|
|||
йөрөлә/ дәртле орсоҡ/ тилбер ҡулда.Өйөрөлә/ дәртле орсоҡ/ тилбер ҡулда. Хәрәкәттең/ үҙе орсоҡ/ был һил өйҙә - Туҡтамаҫҡа/ баҙнат иткән/ тик ул бында...
Рифма эҙләү – башлап яҙыусыларҙың төп шөғөлө, тиергә мөмкин. Сөнки быға тиклем яҙылған миллиондарса шиғырҙарҙа һеҙгә кәрәкле һүҙҙәр тегеләй ҙә, былай ҙа рифмалаштырып бөтөлгән инде. Ә ҡабатланған рифмаларҙы тағы ла сүкеп ултырыу ул – тапалған юл тип атала, уны уҡыусы шунда уҡ күрәсәк (бала саҡ – ҡаласаҡ). Шиғырҙы уҡыусыла һәм тыңлаусыла һәр ваҡыт “рифма көтөү” тигән тойғо йәшәй, йәғни, улар һәр шиғырҙа авторҙың һүҙҙәрҙе нисек уйнатыуын, икенсе юл аҙағында яңғыратҡан һүҙгә дүртенсе юл аҙағында нимә килтереп сығарырын алдан самалап, көтөп тора. Әгәр тапҡыр һәм өр-яңы яңғыраш килеп сыҡһа, уның йөҙө яҡтырып китәсәк тә:” Әһә-әһә!...” – тип уйлап ҡуйып, артабан ҡыҙыҡһынып китәсәк. Сөнки шиғырҙың мәғәнәһенән, образынан да элегерәк уҡыусыға тап шул рифма яңғырашы барып етә, ҡалғанын ул аҙағыраҡ, хатта ҡайтанан уҡып ҡарап ҡына, төшөнә башлай. Рифма эҙләү юлдарын “бейей-бейей оҫтара” әйтеме менән сағыштырырға мөмкин. Әгәр һеҙ башығыҙға килгән һәр бер һүҙгә ирекһеҙҙән рифма эҙләй башларға өйрәнеп алһағыҙ, был шөғөл тиҙҙән автоматлашып китәсәк һәм һеҙгә артабан Николай Носовтың “Белмәҫйән мажаралары” повесы геройҙары һымаҡ:” Сүбәк – гүбәк, дүбәк, лүбәк... тф-ү, рифма табып булмай торған һүҙ икән был!” – тип аптырап ултырырға тура килмәйәсәк. Сөнки рифманың иң мөһим сифаты – яңғыраш икәнен иҫтә тотоп, шуны әйтергә мөмкин: теләһә ниндәй һүҙгә лә оҡшаш яңғыраш табырға була! Бының өсөн һеҙҙең башығыҙҙа (алдан әйтелгәнсә - эске аңғыҙҙа) миллиондарса вариант йөрөргә тейеш һәм уны кәрәк саҡта сығарып алырға ғына кәрәк. Шуға ла башлап яҙыусыларға ололарҙың кәңәше ғәҙәттә шунан ғибәрәт була: күберәк шиғырҙар уҡығыҙ. Күберәк уҡыған һайын, һеҙҙең хәтерегеҙҙә рифмалар варианттары йыйыла ғына барасаҡ. Әгәр Маяковский кеүек бөйөк шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып ҡараһағыҙ, уларҙа әллә ниндәй ҡатмарлы һүҙҙәргә лә бик оҫта итеп рифма килтереп сығарып булыуын күреп, үҙегеҙ ҙә таң ҡалырһығыҙ:
|
|||
|