Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се дәрес. Шиғыр техникаһы тураһында. Беҙҙең юлда тормаһын. Күкрәгән күктәй янырмын, күкрәрмен. Шамун Фидаи, “Мин”).. Унда-бында. Сағыу нурҙар. Уйна



5-се дәрес

Шиғыр техникаһы тураһында

 

“Шиғыр техникаһы” тигәндә, беҙ шиғырҙың формаларын ҡороуҙы күҙ уңында тотабыҙ.

1. Размеры. Размер юлдар һаны һәм юлдарҙағы ижектәр һаны менән билдәләнә. Бында варианттар бик күп, юҡҡа ғынамы ни “форма өҫтөндә эшләү” тигән төшөнсәне йә көлөп, йә етди итеп һөйләү классикаға әйләнгән. Шулай ҙа форманың етди һәм еңел варианттары була. Бында бер нәмәне күҙ уңында тоторға кәрәк: размер йөкмәткегә тап килергә тейеш. Мәҫәлән, таҡмаҡ – еңел вариант, уның формаһы ла “еңел” – ҡыҫҡа була, ғәҙәттә ете ижек:

Емерт, ҡыйрат ҡоймаһын,

Беҙҙең юлда тормаһын...

 Ә үтә етди жанрҙар, мәҫәлән, һағышнамәләр мөмкин тиклем оҙонораҡ яҙыла:

Утлы-ялҡынлы янар тау – күкрәгем,

Күкрәгән күктәй янырмын, күкрәрмен...

(Шамун Фидаи, “Мин”).

Иң ҡыҫҡа юлда ижектәр һаны шиғырҙа дүртәү булырға мөмкин:

Таң атҡанда,

Унда-бында

Сағыу нурҙар

Уйнағанда...

Оҙонлоғо сикләнмәгән, тиһәк тә, уны 12 ижектән дә оҙон итеү шиғырҙы ҡабул итеүҙә шулай уҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, уны алтышарҙан ҡайтанан бүлеү яйлыраҡ килеп сыға. Тыңлаусыға һәм уҡыусыға ҡабул итеүгә уңайлыраҡ булһын өсөн, аксиома итеп ҡабул ителгән бер шарт бар: размер шиғыр дауамында үҙгәрмәй, баштан аҙаҡҡа тиклем бер ритмда барырға тейеш! Дөрөҫ, айырым бер урында баҫым яһар өсөн махсус рәүештә размерҙы ла үҙгәртеп ебәреү тәртибе бар, әммә беҙ бында “классик” өлгөләрҙе ҡарайбыҙ, йәғни – ғәҙәттә нисек була. Размер өҫтөндә эшләү өлгөһөн мин түбәндәге баһаламала күрһәтеп китәм.

 

Алһыу Ишемғолованың «Ысыҡ тамсыһылай күңелем”

шиғырҙар йыйынтығына баһалама

Китапты ҡулға алғас та, уның еренә еткереп эшләнгәне күҙгә ташлана: биҙәлеше һәм төҙөлөшө, баш һүҙе, инеш һүҙе бар, тик авторҙың яҙғанына ҡарап уның ҡайҙан , кем икәнен дә белерлек түгел. Тимәк, авторҙың үҙенән тыш, тағы ла кемдер уның тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш ине, нәшер итеүсе, мәҫәлән.

64 битлек йыйынтыҡта ҡолас йәйеп тикшерерлек шиғырҙар тупланған. Уларҙың өс бүлеккә бүленеп урынлаштырылыуы ла темаларға тап килә. Темаларҙың төрлөлөгө уҡығанда уҡ күҙгә ташлана: тыуған ер, әсәй, хатта үтә һирәк күренгән атай темаһы ла бар, гражданлыҡ тойғолары менән һуғарылған шиғырҙар ҙа күп. Һәр ҡайһыһы ла күңелдән үткәрелеп яҙылғаны күренә.

Ләкин шиғырҙарҙы уҡығанда, шунда уҡ уларҙың эшләнеп бөтмәгәне күҙгә ташланып тора. Хатта шунда уҡ «телгә эләгә”, тиергә мөмкин. Ҡабалан ғына яҙылған да ташланғандыр, тигән фекер ҡала. Бер шиғыр эсендә размерҙың үҙгәреүе бер хәл әле. Ә бына строфа эсендә ритмиканың “теште һындырырлыҡ” булыуы аптыратып ҡуя, сөнки унан еңел генә ҡотолоп та була бит.

Ҡайынҡайым, бөҙрә суҡлы ҡайын,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.