Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Өфө приютында 2 страница



Ҡояшлы бер көндө ашханабыҙ түрендәге бығаса һис асылмай торған ҡуш ишекте шар асып, беҙгә йорт баҡсаһына сығырға рөхсәт ителәр. Беҙ һыпырылып сығып киттек. Был инде Өфөгә килгәне бирле беренсе тапҡыр саф һауаға сығыуыбыҙ ине.

Баҡсаның бер яҡ башында яңы ғына эшләнгән бәҙрәф, умывальник бар. Баҡса эсе һис тапалмаған, матур, хуш еҫе бөркөп тора.

Асбыҙ инде, ас! Шунлыҡтан, бер күҙебеҙ баҡсаны ҡарай, икенсе күҙебеҙ ашарлыҡ нәмә эҙләй. Ҡуҙғалаҡ та, ҡымыҙлыҡ та, йыуа ла, балдырған да,ҡаҡы ла, ҡуянтубыҡ та, әтлек-һарына ла юҡ бында. Ә беҙҙең яҡта күҙгә лә эләкмәй торған бесәй борсағы менән баҡса тулған. Ашай ҙа башланыҡ шуны. Бик тәмле була икән. Мин Шаһүәлигә лә бесәй борсағын индереп бирәм. Хәҙер бүлмәнән бүлмәгә иркен йөрөп була.

Бер-ике көндән бесәй борсағы бөттө лә ҡуйҙы. Һис һайламаҫтан бүтән үләндәрҙе ашай башланыҡ. Столовыйҙан бәләкәй генә икмәк киҫәген дә алып сығып, үләнгә ҡушып ашаған булабыҙ. Ләкин, үлән ашауҙы тыйыусы булмаһа ла, икмәкте сығартмай башланылар. Ишек төбөндә «ходя»ләр теҙелешеп, тентеп сығаралар. Әллә ҡайһы ереңә йәшерһәң дә һәрмәп табалар. Ә таптылармы, икмәгеңде тартып алып, үҙеңде бешәләр генә. Ҡаҡ һөйәгең шаҡ-шаҡ килә, йәки баҫҡыстан тәкмәстерә төртөп ебәрәләр – сатай-ботай барып төшәһең.

 Аларға ҡаршы тороп булмай, көслө бит улар. Тик Дәүләткә киҙәнеп тә өлгөрмәйҙәр, ә ул бер йоҙроғо менән дошманының ҡабырғаһына биреп, икенсеһе менән күкрәгенә төртөп, шул арала аяғы менән дә тибеп өлгөрә. Аның артынан, йылмайып, сос Хөсәин, ә өсөнсө булып, оҙон Ғәлиәкбәр үтә. Алар ҡайһы саҡта, байтаҡ балаларҙың икмәген алып сығалар. Өсәүләп бергә йөрөйҙәр, һәр ваҡыт балаларға яҡшылыҡ ҡына эшләйҙәр. Шулар ярҙамы менән Шаһүәлиҙе лә, йәнә бер нисә баланы шәбәйтеп, сирлеләр бүлмәһенән сығарып алдыҡ.

Ашай торғас, баҡсала үлән бөттө. Хатта ҡойма буйындағы бысраҡ, сүп-сар араһында үҫкән әрекмәндәрҙе лә (дегәнәк), ҡымыҙлыҡтай күреп, тамырына хәтле ҡаҙып ашап ҡуйҙыҡ. Хәҙер инде, ҡарышлауыҡ һымаҡ, ағас япраҡтарына ябырылдыҡ. Башта сирень, бүре баланы кеүек тәпәш ағастарҙыҡын ашаныҡ. Улар яп-яланғас булып ҡалды. «Ходя»лар тыйһа ла, ҡыуһа ла йәбешеп ятып ашайбыҙ.

Хәҙерге «Йондоҙ» кинотеатры (элекке сиркәү) янындағы күршенең балалары ла, ата–әсәләре лә елдек (ҡойма) аша беҙҙе ҡарап тора торғайнылар. Ҡайһы саҡта, бәләкәй балаларҙы саҡырып, ашарға берәй нәмә ырғыталар. Ә балалар күмәгәйеп, өйөлөшөп китһә, юҡ булалар. Әллә балалар йәнә күбәйеүенән, әллә беҙҙең хужаларҙан ҡурҡалар. Әллә балаларҙың шул хәтлем интегеүенән йөрәктәре әрнеп, күҙҙәрен алып ҡасалар.

Ҡойманың бер еренән дә, улар яғына сығырлыҡ түгел. Һул яҡтағы, хәҙерге «Үҙәк баҙары» яғындағы күршенең ҙур емеш-еләк баҡсаһы бар. Унда, ниңәлер, бер ваҡытта ла, бер кем дә күренмәй. Таҡта ҡоймаһының уртаһынан да, өҫтөнән дә сәнскеле тимер сыбыҡ үткәрелгән. Балаларҙың бик күҙе ҡыҙа был баҡсаға. Ғәлиәҡбәр, Дәүләт, Хөсәиндең дә тамағы ҡылҡылдап йөрөгән икән ундағы емешкә. Бер төнөн Хөсәин ҡойма аҫтындағы үҙе ҡаҙған тишектән баҡсаға инеп, ҡулына ни эләкһә, шуны һәрмәп йолҡоп, һыпырып, өҙөп, тиреп теге тишектән кире сығайым ғына тигәндә мылтыҡ тауышы ишетелә. Аяғына кемдер күҫәк менән һуҡҡандай була ла, уның бүрбайы йылынып китә. Ғәлиәҡбәр менән Дәүләт Хөсәинде тартып сығаралар. Ә Хөсәиндең балаҡ, ең буйы, бил, ҡорһаҡ тирәһе, ҡултыҡ аҫты төрлө сейле-бешле емеш-йәшелсә, япраҡ-һапраҡ менән тулған. Балтырынан сорҙап ҡан аға. Унан пуля үтеп киткән була. Беҙ ҙә тороп сыҡтыҡ. Шәпей апай ҙа килеп етте. Ул:

–Аяғыңды юғары күтәреп ят,–тине. Ҡайҙандыр сепрәк табып, аяғын урап бәйләне.

–Бер кем дә белмәһен! Был хаҡта бер кемгә лә, бер һүҙҙә әйтеүсе булмаһын! Ә һин, Хөсәйен, бер нәмә лә булмағандай, ошо тирәлә ҡояшта, йылыла тик ят,–тине лә юнсел Ғәлиәҡбәргә:

 –Йә Ғәлләмде тап, йә фәлән-фәлән дарыуҙы үҙең тап,–тип өҫтәне.

Шулай күмәкләп ҡарай торғас, Хөсәин таяҡ менән йөрөй башланы. Төҙәлеп тә китте. Дәүләт теге ҡанһыҙ хужаның көйөш кәштәһен ҡумшытырға бик ҡырсынып йөрөгәйне лә, уны:

– Эт менән эт булма,–тип тыйҙыҡ.

–Эт–ояһында көслө, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр,–тип ҡуйҙы Ғәлиәҡбәр. Тәпәш ҡыуаҡтар ашалып бөткәс, йүкәгә тотондоҡ. Уның япрағын да, бөрөһөн дә, сәскәһен дә, йәш ботаҡтарын да ашайбыҙ. Бик тәмле була икән ул.

 – Йүкәнән дә тәмле ағас юҡтыр, – тип ҡыршылдаталар тегене балалар. Менеп китәбеҙ ҙә ботаҡтарын һындырып төшәбеҙ. Ә түбәндә ергә төшөр-төшмәҫтән үк балалар уны эләктереп ала. Йүкә ашалып бөткәс, тырышып-тырмашып, ҡайындарға менә башланыҡ. Ләкин «ходя»лар ҡайынға яҡынлатмай башланылар. Ә беҙ, десятка башлыҡтары, улар йоҡлаған саҡта, төндә сығабыҙ ҙа, ҡайын башына менеп, һәр десятҡаға берәр бәйләм ҡайын япраҡ ботағын ҡойма буйына теҙеп һалып ҡуябыҙ. Завтрактан һуң балалар уның япрағын да, ботағын да, кролик һымаҡ, көртөлдәген сығалар.

Кешеләрҙең быға ышанмауы мөмкин. Ләкин был–факт. Был ғынамы ни әле! Тамаҡ бит ул, тамаҡ! Ашаһаң ғына йәшәйһең. Астан үлге килмәй!

Ҡайын ботаҡтарын да ашап бөтөрҙөк. Үләндәрҙең төн эсендә үҫкән ыуыҙ ғына осон да иртә менән, ҡаҙ бәпкәһе һымаҡ семтеп өҙөп, йыпырып ҡуябыҙ. Баҡса тап-таҡыр булып ҡала.

Асығыу өҫтөнә, эс китеүҙән бик күп бала ауырый. Үләләр ҙә. Хәлһеҙ кешене ҡояш та һуғалыр инде. Столовыйҙа ашаған нәмә һис кенә лә туйҙырмай. Бүтән ашар нәмә юҡ. Урамға, ҡалаға сығып булмай. Таҡта ҡоймалар өҫтөнән сәнскеле тимер сыбыҡ үткәрелгән. Сығып киткәнде белеп, тотоп алһалар, «ходя»лар эт итеп яралар, бикләп ҡуялар.

Кухнянан бәҙрәф соҡорона түгергә алып кителә торған кәрзинәләрҙе баҫып алып, ундағы ҡыйғыпырҙы: серек-мерек сөгөлдөр, картуф ҡалдыҡтарын, ҡабыҡтарын бик тәмле, хатта татлы итеп ашай башланыҡ. Бының өсөн «ходя»лар бер көн Зәйниҙе шулай ныҡ туҡманылар, ауыҙ-морононан ҡан килде меҫкендең. Ә бынан бер нисә көн алда ҡалаға сығып йөрөгән өсөн аяуһыҙ ҡыйналғайны. Был сүп-сарҙы ла «ходя»лар бәҙрәфкә барып еткәнсе дүрт яҡлап ҡарауыллап йөрөй башланылар. Яҡын-тирәлә осраған балаларҙы улар, һис йәлләмәҫтән, әсетә һуғып китәләр. Шулай ҡушылған, күрәһең.

Ә шул уҡ «ходя»лар тирәһендә йөрөгән Мишка дуҫ миңә, «Шавалейке» тип, һирәк-һаяҡ булһа ла, бер ике картуф, йә сөгөлдөр килтереп бирә. Шаһүәли уны, шатланып бөтә алмайынса, үҙенең Хәмитйәне, Гәүһәре менән бүлешеп, сей көйөнсә ашап ҡуялар.

Бер көнө мине Ғәлләм ҡотортто ла, ҡалаға сығып киттек. Урамға беренсе тапҡыр сыҡҡанлыҡтан, мин мөйөштән дүрт яҡҡа ла ҡарап торҙом. Приют урамының (хәҙерге Киров урамының) ике яҡ башында ике сиркәү күренә. (Уның береһендә хәҙер «Йондоҙ» кинотеатры, икенсеһенең урынында, ҡалҡыу ерҙә – ҙур завод). Телеграф (хәҙерге Цюрупа) урамының ҡала яғында ла бейек манара ултыра. (Ул хәҙер ҙә бар–Октябрь революцияһы урамы мөйөшөндәге пожарка). Был урамдың ос яғы, арыраҡ бер нисә ҙур йорт күренһә лә, беҙҙең ауыл урамына оҡшап ҡуя ине.

Күргән һәр милиционерҙан ялт итеп янтайып, урамдан-урамға сығып, тротуар йырындарында, ҡойма буйҙарында, юлда осраған аҙыҡ ҡалдыҡ-боҫтоғон йыя торғас, оло баҙарға килеп индек. Беҙҙе күреү менән баҙар кешеләре, кейемгә ҡарайҙар ҙа, әйберҙәрен яба, йыя, йәшерә башлайҙар. Шул саҡта Ғәлләм:

 – Беҙ урлашмайбыҙ. Не варуем. Ә бирһәгеҙ алабыҙ, бирмәһәгеҙ, юҡ,– ти.

Йомарт кешеләр ашарлыҡ бәләкәй генә нәмә: йәшел һуған ҡыяғымы, күл йыуаһымы, ҡыяр, икмәк осмото бирә икән, беҙ шатланып, рәхмәттәр әйтеп, ары китәбеҙ. Юл буйында ла бер аҙ вобла (кипкән балыҡ) ҡабағы тапҡайныҡ.

Приютҡа ҡайтып етер саҡта Ғәлләм бер нисә һуған ҡыяғын минең күлдәк итәгенә төрөп, ыштан биллеге аҫтына ҡыҫтырҙы ла, бүтән нәмәләрҙе үҙенә алды.

– Һиндә булһа, тартып алып ҡалырҙар,–тип, уларҙы үҙенең әллә ҡайһы ерҙәренә тығып бөтөрҙө.

Приют тәҙрәләре лә, ҡапҡа ла бикле булып сыҡты. Бүтән инер урын юҡ. Йөрөй торғас, баҙнатланып, ҡапҡаға барҙы ла:

 – Открой!– тип ҡысҡырҙы минең юлдаш.

 –А, Галлямка… Попался,– тип тотоп алдылар уны. Шул арала мин йүгереп үтеп китмәксе булғайным, мине лә эләктерҙеләр. Ғәлләм уңлы-һуллы туҙҙыра һуғып ҡотолоп китте. Ә мин һуғыша ла, ҡаршылаша ла алманым. Тентенеләр ҙә, һулып, сөрөшөп бөткән өс бөртөк һуған ҡыяғы табып алып, уларҙы саңға бутап тапап, үҙемдең осаға ҡундыра-ҡундыра, эскә коридор буйлап алып киттеләр. «Теге бүлмәгә инде был», тип уйлап барам. Шулай булып сыҡты ла. Ишеге төбөнә алып барып баҫтырҙылар«ходя»ларҙың берәүһе ҡайҙалыр барып килде лә, мине ебәрергә ҡушты, ахрыһы.

–Иди! Не попадайся больше!– тип, миңә әсе-әсе эләктерҙеләр ҙә, елкәнән һөрлөктөрә төртөп ебәрҙеләр. Мин быға бик риза булып, «каталашка»ға эләкмәүемә шатланып, китеп барҙым. Бүтәнсә ҡалаға ла сығып йөрөмәнем.

Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тиҙәр. Дөрөҫ, беҙ тамуҡҡа төшмәнек. Ләкин асығыуыбыҙ ҡот осҡос нәмәләргә килтереп еткерҙе–тамаҡ бәҙрәфкә төшөрҙө. Унда түгелгән ҡабыҡ-һабыҡты алып ашай башланыҡ. Ә бер көн балалар бәҙрәф соҡоронда эре генә серек-сарыҡ картуф, сөгөлдөр, кишер ятҡанын күрҙеләр ҙә таяҡ, мәскәү менән сығарып алып, ашарға тотонғандар. Шул саҡта Исмәғил килеп бәҙрәфкә үк төшөп китә. Тубығына тиклем иң әшәке бысраҡҡа, тиҙәккә батып, ундағы серек-сарыҡ ҡалдыҡтарҙы өҫкә ырғыта башлай. Балалар йыйылып китә. Улар ырғытылған бер нәмәне һауала уҡ тотоп алып, ауыҙҙарына тығалар, талашалар, тартышалар. Ташлар нәмә бөтә башлағас, улар бигерәк ҡыҙып китәләр. Уларҙы бер кем дә, бер нисек тә тыя алмай. Шул саҡта Исмәғил йәнә бер серек сөгөлдөр ырғыта. Уны беҙҙең оҙон ҡуллы Зәйни эләктереп ала ла ауыҙына ҡаба. Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, балалар Зәйниҙең тумтайған ауыҙына йомолалар. Ундағы сөгөлдөрҙө сығарып алабыҙ, тип, Зәйниҙең уртын һыҙырғылап, тыштан йырғылап бөтөрәләр. Быны Зәйни мәрхүм һуңғы ваҡыттарҙа ла әле һөйләп көлә торғайны.

Был юлы Исмәғилгә ныҡ эләкте. Уны «ходя»лар һис аямай тетә башлағайнылар, Ғәлиәкбәр, Дәүләт, Хөсәин бара башлағас ҡына ташлап киттеләр.

Шулай, уҡыу дәрте менән килеп, хәҙер инде уҡыуҙан төңөлөп, мөғжизә артынан мөғжизә күреп, йә үлеп, йә ҡасып, кәмей-кәмей йәшәп килә торғас, бер көн беҙҙе, һис көтмәгәндә, сәсебеҙҙе алып, йыуындырып, өҫтөбөҙгә ап-аҡ күлдәк-ыштан кейҙереп ҡуйҙылар. Гимнастерка, салбар ҙа биреләсәген әйттеләр. Һәйбәт кенә ашатып та алдылар.

–Бер-ике көндән эшкә йөрөй башлайһығыҙ,– тип белдерҙеләр беҙгә.

Беҙҙәге шатлыҡтың иге-сиге булманы. Бүлмәбеҙ ҙә иркенәйеп киткәндәй булды. Бәләкәй балаларҙы айырым, түбәнге ҡатта карауатҡа һалдылар.

Дүртәр-дүртәр булып, аллы-артлы теҙелешеп, эшкә йөрөй башланыҡ. Үҙ урамыбыҙ буйлап ҡала яғына барабыҙ-барабыҙ ҙа, Большая Казанская (хәҙерге Октябрь революцияһы) урамына еткәс, уңға боролабыҙ. Анда (хәҙерге Педагогия училищеһы йортонда) патранат бар. Аның туҡ күренгән балалары ап-аҡ күлдәк-ыштан өҫтөнән ҡара-һоро салбар, гимнастерка, аяҡтарына ботинка кейгән. Алар, беҙҙең ыштан менән генә, ялан аяҡ эшкә китеп барыбыуыҙҙы күреп, йылмайышып, көлөп ҡалалар. Был урамдан бер аҙ барғас, һул яҡҡа боролоп, Центральная (хәҙерге Ленин) урамы буйлап китәбеҙ. Өс-дүрт йорт үткәс, һул ҡулда Дом коллектора (хәҙерге Сәнғәт институты) йортондағы приютты үтәбеҙ. Ҡайһы саҡта уның балалары ашап ултырған саҡ тура килә. Улар икенсе ҡаттағы балконда, тышта ашайҙар. Беҙҙең башҡорттар икәнде белеп алдылар ҙа:

– Ҡунаҡ булып китегеҙ!

 – Түрҙән уҙығыҙ!

–Әйҙәгеҙ, сәй эсергә!–тип ҡысҡыралар. Былар ҙа туҡ, тауыштары көр күренә. Беҙҙең һымаҡ ҡоро һөйәк түгел. Беҙ уларға яуап итеп:

– Сәйҙе үҙебеҙҙә лә эсәбеҙ!

– Какао ла бар!

–Ҡайтыуға итле һурпа, ҡалъялы бутҡа, ҡоймаҡлы, баллы сәй әҙерләп ҡуйығыҙ,– тип, мах бирмәй үтеп киткән булабыҙ.

–Тамағығыҙ тәм тоя икән,– тип ҡала тегеләр. Тәүге көндө– баҡсаға килеп ингәс тә, беҙгә уның һул яғын күрһәтеп:

– Ошонда эшләрһегеҙ,– тинеләр.

Баҡсала эре-эре ҡайындар, аҫ яғында өлкән-өлкән йүкә, тополь, имән үҫә. Ваҡ ағас, ҡыуаҡ күп түгел. Ҡасандыр уртала сәскәлек, клумбалар булған. Хәҙер унда бесәй борсағынан күп нәмә юҡ. Был – Ушаков баҡсаһы (хәҙерге Матросов паркы) ине. Баҡсаның ҙур тимер ҡапҡаһы башында көмбәҙләп эшләгән урын бар. Ҡайһы саҡта шунда, беҙ эшкә килгәндә йәки эшләп йөрөгәндә, ҡолаҡ дондорғансы барабан ҡағып, тәнде зымбырҙатҡансы йыуан-йыуан торбаларҙан өрөп, музыка уйнап ебәрәләр.

Баяғы приют балалары менән эре генә һөйләшеп, һыр бирмәй үтеп китһәк тә, баҡсаға килеп ингәс, һарыҡ һымаҡ үләнгә, бесәй борсағына йәбешәбеҙ. Беҙгә аны утарға, ерен ҡаҙырға ҡушалар. Ә беҙ йыуан, йомшаҡ үләнде ауыҙға оҙатабыҙ, ҡаты-ҡотоһон йолҡоп, ситкә сығара барабыҙ. Эш ырай. Балалар күп. Бүтән приют балалары ла бар. Тик улар менән аралашып булмай. Рөхсәт юҡ. Үҙебеҙгә беркетелгән ерҙе беҙ ике-өс көндә үләндән таҙартып, ҡаҙып, клумбалар, түтәлдәр яһай башланыҡ.

Шаһүәли ике-өс көн баҡсаға килеп, ҡыуана-ҡыуана эшләп йөрөнө. Баҡсаның өҫкө яғына (хәҙерге Башҡорт академия драма театры урынында) бик ҙур аҡ сиркәү бар. Ул шуны күрә лә:

– Был тиклем ауыр нәмәне ер нисек күтәреп тора икән? – тип аптырай.

Сиркәүгә яҡын ғына (хәҙерге бейеү майҙансығы урынында) матур сәскәләр өйкөмө күренә. Беҙҙе бүтән яҡҡа йөрөтмәһәләр ҙә, рөхсәт алып, шуны барып ҡараныҡ. Алыҫ ҡарағанда ул сәскәлеккә оҡшаған. Ә эргәһенә барғас, күҙҙен яуын алып торған төрлө-төрлө төҫтәргә ҡалай сәскәләр менән биҙәлгән ҡәберҙәр булып сыҡты.

 –Бында элек поптарҙың, байҙарҙың балалары күмелгән,– тип һөйләне беҙгә берәү.

Бер аҙҙан Шаһүәли ныҡ ауырыны ла китте. Аны үҙебеҙгә изоляторға һалдылар. Ә Шәһүәлиҙән ҡалмай ғына һәр ваҡыт бергә йөрөй торған Гәүһәр бынан бер нисә көн элек үлеп ҡалғайны. Баим менән:

– Шаһүәлиҙе лә юғалтып ҡуймайыҡ.

–Изоляторҙа үҙебеҙ ҡарайыҡ,– тип кәңәшләштек тә, унда барып инеп:

–Систыра, панус бит, панус,– тигәс, тикшереп-нитеп тормаҫтан, икебеҙҙе бер карауатҡа һалып ҡуйҙылар.

Беребеҙ Шаһүәли эргәһенән өҙөлмәй. Һыу һораһа, һыу бирәбеҙ, ауыртҡан ерен ыуабыҙ, күтәреп тигәндәй бәҙрәфкә алып барабыҙ.

 – Алай ҙа һеҙ индегеҙ әле,– тип шатлана ул.

Шулай ҙа уның хәле һис арыуланмай. Бында ҡаты ауырыусылар байтаҡ. Ғәшүрә лә шунда сирләп ята.

 – Минең ауырығанымды атайым белмәйҙер инде… Ул да һаман ауырый микән? Атайымды күрһәң ине … – тип үҙәкте өҙә Шаһүәли.

Изолятор кешеләре беҙҙең хәйлә менән ингәнде һиҙә башланылар булһа кәрәк. Сестраларҙың ишекте ҡыҫып ҡына, әллә ниҙәр һөйләнеп, беҙгә бергә бармаҡ төҙәп күрһәтеүҙәрен дә күреп ҡалғайныҡ.

 – Эш яҡшы саҡта һыҙайыҡмы әллә?– тинем Баимға.

 – Эйе шул. Һиҙһәләр, яҡшылыҡ көтмә был ҡәһәрҙәрҙән,– тине ул да.

–Әллә төнөн тәҙрәнән Шаһүәлиҙе лә алып сығып китәйекме?– тинем мин.

– Ә ҡайҙа һалырбыҙ? Ныҡ ауырый бит. Бында урыны ла йомшаҡ,– тине Баим.

Шаһүәли үҙе лә сығырға риза булманы. Иртә менән өсәүләп илай-илай хушлаштыҡ. Ул:

–Ағый! Ҡайта торған булһаң, мине ҡалдырып китмә. Атайым әрләшер,–тип, оло кешеләрҙәй, ысынлап үтенеп әйтте лә, күҙҙәрен тултырып, миңә текләп–текләп ҡараны. Уның был һүҙҙәренән, күҙ ҡараштарынан күҙ йәштәрем атылып сыҡты.

Кипкән ирендәрен сылатыр өсөн, һыу килтереп бирҙем. Күҙ йәштәремде лә һөртөп алдым.

– Рәхмәт, ағый,, тине.

–Тиҙерәк йүнәл, ҡустым. Ҡалдырмам, тинем. Ул ап-аҡ, оҙон тештәре күренгәнсе йылмайҙы. Хушлаштыҡ.

Сестраны саҡырып алып:

– Систра, тәпир панус нит. Әйҙә,–тип, уны бәҙрәфкә саҡырҙыҡ. Ул һис ҡаршылашмай барҙы. Шунда тиҙәкте күрһәтеп, рөхсәт иткәс, сығып киттек.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.