Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Учалы яҙыусылары ойошмаһы ағзаһы, шағирә



 Учалы яҙыусылары ойошмаһы ағзаһы, шағирә

 Нуриҙә Илһамова-Ишбулатова.

 

 

 

                                 

                                           Ғәжәп бит, ә!

Мин донъяға үҙемдең үҙем икәнлегемде һиҙә, белә, аңлай торған, нисек теләһәм, үҙемде шулай тота ала торған зат итеп яратылғанмын. Ниндәйҙер аңһыҙ, телһеҙ хайуан булып түгел, ә үҙем тураһында ла, бөтә тирә-яғым хаҡында ла, бер нисә фекер йөрөтә, әйтеп бирә алырлыҡ йән эйәһе, йәғни Кеше булып донъя күргәнмен. Бына шатлыҡ! Миндә ниндәйҙер бүтән нәмә түгел, ә мин үҙем бар. Бына бәхет!

Нисәмә миллион-миллиард йылдар буйына донъя дауам иткән, йәшәгән. Ә мин ул саҡтарҙа үҙемде лә, донъя тигән нәмәнең барлығын да белмәгәнмен, юҡмышлыҡта булғанмын. Шунан инде, минең ихтыярымдан тыш, юҡтан бар ителгәнмен дә ҡуйғанмын. “Мин” тигән бер йән эйәһе артҡан донъяла. Тәбиғәт ниндәй көслө, ә!    

Минең донъяға килеүем берҙә маймыллыҡ, ҡырағайлыҡ дәүерендә йәки унан элегерәк тә түгел, ә иң һәйбәт, иң ҡыҙыҡлы заманға, кешеләр тормошонда булһын, техника, фән, культура өлкәһендә булһын ҙур алманыштар, яңырыуҙар, революциялар осорона тура килгән. Ниндәй бәхет, ә!

Рәхмәт инде атайым Ирғәле менән әсәйем Ғәйнисафаға! Уларҙың да минең ошо ваҡытҡа тура килерлек итеп тыуыуҙары мең-миллион йылдар буйына әҙерләнеп килгәндер: олатайҙарым Ишбулат менән Килдейәр ҡарттар булған. Уларҙың бик күп быуын ата-олаталары булған… Өләсәйҙәрем Хәкимә менән Бәҙрисафа әбейҙәр булған. Уларҙың әллә нисәмә быуын әсә-өләсәләре булған…

Ләкин шуныһы ҡыҙғаныс: бына ошо үҙе үҙен белә, үҙе үҙенә хужа була, үҙенә аңлы рәүештә йә тегене, йә быны эшләргә, йәки эшләмәҫкә ҡуша ала торған йән эйәһенең ғүмере бик ҡыҫҡа. Бер ваҡыт ул үҙен үҙе тоймаҫлыҡ, һиҙмәҫлек хәлгә килә лә ҡуя–үлә, бөтә. Бик йәл! Бүтәнсә инде ул үҙен үҙе белерлек, аңларлыҡ хәлгә бер ваҡытта ла кире ҡайта алмай. Ғәжәп тә, аяныс та! Башҡа һыйҙырыу ҡыйын быны. Ләкин – факт. Бар ана, тәбиғәт эшенә тығылып ҡара! Үҙеңде үҙең белеп, тойоп йәшәп йөрө-йөрө лә, бер көндө үҙеңде үҙең белмәҫлек хәлгә төш тә ҡуй, ә!

 Был юғары заттарҙың бөйөк аҡылы, ҙур талант эйәләре, ғәйәр йөрәклеләре ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә бөтә донъя, тотош кешелек өсөн бик кәрәкле, ғайәт мөһим, ғүмерлек асыштар яһап, һәйбәт юлдар һыҙып ҡалдыралар. Үҙҙәрен дә мәңгелек итәләр. Былар–бөйөк юлбашсылар, ҙур ғалимдар, әҙәбиәт, сәнғәт оҫталары, иле, халҡы өсөн үҙенең йәнен-тәнен аямаусылар.   

Ә, “мин кем!”, тип, танауын юғары күтәреп, күкрәк ҡағып, бүтәндәр өлкәһендә байлыҡ йыйып, үҙ тиреһенә һыйыша алмай кәперенеп йөрөгән, мәңге туймаҫ ҡомһоҙ бәндәләр суҡмар күтәрәләр. Улар үҙ тоҡомон, зат-ырыуын–кешеләрҙе иҙә, яфалай, хатта уларҙы донъя күләмендә аяуһыҙ ҡырырға, илдең ҡотон ебәреп, тәбиғәт байлыҡтарын да тәләфләргә тотона. Былар–күҙен ҡан баҫҡан, ҡырағайланған әҙәм йораттары, ҡан эскестәр, донъя ҡоротҡостар.

Яртаҡыл, әҙөк-мөҙөк биғәләштәр ҙә була. Был һармаҡтар донъяла йәшәүҙең йәмен дә, тәмен дә тоймайынса, үҙ башын үҙе әйләндереп, тел менән дә, ҡул менән дә кеше рәнйетеп, кәмһетеп, хатта талап, үлтереп, бойорғанын да, бойормағанын да һәрмәп алып, үҙенең дә, ғаиләһенең дә, яҡындарының да яйын ебәреп, уларҙың тыныслығын боҙоп, донъяның йәмен ебәреп йөрөй торғас, бер көндө ҡып итеп, донъя ҡуялар, сөнкәйәләр.

Былар–донъя рәхәтлеген күрә лә белмәй, күтәрә лә алмай, ҡылған ғәйептәре өсөн ҡурҡып-боҫоп йәшәй торған байғоштар, һәптәндәр, әрәғорттар, әрәмтамаҡтар, әҙәм аҡтыҡтары.

Аҡылы, көсө-ҡеүәте булған кешеләр донъя барышы, тормош ағышы, үҙенең намыҫы ҡушҡанды күндәм, теүәл башҡарып, һәр төрлө ғәҙелһеҙлекте еңә барып, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙып, үҙ ҡул көсөнән тәм, йәм табып, тормоштан бик риза булып, уның ҡәҙерен белеп, гөр килеп йәшәй. Йәмғиәт ошолар арҡаһында алға бара. Улар араһында күренекле кешеләр, бынамын тигән ир-егеттәр, һабаҡ алырлыҡ апайҙар күп була. Былар–еген аттар, геүләп бал йыйыусы эшсе ҡорттар, йәнле двигателдәр.

Шулар араһында мин дә, тимәксе булам, кәрәкле, файҙалы эш эшләргә уҡталып йөрөнөм. Ләкин әллә ни ыратып булманы: ҡарттар әйтмешләй, кендектән юғары һикереп булмай. Шулай ҙа мин үҙ ғүмеремдән бик ризамын, бик ҡәнәғәтмен. Боҙоҡлоҡтар эшләмәүемә шатмын.

 

                       Аяуһыҙ эпидемия йылдарында

Бер инәнән тыуған 9 баланың дүртенсеһе булып, мин 1906 йылда донъя күргәнмен. Атлай алмайынса, йәш ярымдан уҙғансы имгәкләп, дүрт аяҡлап йөрөгәнмен. Бер көн олатайым Ишбулат ылаш уғы юнып ултырғанда, берәүһен миңә тоттороп, ыңғайлатып ебәргәс, мин, талпынып, атлағанмын да киткәнмен.

1912 йылда үҙ ауылыбыҙҙағы ысулы йәҙит мәктәбендә уҡый башлағанмын. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, уҡыуға зирәк булғанмын.

1918 йылға тиклем ауырып-­һыҙланғанымды белмәйем.

Ә 1918 йылдың көҙөндә ауырыуҙар суҡмары килеп һуғылды. Бөтә ғаиләбеҙ тиф менән ләз ятты ла ҡуйҙы. Әсәйем меҫкен, үҙе бик ҡаты ауырыһа ла, үҙен түгел, ә беҙҙе ҡайғырта. Ул, өҫтөбөҙгә ябынған кейем-һалымды, сәкмән-көпөнө рәтләп, йыйырсыҡланып бөткән ябыҡ йөҙө, ҡыҫыла төшкән яғымлы күҙе менән йылмайып, һәр ҡайһыбыҙҙы һөйөп китә. Беҙгә рәхәт, йылы булып ҡала. Ул арып, хәлһеҙләнеп йоҡоға китһә, саташа, баҫтыға башлай, йоҡо аралаш йырлап та ҡуя. Бер төнөн ул, өҙөп-өҙөп кенә:

  Тау буйынан ҡуйҙар ки–лә, ара–һын–да бер ҡа–ра,

  Ба–ла–ҡайҙар, ҡо–лон–саҡ–тар, ғү–мер–ҙәр ү–теп ба–ра, –тип, йырлап ятты.

Ә иртәгеһенә иртә менән әсәкәйебеҙҙең тауыш-тыны юҡ.

 Атайым ғына, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, уның тирәһендә йөрөй ине.

Өй эсебеҙ менән әсәйһеҙ тороп ҡалдыҡ. Ул бахыр, итәк тулы баланы ҡарай-ҡарай, үҫтерә-үҫтерә донъяның бер генә рәхәтен дә күрә алмайынса, 50 йәшкә лә етмәҫтән /48 йәштә/ үлеп китте.

Атайым, үҙе лә ауырыу булғас, беҙҙе ҡарарға кеше лә булмағас, яңы әсәйһеҙ тора алманы. 1919 йылдың йәйендә, Вафия тигән үгәй апай килде. Беҙгә уның өс балаһы өҫтәлде.  

 Ә 19-сы йылдың көҙөндә бер-бер артлы йәнә ауырый башланыҡ.

18-се йылда ғаиләләге 10 кешенән һигеҙебеҙ ауырыһа, 19-сы йылда 14 кешенән 13-ө ауырыны. Шул бәләкәй генә /элекке келәттән эшләнгән/ өйҙөң урындыҡ буйына, һалланған бүрәнә һымаҡ, теҙелешеп ята торғайныҡ. Ярай әле Вафия апай менән еңгәйебеҙ оҙаҡ ауырыманы.

18-се йылда беҙҙе ауырымай ҡалған ағайыбыҙ Хажғәле менән Зәйнәғәбдин ҡараны. Улар, аҡтарҙан ҡасып, көндөҙ күренмәйҙәр. Төнөн генә килеп, утын, һыу индереп, мал-тыуарға бесән һалып китәләр.

Ә 19-сы йылдың көҙөндә Хажғәле ағайым Ҡыҙыл Армияға алынып, Зәйнәғәбдин ағай (атайымдың ҡустыһы) үҙе ауырып киткәс, беҙҙе башта уның кәләше (берҙән-бер еңгәйебеҙ) менән Вафия апай ҡараны. Ә улар ҙа ауырыған саҡта Буҙыҡай ауылына кейәүгә оҙатылған Мөслимә апайыбыҙ менән Фәтхислам еҙнәйебеҙ ара-тирә килеп, өҫ-башыбыҙҙы йыуып, утын, һыу ташып, мәтрүшкә төйөп китә торғайны. Шул мәтрүшкәнән башҡа бүтән дарыу заты юҡ. Волостәге берҙән-бер фельдшерҙың (Малыгиндың) беҙгә исеме лә ишетелмәне, есеме лә күренмәне. Шул мәтрүшкәне эсеп тирләгән булабыҙ. Сәй урынына ла шуны, йәнә ҡарағат менән ҡурай еләге япрағы эсәбеҙ. Тоҙ ҙа юҡ. Атайым бер көн ҡайҙандыр ебәләй тоҙ табып ҡайтты. Утыбыҙ ҙа–сығыр уты. Шырпы яндырырға ярамай. Ауырыу шунан тарала, имеш тиҙәр. Тотош ауылдың көслө кешеләре йыйылып, үрге оста, Әюпис Зекерия ағай өйө эргәһендә, ағасты ағасҡа ышҡып, сығыр уты сығарҙылар. Шуны өҙмәй яндырып киләбеҙ. Ләкин, сығыр уты ла ауырыуҙы кәметмәне…

Бына бер көн Зәйнәғәбдин (былтыр ғына герман һуғышынан ҡайтҡан) ағайыбыҙ үлеп ҡалды. Ә еңгәйебеҙ, ауырыуы еңеләйә биргәс, беҙҙе бер аҙ ҡараны ла, аталарына–Әбделғәзе ауылына ҡайтып китте. Ҡоҙаһы, түбән остағы Моталис Зекерия, еҙнәһе Моталис Дауыт, апайы Аусаф ҡайтмай торорға димләп ҡараһалар ҙа, аталары өҙмә-–ҡуймай алып ҡайтып киттеләр.

Күп тә үтмәй, бер-бер артлы тиерлек, минең бик яратҡан ике ҡустым (Сәфәрғәле менән Нурғәле), улар артынса уҡ иң бәләкәй ҡарындашым, илгәҙәк кенә, ябыҡ ҡына Ғәлимә үлеп ҡалды. Атайымдың күҙенән йәш өҙөлмәй. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырыша. Ҡарындашым Мөъминә лә күҙҙәре шешеп бөткәнсе илай. “Илама”,–тип булмай. Шәһүәли ҡустым тауыш сығармайынса, шым ғына ята. Бик уйсан, теремек, эшлекле малай ул. “Миңә лә шул көндәр килерме икән ни?”,–тип бошонғандыр инде, бахырҡай.

Яҙ сыҡҡас, йәй көндәре, хатта 1921 йылда ла әле мин Сәфәрғәле, Нурғәле, Ғәлимәне һағынып, көн һайын тигәндәй төштә күреп, улар менән уйнаған, сәңгелдәк эйгән, еләк йыйған, бағры, бәрҙе ҡармаҡлаған ерҙәргә, йәйләүҙәрҙәге ҡарағай төптәренә килеп, Һимеҙ тәкә йылғаһы тамағындағы йәйләүҙә, Оҫҡондоғор буйы туғайында аҡ бандаларҙан май, ҡорот, эремсек, иҙеү, селтәр, ҡашмау, эйәр-өпсөн, ҡамыт-көйән, йәшереп ҡуйған, шул балалар менән боҫа-боҫа йөрөп, шым ғына, ул нәмәләрҙе ҡараштырып китә торған Балам йәбеш моронона, Мәрүәт ташы, Йөрәк тау суҡылары аҫтына барып, илап-илап ҡайта торғайным...

… Өйҙә урындыҡта урындар бушай торһа ла, мин стена буйында, шул урынымда, ишек төбөндәрәк, үҙемдең “скрипкам” эргәһендә ятам. Хәҙер инде “скрипка” уйнарға ла күңел төшмәй. Берҙән, уны уйнарға үтенеп-үтенеп һораусы әсәйем, ҡыҙыҡһынып тыңлаусы ҡустыларым, өйрәтеп ятыусы Зәйнәғәбдин ағайым юҡ. Икенсенән, үҙемде ауырыу ныҡ ҡына бөрә: ярылырҙай булып баш ауырта, үлтерә яҙып эсем китә.

“Скрипка” тигәндәй, уның бәләкәй генә тарихы бар.

 Ауырыусылар күп булғас, бәләкәс кенә, тар ғына өйҙә ыңғырашыуҙан, ә төндәрен баҫтығып һаташыуҙан башҡа нәмә ишетмәҫһең. Әсәйем меҫкен ҡаты ауырыһа ла, кәйефе арыуыраҡ саҡтарҙа, хәлһеҙ тауышы менән йырлаған, көйләгән булып, беҙҙең күңелде күтәрергә тырыша торғайны. Бер көндө ул, минең сәстәремде һыйпап:

–Улым, һин бер нәмә уйнап ҡарасы,–тине.

–Ысынлап. Берәй музыка тапмаҫһыңмы, улым?–тип өҫтәне атайым, ғырылдабыраҡ сыҡҡан тауышы менән.

Шунда йөрөгән Зәйнәғәбдин ағайым да әсәйем менән атайымдың һүҙенә ҡушылды. Һуғышта саҡта ул Күбәләк-Тиләү яғы башҡортонан скрипка өйрәнә башлауын һөйләне.

Балалар ҙа кемуҙарҙан сыр-сыу килделәр.

Шул саҡта мин:

–Скрипка эштәйем,– тигән булдым. Ә Шәһүәли ҡустым:

–Эштәрһең, эштәмәй ни,–тип, матур теҙелеп торған аппаҡ тештәрен йылтыратып, ҙур күк күҙҙәрен уйната биреп, көлөп уҡ ҡуйҙы. Бында уның йөҙөнән: «Эштәй алһа, ҡалай ҡыуаныр инек», тигәнде лә, мине сәмләндереүен дә күреп була ине.

Эх, ул ваҡытта ла хәҙерге радио, телевизор булһа! Мин, һөйрәтеләнеп йөрөп, ике-өс көн буйы ҡыҫҡа сөй, нәҙек сым эҙләнем. Әҙер сөй таба алманым. Ҡаты тимер сыбыҡтан, мең бәлә менән, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа сөйҙәр ҡырҡып, уларҙы төрлө аралыҡта стенаға ҡаттым. Сөйҙәргә, көсөм еткәнсе тартып, 5 нәҙек сым һуҙып бәйләнем.

Бына бер көн кис, ятҡан еремдән, теге сымдарға өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә ҡарай тырнаҡ һырттарын йөрөтөп сыҡтым. Ә, ҡылдар башта:–даң, дың, доң, дөң, дең итте. Ә нығыраҡ тарта төшкәс: ззәң, ззөң, ззоң, ззың, зззаң, –тип “һөйләшеп” ҡуйҙы. Сирлеләр баштарын ҡалҡытып, йылмайышып ҡуйҙылар. Ауырыуҙары ла еңеләйгәндәй, баш ауыртыуы ла бөткәндәй булып китте. Бәләкәйҙәр бигерәк ныҡ шатланды. Ул “скрипка”ны, дөрөҫөрәге, балалайка-мандолина һымағыраҡ тауыш сығара торған нәмәне мин, «камиллаштыра» барҙым. Унда бейеү көйҙәренә оҡшағаныраҡ нәмә лә сығара яҙып ҡуя инем. Әсәйем мәрхүм йыш ҡына:

–Уйнасы, улым, шул скрипкаңды,–ти торғайны. Атайым да уның һүҙен ҡеүәтләй. Миңә рәхәт булып китә. Зыңылдата башлаған булам тегене…

Үлә-үлә торғас, ә 20-сы йыл көҙөнә табан Вафия апай ҙа, балаларын алып, беҙҙе ташлап, ҡайтып киткәс, беҙ былтырғы 14 кешелек ғаиләнән 4-әү генә тороп ҡалдыҡ.

Мин тифтең бөтә төрҙәрен, тир ауырыуҙарын, киҙеү сирҙәрен бер-бер артлы ике йыл буйына үткәреп торҙом. Бирешмәнем. Ләкин мөсһөҙ малай булып ҡалдым. Шулай ҙа барыбер үлмәнем.

20-се йылда инде бөтә тәнемде ҡутыр ҡаплап алды. Бүтән кейер нәмәм булмағас, миңә, әсәйһеҙ малайға, үрге остағы Ғәрифә еңгәйем үҙ ауылыбыҙ күжәүнәһендә «эшләнгән», оҙаҡ ваҡыттар урындыҡ аҫтында ятҡан һары күндән «күлдәк-ыштан» тегеп бирҙе. Шуны яланғас тәнгә кейеп йөрөнөм. Өҫтәүенә һыуыҡ та үткәрҙем. Атайымдың:

–Ошолар ҡутырлатҡандыр һине,–тип, бөтә йәне-тәне менән тырышып, мине дауалап йөрөүе һаман хәтеремдә. Дауалау тигәс тә, дарыу-фәлән юҡ инде. Ә һәр төрлө үлән майы, таҙа дегет һөртә-һөртә, ҡояшҡа ҡыҙына торғас, теге һап-һары ҡутырҙан арына башланым. Бик интеккәйнем. Ултырып та, ятып та, йоҡлап та булмаған саҡтарым үтеп китте.

Беҙ, балалар, арыуланып, йүнәлһәк тә, атайым бер ҙә һауыға, мандый алмай, һаман сирле. Хәле юҡ. Уға һөт кәрәк, аҡҡа беҙ электән үк интектек. Һыйырға йәлсей алманыҡ. Мин үҙебеҙҙең тик бер ҡыҙылбаш һыйырыбыҙ булғанын ғына беләм. Ә бала-саға күп. Шунлыҡтандыр инде, мин иҫ белгәндән бирле, йыл һайын үрге остағы Ташбулат ағайҙың ҡара һыйырын алып, һөтөн эсә инек.

 Ә көҙ көнө башмағын имен-аман алып барып бирһәң, Ташбулат ағай ҙа, Мәстүрә еңгәй ҙә, шуға риза булып, рәхмәт әйтеп ҡала ине.

 20-се йыл аҙағында башмағы менән бергә ҡара һыйырҙың үҙен дә алып барып тапшырҙыҡ. Уны һауыр кеше лә, ҡарар кеше лә юҡ ине.

–Һөт бик кәрәк тә кәрәклеген. Ләкин үҙ малың түгел бит. Юғалыуы, ҡош-ҡорт тейеүе, үлеүе бар,– тине атайым.

Ауырыған саҡтарҙа, хатта унан да элегерәк һуйып ашалған көрән айғыр, туры бейә, ҡола бейәнән, аҡтар алып киткән бик һәйбәт туры дүнәжендән, көрән аттан аҙаҡ 2 бөртөк тай-тулаҡ, арты янбаш һары ат тороп ҡалғайны. 1921 йылдың көҙөнә табан улар ҙа юғалып китте. Эй эҙләгән булдым мин, эй эҙләнем. Йәйәү ҙә эҙләнем, кешенән ат алып, һыбай ҙа эҙләнем. Күрше тирәләге ауылдарҙа йөрөп, һорашып ҡараным. Тирә-яҡтағы тау-урманды ҡыҙырып, гиҙеп сыҡтым. Тау баштарына, түбәләргә менеп, һыҙғырып та, ҡолон, тай булып сырылдап кешнәп тә ҡараным. Яуап ҡайтарыусы булманы. Айҙан ашыуыраҡ эҙләнем. Бабай илаған тирәһен дә, Тәймәнеште буйын да, Һаҡмар башын да, Ҡырҡты буйын да ҡалдырманым. Тулаҡ башындағы суҡыла олоп ултырған бер көтөү бүрегә лә тап булдым, Балды ҡарағай үңерендә алдымда ғына юрттырып китеп барған яңғыҙ бүрегә лә осраным. Ә ҡонандарҙы таба алманым.

Бер көн Ҡағылағы белешебеҙ Ихлип килеп төштө. Ул ялан яғына, Ҡыҙыл баҙарына иген алып ҡайтырға китеп бара. Ихлип белешебеҙ беҙҙең аттарға оҡшаған бер нисә йылҡының Хәмит юлы буйындағы Ҡаҙауелгәнгә яҡын үртәндә йөрөүен һөйләне. Инде һуңғы малҡайҙарыбыҙҙан да, төңөлә башлаған атайым, йөрәкһеп, шатлығынан ни эшләргә белмәне. Ихсан апаға барып ат һорап алды ла, иртәгеһенә иртә менән, бик елле, уйнап, тертләп торған ала дүнәнгә менеп, ауырыу булһа ла Ҡаҙауелгән яғына доноп сығып китте.

Байтаҡ эҙләгәс, аттарыбыҙҙы табып алған. Ә улар үртән үләне ашап, һимерешеп, ярым кейек булып та өлгөргәндәр. Атайымды, һыбай кешене, күреү менән улар, ҡолаҡтарын текә торғоҙоп, ҡарап-ҡарап торғандар ҙа, алдын-артын һикертеп, баштарын ҡайҡайтып, ҡойроҡтарын сәнсә күтәреп, ялдарын шөштәйтеп, донфората һуғып, сабып сығып киткәндәр. Атайымдың да аты уларҙан ҡалышмаған. Өҙәңгеләгән һайын аты ла саба биргән. Атайым меҫкен урман шырлығында бер уңға, бер һулға янтайып, йә эйәр ҡашағаһына, мундаға ятып, йә артҡа саңҡайып, ботаҡтарҙы уңға ла, һулға ла эйеп, тегеләрҙән күҙ яҙмаҫҡа тырышып, киҫкәләр, эләгеттәр аша һикертеп, оса биргән. Шулай йәнтәстим олаға торғас, тегеләр бер юлға килеп төшкәндәр. Атайым да рәхәтләнеп киткән. Тик уның кәпәсе менән ҡамсыһы ҡайҙалыр ағасҡа эләгеп тороп ҡалған. Сәкмәне, еңе өҙгөләнеп-тишелеп бөткән.

Ҡотороноп саба торғас, теге ашап ҡына буш йөрөгән тын нәмәләр быштыға башлаған. Был серҙе атайым электән үк белә икән, шуға күрә ҡеүәтле ат менгән дә ул! Йәш сағында Ҡолғана ауылы Үлмәҫбай байҙа 6–7 йыл, унан аҙаҡ үҙебеҙҙең Ҡаҙмашта Айтбаев Латиф байҙа 5–6 йыл батрак булып, йылҡы көткән сағында, атайым бындай әҡәмәттәрҙе күп күргән. Шул йылдарҙа атайым Латиф байҙың 4 өйөр йылҡыһын көҙгө шыя ваҡытында күлгә батыуҙан, үҙе үлә яҙып, ҡотҡарып алып ҡалһа ла, барыбер атайыма бәлә яғып, уны, бер ҡолон батҡан өсөн, 12 армытлы бүре һуғар ҡамсы менән эт итеп туҡмағандар…

Сүкетә-сүкетә бер аҙ баҫтырғас, теге ҡонандар манма тиргә төшөп, ә ярты янбаш ҡола ат ап-аҡ күпереккә мансылып, йыуашайып ҡалғандар. Шуны ғына көтөп барған атайым уларҙы үҙебеҙҙең ауыл яғына ҡайырған. Эңер төшөүгә улар, тыш-мыш килеп, ҡапҡа төбөндә торалар ине. Шул саҡта мин ҡолон булып сырылдағайным, ҡола бейәнән ҡалған аҡ бәкәлле ҡара байтал, матур итеп, сырҡырап яуап ҡайтарҙы. Хәле бөтөп ҡайтҡан атайым:  

–Ҡара һин ул шайтанды! Хужаһын һағынып ҡайтҡан,–тине.

–Тимәк, һин улар йөрөгән ерҙә булмағанһың. Ҡара байтал унда ла һиңә яуап ҡайтарыр ине, моғайын,–тип өҫтәне.–Бик алыҫҡа, ҡурпының яҡшы еренә, үртәнгә сығып киткәндәр,–тип, атынан төштө.

Ысынлап та ошо байтал бәләкәй генә ҡолон сағынан уҡ миңә яҡын, үҙе ғәжәп емһәк булды. Ҡулыма берәй аҙыҡ тотам да, ирен менән ҡысҡырып, һыйлаған булам, һыҙғырып “һөйләшә” торғайным. Ул да үҙенсә сырҡырап яуап бирә. Була икән ул шундай хайуандар.  

 

                                    Йотлоҡ. Приют йылдары

Балаһын да, олоһон да аямайынса мәйет артынан мәйет алып киткән эпидемия йылдарынан ҡотолоп ҡалғандарыбыҙ ауырыуҙар тумбыуынан аҡрынлап арына торғас, 1921 йылғы ҡот осҡос йотҡа килеп төртөлдөк. Һаранлыҡтың «һ»-һын да белмәгән сикһеҙ йомарт атайым ярты янбаш һары атты, табылыу шатлығынан, көр сағында тип, һуғымға һуйҙырҙы ла, ярты ауылды саҡырып һыйланы.

Бүтән ашар нәмә булмағас, ит төтмәне: 10-15 көн тигәндә бер ат ашалып та бөттө.

Ике йыл (1920-1921) рәттән ҡоро килде. Сәселгән ашлыҡҡа ҡайһы берәүҙәр һыу һибеп тә, ауыл халҡы ҡорбандар салып, ямғыр теләктәре үткәреп тә, Сусаҡтау, Илектеҡыр, Ҡаҙмаш ташы, Ҡырҡты башына менеп, «йәшен ташы» ялтыратып та ҡаранылар. Ләкин ямғыр яуманы. Ашлыҡ та, үлән дә булманы.

Фәтхислам еҙнәй менән мин дә Биксура башындағы арышыбыҙға, ат менән ташып, һыу һибеп йөрөнөк. Эҫе тупраҡҡа ҡойолған һыу шул әҙере кибә лә ҡуя ине. Эшебеҙ юҡҡа сыға ла тора. Етмәһә, бер яуыз бәндә быуабыҙҙы төн һайын тигәндәй йырып ебәреп ыҙалата. Арыш түгел, һаламы ла булманы.

Иҫе еткән, сәләмәтлеге булған кешеләр яланға барып алабута, урманда мышар йыйҙылар, әттек, һарына ҡаҙҙылар. Ә беҙҙең уға ла хәлебеҙ етмәне. Ғаиләләге берҙән-бер «эш кешеһе» иҫәпләнгән мин, ауырыу көйөнсә, Яһангир, Самат, Сәйфиттин ағайҙарға эйәреп, бер-ике рәт әттек, һарынаға барып ҡараным. Ләкин салырҙы ергә батырырға ла көс етмәй. Улар, йүгерә йөрөп, 1-2 тоҡ тултырғансы мин көс-хәл менән 3-4 әттек ҡаҙып сығарам. Алары ла сирылышып килеп сыға.

 Ҡышҡа һис ниндәй запасһыҙ килеп индек. Атайыма һөт аҙығынан башҡа нәмә үтмәй. Ә һөт юҡ. Беҙ ҙә туҡ түгел.

–Шуны уйлап яттым әле, балалар,–тине атайым бер көн.–Ҡара байталды һыйырға алмаштырайыҡ. Аны һуйып итле булмабыҙ. Ҡул да бармай уны һуйырға. Ә һыйыр алһаҡ, һөтлө булырбыҙ, рәхәтләнерһегеҙ һөт эсеп.

Беҙ шатланып киттек. Атайым бер нисә кешегә инеп тә эше бешмәгәс, Усман байға барған. Ул алмашырға риза булған:

–Хәлең бик ауыр икән, Ирғәле… Мин һиңә йәй көнө генә быҙаулаған, өсөнсө генә быҙау күргән һыйыр бирәм. Үҙең дә балаларың да туҡ булыр, – тигән Усман бай.       

–Минең һыйырҙарым һөтлө икәнен үҙең беләһең,–тип өҫтәгән ул, май еҫе бөркөп торған тамағын ҡыра-ҡыра.

–Нисәмә йылдар инде балаларымды аҫрап килгән теге ҡола бейәмдән ҡалған берҙән-бер ҡонажымды бирһәм йәлкә лә инде, тигән атайым.

–Йәлкә булһа, алмашма. Мин һиңә көсләп бирмәйем,–тип киреләнгән Усман бай.

–Юҡ, юҡ. Килештек бит инде, Усман ағай,–тип, ыңғайына һуғырға мәжбүр булған атайым.–Тик мин, әгәр берәй әмәлен табып, аҙаҡ һыйырыңды килтерһәм, ҡара бейәмде кире бирерһең бит, тимәксе генә булам,– тип өҫтәгән атайым.

–Булмаҫ!– тип ҡырт киҫкән Усман бай түрҙә күпмә өҫтөндә ултырған еренән.

 Кәртә тулып торған ала, билдәш, аҡбаш, ҡашҡа һыйырҙарҙы һыуға ҡыуғанда атайыма:

–Ана һыйырың,–тип күрһәткәндәр. Атайым ҡуңыр төҫтәге ҡашҡа, билдәш һыйырҙы яҙа-йоҙа күреп ҡалған.

–Ярар, хәйере менән булһын инде. Усман ағай, һыйырҙы хәҙер алып ҡайтырға мөмкинме? тип һораған атайым.

–Ашыҡма. Тайыңды килтер әле. Күрәйем: һыйырға торошломо, юҡмы?

–Тай түгел ул. Ҡонажын!

–Ат та түгел инде. Минең тайҙарым да һинең ҡонажыңдан мыҡтыраҡтыр әле!

–Ярар. Балалар уны килтерерҙәр ҙә һыйырҙы алып ҡайтырҙар,–тип һүҙ ҡуйышып, атайым ҡайтып киткән.

Ул арып, башын һалындырып килеп инде. Беҙ аяғын, кейемдәрен сисендерешеп, урынын рәтләп бирҙек. Һорашырға ҡыйыулыҡ итмәнек. Бер аҙҙан ул үҙе баяғыларҙы әкрен генә бәйнә-бәйнә һөйләп сыҡты.

–Иртәгә ҡара бейәне алып барып, ҡуңыр ҡашҡа, билдәш һыйыр алып ҡайтығыҙ,–тине. Үҙе төнө буйы йоҡламаны, сиҡаҡланы ла сиҡаҡланы. Уны осҡолоҡ тотоу байтаҡтан килә, ә бөгөн тамаҡ саҡырыуы бигерәк көсәйҙе, бөтөнләй хәле бөттө меҫкендең.

Иртәгеһенә мин ҡара ҡонажынды етәкләп, үрге осҡа йүнәлдем. Өйҙәгеләр беҙҙе оҙатып, ҡара бейә менән хушлашып ҡалдылар. Урамда ул күргән нәмәнән өрккән булып, уйнай-уйнай бара. Минең теҙген тотҡан ҡулымды ла ялаштырып ҡуя.

 Өйөрө-өйөрө менән йылҡы торған ҙур ялан кәртәгә индереп ебәргәс, уларҙы ятһынып, ҡара бейәкәйем оҙаҡ ваҡыт минән күҙ өҙмәй текләп ҡарап торҙо.

–Мине ошолар араһында ҡалдырып китәһеңме ни?–тигәндәй булды ул миңә. Мин уның менән һыҙғырып “һөйләшеп”, хушлаштым да һыйыр кәртәһенә киттем. Ҡара ҡонажын йылдар буйына өҫтө-өҫтөнә өйөлә килгән тиҙәк тауы өҫтөндә тороп ҡалды.

– Бына һеҙгә тейешле һыйыр,– тип, күмәк һыйыр араһынан ҡуңыр ҡашҡа, билдәш һыйыр күрһәттеләр миңә. Бында билдәш һыйырҙар йәнә байтаҡ күренә ине әле. Муйынынан бәйләп алайым, тип, бау сығарғайным:

–Былай ҙа барыр ул,–тип, теге һыйырҙы таш келәттәр яғындағы шаллы ҡапҡанан урамға сығарҙылар.

Һыйыр бик тыңлаусан, ыңғай булып сыҡты. Йәш ҡарҙа тайшан-тойшан атлап, әкрен генә бара. Ҡапҡанан индереп, һыйырҙы атайыма әйткәс, ул тәҙрәнән ҡарап:

–Төҫө-башы шул. Тик ҡорһағы үтә ҙур күренә, һалынып төшкән,– тине.

Бесән биреп, һыу эсереп, һыйлап, кискә табан Мөъминә ҡарындашым һауырға сыҡты. Ә һыйыр эймәй ҙә, ыжламай ҙа.

–Һауа белмәйһеңдер,– тинем дә, атайыма ла әйтеп тормаҫтан, Вазифа еңгәйгә йүгерҙем. Ул да һауып ҡараны. Бер сеүәтәләй генә һөтө сыҡты.

–Ҡарт нәмәлер был. Бының менән ус ялай алмаҫһығыҙ,–тип, беҙҙе йәлләп ҡуйҙы Вазифа еңгәй.

Һыйырҙың хәле бөтә барҙы. Ятһа тора алмай башланы. Бер көнө атайым сығып ҡарап:

–Алдағандар беҙҙе. Миңә ошоноң төҫлө йәш һыйыр күрһәттеләр. Ә һиңә шуның төҫтә үк ҡарт һыйыр биреп ебәргәндәр,– тине. Уның күҙҙәренән йәштәр тәгәрәне. Мөъминә менән беҙ ни әйтергә белмәйенсә, бармаҡтарыбыҙҙы ауыҙыбыҙға ҡаптыҡ.

Ике-өс аҙна үтеүгә иртә менән һыйыр янына сыҡһам, ул аяҡтарын һуҙған…

Шаһүәли ҡустым ҡайҙандыр белгән дә:

–Атый! Усман бай беҙҙең ҡара бейәне һуйып, таш келәтенә аҫып ҡуйған,–тине. Атайым меҫкен, ағарып, сайҡалып-сайҡалып китте. Ул һаман да әле ҡара бейәне ҡайтарып алыу өмөтөн өҙмәгәйне. Ләкин ҡулына килеп эләккән йәш кенә һимеҙ бейә итенең тәмен Усман бай беҙҙән яҡшыраҡ белә. Ниңә ҡулдан ысҡындырһын ул аны.

–Ҡороғорҙоң тамағына торғоро,– тип ҡарғап ҡуйҙы телгә сәсән ҡарындашым Мөъминә.

Шулай итеп, йондоҙ ҡашҡа, сөм-ҡара, ап-аҡ тояҡлы матур бейәбеҙҙән дә яҙҙыҡ, һөтһөҙ ҙә ҡалдыҡ. Салыуһыҙ үлгәс, һыйырҙың итен дә ашай алманыҡ. Ҡоро тарамыш булһа ла, уны күрше-тирә алып ашаны. Яман аслыҡ башланғайны шул!

Кәртәлә туры ҡонан бер үҙе йөрөп ята. Ул бойоғоп, ишек алдын ҡыҙырып йөрөй. Үҙебеҙ ҙә уға иркенлек биреп, кәртәнең ҡапҡаһын асып ҡуябыҙ. Бер айлы төндә тәҙрәнән күҙ ташлаһам, уның өс яғынан өс эт йөрөй. Ә ҡонан, башын бер юғары һелтәп, бер түбән баҫып, шымыйып, аяҡтарын тибеп, ерҙе сапсып ҡуя. Атайыма әйткәс, ул да тәҙрәнән ҡараны ла:

–Бүре, бүре!– тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Мин, ҡустымды, ҡарындашымды уятып, ҡулға нимә эләкһә, шуны тотоп, ишекте

Шарт-шорт асып сығыуға бүреләр ҡойма аша һикереп, Ҡаран тауы яғына олаҡтылар. Өйгә ингәс, атайым: 

–Бүре юлында ултырабыҙ беҙ. Ҡаран тауынан килгән бүре Сусаҡ тауға, Сусаҡ тауҙан килгән Ҡаран тауына йә беҙҙең кәртәнән, йә Хәким ағайҙың, йәки Ноғман апаның кәртәһенән үтеп китә. Бер ҙә эргәләге брауылканан (переулок) үтмәй. Туры килһә, малыңды ла тәләфтәп, ашап китә,–тине.

Атайым Буҙыҡайҙағы Мөслимә апайҙарға китеп, оҙаҡланы.

Ул унан Асҡарға Хәлил ҡоҙаларға киткән. Хәлил ҡоҙа беҙгә Фәтхислам еҙнәй яғынан да, Хажғәле ағай яғынан да ҡоҙа. Сөнки ул үҙе еҙнәмдең апайына өйләнгән, ә ағайыма үҙенең бер яҡын ҡарындашын кейәүгә биргән. Тик ағайым туй булыр, ҡушылыр алдынан ғына Ҡыҙыл Армияға китеп барғайны. Хәҙер инде шул Хәлил ҡоҙа үҙенә апай тейеш бер әбейҙе атайыма димләп, уны уға өйләндереп ҡуйған.

Ике йыл хеҙмәт иткән ағайым, Асҡарҙа атайым әбей алып йөрөгән саҡта, армиянан ҡайтып төштө. Беҙҙең шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Ул юлға тип бирелгән аҙығын, тотошлай өйгә алып ҡайтырға тырышһа ла, юлда бүтән ашар нәмә булмағанлыҡтан, һаҡлай алмаған. Етмәһә, бик күп ерҙә йәйәү ҡайтҡан. Ҡайтып ингәндә, уның ҙур ғына бер телем икмәге, тоҙло балығы бар ине. Ағайымдың беҙгә биргән тәүге кәңәше:

–Үҙеңдә булған һәр нәмәне иптәштәреңә, тыуғандарың менән тигеҙ итеп бүлешергә кәрәк,–тигән һүҙҙәре булды. Ул үҙенең алып ҡайтҡан бөтә аҙығын, бик аҙ тиһә лә, биш өлөшкә бүлде. Атайымдың өлөшөн алып ҡуйҙы.

Асбыҙ, ә һис ниндәй көйөш табыр әмәл юҡ. Бер көн һарайға инеп ҡалып, шаҡыр-шаҡор килеп, сыға алмайынса йөрөгән һайыҫҡанды тотоп алып, йолҡоп, бешергән булдыҡ. Ул ҡоро һөйәк кенә була ик&



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.