Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Дамир Шәрәфетдинов



Дамир Шәрәфетдинов

Шиғыр нисек яҙыла?

Әҙәбиәт дәрестәрендә, әҙәби түңәрәктәрҙә

ҡулланыу өсөн дәреслек

 

Шиғыр тигән төшөнсәне рус телендә алып ҡараһаҡ – стихотворение – ул туранан-тура “шиғыр төҙөү, ҡороу” мәғәнәһен бирер ине. Шиғыр яҙыуҙың башҡорт халҡында ла “шиғыр сығарыу” тигән аңлатмаһы бар, был мейес сығарыу һымаҡ уҡ, төҙөү мәғәнәһен бирә. Тимәк, шиғыр ул – билдәле бер тәртиптә төҙөлгән һүҙҙәр йыйылмаһы, тип ҡарай алабыҙ. Һәр төҙөү ниндәйҙер бер тәртип менән башҡарылыуын иҫәпкә алып, бында беҙ ана шул тәртиптең төп нигеҙҙәрен барлаясаҡбыҙ, уларҙың ниндәй ҡанундарға таяныуын тикшерәсәкбеҙ.

 

Иң башта шуны асыҡлап алайыҡ –

Шиғыр ни өсөн яҙыла?

 

Күпселек кешелә, башҡаларҙың яҙғандарын уҡығанда, был кеше иң аҡыллыһы, иң ғилемлеһе, иң фекерлеһе, шуға ла ул яҙғандарҙы уҡыу фәһемле, тигән уй тыуыусан. Әммә был төптө хата фекер. Был донъяла аҡыллылыҡ, хислелек, фекер тәрәнлеге буйынса бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә махсус бәйгеләр үткәрелгәне юҡ һәм тап китап яҙған кеше иң-иңдәр араһында тип уйлау дөрөҫ түгел. Улай булғас, яҙыусылар һәм уларҙың китаптары нисек бар булалар һуң?

Башҡорт халҡында “үҙеңдән башҡаларҙы әүлиә тип бел”, тигән тәрән мәғәнәле фекер бар. Тимәк, башҡалар һиңә ҡарағанда ла аҡыллыраҡ, хислерәк һ. б. түгелме? Тап шулайҙыр ҙа. Ләкин яҙыусылыҡҡа кешене икенсе нәмә этәрә - һинең үҙеңдең уй-кисерештәреңде башҡалар менән уртаҡлашыу теләге. Шуға ла яҙыусылар араһында “яҙмайынса булдыра алмайым” тигән ҡанатлы һүҙбәйләнеш таралған. Йәғни, шиғырға килгәндә, уны кешенең күңел кисерештәре тип ҡарағанда, һин үҙеңдең шиғырыңды уҡыған кеше һинекенә оҡшаш тойғолар кисерергә тейеш, тигән ниәттә булаһың. Тап шуның өсөн һин башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәренән дә үҙеңдең күңелеңдә йөрөгән тойғоларға оҡшашын эҙләйһең, уларҙы йә көсәйтәһең, йә яңыларын өҫтәйһең.

Ана шуға ла яҙыу эше иң беренсе нәүбәттә Уҡыусы төшөнсәһе менән бәйле булырға тейеш: яҙыусы бар икән, тимәк – уҡыусы ла бар. Һеҙҙең йыш ҡына кешеләрҙән:” Аңлайым мин, ләкин бына аңлатып бирә алмайым!” – тигән аҡланыу ишеткәнегеҙ барҙыр. Яҙыусының маҡсаты – үҙе тойғанды башҡа кеше лә аңларлыҡ итеп яҙа белеү. Әйтергә кәрәк, әллә ниндәй сағыу хис-тойғолар уратымында йәшәп тә, уларҙы бөтөнләй аңлата белмәгән кешеләр күп була. Бының өсөн үҙеңдең уҡыусыңды бик яҡшы күҙ алдына килтерә белергә кәрәк: ул һинең һымаҡ кешеме, ниндәй телдә һәм даирәлә аралаша, ниндәй кимәлдә мәғлүмәтле, һин яҙғандар уға ҡайһы яғы менән ҡыҙыҡлы булыуы ихтимал, ул һинең әҫәреңдән үҙ үҫеше өсөн тағы ни ала ала һ. б.

Шуға ла был донъяла байтаҡ ҡына кеше тик үҙе өсөн генә яҙыу менән булыша, йәки көндәлектәр алып бара. Улар, шулай уҡ, кисерештәреңде кем менән булһа ла (хатта ҡағыҙ менән булһа ла) уртаҡлашыу сараһы. Ҡағыҙға яҙып ҡуйылған уйҙар барыбер ҙә уны кемгәлер һөйләү - күңелде бушатыу тойғоһо ҡалдыра. Әммә һеҙ яҙғандарығыҙҙы берәй редакцияға ебәрергә ҡарар итәһегеҙ икән, бында инде тормошоғоҙға ана шул Уҡыусы ла килеп инәсәк. Тимәк, бында уның мәнфәғәттәренән дә сығып эш итергә тура киләсәк.

Яҙыусылыҡ – үҙеңдең күңел тойғоларын башҡаларға еткереү юлы. Рәссам бының өсөн буяуҙар ҡуллана, композитор көйҙәр ижад итә, ноталар менән эшләй, ә яҙыусының төп ҡоралы – һүҙ. Әлбиттә, кешеләргә әйтер һүҙең бар икән, һин уларҙы нисек еткереү сараларын, йәғни – һүҙ сәнғәтен, һәр хәлдә, башҡаларҙан яҡшыраҡ белергә тейешһең. Бының өсөн яҙыусылар ғүмер буйы өйрәнәләр, тәжрибәләр яһайҙар, тарихҡа һәм үткәндәргә ҡайталар, киләсәкте фаразлайҙар... Кешелек тарихында, яралғандан бирле үҫешә килеп, Әҙәбиәт тигән оло бер донъя барлыҡҡа килгән, ул телдән-телгә, быуындан-быуынға, халыҡтан-халыҡҡа күсеп, таралып, хәҙер инде үҙ ҡанундарын барлыҡҡа килтереп, һаман үҫеүен дауам итә. Беҙгә ана шуларҙың иң ябай ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙән башларға кәрәк.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.