|
|||
се дәрес. Шиғыр яҙыу еңел эшме?. Мин халҡымдың/ сәскә /күңеленән. Бал ҡортондай/ ынйы/ йыямын.. Йыямын да/ - йәнле/ ынйыларҙан. Хуш еҫле бер/ кәрәҙ1-се дәрес Шиғыр яҙыу еңел эшме?
Бер ҡараһаң, шиғыр яҙыу әллә ни ҡыйын да эш түгел һымаҡ: һәләтең бар, мәктәптә уҡығанда әллә күпме шиғырҙар уҡыйһың, ятлайһың – шиғырҙың нисегерәк була икәнен күҙ алдына килтерә алаһың. Әҙәбиәт уҡытыусыһы ла, әҙәби түңәрәк етәксеһе лә өйрәтеп, төҙәтеп ебәрә ала. Шуға ҡарамаҫтан, редакцияларға килгән шиғырҙарҙа йылдың-йылы, ҡайһы яҡтан килеүенә ҡарамаҫтан, бер үк хаталар ҡабатланып тик тора. Ирекһеҙҙән, мәктәптәрҙә һәммә ерҙә лә бер үк программа буйынса, бер төрлө өйрәткәнгә шулай килеп сығалыр, тигән уйға киләһең. Шуға ла был юлы мин шиғыр яҙыу серҙәрен мәктәпсә, дәреслектәр өйрәткәнсә түгел, ә үҙе кисереп өйрәнгән кеше булараҡ өйрәтеп ҡарамаҡсымын. Әҙәбиәт теорияһы буйынса хәҙер китаптар күп, тик теория ул өлкән кластарҙа, хатта университет кимәлендә өйрәнелә торған фән. Ә был әсбапты “практикум”, ҡулланма тип атау дөрөҫөрәк булыр, моғайын. Шиғырҙы (уны теҙмә әҫәр, теҙмә текст тиҙәр) прозанан (сәсмә текстан) нимә айыра – башта шуны билдәләйек. Беренсеһе – аныҡ ритмика, йәғни, ижектәрҙең, баҫымдарҙың юлдарҙа билдәле бер тәртиптә килеүе. Ритмика төрлө телдәрҙең үҙенсәлектәренә ҡарап, һәр халыҡта төрлөсә үлсәнә. Башҡорт телендә баҫым һәр ваҡыт һүҙҙең аҙағына тура килә, шуға ла һүҙҙең тамырына ялғау өҫтәлә барған һайын баҫым да күсә бара: сағыштырып ҡарағыҙ - бар, барған, барғанда... Юлдарҙа ижектәрҙең тигеҙ булыуы (мәҫәлән, 8-8-8-8; йә 8-9-8-9), хатта рифма ла ана шул ритмлыҡты тәьмин итергә бурыслы. Рус шиғриәтендә ритмика, өҫтәүенә, баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең теүәл тәртиптә ҡабатланып килеүе аша ла булдырыла. Ә башҡорт әҙәбиәтендә иһә был тәртипте шулай уҡ теүәл килеүсе быуындар яһай. Миҫал өсөн Рәми Ғариповтың бер шиғырын алып ҡарайыҡ:
Мин халҡымдың/ сәскә /күңеленән Бал ҡортондай/ ынйы/ йыямын. Йыямын да/ - йәнле/ ынйыларҙан Хуш еҫле бер/ кәрәҙ/ ҡоямын.
График рәүештә был шиғырҙың формаһын быуындар: 4-2-4; ижектәр һаны 10-9 тип билдәләп булыр ине. Ҡысҡырып уҡып ҡарағанда был еңел асыҡлана, теүәл ритмика шунда уҡ һиҙеләсәк. Был быуындар, шиғыр юлының оҙонлоғона ҡарап, төрлөсә булыуы ихтимал, тик уларҙың бер шиғырҙа мотлаҡ бер тәртиптә килеүе шарт. Тап ана шул ритмика шиғырҙы моңло һәм көйлө итә, йәғни ундай шиғырҙы “йырлап тора” тиҙәр. Әгәр шул ритмика боҙолһа, шиғырҙы уҡыған саҡта “тел абына”, уны тигеҙ юлда ятҡан түңгәк менән сағыштырырға булыр ине. Икенсеһе – шиғырҙың темаһы, йәғни уның менән авторҙың уҡыусыға ни әйтергә теләүе. Ул ниндәйҙер яңы фекер, яңы образ, асыш булыуы ихтимал. Бер шиғырҙа улар барыһы ла булһа, тағы ла шәберәк. Шулар шиғырҙы тап һинеке итә, улай булмаһа, теләһә ниндәй сәсмә һөйләмде дүрт юлға бүлеп, быуындаға бүлеп һалырға һәм шуны шиғыр тип атарға мөмкин булыр ине. Уларын “шиғыр менән яҙылған” тип атайҙар, йәғни – шиғри повесть, шиғри хикәйә һ. б. Өсөнсөһө - барыһы ла гел мотлаҡ беренсе тип һанап өйрәнгән рифма төшөнсәһе (бөтөнләй рифмаһы булмаған “аҡ шиғыр” тигән төшөнсә лә бар әле). Рифманың төрҙәре күп, тик дөйөм алғанда улар барыһы ла бер нәмәгә ҡайтып ҡала – шиғырҙа ул ритмиканы көсәйтеү сараһы. Бер ҡайҙа ла яҙылмаған ҡанунға ярашлы, башҡорт әҙәбиәтендә иң ябай шиғырҙа икенсе һәм дүртенсе юл рифма менән тамамланырға тейеш, тип ҡабул ителгән. Ләкин беренсе дәрестә үк шуны аңға һеңдерергә кәрәк: рифма яҙылышы буйынса түгел, ә яңғырашы буйынса билдәләнә! Мәҫәлән: Ҡотороп шашамы хис – Сиктәҙән аша иблис! (Тамара Искәндәриә).
Сағыштырыу өсөн: Юл ҡағиҙәһен боҙмайыҡ,
|
|||
|