар һине эләкләп, оялтырға ғына тора. Шуға мин детдом артындағы ҡайынлыҡҡа сығам да, берәү ҙә күрмәгәндә туйғансы илайым.

Ошо арала төштәр ҙә әллә ниндәй булып сыҡты. Имеш, әсәйебеҙ тере икән! Ул ҡайҙалыр эш менән киткән дә, бына-бына ҡайтырға тейеш. Ә беҙ апайҙарым менән өйҙө йыйыштырып, уның ҡайтыуын көтәбеҙ. Беләм, әсәй берәй ҡайҙа барһа, буш ҡул менән ҡайтмай. Бына ул күстәнәс тулы сумка күтәреп килеп инәсәк. Хәҙер ҡайтыр, хәҙер... Шул саҡ тертләп уянып китәм дә, сараһыҙлыҡтан тештәремде ҡыҫам. Кире ҡайтмаҫ шул беҙҙең әсәйебеҙ...

Бер мәл бүлмәмә Әлиә апайым атылып килеп инде:

-   Ильяс, ҡара, нимә таптым! – Ҡулындағы һоро кассетаны болғай-болғай эргәмә килеп баҫты. Үҙе шул тиклем ҡыуанған. Шатлығынан ни эшләргә белмәй, урынында һикереп-һикереп ала.

-   Нимә һуң ул?

-   Иҫләйһеңме, элек мин әсәйҙең йырлағанын яҙҙырғайным. - Ул йотлоға-йотлоға әйтеп бирҙе. – Әле өйҙән алып килгән әйберҙәремде ҡарап ултырһам, шул кассета килеп сыҡты! Ышанаһыңмы?

 Ҡыуанысыбыҙҙан ҡосаҡлашып алдыҡ. Ниндәй бәхет! Әсәйебеҙҙең тауышы ҡалған! Хәҙер уны ишетәсәкбеҙ... Тулҡынланыуымдан нимә әйтергә лә белмәйем. Ҡулдар ҡалтырай. Ә күңелгә шундай рәхәт булды был һүҙҙәрҙән.

-   Шаяртмайһыңмы? – тип ҡабаттан һорап ҡуйҙым. Апайымдың ошо һөйөнсөһө шаяртыу булыуҙан ныҡ ҡурҡтым. Бына-бына минең күҙ алдыма әсәйем килеп баҫҡандай. Хәҙер ул беҙгә өндәшәсәк. Ә беҙ уны йотлоғоп тыңларбыҙ.

-   Кеше шундай нәмә менән шаяртамы инде!..

Тиҙ генә тәрбиәсебеҙгә барып, магнитофон һорап алдыҡ. Беҙҙең төркөмдә ул берәү генә, төрлө байрамдарҙа ғына сығаралар. Ана шуны тәрбиәсе беҙгә бер сәғәткә биреп торҙо.

Апайымдың бүлмәһенә индек, магнитофонды ҡабыҙҙыҡ та, кассетаны ҡуйҙыҡ. Икебеҙ генә, тын да алмай яҙманы тыңлай башланыҡ. Тәүҙә ниндәйҙер шатыр-шотор иткән тауыш ишетелде. Тик әсәйҙең йыры ғына һаман юҡ. Ошо минуттарҙа йөрәгемдең ярһып тибеүе! Әйтерһең дә, беҙ әсәйебеҙ менән ҡабаттан осрашыуға йыйынабыҙ. Күҙ асып йоморбоҙ ҙа, иң ғәзиз кешебеҙ беҙҙең алға килеп баҫыр.

Әлиә апайым ҡалай башлы булып сыҡты. Ул элек өйҙә гел шулай шаяра ине. Беҙҙе йә йырлата, йә шиғыр һөйләтә лә – шуны магнитофонға яҙҙыра. Бына бит, әсәйебеҙҙең тауышын яҙҙырырға кемдең башына килһен?

О-о-о... Теге яҙма башланды...

“- Әсәй, әйҙә теге яратҡан йырыңды йырла әле.

-   Эй, балаҡайым. Гел генә йырлап йәшәп булмай. Өй тулы эш. Бына тиҙҙән атайығыҙ ҡайтырға тейеш.

-   Әс-сә-әй, йырла инде...

-   Әбйәлил бәйетенме?

-   Әйе...

-   Ярай, күгәрсенкәйем. Саҡ ҡына тарихын һөйләп үтәйем. Был бәйет беҙҙең ауылдан сыҡҡан. Уны Шөғәйеп сәсән Роза Аҡкучуковаға арнаған. Хәҙер уны радионан йыш йырлаталар.”

Ошо урында яҙманы туҡтатып торҙоҡ. Тын алып өлгөрөр кәрәк. Тамаҡҡа төйөр килеп тығылғандай булды. Әсәйҙең тәүге һүҙен ишеткәс тә тән зымбырлап китте. Әйтерһең дә, тәнеңдән электр уты үткәрәләр! Икебеҙҙең дә күҙгә йәш эркелде, тик быны бер-беребеҙгә күрһәтергә тырышманыҡ. Күҙгә-күҙ ҡараманыҡ та. Оялдыҡ. Был ваҡытта үҙебеҙҙе әсәйебеҙ менән аралашҡандай хис иттем. Был бит беҙҙең әсәй! Тере! Уның тауышы шул тиклем йомшаҡ, яғымлы. Һәр һүҙе ҡолаҡты иркәләй. Әсәйемдең “балаҡайым” тигән һүҙен генә ишетер өсөн тотош ер шарын йәйәүләп үтергә әҙермен. Әсәй... Апайым мыш-мыш килеп магнитофондың төймәһенә баҫты, һәм бүлмәгә моңло тауыш таралды:

“Һандуғастар тауышына ниңә кинәндем икән?

Моңо барҙың бәхете күбен алдан күргәнмен икән!

Эй, һандуғас моңдары... Йөрәгем ярһыуҙары...

Һандуғастар һайрағанда - йөрәгем яныуҙары...

 

Ҡайҙа бармам, ҡайҙа йөрөмәм - хур итмәмен мин һеҙҙе.

Һеҙ барында - илем дә бар, телем дә бар, ерем дә.

Эй, халҡымдың байлығы – халҡымдың иманлығы

Эй, халҡымдың барлығында – иманының байлығы!”

Был бәйетте тыңлағас, эскә шул тиклем йылы йүгерҙе. Күңелгә шул тиклем еңел булып китте! Аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек кисерҙем. Барлыҡ ҡайғылар ҙа, көндәлек мәшәҡәттәр ҙә онотолғандай булды. Бына ни тиклем шифалы икән әсәйебеҙҙең тауышы. Күңелем менән ошо мәлдә мин балалар йортонда түгел, ә өйөбөҙҙә сәй эсеп ултырғандай хис иттем. Хыялым менән тыуған йортҡа, яҡындарым янына остом. Ә әсәйҙең татлы тауышы дауам итте:

“Бына шулай, балаҡайҙарым. Иманлы булып үҫегеҙ. Шул ваҡытта һеҙҙән дә шәп кеше булмаҫ донъяла...”

Шул урында тауыш өҙөлдө... Эх, ниңә күберәк яҙҙырмаған икән Әлиә. Әсәйҙең һуңғы һүҙҙәренән тертләп киттем. Ирендәр ҡалтырай. Был һүҙҙәрҙә өгөт-нәсихәт тә, һағыш та, хушлашыу билгеһе лә бар һымаҡ.

Беҙ оҙаҡ ҡына шым ултырҙыҡ. Әсәйҙе юғалтыуыбыҙ ни тиклем ауыр булһа ла, уның тауышын ишетеү – беҙҙең өсөн оло бәхет. Эйе, әсә тауышы шундай ҡәҙерле икән! Уның һүҙҙәрен ишетеү менән күңел күтәрелеп китте, был донъяла әле беҙ яңғыҙ түгелбеҙ! Әсәйҙең тере тауышы бар! Ә теге йөрәкте өҙгөс моңло бәйет һаман баштан сыҡмай. Юҡ, беҙ барыбер бәхетле... Әсә тауышы менән!

Хәҙер беҙҙең көндәр яҡтыраҡ булып китте. Туғандарым менән бер бүлмәгә йыйылабыҙ ҙа теге кассетаны тыңлайбыҙ. Зөлфирә һеңлебеҙ бигерәк йөрәкһеп тыңлай уны. Сөнки әсәй “күгәрсенкәйем” тип йыш уға әйтә ине. Шул һүҙҙе ишеттеме – түгелеп илай. Беҙ ҙә битебеҙҙе ҡаплайбыҙ – бер-беребеҙгә йәшебеҙҙе күрһәтмәҫ өсөн. Бәйетте тыңлайбыҙ, “иманлы булығыҙ” тигән васыятын ишетәбеҙ ҙә – таҫма бөтә...

-   Әсәйҙе тағы ишетке килә, - тип Зөлфирә ҡабаттан ҡуйыуҙы һорай. Ҡәҙерлебеҙ менән “осрашыу” йәнә ҡабатлана...

Әсәйҙең “иманлы булығыҙ” тип әйтеүе генә ниндәй көс бирә ине! Уҡырға барһаң да шул һүҙ ҡолаҡтан сыҡмай. Әсә тауышы беҙҙе ҡурсалап, бөтә ерҙә лә оҙатып йөрөгәндәй. Шуғалыр ҙа мәктәптә уҡығанда тырыш булдыҡ, икеле алып ҡайтыу ояттың-ояты ине...

Бер мәл Даян беҙҙең кассета хаҡында ишетеп ҡалған. Ә ул ваҡытта радионан яңғыраған шәп йырҙарҙы магнитофон аша кассетаға яҙҙыралар ине. Даян тәрбиәсенән магнитофон алып тора, тик кассетаһы юҡ. Шуға беҙҙекенә яман ҡыҙыҡҡан.

-   Һиндә кассета бар тип ишеттем. Шуны миңә бирәһең! - тине башлыҡ ҡаты тауышы менән бойороп. Унан нисек кенә шөрләһәм дә, шым ҡалманым:

-   Ул кассета үҙебеҙгә кәрәк. Унда әсәйебеҙҙең тауышы яҙҙырылған.

-   Кемдең тауышы яҙҙырылған – уныһы миңә ҡыҙыҡ түгел. Әгәр туҡмалмайым тиһәң, тиҙ генә алып киләһең...

Шул саҡ Әлиә апайым килеп сыҡты. Күрәһең, Даяндың миңә уҫал итеп ҡарауынан эштең ниҙә икәнен аңлаған.

-   Ниңә бәйләнәң ҡустыма? – Апайым яҡлашырға тотондо.

-   Ә һин ниңә ҡыҙ башың менән ҡыҫылып йөрөйөң? – Даян урынынан һикереп торҙо, бына-бына һуғыша башларға әҙер.- Мин унан кассета һораным. Табасаҡ... Тапмай ғына ҡараһын!

-   Ильясҡа тейеп кенә ҡара. Ағайҙарым килһә, кәрәгеңде бирәсәк. Ул һиңә касссетаны ҡайҙан алһын? Үҙемдә генә бар, тик уны үлһәм дә берәүгә лә бирмәйем! - “Әйҙә, киттек бынан”, - тип апайым мине алып китте.

-   Күрһәтермен әле... - Даян ҡырын ҡарап тороп ҡалды.

...Әлиә апайым менән шатланып мәктәптән ҡайтып киләбеҙ. Ҡыуанырлыҡ та шул! Бөгөн апайым “бишле”ләрҙе күп итеп алған. Минең дә көндәлеккә яҡшы билдәләр ҡунаҡланы! Әгәр уҡыуҙар шулай яҡшы барһа, “хорошист” та булырбыҙ әле!

-   Ильяс, ә һин беләһеңме бөгөн ниндәй көн? – апайым имтихан алғандай һорап ҡуйҙы.

-   Әлләсе... – кинәт нимә тип яуап бирергә лә белмәнем.

-   Кит! Оят! Бөгөн бит әсәйебеҙҙең тыуған көнө!

Ысынлап та, нисек шул көн баштан сыҡҡан икән! Эйе, әсәйем иҫән булһа, бөгөн уға 41 йәш тулыр ине...

-   Әсәйебеҙ ошоно күрһә, ҡалай ҡыуаныр ине, - тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы апайым.

Был матур көндө әсәйҙе йышыраҡ иҫкә алыр кәрәк! Шуға төшкө аштан һуң, бөтәбеҙ ҙә Әлиәнең бүлмәһенә йыйылып, теге кассетаны тыңларға килештек. Әсәй тауышын көн дә тыңларға әҙербеҙ.

Төркөмөбөҙгә ингәс, Әлиә үҙенең бүлмәһенә инеп китте. Мин дә үҙемә кереп, мәктәп костюмын алыштырырға булдым. Биш минут самаһы үттеме-юҡмы, ҡыҙҙар бүлмәһенән берәүҙең ҡысҡырып илағаны ишетелде. Терт итеп ҡалдым. Нимә булған икән тип, шул бүлмәгә уҡталдым. Ҡараһам, Әлиә апайым иҙәнгә сүкәйеп ултырған да, нимәнелер аҡтарып эҙләй, үҙе туҡтауһыҙ илай. Тумбочкаһындағы бөтә китаптары, дәфтәрҙәре һәм башҡа әйберҙәре иҙәндә туҙышып ята.

-   Нимә булды? – тим аптырап.

-   Урлаған... Ошонда ғына ята ине... – үҙе ипләп бер нимә лә әйтә алмай, туҡтай алмайынса түгелеп илай.

-   Нимәне? Кешесә аңлат әле...

-   Беҙҙең кассета! Әсәйҙең тауышы! - Апайымдың был хәбәренән ирендәрем ҡалтырап китте, башҡа эҫе йүгерҙе. Әйтерһең дә, тәнеңдән электр уты үткәрәләр! Шундуҡ Даян иҫкә килеп төштө. Уның ғына эшелер... Бындай мәлдә үҙемдең нимә эшләгәнемде лә белмәй инем. Минең менән әллә кем идара иткән кеүек тойолдо. Бер минутты ла юғалтырға ярамай. Саптым Даяндың бүлмәһенә. Ишеген туҡылдатып тормайынса, уҡ кеүек атылып килеп индем. Ҡараһам, ул карауатына һуҙылып ятҡан да, музыка тыңлап кинәнә. Уға бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, йән көсөмә магнитофонға барып йәбештем. Башлыҡ, аптырап, урынынан һикереп торҙо.

-   Һин нимә, салага, аҡылдан яҙҙыңмы?

-   Бир кассетаны. Унда - әсәйем! – асыуымдан йән көсөмә ҡысҡырҙым. Бындай ҡылығымдан Даяндың күҙҙәре аҡайҙы. Йоҙроҡтарын төйөп, һуғышырға ынтылды. Ярҙамға апайым килеп инде лә, тырнаҡтары менән уның битенә йәбеште. Китте талаш, тартыш, ҡысҡырыш... Әгәр шау-шыуға тәрбиәсе килеп инмәһә, был алыштың нимә менән бөтөрөн белмәйем.

-   Нимә өсөн үлешәгеҙ хәҙер? – тип туҡтатырға тотондо тәрбиәсебеҙ.

-   Ул беҙҙең кассетаны урлаған. – Әлиә күҙ йәшен тыя алмай һөйләп бирҙе. – Унда әсәйебеҙҙең тауышы яҙҙырылған.

Тәрбиәсенең яуабы ҡыҫҡа булды. Шулай ҙа беҙҙең яҡлы ине:

-   Хәҙер үк кире бир! – тине ул Даянға. - Ә магнитофонды башҡа һорап йөрөмәгеҙ. Кабинетыма бикләп ҡуям.

Беҙ теге һор кассетаны алып сығып киттек. Шулай еңел ҡайтара алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алманыҡ. Әгәр шунда ауыҙыбыҙҙы йомоп йөрөһәк, кассетанан ҡолаҡ ҡағыр инек. Аҙаҡ, тәрбиәсе булмаған саҡта, Даян хет әллә нимә эшләһен. Туҡмалһам да ҡурҡмайым. Иң мөһиме – әсәйебеҙҙең тауышы беҙҙең менән.

Үҙебеҙҙәге магнитофонды бикләп ҡуйғастар, икенсе төркөмгә һорап барҙыҡ. Шунда уҡ тыңларға булдыҡ. Тик... беҙ иртә шатланғанбыҙ икән. Кассетаның теге яғын да, был яғын да әйләндереп тыңлап ҡараныҡ. Әсәйебеҙҙең генә тауышы табылманы. Даян уның өҫтөнә әллә ниндәй рок йырҙары яҙҙырып бөткән. Әсәй тауышы бүтән ишетелмәне... Ошо мәлдә ниндәй тетрәнеү кисергәнебеҙҙе аңлайһығыҙҙыр.

Ана шулай һуңғы шатлығыбыҙҙан мәхрүм булдыҡ. Беҙ инде әсәйебеҙҙе икенсе тапҡыр юғалттыҡ. Мәңгегә...

 

ҺЫНАУ

Һуңғы арала беҙҙең төркөмдәге малай-ҡыҙҙарҙың уҡыуы хөртәйҙе. Йә тегеһе, йә быныһы мәктәптән “икеле” алып ҡайта. Бының өсөн детдом директоры тәрбиәсебеҙгә шелтә яһар, ә ул балаларҙың иманын уҡытыр. Был юлы ла тәрбиәсебеҙ Рәйфә апай, бөтәбеҙҙе йыйып, һуңғы арала икеле алғандарҙың кәрәген бирҙе.

-   Икмәк сереткестәр һеҙ! – тине төкөрөгөн сәсә-сәсә.– Йылыла йоҡлауҙан, эсегеҙ шартларҙай булып һоғоноуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйһегеҙ. Хөкүмәт һеҙҙе аҫрағансы, берәй сусҡа фермаһы асһа, файҙаһы күберәк булыр ине. Һеҙ бит беҙҙең балалар күрмәгән рәхәтлектә йәшәйһегеҙ... Ә үҙегеҙҙән, исмаһам, тырнаҡ осондай булһа ла файҙа килһәсе...

-   Булыр әле берәй заман, - был һүҙҙе әсе телле Әмилә ысҡындырҙы.

Көтмәгәндә шулай бүлдереүҙәренә Рәйфә апай сығарынан сыҡты:

-   Ах, һин шайтан таяғы! Мин һөйләгәндә ауыҙыңды усың менән йомоп ултыр, оңҡот!

-   Мин шайтан таяғы түгел...

-   Бейәләй ауыҙыңа хужа була алмаһаң – мә һиңә! – Рәйфә апай йәһәт кенә ҡалын табанлы тапочкаһын сисә һалды ла, Әмиләгә елләне. Тәрбиәсебеҙҙең был “ҡоралы” сәпкә тейҙе, ҡыҙҙың ҡулына шаҡ итеп ҡалды. Ауыртыуҙан түҙә алмайынса ул илап сығып китте. Бөтәбеҙ алдында берәүҙең өнөн шулай тыҡҡас, тәрбиәсебеҙҙең кәйефе күтәрелеп китте. Ул үҙен тағы ла иркенерәк тотоп, беҙҙе оло ләззәт менән әрләргә тотондо. Шулай итеп берәү ҙә өлөшһөҙ ҡалманы.

-   Уйлап йөрөнөм-йөрөнөм дә, шундай ҡарарға килдем әле, - тине ул туҡтауһыҙ әрләшеүҙән тирләнеп бөткән ҙур күҙлектәрен һөртөп, - кем эшләмәй – шул ашамай, тиҙәр халыҡта. Мин был мәҡәлде “кем уҡымай – шул ашамай” тип үҙгәртер инем. Шуға күрә бөгөндән алып конкурс үткәрергә булдым. Кем дә кем ошо сиректе өсһөҙ тамамлай, шул бөтә төркөмдөң бер көнлөк полднигын ашаясаҡ. Һеҙ ризамы ошо шартҡа?

Күптәре ризалығын белдерҙе. Тик Динар исемле малай ғына өнһөҙ ҡалды. Дөрөҫөн әйткәндә, уның башы шул икеләрҙән сыҡҡаны юҡ. Көн дә тиерлек мәктәптән уларҙы тоғо менән йөкмәп ҡайта. Күптәр унан көлөп, “Академик” тигән ҡушамат та тағып ҡуйған.

-   Ә һин ниңә өндәшмәйһең, Академик? – Рәйфә апайҙың һорауы мыҫҡыллы яңғыраны.

-   Әлләсе... - Динар нимә тип әйтергә лә белмәй баҙап ҡалды. – Әгәр ҙә полдникка берәй емеш бирелһә, шулар бөтәһе лә тик ботаникка эләгәме?

-   Хәлеңдән килһә, һин дә ботаник бул, - тине тәрбиәсе.

-   Ярай, Академик, инәлтмә инде. Ризалаш та ҡуй, барыбер һин еңеп сығасаҡһың бит, - балалар араһынан берәүҙең шулай мыҫҡыллауы булды, бөтәһе лә шарҡылдап көлөргә тотондо.

Тәрбиәсебеҙҙең был конкурсын берәүҙәр ыңғай ҡабул итһә, кемдер ауыр көрһөнөп тә ҡуйҙы. Тик нисек кенә булмаһын, Рәйфә апайҙың һүҙен йығып ҡара! Уның кейгән тапочкаһы, йә ҡулындағы асҡыстар бәйләме һинең арт һабағыңды уҡытырға әҙер генә тора.

Тәмле-татлы менән балалар йортонда беҙҙе әллә ни шаштырып бармайҙар. Баш ҡаланан дәү-дәү ҡунаҡтар килгәндә генә рәхәтләнеп ҡалабыҙ. Ә былай һирәк-һаяҡ алма бирелһә лә, уныңды йә көслөрәк тартып ала, йә мәктәптән һуңлап килгәнсе урлап ашап ҡуялар. Ҡайһы саҡта алманы биҙрәһе менән ашағы килеп китә...

Беҙҙең төркөмдә әлеге көндә егерме биш бала тәрбиәләнә. Әгәр ҙә мәгәр мин тик яҡшы билдәләргә генә сиректе тамамлаһам... уй, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Егерме биш алманы миңә тотторһондар әле! Бына мин ҡыҙарып бешкәнен алып, шытырҙатып тешләйем. Үәт булыр ине байрам! Ошоларҙы күҙ алдыма килтереп, ауыҙыма әскелтем шыйыҡса йүгерҙе. Ҡуй, юҡ менән ҡотороноп, нәфсемде аҙҙырмайым әле. Әллә эләгә һиңә, әллә юҡ. Үҙ өлөшөңдән ҡолаҡ ҡаҡмаһаң бик хуш әле. Нисек кенә булмаһын, уҡыуҙа алған яҡшы билдәләрең үҙең өсөн. Тырыштырып ҡарар кәрәк...

Рәйфә апай иғлан иткән ошо конкурс дәррәү башланып китте. Кемдер уҡыуға яуаплыраҡ ҡарай башланы, ә кемдәрҙер өсөн был һөйләшеү булды ни, юҡ ни. Болонда үҫкән сәскәләрҙең күп төҫлө булыу кеүек, беҙҙең төркөмдәге балаларҙың да холоҡ-фиғеле төрлөсә. Араһында тәртиплеләре лә, эт ялҡауҙары ла, аҙ һүҙлеләре лә, ғәйбәт тоҡсайҙары ла бар.

Беҙҙекеләр мәктәпкә барған һайын төрлө мажараларға осрап ҡына тора. Ул ваҡиғаның шаһиттары детдомға ҡайтыу менән бөтәһен түкмәй-сәсмәй асып һала.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.