|
|||
се дәрес. Образ төшөнсәһе4-се дәрес Образ төшөнсәһе "Образ" тигән, һүҙ менән аңлатыу өсөн үтә ҡатмарлы, ә күҙ алдына бик еңел генә килтереп була торған төшөнсәне һүрәтләп бирер алдынан, күсмә мәғәнәләр тураһында асыҡлыҡ индереп китергә кәрәк. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәләре барлығын барыһы ла белә. Улар беҙҙең һөйләшкә шул тиклем киң ингән - беҙ күптәренең тура мәғәнәһе тураһында уйлап та ҡарамайбыҙ. Мәҫәлән, "уҡыу" тигәнде беҙ барыбыҙ ҙа мәктәпкә йөрөү тип ҡабул итәбеҙ. Әгәр төптәнерәк һәм ентекләберәк уйлап ҡараһаҡ, "уҡыу" һүҙенең яҙма хәрефтәрҙе күҙ менән хәтергә һалыу икәнен аңлар инек – китап, гәзит уҡыу. Беҙҙең олатайҙар ҙа әле беҙ ҡабул иткән белем алыуҙы "һабаҡ" тип һөйләгән. Ана шулай күсмә мәғәнәлә ҡулланылған һүҙ әҙәбиәттә троп тип атала. Ләкин шуны иҫтә тотоғоҙ: троп тип аталыу өсөн был һүҙҙең һеҙ килтергән текста күсмә мәғәнәлә ҡулланылғаны мотлаҡ аңлашылып торорға тейеш. Мәҫәлән, "хат уҡыйым", тип яҙһағыҙ, ул тура мәғәнәһендә буласаҡ, ә бына "врач булырға уҡыйым", тиһәгеҙ иһә - күсмә мәғәнәлә, йәғни - троп. Һүҙҙәрҙе күсмә мәғәнәлә дөрөҫ ҡуллана белеү телмәрҙе матур, сағыу һәм бай итә, тыңлаусыға әңгәмәсеһенең йәки уҡыусыға авторҙың оҫталығын күрһәтә. Күсмә мәғәнәләрҙең тағы береһе - метафора. Уны ябайыраҡ итеп былай аңлатып булыр ине: әгәр троп - һүҙҙең күсмә мәғәнәһе булһа, метафора - һүҙбәйләнештең күсмә мәғәнәһе. Телмәрҙә һәм яҙмала кеше айырым һүҙҙәрҙе һирәк осраҡта ҡуллана, күберәк әллә нисә һүҙҙән торған һөйләмдәр менән эш итә. Шуға метафоралар ҙа беҙҙең тормошта күберәк таралған. Баяғы миҫалды дауам итһәк, "университетта врач булырға уҡып ятам", тиһәгеҙ, троп - метафора - образ системаһынан торған эҙмә-эҙлекле күсмә мәғәнәләр теҙмәһе килеп сығыр ине. Бына ошо һөйләмде һүҙләп тикшереп сығайыҡ. Был бәйләнештә "уҡып" һүҙенең троп икәнен беҙ асыҡлағайныҡ. "Уҡып ятам" тиеүҙә бер күсмә мәғәнә юҡ һымаҡ - карауатта беҙ әҙ ваҡытты ятып уҡып үткәрәбеҙме... Шуға һүҙбәйләнеште киңәйтәбеҙ: "университетта уҡып ятам". Был инде метафора, сөнки университетта ятып уҡып булмауы мәғлүм. Сағыштырыу өсөн "университетта уҡып йөрөйөм", тиһәгеҙ, ул туп-тура мәғәнәлә булыр ине, сөнки унда белем алыр өсөн көн һайын йөрөргә кәрәк. Ә бына тотош һөйләмде берләм алһаҡ, ул образ төшөнсәһен бирер. Тимәк, был һөйләмдә һүҙ барған кеше – студент. Студент тигән бер һүҙ кеше аңында әллә күпме күренештәр – аудиториялар, күңелле йәшлек тормошо, тағы ла бихисап ассоциациялар тыуҙырасаҡ. Һүҙ башында әйткәнемсә, образды күҙ алдына килтереүе еңелерәк, аңлатып биреүе оҙаҡ. Бер әҙәбиәт ғилеме китабында ла һеҙ уның аныҡ ҡына билдәләмәһен таба алмаясаҡһығыҙ: образ ул - ... Был ҡыҫҡа ғына һөйләм менән беҙ тыңлаусыға күп нәмәне бер юлы аңлатып бирәбеҙ: кеше юғары белемле табип булырға уҡып йөрөй, ул ятаҡта, тимәк, сит ҡалала йәшәп ята... Константин Паустовский образды күрһәтер өсөн бындай сағыштырыу килтерә: бер нәмә лә күренмәгән ҡараңғы ҡойо төбөнә ҡапыл ғына ялағай ялтырауынан яҡтылыҡ төшөп ала. Ана шул балҡыш эсендә кеше ҡойоноң һәр детален секунд эсендә күреп өлгөрәсәк һәм шул яҡтылыҡ, балҡыш уның хәтерендә ҡаласаҡ. Шиғырҙарҙағы матур образ күңелдәрҙә ана шундай ҡыҫҡа мәлле балҡыш булып һаҡлана. Шуға ла ундай шиғырҙарҙың бер юлын ғына уҡыу етә, һәм кеше уны тотошлайы менән иҫенә төшөрөп, һеҙҙең менән уртаҡ кисерештәр донъяһына сумасаҡ. Троп - метафора - образ системаһы, күсмә мәғәнәләр йыйылмаһы булараҡ, бик күп яҡлы һәм бай. Шиғырҙа ул бер һүҙ менән дә бирелә алыуы мөмкин, тотош шиғырҙың йә һөйләмдең бер өлөшө булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, "башҡортлоҡ" тигән һүҙҙе бик оҙаҡ һәм ҡатмарлы итеп аңлатырға мөмкин булыр ине, шул уҡ ваҡытта ул күҙ алдына килтерә алған кешегә былай ҙа аңлашылып тора... Шулай уҡ, һин яратмаған кешең тураһында "йылан" тип әйтһәң, бер күсмә мәғәнә менән тотош образ тыуҙыраһың. Ләкин шуны ла онотмағыҙ: образдарҙың халыҡ араһында күптән ҡалыпҡа әйләнгәне лә бар (Хужа Насретдин, "марсианин", мәҫәлән), ә шиғырҙарығыҙҙа һеҙ асып күрһәтерҙәйҙәре тағы ла күберәктер әле... Шиғырҙа образдың төп сифаты - уның сағыу булып күренеп, шундуҡ танылып тороуы. Бының өсөн һүҙҙең күсмә мәғәнәһен мотлаҡ уның тура мәғәнәһе менән бәйләп күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, Рәшит Назаровтың "Зәңгәр күлдәр - гүйә, зәңгәр күҙҙәр", тигәнендә беҙ ике төшөнсәне уларға хас уртаҡ зәңгәрлеге аша сағыштырып образ тыуҙырыу өлгөһөн күрәбеҙ. Икеһенең дә зәңгәр төҫтә булыуы шиғырҙың тәүге юлында уҡ шиккә урын ҡалдырмай: уларҙың уртаҡ яҡтары күп һәм шағир артабан уларҙы күбәйтә генә төшәсәк. Шуға әҙәбиәт ғилемендә троп - метафора - образды тикшереп ҡарар өсөн сағыштырыу бәйләгестәрен ҡулланып ҡарарға тәҡдим ителә: гүйә, кеүек, һымаҡ, әйтерһең дә һ. б. Был миҫалда Рәшит ағай беҙгә уйланырға ла урын ҡалдырмай, тәүге сағыштырыуҙы үҙе килтереп ҡуя, ә бына "Минең донъям - төпһөҙ даръя", тиһәк иһә, артабан был күсмә мәғәнәләрҙе ни өсөн йәнәш ҡуйыуҙы аңлата башларға кәрәк булыр ине. Сөнки шунда уҡ:" Ә ни өсөн?" - тигән һорау баҫасағы күренеп тора һәм “был – образмы?” тигән шик төшә. Шуға шиғыр яҙғанда әлеге өс төшөнсә бәйләнешен бик асыҡ күҙ уңында тоторға кәрәк: береһендә аңлайышһыҙ образ тыуҙырып, мәғәнәһеҙ шиғыр яҙылһа, икенсе осраҡта кәрәкмәгән аңлатмаларға төшөп китеп, шиғырың үтә оҙон һәм буталсыҡ булып китеүе ихтимал. Был дәрестәр эсендә беҙ шиғыр яҙыу өсөн мотлаҡ булған ике системаны ҡараныҡ: ритмика - размер -рифма һәм троп - метафора -образ. Мәктәп уҡыусыһы кимәлендә шиғыр яҙыу өсөн шул ике системаны "ҡанға һеңдереү" етә, тиергә мөмкин. Быны "тәбиғәттә урман һәм ялан" була, тип аңлатыуға тиңләргә мөмкин булыр ине. Артабан иһә урмандарҙың ниндәйе була, яландар ниҙән ғибәрәт икәнен ентекләп төшөндөрә башлар инек. Улары иһә, белгестәр эше, тиергә лә мөмкин. Сөнки урманды урмансылар ҡарай, ә яландарҙың да ниндәй генә төрө юҡ – иген яландары, бесәнлектәр, далалар, көтөүлектәр, һ. б . Ә беҙгә әлегә уларҙы тәү ҡарауҙан айырырға өйрәнеү ҙә етеп торор.
|
|||
|