Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





меребеҙҙе һаҡлайыҡ!



Ғүмеребеҙҙе һаҡлайыҡ!

 

Был юлдарҙы уҡып ҡараһаң, икеһе лә бер үк оҡшаш ижеккә бөтә һымаҡ – “майыҡ”, “лайыҡ”. Ә бына ҡысҡырып уҡып ҡарағыҙ әле: “боҙмайыҡ” һүҙенә яңғырашы буйынса “уйнайыҡ”, “һуҙайыҡ” тигән һүҙҙәр яҡыныраҡ икәне күренер. Сөнки бында шиғырҙың формаһы дөрөҫ һайланмаған. Ул 5-3 = 8 быуынына тап килтерелә, шуға уны уҡығанда “майыҡ” менән “лайыҡ” ижектәрен түгел, ә “боҙмайыҡ” һәм “һаҡлайыҡ” тигән ижектәрҙе рифмалаштырырға кәрәк була. Әгәр шул уҡ размерҙа быуындар нисбәтен үҙгәрткәндә (мәҫәлән: 4-2-2 = 8), ул былай килеп сығыр ине:

Юл ҡағиҙә/һен боҙ/майыҡ,

Оҙон ғүмер/гә беҙ /лайыҡ!

 

Күреүегеҙсә, был юлы “майыҡ” һәм “лайыҡ” һүҙҙәрен яңғыратҡанда рифма йырлап тора. Шиғыр ана шулай әллә нисә вариантты барлап ҡарағандан һуң уңайлыһын табып яҙыла. Рифма эҙләү буйынса киләсәктә беҙ айырым дәрес тә үткәрербеҙ әле.

Бына ошо ябай ғына ҡағиҙәләр - иң ябай шиғырҙа ла үтәлергә тейешле шарттар. Улар үтәлмәһә, һеҙҙең дүрт кенә юлығыҙҙы уҡып ҡараған һәр кеше лә:”Был ниндәй шиғыр инде?” – тигән һорауын бирәсәк.

Артабанғы дәрестәрҙә беҙ аныҡ миҫалдарға күсеп, редакцияға килгән һеҙҙең шиғырҙарығыҙҙы ла “һүтеп һалып” тикшереп ҡарарбыҙ.

 

2-се дәрес

Күңел хәтере

 

Урамда һеҙ юл ситендә торған мату-ур машина күреп ҡалдығыҙ: әт-тә-тә-тә!.. Их, бер елдереп үтһәң... Ҡараһағыҙ, бер кеше йүгереп килә лә, уның ишеген асып инеп ултыра һәм елдереп ҡуҙғалып та китә! Һоҡланып һәм көнләшеп ҡарап ҡалырға ғына ҡала артынан...

Ә бит, уйлап ҡараһаң, беҙҙең заманда машина йөрөтә белмәгән кеше лә юҡ һымаҡ. Әлбиттә, Шумахер, Чагин һәм Ғабдрахман Ҡадыров кеүек “ас”тар миллионға, юҡ, миллиардҡа берәү генә булалыр, әммә урам тулы машиналарҙа һеҙҙең һымаҡ кешеләр йөрөп ята бит. Бының өсөн уларға ни бары өс нәмәне – тормоздың, газдың һәм рулдең нимә икәнен һәм нисегерәк эшләүен белеү ҙә еткән.

Беренсе дәрестә беҙ биргән өс аңлатма ла шуларҙан ғибәрәт ине. Машина йөрөтөргә өйрәнгән һымаҡ, шиғыр яҙырға өйрәнер өсөн дә уларҙы – ритмика, тема һәм рифманың ни икәнен, уларҙы нисек эшләргә мөмкин икәнен белеү етә. Ләкин оло юлдарға сығыу өсөн водителгә, машинаның төҙөлөшөн белмәһә лә, тағы ла юл ҡағиҙәләрен өйрәнергә кәрәк әле. Тап шуға ла водитель танытмаһы алам тигән кеше махсус уҡырға, имтихан тапшырырға тейеш була.

Шиғриәттә бындай ҡағиҙәләр ролен “Әҙәбиәт теорияһы” тигән фән башҡара. Практика теорияһыҙ – һуҡыр, тиҙәр. Ләкин береһе лә шиғыр яҙғанда, теория буйынса былай ярамай бит әле, ошолай булырға тейеш, тип ултырмай. Улай уйлай башлаһаң, бер ни ҙә яҙа алмаясағың көн кеүек асыҡ. Ундай шик-шөбһәләр йонсотмаһын өсөн, ул ҡағиҙәләр һеҙҙең эске, түбәнге аңығыҙға (подсознание) автоматизм булып инергә тейеш. Ысынлап та, бесән сапҡан кеше бер ҡасан да салғыһын нисек һелтәүе тураһында уйламай ҙаһа, уны ҡулдары башҡара, ә ул үҙе был ваҡытта икенсе нәмәләрҙе уйлап, һөйләп йөрөүе лә мөмкин.

Нимә ул эске, йәғни төпкөл аң? Ул беҙҙең мейелә ҡасандыр барлыҡҡа килгән, әммә кәрәге булмағанлыҡтан тәрән хәтергә һалып ҡуйылған мәғлүмәт. Тик кәрәк саҡта ғына ул үҙенең барлығын һиҙҙерә. Быны ябай миҫал ярҙамында аңлатып биреп була. Мәҫәлән, һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙә меңәрләгән кино ҡарағанһығыҙ. Тик хәҙер берәй киноны һөйләп бирергә ҡушһаң, уны береһе лә иҫенә төшөрә алмаясаҡ. Һәм бына шул киноны һеҙгә күрһәтә башланыҡ, ти. “Ә-ә-ә, быны бит мин шунда-шунда ҡарағайным, унда бына былай була!” – тип ҡысҡырып ебәрәсәкһегеҙ һеҙ, барыһын да иҫләп. Был- һеҙҙең төпкөл аңығыҙ кәрәкле мәғлүмәтте сығарып һалды...

Кешелә бик күп хәрәкәт, мәғлүмәт ана шундай төпкөл аң кимәлендә һаҡлана. Уны сығарыуҙы автоматизмға еткереү өсөн көндәлек күнекмә кәрәк.

Әҙәбиәткә ҡағылғанда, был күберәк уҡырға кәрәклекте аңлата. Ҡомһоҙланып күберәк китаптарҙы “йоторға” түгел, әлбиттә, ентекле уйланып һәм үҙең булдыра алғанса анализлап. Сөнки һеҙ бит ябай “машина йөрөтөүсе” түгел, ә кәм тигәндә “уҙышыу буйынса спорт мастеры” булыу маҡсатын ҡуйғанһығыҙ. Яҙылған әҫәрҙе анализлап ҡарау ҙа ана шуның өсөн кәрәк: төпкөл аңға уңыштар ғына түгел, хаталар ҙа һалынырға тейеш – ҡабат ҡабатламаҫ өсөн. Уны, аҡыл хәтеренән айырмалы, күңел хәтере тиҙәр.

Ә хәҙер, беренсе дәрестә вәғәҙә иткәнсә, берәй шиғырҙы тикшереп ҡарайыҡ.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.