|
|||
Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙыңМин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың Тере рухы – һеҙгә һүҙ ҡушам. Уралтауҙа һеҙ йәшәһен тиеп, Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан (Рәйес Түләк. “Оран”). Был шиғырҙа Рәйес ағай “мин” тип өндәшә, тимәк, ул үҙе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған, тип ҡабул итергә мөмкин булыр ине. Ләкин шиғырҙы уҡығанда уҡ беҙ шуны аңлайбыҙ: авторҙың лирик геройы – ҡорбандар – беҙгә шулай тауыш бирә. Бының өсөн шағирға шартлы рәүештә шул ҡорбандарҙың “тиреһенә инеп ҡарарға” кәрәк булған: улар әлеге тормошобоҙҙо нисек ҡабул итер ине, беҙгә ниндәй баһа бирер ине һ. б. Автобиографик әҫәр геройынан лирик герой нимәһе менән айырыла һуң? Тәүгеһендә яҙыусы-авторҙың үҙе хаҡында һүҙ барһа, лирик герой һәр шиғырҙа төрлө кеше булыуы ихтимал, мәҫәлән, шағир табип, ауырыу кеше, һуғышсы йә әсә исеменән дә сығыш яһап, уның кисерештәрен биреүе мөмкин. Әйтәйек, һуғыш тураһында шиғыр яҙыу өсөн шағирға мотлаҡ һуғышта ҡатнашырға кәрәкмәй, ә автобиографик әҫәр геройы фәҡәт үҙе ҡатнашҡан һуғышты ғына тасуирлай ала. Шуға проза әҫәрҙәре яҙыусылар йышыраҡ өсөнсө заттан (“ул”, “улар” тип һөйләп) сығыш яһаусан. Лирик герой төшөнсәһе авторҙың үҙенә ныҡ яҡын (әлеге миҫалда күрһәткәнсә, “тиреһенә инеп ҡараған” өсөн), шуға ла ундай әҫәрҙәрҙе уҡыусы ла күңеленә яҡыныраҡ ҡабул итә. Килешерһегеҙ, әллә ниндәй уйлап сығарылған геройҙың кисерештәренә ҡарағанда, һәр кемгә лә аныҡ кешенең күңел донъяһына инеп ҡарауы ҡыҙығыраҡ. Быны берәй ваҡиғаны унда ҡатнашҡан кеше һөйләүе һәм шул уҡ ваҡиғаны кемдәндер ишеткән кешенең һөйләүе менән сағыштырырға мөмкин булыр ине. Миҫал килтереп әйткәндә: һеҙҙең класташығыҙ Австралияға барып йәшәп ҡайтты һәм һеҙгә һөйләне, йә һеҙ Австралия тураһында китаптан уҡып белдегеҙ, ти. Дөйөм алғанда, шиғриәттә лирик герой төшөнсәһен бер шиғырҙа ғына ҡарамайҙар. Ул шағирҙың тотош ижадында (шиғырҙарында, поэмаларында) уның донъяға ҡарашы, күңел торошо һымаҡ барлыҡҡа килә – нескә күңелле, иленең патриоты, ҙур йәмғиәт эшмәкәре, киң ҡарашлы һ. б. Ана шул шағир тыуҙырған лирик герой образы уҡыусының үҙенең күңеленә лә яҡын булғанда, кеше ғәҙәттә “ул шағир миңә оҡшай” тигән тигән һығымта яһай һәм донъяла һәр кешенең “яратҡан” һәм “оҡшатмаған” шағирҙары барлыҡҡа килә. Ябайыраҡ әйткәндә, яратҡан шиғырығыҙҙы уҡығанда һеҙ, ул шиғырҙы яҙғанда уның авторы ниҙәр кисергән – шуға оҡшаш тойғоларҙы үҙегеҙ кисерәһегеҙ. Хатта ул шиғырҙа яһалған асыштарҙы ла:” Бәй, мин дә шулай уйлап йөрөй инем дә, ысынлап шулай ҙа инде!” – тип ҡабул итәһегеҙ әле… Беҙ бында лирик герой тураһында һүҙ алып барғанда, “шағир тыуҙырған лирик герой образы” тигән яңы һүҙбәйләнеш килеп сыҡты. Шуға киләһе дәрестә һүҙебеҙ образ тураһында булыр.
|
|||
|