|
|||
Заявишься: Не могут ли аудиенцию дать? Хожу со времени Она.- Товарищ Иван Ваныч ушли заседать - объединение Тео и Гукона.Заявишься: "Не могут ли аудиенцию дать? Хожу со времени Она".- "Товарищ Иван Ваныч ушли заседать - объединение Тео и Гукона". Башҡорт шиғриәтендә йыш ҡулланылған, бынан алда күрһәтелмәй ҡалған төшөнсәләр һүҙлеге Аҡ шиғыр – ябай аңлатмала рифмаһыҙ шиғыр тип атала. Классик шиғырҙан айырмалы рәүештә, аҡ шиғырҙа тышҡы формаға иғтибар бирмәй, фекер һәм образға өҫтөнлөк бирелә. Шуға унда юлдарҙағы ижектәр һаны, ритмика әллә ни төҙөк булмай: Күңелеңдең моңһоулығын, Йөрәгеңдең ярһыуҙарын, Ай-һай, нисек танырғалыр: Улар әле – ғаләмдәге асылмаған йондоҙ һымаҡ, Серле йомғаҡ. Аллитерация – шиғырҙа ритмиканы көсәйтеүсе алымдарҙың береһе, юл эсендә тартынҡы өндәрҙең дә ҡабатланып, өҫтәмә яңғыраш биреүе. Ул алым сәсмә әҫәрҙәрҙә лә йыш ҡулланыла, бигерәк тә башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә күп: ҡара ҡарғышың ҡара башыңа; тартай теленән табыр. Бармаҡ хисабы – шиғырҙа ижектәр һанын тигеҙ итеп ҡороу. Ғәҙәттә беренсе һәм өсөнсө, икенсе һәм дүртенсе юлдарҙағы ижектәр һанын бер тигеҙ итеп алалар: 10 – 9 – 10 – 9, йә 8 – 7 – 8 – 7. Бәйет – шиғыр төҙөлөшө (формаһы) йәһәтенән ҡарағанда, рифмалашҡан ике юллыҡтарҙан торған шиғыр. Жанр йәһәтенән ҡарағанда беҙҙең әҙәбиәттә бәйет тип фажиғәле йөкмәткеле берәй тарихты шиғри хикәйәләүгә әйтәләр: мәҫәлән, “Саҡ менән Суҡ” бәйете. Быуын – шиғыр юлы эсендә бер нисә ижектән торған берҙәм яңғырашлы айырым берәмек. Ғәҙәттә ике, өс һәм дүрт ижекле була һәм ритмиканы ойоштороуға булышлыҡ итә: Бала саҡта/ ишек алды/ Ер шарылай/ иркен саҡта/. Верлибр – иркен итеп төҙөлгән шиғыр. Ғәҙәттә унда айырым ритмика ла, рифмалар ҙа, быуындар ҙа булмай, ә сәсмә тексты шиғыр рәүешенә килтереп яҙыу ғына бар: Яңы таңды Шик менән көтәм – Кемдер кискә Барып етмәйәсәк. Көндөң һүнеүен Шатланып оҙатам – Бөгөнгә мин түгел. Шулай ҙа шик ҡала – Кем һуң? (Азамат Юлдашбаев) Вәзен – шул уҡ шиғыр үлсәме, ритмиканы аңлата. Гипербола – һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһен биргәндә, образды көсәйтеү өсөн сағыштырыуҙарҙы артыҡ шаштырып ҡулланыу алымы: Яҡты көнөм төнгә әйләнде. График форма – текстың тышҡы күренешен, ҡабул итергә уңайлыраҡ булһын өсөн, кәрәк рәүешкә килтереү: юлдарға, строфаларға бүлеү, исем һәм эпиграфтар ҡуйыу һ. б. Ғәзәл – лирик шиғыр формаһы, ул аа – ба – ва рәүешендә үҫешә, әллә нисә строфала бер үк һүҙгә рифма табыу аша хәл ителә: Сирек быуат сынйырлымын, диңгеҙ, Ярыңдың таш-тупрағына, Ҡырлы тимер аяҡ-ҡулды түгел,
|
|||
|