Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





фө приютында 3 страница



Сестраны саҡырып алып:

– Систра, тәпир панус нит. Әйҙә,–тип, уны бәҙрәфкә саҡырҙыҡ. Ул һис ҡаршылашмай барҙы. Шунда тиҙәкте күрһәтеп, рөхсәт иткәс, сығып киттек.

Ул көндө мин, әллә нисә килеп, Шаһүәлиҙе тәҙрәнән ҡараным. Ул, башын ҡалҡытып йылмая бирә лә, ләз ятып ҡуя.

Иртәгеһенә Шаһүәлием урынында икенсе бала ята ине. Баҡһаң, Ғәшүрәне лә, Шаһүәлиҙе лә кисә кис больницаға алып киткәндәр. Аның больницалағы хәлен белешергә, ул больницаның ҡайҙа икәнен белергә анда барырға, тип нисә көндәр йөрөһәм дә, “не знаем… не пойдешь”–тан башҡа яуап ала алманым…

Баҡсаға көн дә йөрөйбөҙ. Клумбалар, түтәлдәр әҙер. Хәҙер инде рассадалар кәрәк.

Ике-өс тапҡыр рассада барып алдыҡ. Ул беҙҙең приюттың аръяғында икән. Урам араһында юл бик бысраҡ, бата. Ултыртылған сәскәләргә лейка менән һыу һибә торғас, улар матурланып тамыр алып киттеләр.

Тирләп-бешеп эшләйбеҙ. Баҡсанан түгел, үҙ участкабыҙҙан да ситкә сығып йөрөргә рөхсәт итмәйҙәр. Ғәлләмдең һөйләүенә ҡарағанда, яҡында ғына, эргәләге ҡалҡыулыҡ ашаһында, текә ҡабаҡ аҫтында Ағиҙел аға икән. Шулай ҙа беҙ уны үҙ күҙебеҙ менән күрә алманыҡ. Бер көн баҡсаның һул яҡ мөйөшөндә ултырған, манара һымаҡ кирбес йортто ваттылар. Ул губернаторҙың ял итеп ултыра торған урыны булған икән. Беҙ, бүтән детдом балалары менән бергәләп, теҙелеп, аның кирбесен ҡулдан-ҡулға биреп, алыҫҡа ташып ҡуйҙыҡ.

Оҙаҡламай Ғәшүрә больницанан ҡайтып килде. Шаһүәлиҙе һораштым.

– Изоляторҙан машинаға индергәндә күргәйнем. Ә больницаға беҙҙе индергәндә ул булманы,–тине Ғәшүрә. Минең йөрәгем шыу итеп, ҡалтыранып китте.

– Ҡайҙа булды икән һуң ул?–тигән һорауға Ғәшүрә лә, приютта ла, бер кем дә, бер ниндәй ҙә яуап бирә алманы.

Ғәшүрәнән:

– Ул больницағыҙ ҡайһы ерҙә? – тип ҡат-ҡат һораһам да:

– Белмәйем. Машина менән барҙыҡ, машина менән килтерҙеләр. Башым әйләнеп бөттө,– тигән генә яуап алдым.

«Ауырыуы ныҡ булып, икенсе больницаға һалғандарҙыр. Һауыҡҡас ҡайтып килер», тип тынысландырҙылар мине. Уның төҙәлеп ҡайтыуын көттөм дә көттөм…

Бер көн эшкә китергә йыйынһаҡ, Зәйни, Һиҙиәт, Барый, Әкбәр, Ғәшүрә, йәнә бер-ике бала юҡ. Алар ҡасып киткән булып сыҡты. Көтмәгәндә кейемдәребеҙҙе алмаштырҙылар. Шөйлә һәйбәт кенә ашатып та ҡуйҙылар. Иртәгеһенә эшкә китергә теҙелешкәйнек, алдыбыҙға оҙон ғына бер ағай килеп баҫты. Ул башҡортса:

– Һаумыһығыҙ, балалар?–тине. Беҙ башта аптырап ҡалһаҡ та, дөргөн генә:

– Һаубыҙ, – тип яуап бирҙек.

Ул беҙҙең хәлебеҙҙе, ҡайһы яҡтарҙан булыуыбыҙҙы һорашты. Өйөлөшөбөрәк тора инек, ул беҙҙең эргәгә лә килеп,

– Ә һеҙ ҡайһы яҡтан? – тип һораны.

– Беҙ Ҡаҙмаш ауылынан, – тинек беҙ Байым менән.

– Әллә беләһегеҙме беҙҙең ауылды? – тип һораныҡ.

– Ҙур ғына ауылмы? Йылға аръяғында тау битендәрәк лавкалы ҙур өй бар. Шулмы?

– Әйе-әйе, шул-шул! Әбзәр бай өйөн әйтәһегеҙ,– тинек.

– Әйе, һеҙҙең ауылда булғаным бар,–тине ул. Беҙ сикһеҙ ҡыуандыҡ.

Беҙҙең приюта йәш кенә,бик эшлекле бер егет эшләүен һөйләне.

Ул ағай балаларға бында уҡытырға мөмкинлек булмауын, үҙ яҡтарыбыҙға ҡайтарып уҡытырға кәрәклеген аңлатты. Беҙҙең шатлығыбыҙ йәнә артты. Хәҙер баҡсаға ла дәртләнеберәк йөрөй башланыҡ. Унда ҡапҡанан ингәс тә уң яҡта таҡта менән көпләнгән, ҙур, киң һарайға оҡшаған, бейек һикәлтәле ике бина ултыра. (Хәҙер береһендә «Иҙел» кинотеатры. Икенсеһендә читальня, бильярдный ине. Һуңынан уны күсерҙеләр). Улар ҡыйралып, таҡталары ҡуптарылып, иҙәндәре һынып, түбәһе тишелеп бөткән. Ә эсе һыу, ат тиҙәге, һалам, бесән ҡалдыҡтары, септә-һәптә, йүкә-һаҡа, сепрәк-сапраҡ менән тулған.

– Аҡтар ошонда ат ҡуйғандар,– тинеләр беҙгә. Беҙ, балалар, ҡырмыҫҡа шикелле, андағы сүп-сарҙы тышҡа сығарып, һыуын түктек. Эргәһенә таҡталар ташыныҡ. Оҫталар килеп, иҙәнен, стенаһын, башын рәтләнеләр, буяп та ебәрҙеләр.

Уйламағанда, бер көн төшкө аш ваҡытында беҙгә:

– Иртәгә ҡайтып китәһегеҙ, – тинеләр.

Был минең башыма таш менән һуҡҡандай булды.

– Шаһүәлием ҡала бит! Баим, нишләйбеҙ, ә? – тинем.

Тегендә йүгерҙем, бында йүгерҙем. Көн кисләне. Бер нәмә лә сығарып булмай. Шул саҡта Ғәлләм килеп:

– Һау булһа, ҡустың үҙе лә ҡайтыр. Мин ҡалам. Приютҡа килһә, үҙ туғанымдай ҡарармын. Больницаларға ла йөрөп сығырмын. Өфөнө мин хәҙер яҡшы беләм. Һин ҡайтып кит. Атайың көтәлер,–тигән кәңәш бирҙе. Баим да, Шәпей апай ҙа, башҡалар ҙа уның кәңәшен урынлы тапты.

Шаһүәлимдең яҙмышын Ғәлләмгә тапшырып, уға ауыл исемен, волосте, исем-фамилияны әйтеп, ҡайтып китергә булдым. Хәҙер инде Хәмитйәнде үҙ яныма алдым.

Һуңғы кис йоҡланыҡ. Завтрактан һуң:

–Белоретҡа ҡайтырға тигәндәр теҙелегеҙ! Йыуынырһығыҙ, кейенерһегеҙ, – тинеләр.

Берәмләп кенә бер бүлмәгә индерәләр. Миңә лә сират етте.

Бүлмәлә аҡ халат кейгән өс-дүрт кеше йөрөй. Барып инеү менән тиҙ–тиҙ генә минең сәсемде алып ташланылар. Ашыға-ашыға өҫтөмдәге күлдәк–ыштанды систереп, ҡыҫҡа ғына еңел оҙон күлдәк кейҙерҙеләр. «Быныһы йыуынғансы кейеп торорғалыр», тип уйланым мин. Бер ишекте күрһәтеп, миңә сығырға ҡуштылар. «Әһә, быныһы йыуыныу бүлмәһелер», тип ишекте асып, тупһаны ашаҡлауым булды,– аяҡтарым тротуарҙа, үҙем урамда булып сыҡтым. Ә алдымда ғына минеке шикелле йәшел буйлы һары күлдәк кейгән, сәстәре алынған ҡыҙҙар теҙелеп тора. Мине күреү менән улар ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Абайлабыраҡ ҡараһам, улар үҙебеҙҙең үк малайҙар, ҡыҙҙар булып сыҡты. Баим менән Мортаҙаға ла, Хөсәйен менән Дәүләткә лә, Шәпәй апай менән Ғәлиәкбәргә лә, барыһына ла бер иш кенә ҡыҙҙар күлдәге кейҙергән дә сығарғандар.

Бына бер заман, һуңғы кеше булып, эре һөйәкле, ярҡалай яҫы кәүҙәле, киң яуырынлы ауыр һынлы Исмәғил күренде. Ул, яҫы табандары осондағы оҙон бармаҡтарын тарбайтып, ҡорһағын тажрайтып, һимеҙ өйрәккә оҡшатып, ҡайҡалай-ҡайҡалай килеп сыҡты. Һыныбыҙ ҡатып көлдөк. Етмәһә, урамда ятҡан бер йүкә менән билен быуып ҡуйҙы. Итәген күтәреп, ыштаны юҡлығын да белдерҙе. Быныһы беҙҙе ғәжәпләндермәне. Сөнки ыштанды малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла кейҙермәгәндәр. Мәшәҡәте аҙ була икән, ыштан булмағас. Күтәрҙең, ултырҙың, эш бөттө…

Беҙҙе вокзалға түгел, ә Өфөнөң, хәҙерге товарный двор площадкаһына алып барып туҡтаттылар. Килгәндәгенең яртыһы самаһы бала бар ине.

Бер көн торҙоҡ, ике көн көттөк, өс көн булып киттек. Аҫтыбыҙға түшәргә лә, өҫтөбөҙгә ябынырға ла бирмәнеләр. Ашатыуҙары ла әллә ниҙә бер генә була. Таралышып йөрөргә лә ҡушмайҙар. Ә ҡорһаҡ ас.

Кәңәшләштек тә, Ғәлиәҡбәрҙе үҙебеҙҙең башлыҡ итеп ҡуйҙыҡ. Ашарға эҙләп сығып китәбеҙ. Иҙел буйы ярында ҡапҡаслы тишектәр бар. Шунда пароходтарҙан иген, бүтән аҙыҡ-түлек бушатҡандар йәки тейәгәндәр. Беҙ унда соҡсоноп йөрөп, турғай, сәүкә, күгәрсен кеүек ҡоштарҙың үткер күҙе күрмәй ҡалдырған бойҙай, арыш, арпа, һоло бөртөктәрен табып алып, сүпләп ашайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр әллә ниндәй тишектәргә инеп китеп, серек-сарыҡ, шытҡан иген бөртөктәрен усына йыйып алып сыға. Уны бүлешеп ашайбыҙ. Ас кешенең асыуы яман, тиһәләр ҙә, күмәкләп асыҡһаң, бер-береңдең ҡәҙерен яҡшы беләһең ул. Һәр тапҡан нәмәңде бүлешеп ашайһың.

Шулай ҙа ҡалаға, тау өҫтөнә күтәрелмәйбеҙ. Ғәлиәҡбәр ҙә рөхсәт итмәй.

–Поезд бирерҙәр ҙә тороп ҡалырһығыҙ,– тип ҡурҡыта ул. Тау аҫтындағы, яр буйындағы матур-матур өй тәҙрәләре төбөнә барып:

– Дайте христаради,– тип ҡул һонабыҙ. Арыу кешеләр, бәләкәй генә булһа ла, бер нәмә биреп,

– Меҫкен ҡыҙыҡайҙар, һөйәк кенә булып ҡалғандар, – тип йәлләп ҡала. Ә уҫалдары әллә ниндәй һүҙҙәр менән тиргәп ташлай. Ҡайһы берҙәре, хатта, ҡайнар һыу һибеп оҙата.

Бер көн ҡыҙыл армеецтар поезы килеп туҡтаны. Улар вагондан төшкәс, һөйләшеп киттек. Бик күбе башҡорттар булып сыҡты. Хәлебеҙҙе белешкәс, тоҡтарынан сығарып, беҙгә һәр төрлө ашамлыҡ өләшергә тотондолар. Улар үҙ-ара:

– Эх, кухняла бешереп, тамаҡтарын туйҙырып китергә ине был ҡыҙыҡайҙарҙың, – тип һөйләнделәр.

Ә был «ҡыҙыҡайҙар» араһында ҡыҙҙар бер нисә генә бөртөк булып, ҡалғандары малайҙар икәнлеген улар һиҙмәнеләр.

Һалдаттарҙың ҡайһы берҙәре тоҡ төбөнән ярма һымаҡ нәмә сығарып:

– Мәгеҙ, ҡайнатып, боламыҡ итеп эсерһегеҙ, – тип, уны услап–услап беҙгә бирәләр. Ә беҙ, ҡасан боласамыҡ буласағын көтөп тормаҫтан, биргән береһен ауыҙға, ҡорһаҡҡа оҙатабыҙ. Был – ямғырҙа еүешләнеп, тоҡ төбөнән уҡмашып йәбешкән, ауыҙҙа кертелдәп кенә торған, бик тәмле он ойошҡағы булып сыҡты. Ҡыҙыл армеецтар, беҙҙең сей он ашау хәленә етеп асығыуыбыҙға ғәжәпләнеп, бер-береһенә ҡарашалар. Ә приютта ниҙәр ашағаныбыҙҙы белмәйҙәр.

Бер аҙҙан ҡыҙыл армеецтар поезы ҡуҙғалды. Алар беҙҙең менән туғандарса хушлаштылар.

Бер көн кис беҙҙең үҙебеҙгә генә, килгәндәге кеүек, махсус эшелон бирҙеләр ҙә вагонға ултырттылар. Ишектәр бикләнде. Ҡуҙғалып киттек. Вагондың бәүелеп көлтөр-көлтөр килеүенә беҙҙең күҙҙәр йомолдо. Йоҡоға талғанбыҙ.

Уянғанда инде поезыбыҙ туҡтаған, ишектәр асылған, тышта йылы, йәмле йәй, балҡып яҡтыртҡан эҫе ҡояш; тирә яғыбыҙҙа матур урман, баҙыҡ сәскәләргә күмелгән бейек үлән. Беҙҙе ашатырға уйламайҙар ҙа. Балалар туғайға төшөп китергә иткәйне, Ғәлиәкбәр:

– Балалар туҡтағыҙ! Таралмағыҙ! Поездан тороп ҡалырһығыҙ! – тип һөрәнләп ебәрҙе. Уның эргәһендә адьютанттар кеүек, Хөсәин менән Дәүләт тора. Ғәлиәкбәр ҡулындағы ике тимер таяҡты юғары күтәреп:

– Алыҫҡа китмәгеҙ! Паровоз ҡысҡыртҡас, мин өс тапҡыр ошолай һуғырмын: «зың, зың, зың». Шул саҡта үҙ вагонғыҙға килеп ултырығыҙ. Китеп тә барырбыҙ. Килештекме? Ризаһығыҙмы? – тине.

– Килештек!

–Ризабыҙ! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, балалар болонға төшөп киттеләр. Бер иш кенә йәшкелт, һары күлдәкле балаларҙы төрлө сәскәле туғай йәшеллегенән айырыуы лы ҡыйын ине. Улар сәскәнән-сәскәгә ҡунған күбәләк кеүек мыж килде.

Бында ашарға ни нәмә генә юҡ! Көпшә лә ҡатып етмәгән әле. Көмөштәй саф йылға ла сылтырап аға. Йыуынып та алдыҡ. Ҡыр һабыны ла күп икән. Рәхәтләндек.

Бына бер ваҡыт: «Ууууъ, уууъ!» Ә «зың, зың, зың!» юҡ әле.

Бер аҙҙан йәнә «Ууууъ, уууъ!» уның артынса «зың, зың, зың», итте.

Шунда ғына беҙ, йүгерә-атлай килеп, вагондарға ултырҙыҡ. Оҙаҡламай ҡуҙғалып та киттек.

Поезд туҡтаған һайын шулай була. Беҙҙең өс “зың, зың, зың” булып балалар йыйылып бөтмәйенсә, поезд китә алмай. Үҙебеҙ хужа булдыҡ та киттек тегегә. Ә ҙур вагондарҙы тар вагондарға алмаштырған станцияла (Запрудовкалалыр инде) ике тәүлек яттыҡ. Был тирә тас беҙҙең яҡ шикелде. Урман, тау-таш ҡыҙырып сығабыҙ ҙа китәбеҙ. Беҙҙә булған ҡыр емешенең бөтөнөһө, хатта көртмәле лә бар. Бирәбеҙ генә уларҙың кәрәген.

Хәмитйән Өфөнән үк, эсем ауырта тип сыҡҡайны. Юлда ныҡ ауырып китте, яман эсе китә. Бара-бара вагондан да сыға алмай башланы. Йәнә бер бала шулай ҡаты ауырый. Уларға бөтә нәмә килтереп ашатабыҙ.

Белорет поезының тар ғына вагондарында ятып барырлыҡ урын юҡ. Уның эскәмйәләре ике яҡлап, стена буйына ултыртылған. Хәмитйән шул эскәмйәгә бөгәрләнеп кенә ята ла башын минең бот итенә һала. Ул хәлһеҙ генә тауышы менән:

 – Ағый, беҙҙең ауыл алыҫмы әле? – тип һорап ҡуя…

Вагон бәүелеүе ыңғайына ыуылйып ҡына йоҡлап килгән Хәмитйәндең башы Тирләнгә етәрәк ҡапыл ауыр булып китте. Кәүҙәһе лә ыуылйымаҫ булды. Тотоп ҡараһам, аяҡ-ҡулы, тәне һыуыҡ күренде. Тын да алмай. Шәпәй апай килеп ҡарап:

– Хәмитйәнебеҙ юҡ инде, – тине. Беҙ илаша башланыҡ.Шәпәй апай әкрен генә:

 – Нишләйһең бит. Юлда үлгәндәр бер Хәмитйән генә түгел. Бүтән вагондағылар белмәһен, – тине лә сығып китте.

Поезд туҡтағас, кемдәрҙер килеп, Хәмитйәндең мәйетен алып сығып киттеләр…

Беҙ, Белоретҡа барып еткәнсе Шаһүәлиҙе, Гәүһәрҙе, Хәмитйәнде иҫкә алып, илай-илай һөйләшеп барҙыҡ.

Төш ауыуға поезыбыҙ Белорет станцияһына килеп туҡтаны.

Юлда килгәндә беҙ алдағы ике вагондың бик һирәк асылыуын, йәки бер ҙә асылмауын күреп, ғәжәпләнә лә, шикләнә лә инек. Хәҙер ҙә асылманы. Шул саҡта беҙ сараһын күрергә булдыҡ.

 Ғәлиәкбәр менән күмәкләшеп вокзалға инеп, Вәисов ағайға шылтыраттыҡ. Станциялағы милицияға ла әйттек. Улар, ҡарауыл ҡуйып, был ике вагон эргәһенә бер кемде лә яҡын ебәрмәҫкә ҡуштылар. Бер аҙҙан милиция менән Вәисов ағай үҙе лә килеп төштө.

Вагондарҙы асҡайнылар, уларҙың эсе ит, май, колбаса, икмәк, ярма, шәкәр, балыҡ кеүек аҙыҡ, әллә ниндәй кейем-һалым менән тулы булып сыҡты.

Беҙ илайбыҙ ҙа, шатланабыҙ ҙа. Илайбыҙ, сөнки хөкүмәт биргән аҙыҡты ашатмағанлыҡтан приютта ла, юлда ла күпме бала үлде. Шатланабыҙ, сөнки беҙҙе асыҡтырыусылар, астан үлтереүселәр өйөрөнөң яғаһынан алдылар!

 – Балалар, был һеҙҙеке, – тине Вәисов ағай, вагондағы аҙыҡты күрһәтеп. – Теләһәгеҙ икән, ошо ерҙә һәр берегеҙгә бүлеп бирәбеҙ йәки, берәй детдомға биреп шунда үҙегеҙгә ашатабыҙ.

– Детдомға бирегеҙ! – тип ҡысҡырҙыҡ беҙ бер тауыштан.

Беҙҙе ошонда бер аҙ ашатып алдылар ҙа, станциянан байтаҡ ерҙә ятҡан әлеге яр башындағы детдомға алып барҙылар.

 Анда бер аҙна самаһы ашап, Ағиҙелдә һыу инеп йөрөнөк. Тик шуныһы бик ауыр булды: беҙҙең бер баланы ҡала малайҙары быуа күперенән һыуға этеп ебәреп, уның башы бағанаға һуғылып, һыуға батып үлде. Бөтә детдом менән иланыҡ уның өсөн.

Бер көн беҙгә:

– Хәҙер инде ауылдарығыҙға ҡайтып китергә мөмкин, – тинеләр. Юлға аҙыҡ та бирҙеләр. Беҙ, Асҡарҙан килеүселәр, ҡасып ҡайта, үлә торғас, бик аҙ ҡалдыҡ. Икешәр ҡаҙаҡ икмәк күтәреп, ауыл яғына ҡуҙғалдыҡ.

Емеш-еләктең етешкән сағы ине. Абҙаҡтан ары гел башҡорт ауылдары китә. Беҙҙе йәлләйҙәр, ҡәҙерләйҙәр. Ойотҡан, һөт эсерәләр. Йоҡлатып сығаралар. Яҡын-тирәнән киткән балаларҙы һорашалар. Беҙ ҡыҙҙар булып һөйләшергә лә өйрәнеп киттек.

 Тик Баим ғына булдыра алмай. Сөнки уның оҙон күлдәге итәгенән ҡайҙандыр табып кейгән галифе салбарының балаҡтары күренеп тора.

Дүртенсе көн тигәндә Ҡаҙмашҡа барып еттек. Белореттан ҡушыуҙары буйынса, Ҡаҙмашта приютҡа барып яҙылғас ҡына өйөбөҙгә килдек. Минең ҡапҡанан ингәнде Вазифа еңгәй күреп ҡалған да:

–Ирғәле ҡайнағаларға бер яланаяҡ, яланбаш мәрйә инеп китте. Маркиндың Машкаһы тиһәң, бәләкәйерәк, Нәстәһе тиер инең, унан өлкәнерәк. Кем булыр икән?–тип, Таһира, Нурикамал еңгәйҙәргә һөйләп өлгөргән.

Беҙҙә лә, күршеләрҙә лә бер бөртөк тә мал ҡалмағас, ишек алдына кешенән дә бейек булып, ҡотороп үлән үҫеп киткән. Шулар араһынан һалынған йомро юл буйлап, төптә ултырған әлеге бәләкәй генә өйөбөҙгә барып индем. Мөъминә менән атайым икәү генә сәй эсергә ултыралар. Минең ошо минутта килеп инеүемде улар көтмәгәндәр ҙә. Алар миңә, мин уларға текләп ҡарап тора биргәс:

– Әссәләмәғәләйкүм! Һаумы атай! Һаумы Мөъминә!– тинем.

– Аһ, аһ! Һаумы, һауғынамы!...

–Улым! Балам, балаҡайым!...

– Ағый! Ағайым ҡайтып килде!...

Өсәүләп тороп иланыҡ та ебәрҙек. Был – күрешеүебеҙ шатлығынан, улар мине, мин уларҙы күреү ҡыуанысы илау ине.

Атайым, алмашлап, бер ишеккә, бер тәҙрәгә ҡараны ла:

–Шаһүәли нигә инмәй һуң?–тип һораны. Ихтыярһыҙҙан минең башым түбән эйелде. Шулай ҙа атайыма, Мөъминәгә, әкренләп, бөтәһен дә һөйләп бирә алдым. Ғәлләм хаҡында ла әйттем. Ә атайым:

–Әллә үлдеме балаҡайым? Әйтергә баҙнат итмәйһеңме?–ти, ышанмай.

Шул саҡта Хажғәле ағайым үҙ баҡсабыҙҙан бер табаҡ эре-эре һары шалҡан, ҡыҙыл сөгөлдөр, кишер, һуған ҡыяҡтары күтәреп килеп инде. Ул миңә күҙен төбәп, баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла:

–Ҡустым, һин түгелме һуң был?–тип ҡосаҡлап уҡ алды. Уның да күңеле йомшарып китте.

Мин теге ике ҡаҙаҡ икмәктең бер телемен, ҡояшта шөкәрә итеп киптереп, өйгә алып ҡайтҡайным. Шуны ашъяулыҡҡа һалдым.

–Күстәнәс менән ҡайтҡан бит улыҡайым,–тип, сикһеҙ шатланып китте атайым. Ағайым күстәнәсте дүрткә бүлергә булды. Мин ағайымдың да армиянан күстәнәс алып ҡайтыуын, уны бишкә бүлгәнлегебеҙҙе һөйләнем дә, абайламаҫтан,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.